«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШЕЛСӘНӘН ҺУТТАР ЯҺАП ДАУАЛАН
+  - 

Емеш һәм бешерелмәгән йәшелсә һуттары организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙартыуға булышлыҡ иткән энзимдарға һәм витаминдарға бай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, энзимдар - аш һеңдереүгә ярҙам иткән ҡатмарлы матдәләр, улар эшкәртелмәгән үҫемлек ризыҡтарҙа күп була. Был ферменттар 450С юғарыраҡ температураға һиҙгер, ә 540С градуста юҡҡа сыға. Улар аҙыҡты сей көйөнсә органик сифатта һаҡларға ярҙам итә. Шуға ла бындай энзимдарға бай аҙыҡты ҡулланыу сәләмәтлек өсөн кәрәкле.

Йәшелсә-емеш тағы ла туҡлыҡлы матдәләргә бай күҙәнәклектән тороуын барыһы ла яҡшы белә. Ә бына емеш һуты организмды таҙартыу, йәшелсәнеке иһә, организмды төҙөкләндереүсе, уға көс биреүсе булыуын белә инегеҙме? Йәшелсә-емеште сей көйөнсә ашағанда организм үҙенә кәрәкле аминокислоталар, минераль тоҙҙар, витаминдар ала. Һуттарҙы күпме теләйһең, шул тиклем эсергә мөмкин, бер ҙә зыяны юҡ. Ә бына дауаланғанда һөҙөмтәлерәк булһын өсөн һутты көнөнә 600 грамдан да кәм эсмәҫкә кәңәш ителә. Ни тиклем күберәк һут эскән һайын файҙалыраҡ була.
Бөгөн, белеүебеҙсә, баҙарҙа иң осһоҙ йәшелсә - кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр һәм нәҡ уларҙың һуты иң файҙалыһы ла инде. Кәбеҫтә һуты организмды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара, бигерәк тә һимереү менән яфаланғандарға килешә. Ул бөйән шешен дауалай, башҡа төрлө шештәрҙән, ҡаталау менән интеккәндә, тәнгә әҫпе сыҡҡанда шифалы. Кәбеҫтә һәм кишер һутын ҡушып эсеү теш ҡаҙнаһы инфекцияларын бөтөрөү, организмды таҙартыу йәһәтенән һөҙөмтәле. Кәбеҫтә һутын эскәндә эстә газдар барлыҡҡа килһә (был эсәктәрҙең торошо насар булыуға бәйле), тәүҙә ике аҙна дауамында кишер һуты эсеп, клизма ҡуйып, эсәктәрҙе таҙартып алырға кәңәш ителә. Эшкәртелмәгән кәбеҫтә һуты бик туҡлыҡлы, уның 300 грамына бешкән һәм консерваланған 500 грамм кәбеҫтә лә торорлоҡ түгел. Кәбеҫтәгә һәм һутына тоҙ ҡушыу зыянға ғына булыр, үҙен генә эсергә кәрәк.
Ә бына кишер һуты организмдың дөйөм хәлен яҡшырта. Ул А витамины сығанағы, шулай уҡ В, С, D, E витаминдарына ла бай. Һут аш һеңдереү процесын һәм тештәр торошон яҡшырта. Кишер һуты сей яра һәм яман шеш ҡатламдарына ҡаршы сара булараҡ, күреү һәләтен яҡшыртыу, бауыр, тире ауырыуҙарын дауалауҙа ярҙам итеүе менән билдәле.
Ҡандың торошон яҡшыртыу һәм эритроциттар барлыҡҡа килтереү өсөн иң шәп һут - сөгөлдөрҙөкө. Был һут бауыр, бөйөр һәм үт ҡыуығын таҙартыу сараһы булараҡ, ҡан баҫымын түбәнәйтеү һәм йөрәк эшмәкәрлегенә бәйле башҡа төр сирҙәрҙе дауалағанда, күрем килеүе боҙолғанда һәм климакс осоронда ҡулланыла.
Тәндең сәләмәтлегенә беренсе аҙым - таҙарыныу. Шуға һуттар ярҙамында дауалана башларҙан алда организмды шлактарҙан таҙартып алабыҙ. Бының өсөн 1 ҡалаҡ глаубер тоҙон 1 стакан һыуҙа иретеп, иртәнсәк ас ҡарынға эсергә кәрәк. Организмдан 3-4 литр бысраҡ сығыуы бар һәм был организмды һыуһыҙландырыуға килтерә. Шуға күрә 2 литр тирәһе яңы әҙерләнгән һутты 2 литр һыуға ҡатыштырып эсергә кәрәк (цитрустар һуты булһа, тағы ла яҡшыраҡ, мәҫәлән, 6 уртаса грейпфрут, 3 лимон, ҡалғандары әфлисундан әҙерләнә). Был һыу ҡатнашҡан һутты глаубер тоҙон эскәндән ярты сәғәт үткәс эсә башларға, артабан 20-30 минут һайын эсеп, 4 литрҙы эсеп бөтөрөргә. Йоҡларға ятырҙан алда 2 литр йылымыс һыу менән клизма ҡуйырға (һыуға 1-2 лимондың һутын өҫтәргә мөмкин). Ошо рәүешле 3 көн дауамында таҙарынырға. Организмдан 12 литрға яҡын ағыулаусы һары һыу сыға һәм шул уҡ миҡдарҙағы һелте барлыҡҡа килтереүсе шыйыҡсаға алыштырыла. Дүртенсе көндән алып сей йәшелсә-емештән алынған һуттар эсә башларға кәрәк. Түбәндә сәләмәтлекте нығытыу өсөн файҙалы һуттар ҡатышмаһы һәм уны ниндәй нисбәттә ҡулланырға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирелә.
10:6 нисбәтендә кишер һәм шпинат һутын аллергия, атеросклероз, артрит, астма, түлһеҙлек, үт һәм бәүел ҡыуыҡтары, бауыр, бөйөр, йөрәк сирҙәре, веналарҙың варикозлы киңәйеүе, ҡолаҡ ишетмәү, гипертония, геморрой, бүҫер, диабет, ҡаталау, һимереү менән яфаланғанда, бронхит ауырыуҙарын дауалағанда эсергә.
7:4:2:3 нисбәттә әҙерләнгән кишер, сельдерей, петрушка, шпинат һуты ҡатышмаһы аппендицит, атеросклероз, геморрой, диабет, веналарҙың варикозлы киңәйеүе ваҡытында файҙалы.
10:3:3 нисбәттәге кишер, яңы ҡыяр, сөгөлдөр һуты аллергия, түлһеҙлек, үт һәм бәүел ҡыуыҡтары, бөйөр, бауыр, енес ағзалары сирҙәренән, гипертония, аяҡҡа бәшмәк сығыуҙан, йөрәк сирҙәре, ҡаталау һәм артыҡ ауырлыҡтан арынырға ярҙам итә. 8:3:5 нисбәтендәге кишер, сөгөлдөр, сельдерей һуты атеросклероздан файҙалы.
Кишер һутын үҙен генә аҙ ҡанлылыҡ, түлһеҙлек, күҙ сирҙәре (ҡара ҡылау һ.б.), бауыр, аяҡҡа бәшмәк сығыу, һимереү менән яфаланғанда, бүҫер ҡалҡҡанда эсергә кәрәк. Артриттан тағы грейпфрут, сельдерей һуттары, 9:7 нисбәтендә ҡушылған кишер һәм сельдерей һуттары ярҙам итә. Астманан керән ҡушылған лимон һуты (1 лимонға 100 грамм керән) яҡшы дауа, тағы ла 1:5 нисбәтендә кишер һәм торма (редька) йә редис һуты эсеү файҙалы. Аҙ ҡанлылыҡты дауалағанда кишер һәм сөгөлдөрҙән (һабағы менән ҡуша) 13:3 нисбәтендә һут һығып эсергә. Бронхиттан кишер һәм бәпембә һуттарын 12:4 нисбәтендә эшләргә. Ә бына тештәрҙе боҙолоуҙан 11:3:2 нисбәтендәге кишер, бәпембә, шалҡан һуты һаҡлай.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.20 | Ҡаралған: 539

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru