«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФАТИРЛЫ БУЛҒЫҢ КИЛӘМЕ?
+  - 


"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фатир йәки шәхси йорт алырға теләүселәр өсөн кәрәкле барлыҡ мәғлүмәттәрҙе, Башҡортостанда льготалы ипотека, төрлө компенсациялар алыу шарттарын бер урынға туплап, файҙалы белешмә эшләне. Был программалар үҙ-ара бәйләнгән, мәҫәлән, тәүге иғәнә өсөн "Жилстройсбережения" аша 216 мең, 3 процентлы ауыл ипотекаһы, ә инде ғаиләлә өсөнсө бала тыуғанда кредитты ҡаплау өсөн 450 мең һум алыу мөмкинлегегеҙ бар.

"Коронавирусҡа ҡаршы ипотека" - йылына 6,5 процент

Кемдәргә тейеш:
Барлыҡ теләүселәргә лә. Ҡарар банк кимәлендә ҡабул ителә - ул килемде, кредит тарихын ҡарай. Әгәр бер банк баш тартһа, икенсе банкка ғариза бирергә мөмкин.
Шарттары: Льготалы кредитты 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем алырға мөмкин. Уның күләме 500 мең һумдан өс миллион һумға тиклем. Яҡын арала РФ Президенты В. Путиндың ҡарары менән максималь күләм 6 миллион һумға тиклем күтәреләсәк. Кредит ваҡыты сикләнмәгән. Фатирҙы йәки йортто төҙөүсенән төҙөлөштә өлөшсө булараҡ ҡатнашыу йәки әҙер объекттан килешеү буйынса һатып алырға мөмкин. Был программа буйынса алынған ипотека кредиты рефинансланмай. Күп осраҡта өҫтәмә рәүештә үҙеңде һәм милегеңде страховкаларға кәрәк була, шунһыҙ банк кредит страховкаһын 1 процентҡа күтәрергә мөмкин. Тәүге иғәнә - фатир хаҡының минимум 20 проценты. Һаҡлыҡ банкында (Сбербанк) һәм ВТБ-ла - 15 проценттан башлана.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Программа барлыҡ ҙур банктарҙа - Сбербанк, Дом.РФ, ВТБ, "Альфа-банк", "Промсвязь-банк" - эшләй.
Нимә белеү мөһим: Күп банктар, мәҫәлән, Сбербанк һәм Дом.РФ, ставканы 6,1 процентҡаса төшөрөргә ҡарар иткән.

Йылына 0,1-3 процентлы "Ауыл" ипотекаһы

Кемгә бирелә:
Ғаилә хәленә, теркәлеү урынына һәм социаль статусҡа талаптар юҡ. Программала барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала, иң мөһиме - банктың шарттарына һәм талаптарына тап килһендәр (йәше, килеме, кредит тарихы). Шарттары: Торлаҡты ауыл ерендә һатып алырға тейешһегеҙ. Ул яңы йорт та, шулай уҡ иҫке йорт та булыуы мөмкин. Хатта үҙеңә төҙөргә лә була. Әммә һатыу-һатып алыу йәки өлөшсө булараҡ ҡатнашыу килешеүе буйынса. Кредиттың максималь күләме - 3 миллион һум, килешеү мөҙ-ҙәте - 25 йыл. Әсәлек капиталын да файҙаланырға мөмкин. Торлаҡ даими йәшәрлек булырға, ут, һыу, канализация үткән, газ тоташтырылған булырға, ә майҙаны социаль норманан кәм булмаҫҡа тейеш (яңғыҙаҡтарға - 33 квадрат метр, ике кешелек ғаиләгә - 42 квадрат метр, өс һәм унан күберәк кеше булғанда - һәр кешегә 18 квадрат метр).
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Ошо көндәрҙә РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡатнашыусылар исемлеген киңәйтте һәм хәҙер программала туғыҙ банк ҡатнаша, Башҡортостанда уларҙың дүртеһе: Сбербанк, "Россельхозбанк", Дом.РФ, "Ак Барс" эшләй.
Нимә белергә кәрәк: Ваҡытығыҙҙы әрәм итеп, участка һытып алдығыҙ, ә осһоҙло йорт өсөн кредит бирмәйҙәр икән, алдан уҡ ерҙең банкка ҡараймы, юҡмы икәнен асыҡлағыҙ. Әгәр йорт төҙөргә кредит алһағыҙ, алдан уҡ участкағыҙ булырға тейеш. Әгәр участкалы йорт алаһығыҙ икән, төҙөлөш ике йылда тамамланырға, ә төҙөүсе менән рәсми килешеү төҙөлөргә тейеш.

Йылына 6 процентлы "Ғаилә" ипотекаһы

Кемгә бирелә:
2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе, өсөнсө йәки сираттағы, шулай уҡ инвалид бала тыуған ғаиләләр.
Шарттары: Программа бары тик төҙөүсе ойошманың яңы төҙөгән йортонан йәки әҙер йорттан торлаҡ һатып алыуға ғына ҡағыла. Кредиттың иң ҙур күләме - 6 миллион һум. Быға тиклем булған ипотека кредиттарын да рефинансларға мөмкин. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Программала барлыҡ банктар ҙа тиерлек ҡатнаша. Бының өсөн офисҡа мөрәжәғәт итергә, ғариза яҙырға һәм талап ителгән документтар пакетын тапшырырға кәрәк.
Нимә белеү мөһим: Күп банктар балалы ғаиләләргә ипотека күләмен йылына 5 проценттан түбәнерәк билдәләне.

Ипотеканы ҡаплауға 450 мең

Кемдәргә бирелә:
2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө йәки сираттағы балаһы тыуған күп балалы ғаиләләргә.
Шарттары: Дәүләт ярҙамы бары тик бер кредитҡа ғына бирелә. Программа буйынса яңы төҙөлгән йорттан да, иҫке йорттарҙан да фатир, шулай уҡ участка йәки йорт алырға була. Был сумманан һалым түләргә кәрәкмәй.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Ипотека алған банкка.
Нимәне белергә кәрәк: Әгәр бурысығыҙ 450 мең һумдан кәмерәк ҡалған икән, бары тик шул сумма ғына ҡапланасаҡ. Дәүләт ярҙамының ҡалған өлөшө һеҙгә бирелмәй.

Ипотеканы ҡаплауға 100 мең һум

Кемдәргә бирелә:
Күп балалы ғаиләләргә, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә, яңғыҙ әсәләргә, 2020 йылдың 15 мартынан 1 июнгә тиклем арауыҡта эшен юғалтҡан Башҡортостан халҡына.
Шарттары: Был - бурыстың төп күләмен түгел, ә банк проценттарын ҡаплауға йүнәлтелә. Улар 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем кредит алыусыларға бирелә. Субсидияның иң ҙур күләме - 100 мең һум.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Ипотека алған банкка. Әлегә программала дүрт ҡатнашыусы: "Уралсиб", ВТБ, "Банк Россия" һәм "Россельхозбанк".
Нимә белеү мөһим: Был осраҡта 18 йәшкә тиклемге граждандар бала тип һанала, әгәр инде көндөҙгө бүлектә уҡыһалар - 23 йәшкә тиклем.

Беренсе иғәнәгә 216 мең һумға тиклем

Кемгә бирелә:
Сикләүҙәр юҡ, теләүселәрҙең барыһына ла ҡағыла.
Шарттары: Программа "Жилстройсбережения" тип атала. Банкта махсус иҫәп асаһығыҙ һәм ай һайын унда 3 меңдән 10 мең һумға тиклем аҡса һалып бараһығыҙ. Республика иғәнәгеҙҙең өстән бер өлөшөн өҫтәй, әммә өс меңдән күп түгел. 3-6 йыл аҡса тупларға кәрәк. Йәғни, программаның һәр ҡатнашыусыһына йылына 36 меңдән дә күп түләнмәй, ә туплау ваҡыты осоронда иң күбе 216 мең һум өҫтәлә (индерелгән суммаға ҡарап). Бынан тыш, вкладҡа йылына 1-2 процент артып бара. Һуңынан һеҙ республика территорияһында фатир, йорт, ер участкаһы алырға йәки алдан булған ипотекағыҙҙы ҡапларға тейеш булаһығыҙ.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Программала ҡатнашыусы банкка. Әлегә улар Һаҡлыҡ банкыһы һәм "Уралсиб".
Нимә белергә кәрәк: Кредитлау мөҙҙәте тупланманың бер ярым мөҙҙәтенә тиң. Йәғни һеҙ алты йыл аҡса йыйһағыҙ, ипотеканың иң ҙур срогы - 9 йыл. Программала ҡатнашыусылар өсөн банктар үҙ шарттарын булдырған - йылына 5,5 проценттан алып 7 процентҡа тиклем кредит бирелә. Әгәр етерлек күләмдә аҡса туплаһағыҙ, ипотека алмаһағыҙ ҙа була, был һеҙҙең хоҡуғығыҙ, әммә бурысығыҙ түгел. Программа ярҙамында 2400 кеше фатирлы булған, 7 меңдән ашыуы - әлегә аҡса туплай.

Станислав ШАХОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 759

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru