«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВИРУС - УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ...
+  - 


Коронавирустың илебеҙгә һәм республикабыҙға ҡапыл килеп инмәүе, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта ил, республика етәкселегенең ҡәтғи саралар күреүе һәм тыйыуҙар индереүе инфекцияның киң таралыуын тотҡарлап торорға ярҙам итте. Әммә бөгөн тыйыуҙарҙың яйлап ҡына йомшартыла барыуы уның бөтөнләй юҡҡа сығыуын аңлатмай, бары тик халыҡтың аңлылығына һәм уның үҙ сәләмәтлегенә битараф булмауына ышаныс белдерелә. Тәүге көндәрҙән үк сир менән көрәштең алғы һыҙығында булыусы табиптар ҙа һәр кемдең һаулығы - үҙ ҡулында икәнен ҡат-ҡат тылҡый. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Дим районында урынлашҡан 3-сө ҡала клиник дауаханаһының баш табибы, медицина фәндәре докторы Фәнил ШӘМИҒОЛОВтың тел төбө шуға ишаралай.

Һеҙҙең учреждение тәүгеләрҙән булып ковид госпиталенә әйләндерелде. Хатта, ирекһеҙҙән, күҙ алдына ысын һуғыш барған кеүек картиналар килеп баҫты. Ябай медицина учреждениеһы госпиталдән нимә менән айырыла?

- Ысынлап та, был режим тәүҙә ниндәйҙер кимәлдә хәрби әҙерлеккә оҡшап китте. Персоналдың, администрацияның тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булыуы, тәүге пациенттар килә башлау менән ябай дауахананы госпиталгә әйләндереп, дезинфекция саралары менән эшкәртеү һәм уның эшен баштан-аяҡ үҙгәртеп ҡороуҙа бер аҙ етешһеҙлектәр ҙә булғандыр. Беҙгә, инфекционист булмаған табиптарға - хирургтарға, терапевтарға, травматологтарға бындай сирлеләр менән эшләүе, стационарҙың "таҙа" һәм "бысраҡ" зоналарға бүленеүе еңел бирелмәне. Өҫтәүенә, һаҡланыу сараларын ҡәтғи үтәү - былар барыһы ла ғәҙәти дауахананы инфекцион госпиталдән айырып тора ла инде.

Кеше үҙенең башынан үтмәй тороп, күп нәмәгә ышанмай. Бына коронавирус тураһында ла скептик ҡарашта булыусылар юҡ түгел. Уның ниндәй мәкерле вирус булыуы хаҡында гәзит уҡыусыларға ябай ғына итеп аңлатығыҙ әле, зинһар: ул ниндәй ағзаларҙы зарарлай, уның эҙемтәләре нисек булыуы мөмкин.

- Коронавирустар күптән билдәле, һәм атипик пневмония, Яҡын Көнсығыш респиратор синдромы эпидемиялары элек тә күҙәтелгәйне инде. Әлбиттә, шундай ҙур күләмдәге коронавирус инфекцияһы менән донъя беренсе тапҡыр осрашты. Был вирус тын алыу юлдарын зарарлауы менән ҡылыҡһырлана. Ул күҙҙәрҙең, танауҙың, ауыҙҙың лайлалы ҡатламы аша үтеп инә. Шулай уҡ организмға эләккәс, ҡан ойоу системаһына йоғонто яһай, шул сәбәпле организмдың барлыҡ ағзаларында патологик үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә. Үкенескә күрә, был вирус уйҙырма түгел һәм шуға күрә уға етди иғтибарлы булырға кәрәк. Халыҡтан властар тәҡдим иткән барлыҡ һаҡланыу сараларын да ҡәтғи үтәүҙәрен һорар инем.

Ҡурсаланыуҙа ултырып арыған, түҙемлектәре бөткән граждандар көндәр йылыныу менән урамға атлыҡты. Хатта ҡурсаланыу мәлендә лә ҡаланан ауылға ҡайтып йөрөүселәр булды. Кеше үҙе лә белмәйенсә вирус йөрөтөүсе булыуы ихтимал, тигәнде ҡолаҡтарына ла элмәнеләр. Йәшерен вирус йөрөтөүселәр тураһында ла әйтеп китегеҙ әле, улар күпме, ни өсөн үҙҙәре сирләмәй, ә башҡаларға сир йоҡтороуҙары ихтимал?

- Эйе, бөгөн ауырыуҙың бер ниндәй билдәһеҙ үткән формаһы ла асыҡланды. Ундай сирлеләр ауырыу тип һаналмай, уларҙа бер ниндәй билдәләр ҙә күренмәй йәки ОРВИ, һалҡын алдырыу кеүек билдәләр генә була. Шуға күрә уларҙы асыҡлау еңел түгел, һәм ундайҙарҙың йәмғиәттә нисә процент икәнен дә әйтеп булмай. Күпселек осраҡта сирҙең бындай күренеше кеше организмының үҙенсәлектәре, тирә-яҡ мөхит факторҙары менән аңлатыла.

Смена тамамланғансы махсус кейемдә, битлектә, бирсәткәлә һәм күҙлектә йөрөгән медицина хеҙмәткәрҙәрен бөгөн ысынлап та геройға тиңләргә булалыр...

- Коронавирус юғары дәрәжәләге патоген сирҙәргә ҡарағанлыҡтан, ауырыуҙарҙы дауалағанда кейелгән шәхси һаҡланыу кейемдәре бик беше (тығыҙ) туҡыманан тегелгән, фильтрҙар менән тәьмин ителгән. Әлбиттә, уларҙы кейеп эшләүе бик ауыр, шуға күрә табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының һәм санитарҙарҙың сменалары ваҡыт буйынса сикләнә. Беҙҙең госпиталдә булып, ошо костюмдарҙы, битлектәрҙе, бахилаларҙы кейеп репортаждар эшләүсе журналистар был ауырлыҡты үҙҙәрендә һынап ҡараны. Ә медиктар уларҙы смена тамамланғансы кейеп йөрөй, ауырыуҙарға уколдар, капельницалар ҡуя, тикшеренеүҙәр үткәрә, төрлө кимәлдәге операциялар яһай. Эйе, уларҙың был хеҙмәтен геройлыҡҡа тиңләргә була.

Социаль селтәрҙәрҙә шунса кеше ИВЛ (үпкәне яһалма елләтеү аппараты) аппаратына тоташтырылды, тип яҙыла, әммә уның нимә икәне, нисек эшләгәне беҙгә ҡараңғы.

- Ауырыуҙарҙың хәл-торошо тураһында ҡарар ҡабул иткәндә төп критерийҙарҙың береһе булып сатурация, йәғни ҡанға кислородтың килеүе тора. Үпкә ҙур күләмдә зарарланған икән, пациенттарға үпкәне яһалма елләтеү аппаратының ярҙамы талап ителә. Был аппарат үпкә эшмәкәрлегенең бер өлөшөн үҙ өҫтөнә ала. Улар реанимация бүлектәрендә урынлашҡан, ҡатмарлы функциялы һәм табип-анестезиолог күҙәтеүе аҫтында эшләй. Пациентты ИВЛ-ға тоташтырыу-тоташтырмау тураһында ла ошо белгестәр хәл итә. Анестезиолог тигәс, аңлағанһығыҙҙыр - ауырыу наркоз йоғонтоһонда була.

Һәр кешенең организмы төрлө, ковид сирлеләрҙе лә бер төрлө генә дауалау мөмкин түгелдер, сөнки кемгәлер яраған дарыуға икенсе кешелә аллергия булыуы мөмкин...

- Ковид сирлеләрҙе дауалаусы Рәсәйҙең барлыҡ госпиталдәре лә һәм барлыҡ табиптары ла үҙ эшендә сирҙе дауалау буйынса ваҡытлыса клиник күрһәтмәләргә нигеҙләнеп эшләй. Әле уның етенсе версияһы сыҡты. Унда пациенттарҙың йәшенә, башҡа ауырыуҙары, аллергияһы булыу-булмауҙан сығып, нисек итеп һөҙөмтәле дауалау схемалары ентекле аңлатылып яҙылған.

Йәмғиәт коллектив иммунитет барлыҡҡа килеүгә өмөтләнә ине. Ҡайһы бер ғалимдар белдереүенсә, Мәскәүҙә әле дөйөм халыҡтың 12 процентының ғына был сиргә ҡарата иммунитеты бар, ә был һан 30 процент булғанда ғына коллектив иммунитет барлыҡҡа килә. Тимәк, хәүеф эргәлә генә. Халыҡҡа ниндәй һаҡланыу сараларын тәҡдим итер, нимә тип мөрәжәғәт итер инегеҙ.

- Йәмәғәт урындарында, халыҡ күп булған ерҙәрҙә бик йөрөргә тырышмаһындар. Төрлө аралашыуҙарҙы сикләһендәр. Был бигерәк тә оло йәштәгеләргә ҡағыла. Шулай уҡ паникаға бирелеп, ҡурҡып, ҡалтырап ултырырға ла ярамай, киреһенсә, ыңғай көйләнештә булырға кәрәк.

Ковид-19-ҙың көҙгө яҡҡа икенсе тулҡыны башланыу ихтималлығын да инҡар итмәйҙәр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- Был һорауға бер төрлө генә яуап биреп булмай. Әммә мин шуны ғына әйтә алам: сир ябырылғанда ниндәйҙер кимәлдә әҙер булмаһаҡ, бөгөн уның теләһә ниндәй боролош алыуына ла тулыһынса әҙербеҙ.

Шулай итеп...
Бөгөн коронавирус тураһында күп яҙыла һәм күп һөйләнә, ул һәр кемдең телендә тиергә мөмкин. Әммә ысынбарлыҡты әлегә берәү ҙә белмәй - бәлки, йылдар үткәс кенә уның хаҡында яңы мәғлүмәттәр асылыр. Ә әлеге ваҡытта иң мөһиме - сәләмәт булайыҡ һәм бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ!

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.20 | Ҡаралған: 860

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru