«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


ӘМӘЛЕН ТАПҠАН

Тиктормаҫ буҙтурғайҙар тормошонан тағы бер әкәмәт. Бер көн, илһам килгәндә тип, ҡулыма ҡәләм алдым. Ошондай яҙышҡы килеп торған илһамлы саҡтар, илаһи тынлыҡтар ижад кешеһенә һирәгерәк эләгә бит ул. Бигерәк тә ауыл ерендә. Шуға күрә уның һәр минутын файҙаланып ҡалыу кәрәк. Мин яҙырға әҙерләндем, ләкин... тынлыҡты боҙоп, ҡайҙандыр өҙөк-өҙөк ҡыштырлау тауышы ишетелде. Башта уға иғтибар итмәҫкә тырышып, яҙышыуымды белдем: оҙаҡ булышыр тиһеңме, туҡтар әле. Моғайын, тере көйөк сысҡандыр. Эй әрһеҙ нәмәләр! Көнөн дә, төнөн дә нимә табып кимерәләрҙер инде? Мин яңылыштым. Ҡыштырлау тиҙ арала баҫылыр әле, тигән өмөтөм аҡланманы. Киреһенсә, ялҡытҡыс тауыш торған һайын ныҡышмалы көсәйә генә барҙы. Бына һиңә аулаҡ! Яҙҙың былай булғас.
Тора-бара тамам йөҙәтте был. Мин ултырып түҙмәнем: теге мәлғүндең ҡайҙалығын асыҡлап, ҡыуып ебәрергә кәрәк. Бер аҙҙан шуны белә алдым: йән үртәгес ҡыштырлау тәҙрә башынан килә ине. Шул тәңгәлдәге бүрәнәне дөңкөлдәттем. Күпмелер ваҡытҡа баҫыла бирҙе лә был, яман кәсебен ҡабат башланы. Ошо рәүешле байтаҡ дауам итте: мин бүрәнәгә һуҡһам, теге туҡталып тора, өҫтәл артына барып ултырыуым була, йәнә ҡыштырларға тотона. Хатта, үс иткәндәй, ныҡышыбыраҡ, тырышыбыраҡ. Әллә миңә, ҡуҙғып, асыуы ҡабарған кешегә, шулай тойола ғынамы? Бер заман ул минең тәнемде кимерә башлаған һымаҡ. Тамам аптырап, ихатаға сыҡтым. Күрәм: бәләкәс кенә буҙ турғай тәҙрә өҫтөндәге мүкте йолҡоп маташа. Шул тиклем тырыша ул, шул тиклем мауыҡҡан, хатта миңә иғтибар ҙа итмәй. Үәт, эшһеҙгәрим, үәт шилма! Шунан башҡа эш юҡтыр һиңә. Әйтерһең дә, кемдер уны мәжбүр иткән. Йүнһеҙ турғайҙы ҡыуып ебәрҙем.
Ләкин, булмағас-булмай инде: бәйләнде бит тәҙрә мүгенә. Мин уны ҡыуа торҙом, ул этлеген эшләй торҙо. Был ҡәҙәре лә еңмеш, был ҡәҙәре лә кирегә бөткән ҡош булыр икән. Һис ҡотолор әмәл юҡ та баһа! Шулай ҙа, нимә тапҡан һуң ул тәҙрә яҡтауының мүге араһында? Ғәжәп.
Мыштым турғай иртәгеһен дә, унан ары ла әлеге кәсебен туҡтатманы. Кеше бит бер килеп барыһына ла (нисек кенә яман булмаһын) күнегә. Риза булмаһа ла күнегә, өйрәнеп китә. Мин дә бер аҙҙан турғайҙың үҙәккә үткәргән ҡылығына ҡул һелтәнем. Әйҙә, туйғансы булаш, ялыҡһаң, ташларһың әле. Хәҙер ҡыштырлауға иғтибар итмәйем. Дөрөҫөрәге, иғтибар итмәҫҡә тырышам.
Көндәрҙең береһендә турғайҙың өй эсенә ап-асыҡ ишетелеп ҡалған сырҡылдауына ғәжәпләнеп ҡуйҙым. Әммә ләкин быныһы ла тиҙ арала онотолдо. Турғай булғас, сырҡылдай инде. Ҡайһы арала, тиһең, турғайҙың балалары сыҡты, оҙаҡламай ҡанаттары нығынып осоп та киттеләр. Яңы аңланым: күрәһең, турғай тәҙрә үренә оя ҡорор өсөн тырышып ятҡан.
Шулай йәмле йәй үтеп, елле-ямғырлы көҙ ҙә уҙҙы, сатлама һалҡындарын шығырлатып уҫал ҡыш килде. Шаҡылдап торған сасҡау һыуыҡ иртәләрҙең береһендә турғай тауышына уянып киттем. Яҡында ғына ишетелә һымаҡ. Әллә өйгә килеп ингән инде. Мин ихатаға сыҡтым. Теге тәҙрәнең өҫ яғында мул ғына, ап-аҡ ҡылау күренә. Тимәк, әрәм булып, йылы сыға. Әлеге шилма турғай бәләһелер. Ҡыш үткәнсе былай торһа, йылы сығып ҡына ҡалмаҫ, быуағытып, бүрәнәңде серетеүе бар. Кисекмәҫтән йүнләп ҡуйырға кәрәк булыр.
Баҫҡыс һөйәп, күтәрелә башланым. Алама ҡош йораты, кем бимазалай тағы, тигән һымаҡ, эре генә килеп сыҡты ла, пырылдап осоп ҡойма башына ҡунды. Ҡаурыйҙары ныҡ ҡабарғанлыҡтан, ул йоп-йоморо йомғаҡҡа оҡшап ҡалған. Өшөйҙөр инде. Йомғаҡтың әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа боролған башы ғына уның буҙ турғай икәнен күрһәтә ине. Ҡошсок айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән мине күҙәтә башланы. Үҙе, йылы ояһынан ҡыуып сығарғанға ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, сырҡылдаштырып ҡуя. Тамам һөмһөҙләнде был. Тамам оятын юғалтты. Кеше торлағына баҫып инеүе етмәгән, һаман ҡәнәғәт түгел.
Мин, ниһайәт, күтәрелеп еттем дә, теге сығып ҡасҡан урынды ентекләп ҡарарға тотондом. Йылы быу өҫкө яҡтау менән бүрәнә араһынан килә. Унда ҡошсоҡ ташып тултырған сүп-сар менән эреле ваҡлы ҡаурыйҙарҙы тартып сығарҙым да... шаҡ ҡаттым. Турғай ояһының тишеге аша өй эсе күренеп тора ине. Бына эш нимәлә икән! Тимәк, әҙергә-бәҙер әрәмтамаҡ торлаҡтан бөркөлгән йылыға арҡаһын ҡуйып ҡына рәхәт йәшәп ята! Үәт, әмәлен тапҡан бит, ә! Башы шәп эшләй икән үҙенең. Бынауы бөтмәҫ һыуыҡтарҙа былай ҙа өйҙө йылытып алып булмағанда тағы бер артыҡ йән.
Өңөрәйеп торған оло тишекте шул көндө үк балсыҡ менән һылап ҡуйҙым. Тик турғай ҙа бирешергә теләмәне, бер нисә тапҡыр килеп, уны ла суҡыштырғылап йөрөнө. Әммә ләкин туң балсыҡ - йомшаҡ мүк түгел, уға "теше үтмәне". Һоро бәйләнсектән шулай ҡотолдом. Ҡотолдом, тиһәм дә, бөтөнләйгә түгел икән. Ана ул әлеге яратҡан тәҙрәһе башында һаман сипылдап ултыра. Күрәһең, йылы яҙ етеп, ҡатҡан балсыҡтың ирегәнен көтә...

СЕР

Киске эңер төшөп, һиллек урынлашыу менән йоҡомһорай башлаған Һаҡмар үҙәнен яңғырауыҡлы тартай тауышы уята. Серле ҡош ул - тартай. Ауылда йәшәүгә ҡарамаҫтан, күп кешенең уны күргәне лә юҡ.

Уйһыу үҙән буйлап күкшел томан шыуыша, ҡамышты эйелтеп ысыҡ төшә. Алһыу төҫкә мансыла барған ҡояш байыуға яҡынлаша. Ошо мәлдә беҙ, түбән ос малайҙары, тартай баҫтыра сығабыҙ. "Ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ..." - баянан бирле тулҡынланып көткән ҡошобоҙ, ниһайәт, тауыш бирә. Былар алыҫ йөрөп аҙапланмаһан тигән һымаҡ эргәбеҙҙә генә. Ошо, тамаҡ төбөнән көсәнеп сыҡҡан үҙе аһәңһеҙ, үҙе тулҡынландырғыс тауыштан шомло тумарлыҡҡа күҙгә күренмәҫ йәм өҫтәлеп киткәндәй була. Эләгә-йығыла, кемуҙарҙан, тауыш килгән яҡҡа ҡарап йүгерәбеҙ. Тумарлыҡ араһында, өҫтөнә баҫтыҡ тигәндә, төн йырсыһы тынып ҡала. Әммә оҙаҡҡа түгел. Был юлы уның саҡырыу ауазы, барыбыҙҙы хайран ҡалдырып, бөтөнләй икенсе урындан килә. Аптыраштан асҡан ауыҙҙарҙы ябырға ла онотоп торабыҙ. Нисек итеп, ҡайһы арала барып сыҡты ул яҡҡа? Йәнә тороп йүгерәбеҙ. Самалап, тәғәйен һанаған ергә барып етеүгә, тартайыбыҙ тағы яңы урында ҡысҡырырға тотона. Шул рәүешле хәйләкәр ҡош беҙҙе ҡараңғы төшкәнсе албырғатып алып йөрөй. Ялбыр сәсле, эре тумарлыҡ буйлап тегеләй-былай сабыша торғас, тамам хәлдән таябыҙ. Күңелебеҙгә: "Әллә былар бер нисәүме?" - тигән шик йүгерә. Шул хәлгә еткәнсе алйыта. Бына инде ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнә. Ә тартай тауыштары көсәйә һәм ишәйә бара. Улар ысынлап та бер нисәү, тауыштары ул яҡтан да, был яҡтан да ишетелә. Ишетелеү менәнме, хәҙер уны ярты аҙым арауыҡтан да күреп булмаясаҡ. Ҡараңғы. Беҙ күҙгә салынмаҫ төн ҡошон әрләй-әрләй таралышабыҙ. Башҡаса юҡ артынан йөрөмәҫкә һүҙ ҡуйышып таралабыҙ.
Әммә ләкин, тартай тауышы беҙҙе шул хәлгәсә арбағандыр инде, ныҡышыраҡтарыбыҙ иртәгеһен йәнә йыйыла һалып алабыҙ. Тик, күпме генә тырышмайыҡ, үткән кистәге хәл тағы ҡабатлана: беҙ тартай исемле серҙе һис осрата алмайбыҙ. "Ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ..." Кис етеп, болон өҫтөнә шыйыҡ томан ята башлаған мәлдә тартай үҙенең бер аҙ һағышлыраҡ та, моңһоуыраҡ та, шул уҡ ваҡытта дәртле, үҙенә тартып торған йырын башлай. Бәлки, уны шуның өсөн дә тартай тигәндәрҙер әле, кем белә. Аһәңһеҙ булһа ла, элеге йырҙа, ысынлап та, үҙенә ылыҡтырып торған ниндәйҙер сихри көс бар кеүек. Ишетер ҡолаҡҡа әллә ни яңғырамаһа ла тартай йыры бер ваҡытта ла ялҡытмаҫ. Ҡайҙалыр оҙаҡлаңҡырап йөрөһәң, ул йыр хатта танһыҡ булып китә. Лапаҫ баштарындағы ҡыуыштарыбыҙҙа шул йырҙы тыңлай-тыңлай йоҡоға тала инек. Йоҡлап киткәс, матур төштәребеҙгә лә керә ине.
Тартай һәр ауыл малайы өсөн сер булып ҡала килә. Хәйер, шунһыҙ уның ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Ләкин, үкенескә ҡаршы, ошо сер торған һайын кәмеүгә бара, төн йырсыһының тауышы һирәгерәк ишетелә. Мин быға көтөүһеҙ йөрөгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ берәҙәк мал-тыуар сәбәпле тип уйлайым. Сөнки тартай үҙ иткән бысҡыл болондарҙы, ҡараңғы тумарлыҡтарҙы тапап-иҙеп улар ҡорота. Ә тапалып таҡырайған урындарҙа тартай йәшәй алмай. Әйткәндәй, мал кемдеке? Кешенеке. Тимәк, һуңғы иҫәптә, һәр ваҡыттағыса, кеше ғәйепле килеп сыға.

БӨРКӨТ МЕНӘН ӨКӨ

Был ҡыҙыҡлы хәл алтын көҙ мәлендә булды. Ашлыҡтың тулышып бешкән осоро. Уңған арыш, тос башаҡтарын күтәрә алмайынса, эйелеп, талғын елгә сайҡала. Һонтор һабаҡтар араһында һимеҙ бүҙәнәнең өҙөк-өҙөк тауышы ишетелеп ҡуя. Бүҙәнә әле йылы яҡтарға китергә ашыҡмай. Уның үтәһе юлы еңелдән түгел, шуға күрә ныҡлап көс туплай.
Ҡарап тороуға аҡрын ҡуҙғалған кеүек тойолған эшлекле комбайндар баҫыу иңләп ашлыҡ саба. Уларҙың артынан һуҙылып төҙ, ҡалын яҫмалар ятып ҡала. Битараф ҡиәфәт алған баҫыу караптары тапҡырында, ҡорбанын һағалап, ҙур бөркөт оса. Ул ныҡ юғарыға ла күтәрелеп китмәй, артыҡ түбән дә төшмәй. Бер сама бейеклектә әйләнә лә әйләнә. Башы муйынына тиклем аҡ ошо бөркөттө беҙҙә таҙғара тип атаусылар ҙа бар. Был ни кимәлдә дөрөҫлөккә тап киләлер, уныһын әйтә алмайым. Мин атымды иреккә ебәргәнмен дә күҙәтеп торам. Һауа шарттары әлегә хәүефләнерлек түгел. Унда-бында күренгеләгән аҡ болоттар араһынан сағыу ҡояш йылмая. Эш бара: комбайндар туҡталмай саба, киләһе йылға арыш сәселә, бесән әҙерләү тамамланыу өҫтөндә. Агроном кешегә тағы ни кәрәк?
Ә бөркөт һаман был тирәнән китергә ашыҡмай. Нимәһен юғалтҡан һуң ул мөһәбәт ҡош шау-шыулы комбайндар янында? Әлбиттә, сысҡан аулап ваҡланмай. Мыжғып йөрөгән ҡарға көтөүендә лә уның эше юҡ. Уның маҡсаты икенсе. Бүлеп алынған диләнкә-загондар бөтөүгә яҡынлашҡанда, уның торған һайын тарғая барған һыҙатынан төлкө, ҡуян, ҡайсаҡ хатта бурһыҡ ише йәнлектәр сығып ҡасыусан. Һирәк-һаяҡ ҡоралайҙар ҙа күренеп ҡала. Ҡоралайға, әлбиттә, бөркөттөң көсө етеңкерәмәй, шулай ҙа һөжүм итеп маташа, өркөтөп ебәрергә эшкинә. Асыҡ урында ышыҡһыҙ ҡалған ваҡ кейектәр бөркөт ҡаршыһында бөтөнләй көсһөҙ. Ҡоштар батшаһына уларҙы эләктереп алыуы бер ни тормай. Айырыуса ҡуяндарға көн юҡ. Бөркөттөң балалары үҫкән мәл, ит күп кәрәк.
Ошолайыраҡ уйҙарға бирелеп торғанымда, көтмәгәндә (ә бындайыраҡ хәлдәр, ғәҙәттә, көтмәгәндә була) алдағы комбайндың сапҡысы аҫтынан тип әйтерлек ҙур ғына өкө күтәрелде. Бөркөт, ҡарғаларҙы ҡуҙғытып, шул әҙере атылған уҡ ише уға ташланды. Шулай ҙа сос өкө, ниндәйҙер мөғжизә менән янтайып өлгөрҙө. Үлемесле тырнаҡтар яҙа китте. Ошонан файҙаланып, өкө бөркөттән өҫкәрәк күтәрелергә тырышты. Уның берҙән-бер ҡотолоу юлы ошо: үҙенән күпкә көслө, йылғыр йыртҡыстан нисек тә булһа юғарыраҡта осоу. Башҡаһы бирелмәгән. Һәм китте уҙыш! Кем тиҙерәк һәм бейегерәк күтәрелә! Ҡорбан-өкө йәшәү өсөн көрәшһә, бөркөт-аусы ризыҡ өсөн. Хәйер, һуңғы сиктә барыбер шул йәшәү хаҡына инде, балаларын йәшәтеү өсөн. Ике йыртҡыс әйләнә-әйләнә болоттарға ынтыла. Улар тиҙ арала күҙҙән дә юғалды. Хатта көҙгө тәпәш болоттарҙың ашаһына сығып киттеләр. Мин уларҙан күҙ яҙлыҡтырҙым һәм уйға ҡалдым: "Бөркөтө ярай инде, сикһеҙ киңлектәр ҡошо, ә бына өкөнөң шул ҡәҙәре бейеклектәргә күтәрелә алыуы ғәжәберәк. Хәйер, нимәһенә аптырарға, ғүмер хаҡына әллә нимәләргә барырһың. Ғүмер бит ул".
Мин һауалағы ике хас дошман хаҡында шунда уҡ оноттом да шикелле: ерҙә мөһимерәк эштәр емерелеп ята. Күпмелер ваҡыттан, тыныслана төшөп, ҡамыл төбөндә сүпләнергә тотонған ҡарға халҡы зыҡ ҡуба башланы, шау-шыу күтәрелде. Бер нисә минуттан уларҙан елдәр иҫкән ине: ҡарғалар яҡындағы әрәмәлеккә инеп йәшеренде. Иғтибарымды йәнә сикһеҙ зәңгәрлек төпкөлөнә йүнәлттем. Бейектә, бик бейектә бөркөт күренде. Уның тырнағында меҫкенләнеп ҡалған төн юлбаҫары өкө сәбәләнә ине. Барыбер эләктергән, ә! "Ана шулай була ул кемдеңдер тырнағына барып ҡабыуы. Ҡыуанысы аҙ". Мин башта, нишләптер, өкөнө үсәһәм дә, һуңынан йәлләп ҡуйҙым. Яуыз булһа ла ул да йән эйәһе.
Был алыштың ахыры инде билдәле, тип торғанымда, өкө лә бирешергә теләмәне. Ер өҫтөнә егерме-утыҙ метр самаһа ҡалғанда, тартҡылаша торғас, нисектер бөркөт тырнаҡтарынан ысҡынып китә алды. Ысҡынды ла, дошманы иҫенә килгәнсе, муйыл ҡыуаҡлығына сумды. Бар, тотоп ҡара уны хәҙер. Йыш ботаҡтар эсенән осоу буйынса өкө бөркөткә ҡарағанда күпкә оҫтараҡ. Ләкин бөркөт, нимәгәлер өмөт итеп, ҡыуаҡ өҫтөндә әйләнде лә әйләнде. Ә өкө, әлбиттә, башҡаса күренмәне. Уйын эшме көпә-көндөҙ бөркөттөң үҙе менән осрашыу? Ул хәҙер ҡараңғы төшкәнде көтөп боҫҡан да шым ғына ултыра. Тын алырға ла ҡурҡалыр әле. Һаҙ эсендә яу күтәргән ҡарғалар ғына уның ҡайһы тирәлә икәнен тоҫмалларға булышлыҡ итә ине. Шулай ҙа ныҡыш бөркөттөң тырышлығы бушҡа китмәне, көндөҙгөлөккә уға йәтешерәк кенә ҡуян балаһы эләкте. Ә комбайндар сираттағы загонды сабып бөттөләр ҙә төшкө ялға тукталдылар. Мин, атымы етәкләп, улар янына ашыҡтым.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.20 | Ҡаралған: 607

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru