«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРЙӘН СЕРГЕТЫШЫ
+  - 


Журналист һуҡмағы, "Киске Өфө" гәзитенең уҡыусылар менән осрашыу тигән бурыс-йөкләмәһе был юлы беҙҙе, мине һәм Миләүшә Ҡаһарманованы, күренекле төбәк - Бөрйән районына юлландырҙы. Түбәндәге юлъяҙмалар - ошо осрашыуҙарыбыҙ, тәьҫораттарыбыҙ тураһында һәм... Бөрйәндең мөғжизәле тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында булыр.

Монасиптар менән осрашыу

Иҫке һәм Яңы Монасип ауылының Кәпес, Суҡҡул тигән урам-биҫтәләре буйлап ағинәй Клара Әмирханова беҙҙе урман яғына алып китте. Мәктәп тыҡрығынан үткәндә асфальт түшәлгән ике урам аша сығылды, тимәк, Монасип - урта белем бирерлек уҡыу йорто һәм ауыл советы, мәсете булған төплө урын. Ағиҙел аша аҫмалы күперҙәре лә, машина сыҡмаға киңерәк күперҙәре лә әллә нисә тиҫтә йылдарға сыҙарлыҡ итеп эшләнгән. Ауылда йорттар эре ҡарағай буранан һалынған, тәҙрәләр бейек. Һунарсылар төбәге был. Тирә-яҡтан өҫкә ауып торған ҡаялар аръяғында ҡара урман буйлап китә. Бөрйән урманы. Уны ҡырҡып, ярты Башҡортостан йорт һалды. Борон хатта Иерусалим храмдарын һалыуға, Урта диңгеҙгә сыҡҡан караптарҙың мачталарын яһауға оҙатылған иң сифатлы Урал ҡарағайын һәм кедрҙарын тейәгән машиналар хәҙер ҡайҙалыр көнбайышҡа, Мәскәү янындағы коттедждар яғына ағыла...
Юлда барғанда яҡын-тирәләге ер-һыу атамаларын әйтеп, күренгәнен күрһәтеп барҙылар ағинәйҙәр, ауылдың картуфлыҡтары терәлеп торған ҡаяларҙы, һәр тау уяһы араһынан сыҡҡан шишмәләрҙе исемләп һананылар. Был яҡта ниндәй оло ваҡиғалар үткәнен, арҙаҡлы шәхестәрен иҫкә алдылар. Тәбиғәт байлыҡтары бөгөн нисек тотонола, нисек сарыф ителә, нисек һаҡлана, тигән кеүек һорауҙарға ла яуаптар алдыҡ. Бына тигән экскурсия үткәрә ала шул беҙҙең ауыл ҡатындарының ҡайһы берҙәре!..



Бына Масаҡ тауы (донъяла тағы Машаҡ, Машуҡ, Мағаш тигән аҙаш исемле тауҙар ҙа бар бит әле), ул Ағиҙел ярын күккә олғаштырып, текә ҡырла-ҡаяларға әйләнеп, Монасип ауылына терәлеп ята. Ауылды борондан йәшәткән тау булған был - халыҡтың көтөү-көтөү малы ла һыйған, көҙөн-ҡышын һунары ла уңған, яҙын-йәйен ошо тау битләүҙәренең үләнен утлап, емешен ашап тамағы ла туйған. Һоҡланғыс һылыу ҙа, йөрәкте дертләтер ҡурҡыныс та Масаҡ тау биләмәһе. Ҡарағай-ҡыпсаҡ ҡәүеме, ҡаҡ далала ҡупҡан ҡара яуҙан ҡасып, был ергә ерегеп көн иткәнгә ете быуат һыу аҡҡан, ә Масаҡ тауы бынан нисәлер армыт арыраҡ ҡумпайған Мәсем тауы менән юғарынан ғына баш ҡағышып, сәләм бирешеп тора бирә. Нимә икән ул, кем икән ул Масаҡ, тип һорағы килә... Тик "мәңгелек" тауҙар был самими һәм әҙәми һорауҙы һанға һуғырмы, улар көлөмһөрәп күҙен йомған, ә кешеләр көндәлек ығы-зығы менән мәшғүл, бары тик ошо тыуған ерен өҙөлөп яратыуҙан бәхетле йылмайышып ҡына яурын һелкетә. Көйлө яуаптары ла әҙер: "Кем булһа ла Масаҡ, ни булһа ла Масаҡ, бына шул хаҡ: һәр заманда әҙәм ғүмере - уйын бер саҡ!" Шундай кешеләрҙең береһе тау шишмәһенә үҙенең исемен биреп ҡалдырған. Һығылып сыҡҡан һыуҙың башы, кеше ҡулы тейгәс, ҡыпсаҡ һөйләшендәгесә, дала теле менән "ҡотоҡ" тип атала башлай. Хисам ҡотоғоноң саф-паҡ һыуғынаһы көнгә ҡарап ағып сыға, тимәк, ҡояштан фатихалы дауа ала - ашҡаҙан, нервы сирҙәренә ғәләмәт шифалы икән, һыуҙы оло шешәләргә алып, артмаҡлап ташып эсеүселәр бар. Шишмә серен сисеп биреүселәр ҙә осрай: "Беҙҙең тештәребеҙҙе күрегеҙ, боҙоҡ тешле кеше юҡ был яҡта, ҡартайғансы ап-аҡ теүәл тештәр - барыһы ла һыуҙан!" Ысынлап та, беҙгә, Урал батыр тоҡомдарына, йәншишмәне эҙләп Ҡаф тау артына йөрөмәле түгел...
Иҫке Монасип ауылындағы Ҡонафа затынан булған ул Хисаметдин тигән ҡарт. Уға кесерткән тамырылай туғанлығы булған Рәжәп Ҡонафин атлы уҙаман был шишмәне кәртәләп алыуға көс һала. Икеләнеп-ваҡланып тормай, үҙ аҡсаһын тотоп, был шифалы һыу һуғарып аҡҡан оҙон тау араһын - тәбиғи йырынды буйынан-буйына - ике квадрат километрҙай майҙанда - оҙон таҡта кәртә менән урата ла ала. "Хисам ҡотоғоноң һыуы бик килешә - беҙгә төшкән килендәр һау-сәләмәт бала таба!" Кешенең шулай һөйөнсөләүендә Аллаһы Тәғәләгә һәм тәбиғәткә оло рәхмәт сағыла. Хисам ҡотоғо янында бик уңайлы ял итеү урыны - ышыҡ лапаҫлы өҫтәл-эскәмйәләр, өстаған, мангал мейестәре әҙер - ял итергә йә тәбиғәт ҡосағында сәйләп китергә теләүселәргә бөтә шарттар бар. Тик кеше үҙе генә кешесә ҡыланһын: ер-һыуҙы сүпләмәһен, төҙөгәнде емермәһен. Хәйер, был турала сәйнәп ҡаптырыу хәҙер урынһыҙ, сөнки был төбәктә бик тә тыныс һәм таҙа, ҡотоҡ янына һыуға килеүселәр өҙөлмәй икән.
Иҫке Монасип ағинәйҙәре лә Хисам ҡотоғо ҡаршыһында күргәҙмә ҡорғайны: һуҙмалар, сергетыштар, бәйләмдәр... Башлап йөрөүсе ағинәйҙәр Клара Әмирханова, Рәхимә Муллағолова, Нәсимә Сәғитова, Фәниә Ҡаһарманова-Ҡонафина, Филиә Ғәлина, Миңлегөл Бикмәтова, Нәйлә Буранбаева, Ынйыбикә Бикмәтова, Хәҙисә Ҡонафина, Ҡәмәриә Йәғәфәрова беҙҙе самауыр сәйе менән ҡаршыланы. Сәхрә сәйе һәр ваҡыт танһыҡ, һәр урында үҙ тәме, үҙ йәме. Беҙҙең ултырышта эшлекле һөйләшеү-кәңәшләшеү аралашып барҙы. Рәхимә апай электән ил эше өсөн йөрөгән ағинәй, ветерандарҙы әйҙәп-барлап йәшәгән тәжрибәле зыялы ханым. Ул бөгөн ҡораманы тергеҙгән ҡатындарҙы хуплауын белдереп ихлас сығыш яһаны: "Ҡыҙҙар, һеҙ эшләй беләһегеҙ, эш рәтен тотаһығыҙ - ҡорама ҡорау халыҡсан кәсеп, әммә бөгөн ул һеҙҙең ҡулда яңыса балҡый, һеҙ көн өсөн генә түгел, күңел өсөн дә тергеҙәһегеҙ уны. Күңелегеҙ йәш, ҡулдарығыҙ тилбер. Бөрйән ҡорамаһы Монасиптан таралһын, уны эшләгәс-эшләгәс, еренә еткерегеҙ, һеҙ булдыраһығыҙ. Бөгөн шундай заман: һәр эшегеҙ - бөтә илгә күрнис, йәғни илгә күренә. Был үҙе бәхет, бәрәкәт, тип уйлағыҙ, ҡыуанып ижад итегеҙ. Бөрйән ҡорамаһы бик тә матур булыр". Клара Әмирханова менән Нәсимә Сәғитовалар ике ауылды бер итеп бергә эшләгән ағинәйҙәр. Улар төркөмдә айырыуса мөһим эш - сергетыш яһау буйынса оҫталыҡты арттырыу хаҡында ҡайғырта. Нәсимә телгә-һүҙгә маһир кеше, Клара эшкә сос, ике тәртә булып, бер төптән тарта улар Монасипты, ағинәйҙәрҙең һәр эше клубта ла, мәктәптә лә, ветерандар советында да хуплап торола.

Йылҡысыҡҡан күлендә

Бөрйән яғының йәнә бер күрке - серле Йылҡысыҡҡан күле. Төпһөҙ, тиҙәр уны, ер аҫтынан аҡҡан Шүлгән йылғаһына һәм бынан биш саҡрымдағы Шүлгән мәмерйәһенең зәңгәр күленә тоташҡан, тиҙәр. Скульптор Өлфәт Ҡобағош ижад иткән мифик Аҡбуҙат Йылҡысыҡҡан күле янында бөтә халыҡты үҙенә тартып тора, янынан кеше өҙөлмәй. Төрлө телдә һөйләшкән төркөм-төркөм сәйәхәтселәр (ҡырҙан килгәндәр ифрат күп) уны "толпар", "конек-горбунок", "пегас" тип сәләмләй, янында фотоға төшә, ә "Урал батыр" эпосында тәүбашлап батыр егеткә буйһонған Аҡбуҙат икәнен аңлатырлыҡ бер кеше лә юҡ - белемле экскурсовод та, яҙыулы таҡтаташ та күренмәй. Һәр кем үҙенсә атҡа исем биреп китә, ә башҡорт эпосында һәм тәбиғәтендә сағылған мифологик ҡиммәтле мәғлүмәттән мәхрүм. Был хәлгә ҡарап, был "Бөрйәндәр туристарға башҡорт балынан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, тип уйлай буғай", тигән аптырашлы уйҙар башҡа килә.
Күлде уратып алған ағастарға уралып, мандолина моңо сыңғырлап тарала. Халыҡсан йырҙар күлдең арғы яғынан килә, бирьяғынан беҙ ҙә көй һуҙабыҙ, йәнәһе, тауыш биреп киләбеҙ. Тиҙҙән оло ҡайын күләгәһендә ботаҡтарға эленгән сергетыштар, йәшел үләнгә түшәлгән балаҫтар күренә. Ошондай сағыу күргәҙмә янында бер төркөм ҡатындар йырлап-бейеп сәләмләй. Ҡушылып китәбеҙ инде, башҡаса ни хәл итмәк? Шүлгән ауылыныҡылар Йылҡысыҡҡан янында беҙҙе "Сәхрә сәйе" йолаһы менән көтә. Ағинәйҙәр Мәрйенбикә Байегетова, Тәнзилә Йәнғәлина, Гөлсирә Хәмиҙуллина, Гөлфиә Сирбаева, Зөһрә Хәлиуллина, Зәйнәб Йомағужина, Вәлимә Әмәкәсова, Зәйтүнә Әсиғолова, Флүрә Йомағужина, Нәзифә Билалова, Зифа Юлсурина, Рәйсә Аллағолова, Йәмилә Ғәләүетдинова, Фәтиха Фәйзуллиналар улар. Рәйсә Ваһап ҡыҙы гармунда һәм мандолинала бик матур уйнай икән, йырҙы ғәжәп асыҡ итеп, үҙәккә һеңдереп йырлай. Уның тормош иптәше лә тирә-яҡта данлыҡлы гармунсы булғанын ҡатындар һағынып иҫкә алды. Ғәҙелгәрәйҙең сәсәнһүҙ оҫталары - Зөһрә Хәлиуллина менән Флүрә Йомағужиналар - үҙҙәренең шиғри күстәнәстәре менән килгән. Флүрәнең "Бөрйән ҡарағайы китә беҙҙән, ҡарап ҡалабыҙ - ҡайҙа, ни өсөн?.." тигән балладаһы майҙандарҙа яңғырар һүҙ ҡеүәһенә эйә, яңғыратыусылары ғына ҡайҙалыр? Зөһрә шиғри китап авторы, шаян таҡмаҡтар ҙа уның ижадына халыҡсанлыҡ, сая тел биҙәге өҫтәй...
Ә мин бынан утыҙ биш йыл әүәлге, 1985 йылдағы ошо Шүлгән-Ғәҙелгәрәй ауылының бер төркөм ҡатындары менән осрашыуымды хәтергә төшөрәм. Бөрйәндәге солоҡсолар хаҡында телевизион тапшырыу төшөрөргә килгәйнек. Эш тамамланғас, ауылға терәлеп торған тау битендәге сауҡалыҡҡа, шишмә янына, шифалы көмөш һыуы менән самауыр ҡайнатып, улар беҙҙе сәйгә саҡырҙы. Ҡатындар бик күңелле итеп таҡмаҡлап, боронғоса берәмләп алмаш-тилмәш уртаға төшөп бейене. Бергәләп сәй эскәс, мин бөрйәндәрҙән Ҡөрьәндән берәй аят уҡыуҙарын һораным. Ҡаушанылар, беҙ доға белмәйбеҙ ҙә ул, тиештеләр. Мин был хәлгә аптырап ҡалғас, аранан бер апай былай тип аңлатты: "Беҙ ҡайҙан беләйек инде доғаны, беҙ бит - ахырызаман бисәләре, һуғыштан һуң ҡалған сей етем-еһер инек, беҙгә бер кем дә дин уҡытманы, гел колхоз эше, ферма юлы, һыйыр ҡойроғо ла һыйыр тиҙәге аҫтында үтте ғүмер!..." Шунан улар тауышһыҙ ғына һығылып илап ебәрҙеләр. Мин дә күҙ йәшемде тыя алманым. Ярай әле бейеүҙәре-йырҙары бар, шишмәләре аға, гүзәл Бөрйәне балҡып тора был кешеләрҙең, тип уйланым... Унан һуң замандар алышынды, үҙгәртеп ҡороу елдәре донъяны түңкәрҙе, һәм мең ярым йыл әүәл Урал буйына иман алып килгән Ҡөрьән китабы һәр йортҡа яңынан инде, "бисмилла" менән ынтылған һәр бер ҡулға алынды, ләкин уҡыламы һуң, ятланамы изге сүрәләр?
Бөгөн Шүлгән ағинәйҙәре - уҡытыусы, табиб, хужабикәләр - яңы дәүер телендә һөйләшә. Улар өсөн ил менән бергә йәшәү мөһим, ил менән бергә башҡарырҙай эштәр кәрәк. Төбәктә "Бөрйән сергетышы" күргәҙмәләре башланып киткән икән, ҡорамасылар "бөрйәнсә ҡорама япмалар", "ҡорама шаршауҙар", "ҡорама һуҙмалар" эшләргә әүәҫләнгән. Ләкин былар әлегә бик аҙ, сөнки улар янынан көнөнә меңәрләгән сәйәхәтсе ағыла, уларға Шүлгән мәмерйәһенең сихри һалҡын һауаһы ғына етмәй, уларға Шүлгән ауылының тере кешеләренең халыҡсан төплө ижад емештәре лә ҡыҙыҡлы. Тап ҡорамасылар ошо ерҙең мәңгелек биҙәктәрен үҙ сувенирҙарына, бәләкәй һәм ҙур ҡорама эштәренә күсерә ала. Тап ағинәйҙәр ойошмаһы Йылҡысыҡҡан күле янында ни тарихты, ни эпосты, ни бындағы төп халыҡты күрмәйенсә-белмәйенсә, ваз кисеп, кире ҡайтып киткән кешеләргә үҙ йыр-моңдарын һәм хикәйәттәрен ишеттерә, тыуған ере тауышын тыңлата ала. Хәйер, ағинәйҙәр был эште үҙ планына индереп, аҙнаның ҡайһы көнө-сәғәтендә тап шул ерҙә тирмә ҡороп тороуға лицензия алһалар, ниндәй шәп булыр ине! Нишләптер, Бөрйән халҡы был тәңгәлдә һаман да тыйнаҡ, һаман да бикле. Тимәк, йә ойоштороу етмәй, йә күрһәтмә-рөхсәт юҡ. Ә халыҡ көтә, алтын дәүер үтә...

Ижади йәндәр улар

Был тау-урманлы яҡты элек йыш ҡына "ҡара ҡаҙан төбө" менән сағыштыралар ине. Тәбиғәте өсөн - тау ҙа урман, юл юҡ... Хәҙер юлдары - Аллаһыға шөкөр. Тап ошо "ҡаҙан төбөндә" республикала беренсе тапҡыр башҡорт теле уҡытыусыларының конференцияһы (1991), балаларҙың тәүге фольклор ансамблдәре (1995) ойошторолдо (данлыҡлы "Һомайғош" балалар ансамблен Мәрйәм Ғәли ҡыҙы Ҡәҙерғолова иң тәүгеләрҙән булып Өфөгә, телестудияға ла алып килде, Милли музейҙа, баш ҡала мәктәптәрендә сығыш яһанылар), 1996-1998 йылдарҙа "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе мәктәп уҡыусыларының республика конкурстарын тап бөрйәндәр башланы. Ғөмүмән, һәр оло байрамға бөрйәндәр үҙ хазиналарын сығара килде, күреүсе һәм баһалаусы бик булмаһа ла, улар үҙ дәрәжәләрен белеп кенә милли тарихты һәм этнографияны күтәрмәләүҙән, пропагандалауҙан бер ҡасан да туҡтаманы. Миҫал өсөн үҙем белгән бер-ике күренеште әйтеп үтәм. 2008 йылда Саҡмағош янындағы "Салауат йыйыны"нда бөрйәндәр ике йөҙ йыл һаҡланған оло кейеҙҙе алып килгәйне. Иңе-буйы икегә дүрт булған аҡ кейеҙгә ситләп ҡусҡар биҙәктәр батырылған. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы ғәм халыҡҡа был уникаль ҡомартҡыны һөйөнсөләп торҙо. Тирмә алдына түшәлгән был тарихи кейеҙгә аяҡ баҫыу түгел, тотоп ҡарарға ла ҡыймай торолдо, уға "йыйын сәсәге" данын яулап биреүсе бөрйәндәргә ҡат-ҡат рәхмәт әйттеләр. Сергетыштар ҙа бар ине, ләкин уларҙың "тап бөрйәнсә" биҙәлешенә ул осорҙа иғтибар ителмәне.
Быйыл Бөрйән яғында беҙ тағы бер эштең башын күрә биреп ҡуйҙыҡ. Ул да булһа, сергетыш эшләү. Бөрйәндәргә генә хас биҙәктәр сергетышта һаҡланған. Кемдәр уйлап тапты икән был бөрйәнсә серге биҙәүҙе: үтә лә ябай һәм ифрат серле биҙәктәрҙе? Әбйәлилдәгесә тәңкә, сигеү бында юҡ. Бөрйән сергетышының төп билдәләре: кейеҙ буҫтау йәки төрлө төҫкә манылған тула менән тышлана; аҡ туланан оҙон таҫма ҡырҡыла; төҫлө тула туҡыманан һалма кеүек шаҡмаҡлап дүртмөйөштәр ҡырҡыла; аҡ таҫма буйлап икешәрләп (парлап) шаҡмаҡтар теҙеп тегелә-беркетелә (гүйә, аҡ юл өҫтөнән парлы йәштәр атлап китә). Тау түбәләрен йә йылға тулҡындарын хәтерләткән өсмөйөштәр серге ситләп теҙелә. Үтә лә аныҡ һәм ҡеүәтле энергетика тарала был биҙәктән. Иң ҡыҙығы: Бөрйән ауылдарында бик һирәкләп булһа ла тап ошондай сергетыштар һаҡланып ҡалған.
Бына килеп 2019 йылда, бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыуында, Бөрйән ағинәйҙәре ойошмаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бергәләп "бөрйәнсә" сергетышты яңынан тергеҙергә тотондо. Әлбиттә, бындай сергетыштың ҡасандыр бик уңышлы уйлап табылған биҙәкләү алымын бөгөн килеп яңыртыр өсөн тап шундай уҡ оһолло һәм зауыҡлы оҫталар кәрәк. Бөрйән ағинәйҙәренең етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина үҙенең тегенселек дарманын һәм заманса талапсан ҡарашын тыуған яғының ошо монаятына күсергән. Ул башта "Кәрәҙ" төркөмө ҡорамасыларының эштәрен күргәҙмәгә сығара, ә сергетыш кеүек затлы милли күренеште өҫкә ҡалҡытыу өсөн бик күп көс, уңғанлыҡ, тырышлыҡ кәрәк, һәм ул ғына ла етмәй, был эшкә ысын мәғәнәһендә милли ғорурлыҡ һәм мөхәббәт менән тотоноу фарыз.
Халыҡсан кейем генә түгел, һәр донъя ҡаралтыһы иң башта үҙенең файҙалы һәм кәрәкле булыуы менән йәшәгән һәм йәшәй. Мәҫәлән, нимә ул сергетыш? "Серге" - япма, "сергетыш" - ат өҫтөнә ябыла торған йомшаҡ, йоҡа кейеҙ ("кимерсәк кеүек" тиҙәр), ул мотлаҡ тышлы кейеҙ була, сергетышты ат өҫтөнә, эйәр аҫтына, эйәр менән аттың арҡаһы араһына һалалар, кейеҙе аттың тиреһен ышҡылыуҙан һаҡлай, тирен һеңдерә, һыуыҡ елдән ҡаплай, шулай уҡ сергетыш бесән-һалам өҫтөнә түшәп ултырмаға, кашауай сананы йәмләп, арҡа терәп ултырып йөрөргә ышыҡ ҡаралды, тиелә һүҙлектә. Бөгөн сергетыш - милли ҡомартҡы, сувенир, туй бирнәһе.
Тимәк, сергетыш нигеҙе - кейеҙ. Барыһы ла кейеҙҙән башлана. Башҡорттарҙың урын-ер ҡаралдыһы булған кейеҙ йортта ла, арба-санала, тирмәлә, ат өҫтөндә лә киң ҡулланылған. Кейеҙ - тәбиғи, йылы һәм еңел, уны кәзә, һарыҡ, дөйә аҫыраған һәр ерҙә, һәр ваҡытта эшләп була, кейеҙ оҙаҡ һаҡлана, туҙмай, янмай, бысранмай... Ағын һыуҙа, аҡ ҡарҙа, эҫе ҡояшта кейеҙ айырыуса таҙара, сафлана, яңыра. Шул йоҡа кейеҙҙе тауар менән тышлайҙар. Тышлыҡ тауар төрлөсә була: буҫтау, тула, балаҫ... Йәғни, буҫтау йәки тула буялған һарыҡ йөнөнән һуғыла, шулай уҡ кәзә ҡылын иләп, буяп, шунан буй балаҫ һуғып та тышлағандар, һарыҡ йөнөнән тула баҫып, уны буяп та тышлыҡ эшләгәндәр. Шул тышлауҙы биҙәү ҙә бар, уныһы бигерәк мөһим тойола. Сөнки йорт эсендә тотонола торған кейеҙ менән ат өҫтөнә ябыла торғаны айырыла.
Бөрйән районы үҙәгендәге ағинәйҙәрҙең "Кәрәҙ" төркөмөнә йөрөгән ҡорамасылар - Рәшиҙә Ғиззәтуллина, Миңлегөл Ғәлина, Гөлсирә Солтанбаева, Рәхимә Ишдәүләтова, Тәнзилә Сәйетбатталова һәм Мәҙинә Барыевалар бынан етмеш йылдар әүәл эшләнгән сергетышты өлгө итеп алған. Был ҡомартҡы Мәҡсүт ауылынан - Алһыу Ҡолдәүләтованың әсәһе Ғәлина Сәғиҙә Сәләхетдин ҡыҙыныҡы (1920-2014). Иҫке Собханғолда төп урамда арҙаҡлы башҡорт фольклорсылары Әхмәт Сөләймәнов менән Мөхтәр Сәғитовтың музейҙары эшләп тора, ул яҡҡа юл төшкәндәр был ерле ғилем тупланған йорттарға һуғылмай китмәҫ. Бай этнографик мөйөштәрҙә әлеге лә баяғы сергетыш, бөрйәнсә билле камзул, бөрйәнсә ҡатмарлы балитәкле күлдәктәр... Музей хеҙмәткәрҙәре менән алдан һөйләшеп, урындағы ағинәйҙәр эшләгән заманса сергетыштарҙы ла күрергә мөмкин.
"Кәрәҙ" төркөмөнөң сергетыш эшләү дәрте бар, дарманы ла етерлек, ләкин әлеге лә баяғы "Кем өсөн, кем заказ бирә?" тигән һорау барыһын да туҡтата. Тәгәрмәскә таяҡ тыға торған был һорау беҙҙең күп халыҡ оҫталарына бер "баш ауырыуы" булып тора. Тап бер хәҙис был хәлде аңлатып бирә: "Алла хаҡы өсөн, тип тотонған кеше ауырлыҡты еңә, аҡсаны ғына уйлап тотонған әҙәм еңелеп-отолоп ҡала". Йәғни, "Бөрйән сергетышы" тигән бренд тауар, этнографик монаят республика мәҙәни тормошонда бер урын алһын өсөн бөтә төбәк менән тырышырға тура киләсәк. Район хакимиәте, мәҙәниәт идараһы, бағыусылар был эшкә яуаплы һәм ентекле тотонған оҫталарға (бары тик иң оҫталарға!) дәррәү ярҙам итергә бурыслы. Бының өсөн иң башта үҙ-ара берҙәмлек һәм эште яйға һалырлыҡ план кәрәк. Үҙ пенсия аҡсаһын саҡ еткергән ҡатын-ҡыҙ бындай оло эште атҡара алмаҫ, әлегә улар юғары сифатлы һәм еренә еткереп, төп традицияны боҙмай яңыртып эшләү яғынан өлгө күрһәтә ала. Был да ҙур эш, юғиһә, арлы-бирле ҡорама ҡорап, сергетыш йүрмәп, бөтә ҡомартҡының бәҫен ебәреүсе уртаҡулдар ҙа табылыр, тап улар баяғы хәҙистәгесә "аҡсаны ғына уйлап тотоноусылар" булыр. Ағинәйҙәр етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы махсус белемле тегенсе булараҡ, төркөмөнә ғүмер буйы тегенсе булып эшләгән ике ханымды ла саҡырған, ҡалған ҡатындар күбеһе бухгалтер белемле, йәғни "аҡса һанай белеүселәрҙән". Тап шундайҙар "аҡсаны юҡ-бар эш өсөн" түләмәйҙәр икәнен дә белә. "Кәрәҙ" төркөмө яһаған сергетыштар Өфө күргәҙмәләренә ҡуйырлыҡ, ләкин улар бик аҙ һәм һатылмай. Сергетыш алырға теләүселәр буш ҡул менән китә икән, тимәк, улар бүтәнсә уны эҙләп килмәйәсәк. Һәр оҫта унар сергетышты һатыуға әҙерләгәндә, сауҙаны юлға һалырға мөмкин. "Бөрйән сергетышы" тигән ҡиммәтле марканы күтәренке тотор өсөн ағинәйҙәр һәр ауылда өсәр кешенән торған "сергетыш-отк" - сифатты тикшереүселәрҙе билдәләй. Ошо өс кеше ҡарамайынса, бер генә сергетыш та баҙарға сығарылмай. Район үҙәге Иҫке Собханғолда йәштәр араһында тегенселәр бик күп, улар ҙа халыҡсан кәсепкә тотонһа, эш күпкә йәнләнер ине.



Ауылығыҙ Кейекбай, күңелегеҙ нейгә бай?

Бөрйән районы буйлап барған оло юл буйында ята Кейекбай ауылы. Тигеҙ матур урамы Көргәҫ йылғаһы буйлап һуҙыла. Ағинәйҙәр беҙҙе йылға ярында көтә ине: ағас тамыры аҫтында бала-саға ғына һыу ҡойонорлоҡ тәрән ятыу, унан өҫтәрәк тә, аҫ яҡтан да ялтыр таштар тәгәрәтерлек шәп ағымлы шаршылар шалтырай. "Минең үҫмер сағым ошо йылға буйында үтте",- тип хәтирәләргә бирелә Рәшиҙә ханым. Уның тиҫтерҙәре хаҡында тыңлау ҡыҙыҡ, ләкин яр буйындағы ағас тирәләй аллы-гөллө ҡорамалар өйөрмәһе беҙҙе үҙенә тарта. Ауылдың мәҙәниәт йорто янында (мөдире Ғәбиҙә Туҡбаева) ағинәйҙәр бергәләп ҡорамасылар күргәҙмәһе ойошторған. Бында ла төп тема: "Бөрйәнсә сергетыш". Гөлдәр Сөләймәнова, Рәхилә Йәниҡова, Сания Исламова, Асия Ғәбитовалар һәр береһе үҙ эшен беҙгә күрһәтеп ҡалырға тип алып килгән. Уларҙың баҫалҡы һәм һынсыл ҡараштарында бер генә һорау эленеп тора: "Йә, һеҙ ни беләһегеҙ беҙҙең сергетыш хаҡында, ни яңылыҡ әйтерһегеҙ?" Әлбиттә, яңылыҡ үҙегеҙҙә, ни сыҡһа ла, бөрйәндән сыҡһын әйҙә, ләкин беҙгә һеҙҙең эштең яҡшы дауамы һәм фәтеүәһе кәрәк. Күҙ алдында йәнә бер ябай ғына хыял һынлана башлай: "Ана, ауыл янынан саң борлатып уҙған машиналар ағымы "Кейекбай баҙары" тигән туҡталышҡа борола. Унда ниндәй генә сергетыштар юҡ - сувенирҙай бәләкәйҙәренән башлап, машинаға, карауатҡа йәйерлек сыбар ҡаурыйҙай йоҡа кейеҙле, балаға, оло йәштәгеләргә түшәрлек шифалы йомшаҡ ҡара кейеҙле, ҡыҙ бирнәһенә ҡушырлыҡ аҡ кейеҙле - һәм барыһында ла уникаль, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле "бөрйәнсә" ҡуш шаҡмаҡтар аҡ таҫмалар буйлап теҙелгән! Ошо ауылда ҡорамасылар төркөмө эшләп тора, уның сифатлы сергетыштары "Бөрйән, Кейекбай, башҡорт сергетышы" тамғаһы менән төрлө тарафҡа юллана. Бик матур иҫтәлекле бүләк - боронғоса, этнографик ҡиммәтле, үҙенсәлекле, сифатлы һәм килемле. Район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина Иҫке Мөсәттә йәшәгән оҫта ырамансы Дамир Уразаевҡа ҙур ағас ат эшләргә ҡуша - аттың арҡаһына эйәр, эйәр аҫтынан сергетыш һалып күргәҙмәләргә йөрөтәсәктәр! Әллә нисә ҡат сергетыш тәңкләп һалынған һәм тартҡы менән тарттырып бәйләнгән урын-ер ҡаралдыһы булған сергетыштар ҙа сувенир итеп кенә бик-бик күп эшләнә, Бөрйән ере ҡунаҡтары уларҙы һыпырып һатып ала... Китә бөрйәндәр байып! Аҡсаларына итек һатып алалар ҙа китәләр тыпырҙыҡҡа бейеп!.."

Шулай итеп...
Былары - беҙҙең шаяртыу, йәғни фәнтәзи төш кенә, ә ысынбарлыҡта "Бөрйән сергетышы" тигән башҡорт халыҡ кәсепселәре бренды - ҡото илгә танылаһы көндәр алда әле. Ә уларҙы электән үк бөтә республикаға күрһәтеп килгән район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, бөгөн шундай дәрт, энтузиазм менән был кәсепте тергеҙгән ағинәйҙәргә рәхмәт әйтәһе бар.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.20 | Ҡаралған: 892

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru