«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҠДИМЕМ БАР...
+  - 

Баш ҡалала үткән Беренсе Халыҡ-ара урбанистика форумы йомғаҡтары буйынса Өфө егете Эрик Королев үҙенең тәҡдимдәрен белдергән. Инициативаһын ул "Ҡурайҙың ете тажы - Өфөнө үҫтереүҙең ете тәҡдиме" тип атаған.

Тәүге тәҡдим кикшерингҡа һәм велошерингҡа ҡағыла. "Халыҡ шәхси транспорттан самокаттарға һәм велосипедтарға күсеп ултырһын өсөн Өфөнө үҙгәртеп ҡора башлау кәрәк. Исмаһам, Боронғо үҙәктән булһа ла башларға, - ти ул. - Автомобиль юлдарын тарайтырға, Боронғо үҙәккә шәхси транспортты индереүҙе туҡтатырға. Киләсәктә иһә уны шәхси транспорт өсөн бөтөнләй ябырға һәм йәмәғәт транспорты хәрәкәтен генә ҡалдырырға". Октябрь Революцияһы урамындағы "Өфө Арбаты" урынына Эрик Королев Мостай Кәрим урамына тиклем арауыҡта йәйәүлеләр зонаһы эшләүҙе тәҡдим итә. "Хәҙер Боронғо үҙәк йөрәге - Арт-квадрат. Иң яҡшы йәйәүлеләр урамы Мостай Кәрим урамында - Каруанһарайҙан алып Арт-квадрат аша, Мостай Кәрим скверынан Уралсиб бинаһы һәм Якутов паркы аша буласаҡ", - ти ул. Уның өсөнсө тәҡдиме Телеүҙәктән алып Ағиҙел ярына тиклем канат юлы төҙөү. Дүртенсе тәҡдиме - Конгресс-холды ҡала халҡының әүҙемлеге өсөн асырға - унда кафелар, ресторандар, күргәҙмәләр, сувенирҙар һатыу ойошторолорға тейеш. Бишенсе тәҡдим Өфөлә тарихи биналарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә. Алтынсыһы - баш ҡаланың һәр районында скейт-парк асыу. Етенсеһе - йәмәғәт транспортын таҙалығы, тәртибе, персоналының бөхтәлеге һәм иғландар булмауы менән айырылып торған "Башавтотранс"ҡа тапшырырға.
"Бына минең фантастик тәҡдимдәрем. Бының ҡасан да булһа тормошҡа ашырына бик ышанмайым, әммә мин хыялланырға яратам. Шуға күрә был тәҡдимдәрҙе махсус рәүештә ойошмаларға һәм ҡала, республика, ил ҡанундарына тәҡдим итмәйем, сөнки мин ҡаланың ябай кешеһе, ә ҡанундарҙа баш ватыу - чиновниктар эше", - тип белдерә Өфө егете.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 446

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru