«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАРҘЫҢ КҮҘӘТЕҮ ҒӘМӘЛДӘРЕ БЕҘҘЕҢ ХОҠУҠТАР ҺАҒЫНДА
+  - 


Сираттағы әңгәмәбеҙ Өфө ҡалаһының Ленин районы прокуроры урынбаҫары, юстиция советнигы Тимур Тимербай улы ҠӘЮМОВ менән.

Рәсәй ҡануниәтенең дөрөҫ үтәлешен күҙәтеү - прокуратура органдарының төп функцияларының береһе. Әлбиттә, йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләрендә ҡануниәт нормалары боҙолған осраҡтар етерлек. Һеҙ, Тимур Тимербай улы, федераль ҡануниәт үтәлеше буйынса Өфө ҡалаһының Ленин районында күҙәтеү (надзор) ғәмәлдәрен башҡараһығыҙ. Ленин районы прокуратураһының ошо йүнәлештә алып барған эштәре хаҡында ниҙәр һөйләр инегеҙ?

- Ғөмүмән, прокуратура йәшәйешебеҙҙең барса өлкәләрендә лә федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү ғәмәлдәрен башҡара. Граждандарҙың социаль хоҡуҡтары буйынса күҙәтеү эштәрен алып барыу - ул прокуратураның хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегендә иң мөһим функцияларҙың береһе. Бында һүҙ социаль яҡтан айырыуса яҡлауға мохтаж булғандарҙың хоҡуҡтары күҙ уңында тотолоуы тураһында. Беҙ хеҙмәт һәм һуғыш ветерандарының, инвалидтарҙың, күп балалы ғаиләләрҙең, етем балаларҙың һәм ҡарауһыҙ ҡалған кешеләрҙең, ғөмүмән, дәүләт закондары тарафынан социаль ярҙам сараларына хоҡуҡтары булған граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлайбыҙ.
Ҡоро һүҙ булмаһын өсөн Өфө ҡалаһының Ленин районы буйынса бер ни тиклем статистика мәғлүмәттәрен килтерәйек. Ошо йылдың 5 айында ғына Ленин районы прокуратураһы тарафынан социаль өлкәлә 500-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу ғәмәлдәре, мәҫәлән, 260-тан ашыу граждандың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу факттары асыҡланған. Айырым ойошмаларҙың хеҙмәтте ойоштороу өлкәһендәге юридик документтарын - локаль акттарын федераль ҡануниәт менән тап килтертеү маҡсатында прокуратура 6 тапҡыр протест белдерҙе. Прокуратураның ошондай иҫкәртеү сараһы граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙҙортмау маҡсатында ҡулланыла.
Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын ваҡытында түләмәгән өсөн суд бойороҡтарын сығартыу маҡсатында Ленин районы прокуратураһы 280 мәртәбә судҡа дәғүә ғаризалары (иск) бирҙе. Шулай уҡ хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу факттары буйынса айырым ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәренә ошо боҙоуҙарҙы бөтөртөү өсөн 15 күрһәтмә (представление) бирелде. Бындай осраҡтарҙа ойошма етәксеһе 1 ай ваҡыт эсендә күрһәтмәлә һанап үтелгән етешһеҙлектәрҙе, хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу факттарын бөтөрөргә, шуға сәбәп булған шарттарҙы үҙгәртеп, төҙәтеп, прокуратураға күрелгән саралар буйынса мәғлүмәт бирергә бурыслы. Әйтергә кәрәк, ҡануниәттә граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ менән бер рәттән, енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ваҡытында түләнмәй икән, "Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы"ның (КоАП РФ) 5.27 статьяһының 6-cы өлөшөнә ярашлы, эш биреүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, уға ҡарата тейешле яза биреү саралары ҡаралған. Әгәр эш биреүсе 2 айҙан да артыҡ ваҡыт эсендә эшселәргә эш хаҡын түләмәй икән, ул РФ Енәйәт кодексының 145.1 статьяһында ҡаралған енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

Өфө ҡалаһының Ленин районы ойошмаларында асыҡланған ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса прокуратура тарафынан башҡарылған аныҡ эштәрҙе барлап китһәгеҙ ине.

- Эйе, уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында уҡыусыларға аныҡ мәғлүмәт биреү урынлы булыр. Өфө ҡалаһының Ленин районы прокуратураһы "Башҡортостан фанера-плита комплексы"нда хеҙмәт ҡануниәте үтәлешен тикшергәйне. Ошо предприятие етәкселегенең 2020 йылдың ғинуар-февраль айҙары өсөн 304 хеҙмәткәргә 12 миллион һумдан ашыу күләмдә эш хаҡы түләмәгәне асыҡланды. Ошо факт буйынса прокуратура ойошманың вазифалы кешеһенә ҡарата административ эш ҡуҙғатып, уны судта тикшереү һөҙөмтәһендә был вазифалы кешегә 12 мең һум күләмендә штраф һалынды. Ойошма етәксеһенә эш хаҡы буйынса бурысты тулыһынса ҡаплау тураһында күрһәтмә сығарылды. Прокуратураның йоғонтоло эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ойошма хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтары яҡланды, уларға эш хаҡы тулы күләмендә түләтелде. Ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоу осраҡтары "Торлаҡ хужалығы тресы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә, "Уңыш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә, башҡа ойошма-предприятиеларҙа ла асыҡланды һәм беҙҙең тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтары тергеҙелде.
Беҙгә айырым граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау эшендә лә ҡатнашырға тура килә. 2017 йылдың октябрь айында "Компания Потенциал" йәмғиәте электросварщигы үҙенә тейешле эштәрен башҡарған саҡта өҫтөнә бетон тоташтырма төшә. Ул ауыр травмалар алып, 5 айҙан һуң вафат була. Ошо трагедия эш биреүсенең производствола хеҙмәт шарттарының хәүефһеҙ булыуын тәьмин итмәүе арҡаһында килеп сыға. Уның туғандары мораль зыян өсөн ойошманан компенсация талап итеп, судҡа дәғүә ғаризаһы бирә. Прокуратура, ошо хәлде ентекләп тикшергәндән һуң, судта зыян күреүселәрҙең талаптары законлы, тип яҡлап сыға. Һөҙөмтәлә суд зыян күреүселәр файҙаһына 1,6 млн. һум күләмендә компенсация түләтеү хаҡында ҡарар сығара.

Әңгәмәбеҙҙең башында социаль яҡтан дәүләт ярҙамына мохтаж булған граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау зарурлығын билдәләп киткәйнек. Ошо юҫыҡта Ленин районында прокуратура тарафынан күрелгән саралар хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.

- Прокуратура был мәсьәләне даими контролдә тота. Беҙ бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә медицина ярҙамына мохтаж булғандарҙың ҡануниәттә ҡаралған льготаларға хоҡуҡтарының тейешле кимәлдә ғәмәлгә ашырылыуына иғтибар итәбеҙ. Был өлкәлә лә, мәҫәлән, шул уҡ инвалидтарҙың хоҡуҡтары боҙолған осраҡтар асыҡланды. Ҡайһы бер сирле граждандар билдәле бер дарыуҙарҙы даими ҡулланған хәлдә генә иҫән-һау йәшәй ала, ә ул дарыуҙар уларға бушлай бирелеп торорға тейеш. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында ошондай дарыуҙар менән граждандарҙы тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булып тора. Беҙ бындай ситуациялар килеп сыҡҡанда яуаплы органдарға күрһәтмәләр ебәрәбеҙ, судҡа дәғүә ғаризалары бирәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл 2 инвалид баланың тейешле дарыуҙар менән ваҡытында тәьмин ителмәүе хаҡында балалар больницаһының баш врачына күрһәтмәләр ебәрелде. Тикшереү барышында ауыр сиргә дусар булған был балаларға 2018-2019 йылдарҙа уларҙың йәшәүе өсөн мөһим булған дарыуҙар, ҡандарындағы шәкәр миҡдарын билдәләүсе тест-полоскалар тулы күләмдә бирелмәгән, сөнки улар дауаханалар селтәрендә булмаған. Бер инвалид баланың әсәһе урындағы хәйриә фонды аша ғына кәрәкле дарыуҙар тапҡан. Шулай ҙа прокурор күрһәтмәһе йоғонтоло булды: хәҙер ошо инвалид балалар кәрәкле дарыуҙар менән ваҡытында һәм тулыһынса тәьмин ителә.
41 йәшлек ауыр сирле ир кеше менән дә шундай уҡ хәл була: ул да үҙенә тейешле дарыуҙарҙы бушҡа ала алмай. 2020 йылдың ғинуарынан март айына тиклем дауаханаларға уға кәрәкле дарыуҙар алдырылмай. Район прокуратураһы инвалидтарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына асыҡланған етешһеҙлектәрҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү хаҡында күрһәтмә ебәрҙе. Күҙәтеү ведомствоһының талаптары ҡәнәғәтләндерелде, хәҙерге ваҡытта инвалидтар тейешле препараттар һәм дарыуҙар менән тәьмин ителеп тора.
Бына тағы ла бер факт. Ленин районы прокуратураһына "Регион Өфө" ойошмаһында баш бухгалтер вазифаһында эшләп, йөклө булыу һәм өсөнсө балаһын табыу сәбәпле ошо йылдың май айында отпускыға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙан шикәйәт килде. Ҡануниәткә ярашлы, эш биреүсе уға отпускыға сығыу айҡанлы тейешле пособие һәм әсәлекте яҡлау буйынса ҡаралған финанс түләүҙәре менән тәьмин итергә тейеш ине. Әммә ул был талаптарҙы инҡар итеп, күп балалы әсәгә барлығы 90 мең һум күләмендә аҡса түләмәгән. Ошо ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт һәм әсәлек хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында прокуратура судҡа мөрәжәғәт итеп, уға эш биреүсенән тейешле түләүҙәрҙе тулыһынса ҡайтарыуҙы талап итте. Суд прокуратура талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Күҙәтеү ведомствоһы әлеге ваҡытта шикәйәт биреүсенең хоҡуҡтарының ғәмәлгә ашырылыуын контролдә тота.

Һуңғы осорҙа коррупцияға ҡаршы көрәшкә ҙур иғтибар бирелә. Әммә коррупцияға ҡаршы ҡануниәт нормаларын тупаҫ боҙоусы вазифалы кешеләр аҙайҙы, тип әйтеп булмай әле. Ошо юҫыҡта Ленин районында ниндәй эштәр башҡарыла?

- Коррупция - беҙҙең заман сире. Ленин районы прокуратураһы ла ошо юҫыҡта даими мониторинг алып бара, тикшереүҙәр үткәреп, коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоусыларҙы асыҡлай. Ябай кеше коррупцияға ҡаршы көрәште ришүәт алыусы вазифалы кешене фашлау, ҡулға алыу, хөкөм итеү рәүешендә күҙ алдына килтерә. Әммә ошондай аяныслы хәлдәр булмаһын өсөн был йүнәлештә профилактика эштәрен әүҙемләштереү зарур. Ҡануниәттә коррупцияны профилактикалау өсөн билдәле бер юридик механизм булдырылған, тик уны үтәүгә өлгәшергә кәрәк. Прокуратура тап ошо механизмдың аныҡ эшләүен даими күҙәтеп, тикшереп, законда ҡаралған саралар күрә. Мәҫәлән, беҙ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең килемдәре буйынса белешмәләрҙе тикшереп торабыҙ, уларҙың сығымдарына ла мониторинг эшләнә. Әгәр ниндәйҙер хеҙмәткәрҙең килем-сығым балансы ныҡ айырыла икән, унан аңлатма талап итәбеҙ. Был инде коррупцияны профилактикалауҙа тәүге аҙым. Йәнә, әйтәйек, ниндәйҙер чиновник, дәүләт хеҙмәткәре, әлеге эшенән киткәс, икенсе бер эшкә, мәҫәлән, коммерция ойошмаһына урынлаша. Бында мәнфәғәттәр конфликтына, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡҡа урын булырға тейеш түгел. Шуның өсөн элекке дәүләт хеҙмәткәре эшкә урынлашҡан ойошманың етәксеһе 10 көн эсендә ошо кешенең элекке эшләгән дәүләт хеҙмәтенә тейешле мәғлүмәт ебәрә, ә унда махсус комиссия был осраҡта мәнфәғәттәр конфликтының булыу-булмауын асыҡлап, элекке хеҙмәткәренә әлеге ойошмаға эшкә инергә рөхсәт бирә йә иһә ризалыҡ бирмәй. Ғәмәлдә, был талаптар йыш ҡына үтәлмәй, шуға күрә беҙгә тейешле мониторинг уҙғарырға тура килә. Ленин районы прокуратураһы ошондай бер нисә фактты асыҡланы.
Былтырғы йылдың август айында Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы элекке муниципаль хеҙмәткәр "Структуралы эштәр үҙәге"нә баш инженер вазифаһына эшкә алына. Был осраҡта Федераль закон талабы үтәлмәй - 10 көн эсендә уның элекке эшләгән урынына ошо хаҡта белдереү ҡағыҙы ебәрелмәй. Тикшереү һөҙөмтәһендә фирма директорына административ эш ҡуҙғатылып, уға мировой суд тарафынан 20 мең һум күләмендә штраф һалынды.
Ә бына "Метлом" фирмаһына коррупцияға ҡаршы федераль законды боҙған өсөн бюджетҡа 1 миллион һум күләмендә штраф түләргә тура килде. Эш былай була. Ошо фирма бинаның фасадына ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын ҡабул итеү һәм эшкәртеү хаҡында реклама баннерын законһыҙ рәүештә урынлаштыра. Фирма вәкиле, яуаплылыҡтан ҡотолоу маҡсатында, ошо хоҡуҡ боҙоу факты буйынса протокол төҙөү өсөн килгән муниципалитеттың административ комиссияһы хеҙмәткәренә аҡса тәҡдим итә. Тикшереүсе был тәҡдимде кире ҡаға. Был факт буйынса район прокуроры, РФ АХБтК-ның 19.28 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы (юридик шәхес исеменән законһыҙ түләү), административ хоҡуҡ боҙоу хаҡында эш ҡуҙғата, уны ҡарау һөҙөмтәһендә фирма 1 миллион һумлыҡ штраф рәүешендә язаға тарттырыла.

Әңгәмәбеҙҙең аҙағында, Тимур Тимербай улы, граждандарыбыҙҙың социаль яҡтан яҡланғанлығына булышлыҡ итеүсе саралар хаҡында ла үҙ фекерегеҙҙе әйтеп китһәгеҙ ине.

- Беҙҙең ҡулыбыҙҙа иң элек районыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтың социаль хәле хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр булырға тейеш. Район кимәлендә социаль өлкәлә законлылыҡты нисек билдәләп була? Быны тик даими мониторинг аша ғына эшләп була. Граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында прокуратура мөмкин булған барса күҙәтеү сараларын ҡуллана. Бына миҫал өсөн шул уҡ эш хаҡын ваҡытында түләүҙе алайыҡ. Районда хеҙмәт процестарының торошон муниципаль идара итеү органдары, социаль хеҙмәттәр, мәшғүллек хеҙмәте, хеҙмәт буйынса инспекция, статистика идаралығы, һалым хеҙмәте һәм граждандарҙың хеҙмәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса бөтә ведомстволар менән тығыҙ бәйләнештә булғанда ғына аныҡ белеп була. Беҙҙә системалы нигеҙҙә бөтә кәрәкле мәғлүмәт туплана. Пенсия фонды ай һайын барса ойошмаларҙан хеҙмәткәрҙәргә түләнгән эш хаҡынан күпме аҡса күсерелеүен, мәшғүллек хеҙмәте эшһеҙҙәр һанының артыуын йәиһә кәмеүен, ниндәй предприятиеларҙа ҡыҫҡартыуҙар булыуын, статистика идаралығы эш хаҡы буйынса ниндәй ойошмаларҙа бурыс барлыҡҡа килеүен беҙгә еткереп тора. Хеҙмәт буйынса район хакимиәте бүлектәренең мониторингын да ҡулланабыҙ. Беҙ ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә, прокуратураға бирелегән вәкәләттәрҙе файҙаланып, законда ҡаралған сараларҙы ғәмәлгә ашырабыҙ. Прокуратура граждандарҙың хеҙмәтен ойоштороуҙа тулы законлылыҡты талап итә. Беҙ ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса район кимәлендә үҙенә күрә бер координация органы булып торабыҙ. Беҙҙә тупланған барса мәғлүмәт анализлана, етешһеҙлектәр, граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары тикшерелә һәм ҡарарҙар ҡабул ителә. Әйткәндәй, прокуратура эргәһендә хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ведомство-ара эшсе төркөм дә эшләй, ул бик йоғонтоло көскә эйә. Уның ултырыштарында предприятиларында финанс проблемалары, хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләүҙә өҙөклөктәр барлыҡҡа килгән эш биреүселәр тыңлана, уларға көрсөктән сығыу юлдары буйынса кәңәштәр бирелә, ниндәйҙер ярҙам алыу мөмкинлектәре ҡарала. Һуңғы сиктә генә, әгәр эш биреүсе бер нисек тә үҙенең проблемаларын хәл итергә теләмәһә, уларға законда ҡаралған административ һәм енәйәт эштәре ҡуҙғатыла. Беҙҙең төп маҡсат та шул бит - хеҙмәт процестарында законһыҙлыҡҡа юл ҡуйылырға тейеш түгел.

Шулай итеп...
Беҙ, ябай граждандар, прокуратура хаҡында һүҙ сыҡһа, уны енәйәтселәрҙе фашлаусы, уларҙы законлы яуаплылыҡҡа тарттырыусы орган итеп күҙ алдына килтерергә күнеккәнбеҙ. Өфө ҡалаһының Ленин районы прокуроры урынбаҫары Тимур Тимербай улы менән әңгәмә барышында ул прокуратураның граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын яҡлаусы төп орган икәнлегенә баҫым яһаны. Тап шуның өсөн хоҡуҡи проблемалары барлыҡҡа килгән һәр кем прокуратура органдарына мөрәжәғәт итеп, яҡлау табыуға өмөт итә алалыр, тип ышанайыҡ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 490

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru