«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 


Йәнәй ырыуының боронғо ерҙәре Ыҡ һәм Ағиҙел йылғаларының түбәнге ағымында, Иж һәм Чулман (Кама) йылғаларының ике яҡ яры буйлап байтаҡ майҙанды биләгән. Административ бүленеш буйынса ул территория Вятка губернаһының Сарапул өйәҙенә ҡарай, ә Ағиҙел йылғаһының Камаға ҡойған урынына яҡын ерҙәр Өфө губернаһының Минзәлә һәм Бөрө өйәҙҙәре сиктәрендә була.
Тарихи Башҡортостан территорияһында кантондар идаралығы системаһы индерелгәс, йәнәй башҡорттары 11-се (1847 йылдан 12-се) кантондың 24-се һәм 25-се йорттары составында була. 1855-1863 йылдарҙа Башҡорт ғәскәренә типтәрҙәрҙе ҡушыу айҡанлы элекке 12-се кантон урынына яңы 4 кантон ойошторола: Алабуға (Елабуга) өйәҙендә, Сарапул өйәҙе ауылдарын да эсенә алып, үҙәге Салауыш ауылында булған 17-се кантон, ә Минзәлә өйәҙендә штаб-квартиралары Мәстей һәм Нурҡай ауылдарында булған 18-се һәм 19-сы кантондар булдырыла. Был кантондарҙа начальник вазифаһын хорунжий, сотник, есаул званиеларындағы Солтановтар башҡара. 20-се кантон Бәләбәй өйәҙендә булып, үҙәге Иҫке Дөмәй ауылында була (хәҙерге Илеш районы ауылы).
Рәсәйҙә крепостной право бөтөрөлгәндән һуң 4 йыл ваҡыт үтеүгә - 1865 йылдан кантондар идаралығы ла юҡҡа сығарыла. Уның урынына административ-территориаль граждандар идаралығы төҙөлә. Элекке башҡорт олоҫтарының исемдәре - Байлар, Бүләр, Гәрәй, Йәнәй, Ҡырғыҙ, Саралы Мең, Юрмый һымаҡ олоҫтар торлаҡ пункттар исемдәре (Семиостровский, Аҡтаныш, Байсар, Нурҡай һ.б.) менән алмаштырыла.
Хәҙерге Татарстан территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың ул ваҡытта ниндәй территорияларҙы биләүе хаҡында Рәсәй тикшеренеүселәре төҙөгән географик карталарҙан белеп була. Мәҫәлән, П.И. Кеппендың "Европа Рәсәйенең этнографик картаһы" (1834 йылдағы VIII ревизия нигеҙендә), А.Ф. Риттихтың (1875 йыл) "Европа Рәсәйенең этнографик картаһы". Шулай уҡ Ф.А. Фиельструпа, С.И. Руденко, К.В. Лаврентьев карталарынан да Минзәлә, Ыҡ, Кама йылғалары үҙәндәрендә башҡорттар йәшәгәнен белеп була. К.В. Лаврентьевтың "Вятка губернаһы географияһы" (тәү тапҡыр 1890 йылда нәшер ителгән) китабында бирелгән картала төҫлө буяуҙар менән крайҙың ерле халыҡтары - вотяктар (удмурттар), черемистар (мариҙар), татарҙар, башҡорттар, пермяктар, бесермәндәр, типтәрҙәр йәшәгән урындар күрһәтелгән, уларҙың ауылдарының һәм станцияларҙың исемдәре яҙылған. Башҡорттар тураһында ул былай тип яҙа: "Башҡорттар тик ике өйәҙҙә генә йәшәй - Сарапул һәм Алабуға өйәҙендә, барлығы 12 мең кеше. Башҡорттар ҡиәфәттәре һәм кейемдәре менән татарҙарға оҡшаған һәм шулай уҡ Мөхәммәт динен тоталар".
Алабуға өйәҙендә байлар һәм йәнәй ырыуы башҡорттары йәшәһә, Сарапулдағы башҡорт ауылдарына тик йәнәйҙәр генә нигеҙ һалған. К.В. Лаврентьев Сарапул өйәҙендә (хәҙерге Татарстандың Агрыз районы) йәшәгән халыҡтар тураһында ентекле мәғлүмәт ҡалдырған: "Сарапул өйәҙендә 350 мең кеше иҫәпләнә. Өйәҙ халҡы үҙенең төрлө ҡәүемле составы менән айырылып тора: рустарҙан башҡа (250 мең) , өйәҙҙә вотяктар (82 мең), татарҙар (6 мең), башҡорттар (5 мең), типтәрҙәр (4 мең), черемистар (1 мең), зыряндар, еврейҙар, немецтар, поляктар, сиғандар йәшәй".
Билдәле бер сәбәптәр арҡаһында XIX быуатта башҡорттарҙың бер өлөшөнөң типтәр этносословиеһына күскәнлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк. Улар, типтәр тип теркәлгән хәлдә лә, үҙҙәренең башҡорт сығышлы икәнен онотмай. 1842 йылға ҡараған бер документта Девятерня һәм Сосново (Нарат) ауылдарында йәшәүсе типтәрҙәрҙең ышаныслы кешеләре (доверителдәре) үҙҙәренең башҡорттарҙан булып, уларҙы типтәр сословиеһына яҙыуҙарын яңылыш булған, тип раҫлаһа, Ҡасай ауылында йәшәүселәр ҙә башҡорт сығышлы икәнлектәрен һәм әле биләгән ерҙәрендә күп ваҡыттарҙан бирле йәшәп, ергә хоҡуҡтары буйынса Йәнәй олоҫо башҡорт аҫабалары менән бер тигеҙ ер биләүсе булыуҙарын белдереп, ошоларҙы раҫлау маҡсатында 1710 йылда уларға батша Петр Алексеевич указы буйынса тапшырылған һаҡлау ҡағыҙын (память) һәм 1747 йылда типтәр сословиеһына яңылыш теркәүҙәре хаҡында үҙҙәренән бирелгән иғландың күсермәһен күрһәтәләр.
Бынан башҡа, Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенең өс ауылында - Аҡҡуҙҙа (1902 йылда 313 йән теркәлгән), Битсимәстә, йәғни бүленеп сыҡҡан Яңы Аҡҡуҙҙа (1859 йылда 154 йән була) һәм Тузимала йәнәй ырыуы башҡорттары йәшәгәнлеге билдәле. Шулай итеп, VIII ревизия материалдарына ярашлы, 1834 йылда Вятка губернаһының Сарапул һәм Алабуға өйәҙҙәрендә (хәҙер Татарстандың Агрыз районы) 1 200 йәнәй ырыуы башҡорто теркәлә. XIX-XX быуат сиктәрендә уларҙың дөйөм һаны 5 тапҡырға тиерлек артып, 6 000 кешегә тиклем етә.
Ә бына Минзәлә өйәҙендә 1834 йылда тик йәнәй ырыуы башҡорттары ғына ла 6 173 кеше була (хәҙерге Аҡтаныш районы ауылдарында - 5 368 кеше, Минзәлә районы ауылдарында - 805 кеше). Бынан тыш, Бәләбәй һәм Бөрө өйәҙҙәрендә, йәғни хәҙерге Башҡортостандың Краснокама, Илеш, Дәүләкән (Чапай ауылы), Дүртөйлө (Иванай ауылы) райондарында, йәнәйҙәрҙең һаны ул саҡта 1 100 тирәһе кеше була. Тимәк, 1834 йылда йәнәйҙәрҙең дөйөм һаны иң кәмендә 8 400 тирәһе кеше була. Артабанғы иҫәп алыу материалдарына ентекләп анализ эшләһәң, XIX быуаттың икенсе яртыһында - XX быуат башында йәнәй ырыуы башҡорттарының ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының әүҙем демографик үҫеш юлына күсеүенә ныҡлап ышанырға була. Тимәк, башҡорттар хаҡында ошо заманда нәшер ителгән китаптарҙа һәм публицистик мәҡәләләрҙә халҡыбыҙ йәшәйешенә объектив анализ бирелгән, тип әйтеп булмайҙыр.
Бөгөн Йәнәй ырыуы башҡорттары вариҫтары Башҡортостандың Краснокама районы Сауз һәм Саузбаш, Илеш районы Йәйләү (Зяйлево), Ҡыпсаҡ, Турачи, Дәүләкән районы Чапай, Бүздәк районы Шланлыкүл, Иҫке Шығай, Иҫке Боғаҙы, Туймазы районы Кәкребаш, Түбәнге Бишенде ауылдарында йәшәй.
Татарстандың Агрыз һәм Аҡтаныш райондарының бер нисә ауылында ла, хәҙер инде татар этник берҙәйлегенә күскән йәнәй ырыуы башҡорттары тоҡомдары көн итә. Агрыз районында: Исенбай, Девятерня, Үтегән, Ҡадыбаш, Иҫке һәм Яңы Сләк, Нарат, Ҡасай, Ғәли ауылдары. Аҡтаныш районында: Боғаҙы, Яңы Боғаҙы, Буазкүл, Ҡалмаш, Сууксы, Түбәнге һәм Үрге Үрйәҙе, Чалманарат, Шабыз һәм башҡа ауылдар.
2012-2013 йылдарҙа төрлө башҡорт ырыуҙары вәкилдәренән генетик материалдар йыйып алынып, башҡорт халҡының генофонды буйынса байтаҡ ҡына һығымталар эшләү мөмкинлеге тыуҙы. Генетик анализ һөҙөмтәһендә һәр кемдең ниндәй гаплотөркөмгә ҡарағаны асыҡланды. Илеш һәм Краснокама райондарында йәшәгән йәнәй ырыуы башҡорттарының (барлығы 35 кеше) төп ике гаплотөркөмгә ҡарағаны билдәләнде. Тикшеренеүҙә ҡатнашҡан йәнәйҙәрҙең 2/3 өлөшө N1c-M178 гаплотөркөмөнән икән. N1c1-M178 гаплотөркөмө кешеләре иң күп табылған урындар - төньяҡ-көнсығыш Европа һәм Себер тайгаһы райондары. Шулай уҡ был гаплотөркөмдөң Саян-Алтайҙа һәм Уралда таралған айырым тармаҡтары асыҡланды. Был ошо гаплотөркөмгә ингән кешеләрҙең ата-бабаларының үтә боронғо замандарҙа (этностар формалаша башлауҙан бик күпкә элегерәк) көнсығыштан көнбайышҡа табан миграция процестарын анығыраҡ билдәләргә ярҙам итәсәк. Йәнәйҙәрҙең составындағы тағы ла бер гаплотөркөм - R1a1-M198 (xM458) барлығы 18% тәшкил итә. Башҡорт генетик популяциялары сиктәрендә был төркөм түңгәүер һәм табындарҙың шул уҡ гаплотөркөмө менән бер кластерға инә. Был гаплотөркөмгә ҡарағандар мең һәм күҙәй ырыуы башҡорттары араһында ла байтаҡ ҡына. Күрәһең, бында Көнбайыш Себер киңлектәренән Көньяҡ Урал, Мәсәғүт урманлы далалары аша барған боронғо миграция эҙемтәләре сағыла. Был гаплотөркөм башҡорттары Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Ағиҙелдең түбәнге ағымының төньяғындағы ерҙәрҙә күберәк таралған.
R1a1-M198 (xM458) гаплотөркөмө, башлыса, Евразия киңлектәрендә өҫтөнлөклө, тип иҫәпләнә. Был төркөм кешеләре Көнсығыш Европала, Төньяҡ Һиндостанда, Алтайҙа (алтайҙар, шорҙар, теленгуттар), Памир - Тянь-Шандә (ҡырғыҙҙар), шулай уҡ Көньяҡ һәм Көнбайыш Себерҙә, Урал һәм Волга буйында йәшәүсе халыҡтар араһында йыш осрай.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 24-27-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 457

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru