«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕ ӨС ТЕЛДӘ БУЛҺЫН
+  - 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристар навигацияһы билдәләрен һәм күрһәткестәрен ҡуйыу буйынса эш алып бара.

Был билдәләр, күрһәткестәр туристарҙы Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт һәм археология ҡомартҡыларына, музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтәсәк. Улар федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙа ҡуйыла. Шулай итеп, быйыл 30 авгусҡа тиклем төбәктә йәмғеһе 1500 билдә ҡуйылыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта был эш Өфөлә һәм Бөрөлә әүҙем алып барыла. Ошондай уҡ күрһәткестәр республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә барлыҡҡа киләсәк. Туристик навигация билдәләре Р57581-2017 дәүләт стандарттары буйынса әҙерләнә һәм туризм өлкәһендәге мәғлүмәт билдәләре дөйөм талаптарына яуап бирә. Билдәләрҙе, күрһәткестәрҙе эшләгәндә аҡ-һоро төҫтәр һәм айырым шрифт файҙаланылған. Туристик йәһәттән үҫешкән илдәрҙә тап ошондай билдәләр файҙаланыла. Федераль һәм төбәк тәғәйенләнешле юлдарҙа ҡуйылған билдәләрҙең исеме рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған. Күрһәткестәрҙә шулай уҡ кәрәкле урынға тиклем арауыҡ билдәләнгән. Был иһә беҙгә донъяның төрлө мөйөшөнән килгәндәргә мәғлүмәтте тиҙ аңларға ярҙам итәсәк. Башҡорт телендәге мәғлүмәтте иһә объекттарҙың үҙендә ҡуйыу тәҡдим ителә.
Был яңылыҡ буйынса Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ошо арала үткән сираттағы ултырышында ла фекер алышынды. Башҡортостанда туристик юл күрһәткестәре өс - рус, башҡорт һәм инглиз телендә булырға тейеш, тинеләр Башҡарма комитет ағзалары. Был тәҡдим республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетына ебәреләсәк, тине Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Ул шундай миҫал да килтерҙе: Башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың Ҡырмыҫҡалы районындағы музейына күрһәткес тә ике - рус, инглиз телдәрендә яҙылған, ә башҡорт телендә мәғлүмәт юҡ. Быйыл республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылында терминология һәм топонимия комиссиялары эшмәкәрлеген ошо мәсьәләгә йүнәлтеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.
Билдәле яҙыусы һәм ғалим-энциклопедист Рәшит Шәкүр топонимик атамаларҙың башҡорт теленә тәржемәһе бик йыш хаталы булыуын белдерҙе. Элекке йылдарҙағы кеүек, предприятиеларҙың рус һәм башҡорт телендәге атамалары тупланған исемлек сығарырға кәрәк. Электрон һәм ҡағыҙ варианттағы бындай баҫма республика райондары һәм ҡалаларына ҙур ярҙам булыр ине. "Башнедра"ның элекке башлығы, Ҡоролтай Башҡарма комитетының комиссия ағзаһы Рәсих Хәмитов туристик атамаларҙы башҡортса яҙғанда уларҙың боронғо исемен һаҡларға кәрәклеген белдерҙе. Мәҫәлән, Белорет районындағы "Инзерские зубчатки" башҡорста Иректаш була, әммә уның икенсе төрлө тәржемә ителгән күрһәткесе ҡуйылған да инде.
Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы республика райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре эргәһендәге терминология комиссияларына, шулай уҡ беҙгә, "Киске Өфө" гәзите редакцияһына алтаҡталарҙағы, тораҡ биләмәләре, ер-һыу һәм башҡа атамаларҙағы хаталар тураһында хәбәр итеүегеҙҙе, фотоға төшөрөп ебәреүегеҙҙе үтенәбеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.20 | Ҡаралған: 449

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru