«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАНДАРЫҢ - ҠУЛЫҢ МЕНӘН АЯҒЫҢ, ДУҪТАРЫҢ - ТАЯНЫР ТАЯҒЫҢ
+  - 


"Ғаиләм - ҡәлғәм" тигән һүҙҙәргә ҙур мәғәнә һалынған. Ғаилә - ул кеше тормошоноң төп таянысы, үҙенең ағзаларын яҡлаусы, юғары баһа менән тәьмин итеүсе социаль төркөм. Үҙенең ҡанундары, йолалары, традициялары булған бәләкәй генә дәүләт. Шуға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: йәмғиәттең ошо бәләкәй генә ячейкаһында, йәғни ойошмаһында ҡәрҙәшлек ептәре, татыулыҡ хисе ни тиклем көслө булһа, уның вәкилдәре лә шул тиклем бәхетле һәм уңышлы була. Бөгөнгө етеҙ үҙгәреп торған заман, һис шикһеҙ, туғанлыҡ хистәренә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Ғаилә мөнәсәбәттәре, мәңгелек ҡиммәттәр үҙгәреш кисергән бөгөнгө мәлдә һеҙҙең ғаиләлә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре бармы? Туғанлыҡ ептәрен нығытыуҙың ниндәй сараларын беләһегеҙ? Ошо һорау менән бер нисә замандашыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Әминә ҠАСИМОВА, Өфө ҡалаһы: Күп балалы ғаиләләрҙә үҫкәндәр ундағы балаларҙың ике йәки өс төркөмгә бүленә икәнен беләлер. Олалар бер быуын, бәләкәйерәктәре икенсе быуын булып үҫә. Бына, мәҫәлән, беҙ туғыҙ бала үҫтек һәм ике төркөмгә бүлендек. Минең менән өлкәндәр төркөмө тамамлана, һеңлем менән кесеһе башлана. Мин күберәк өлкәндәр менән аралашам, ә һылыуым - бәләкәйерәктәре менән.
Бөгөнгө аҡылым менән мин күп балалы ауыл ғаиләһендә ниндәй тәрбиә һәм мөнәсәбәт алғанымды баһалайым һәм ҡәнәғәт ҡалам.
Ҡыҙ бала булараҡ, мин иң беренсе сиратта ағайҙарымдан һөйөү алғанмын. Уларҙың йәлләп, ҡурсалап, маҡтап, һоҡланып ҡараған ҡараштарын тойоп, яҡшы һүҙҙәрен ишетеп үҫкәнмен. Был миңә тормошҡа ҡыйыу һәм ышаныслы ҡарарға ярҙам итте. Мин был йылылыҡты ситтәрҙән эҙләмәнем, көслө заттың иғтибарына мохтаж булманым, сөнки ул ғаиләбеҙҙә бар ине. Һуңынан, яңғыҙ ҡалып йәшәргә тура килгәндә лә, балаларҙың мөһим хәл-ваҡиғаларында ла ағайҙарымдың ярҙамын тойҙом. Туранан-тура матди ярҙам булһынмы, һүҙ-кәңәшме, психологик ярҙаммы - булды, алдым.
Ошондай яуаплы мәлдәрҙә туғанлыҡтың ҡалҡып сығыуы һәм ир-егеттәрҙең терәлергә иңен ҡуя белеүе, моғайын, ата-әсә тәрбиәһелер. Әсәйем ғаиләлә беребеҙҙә берәй хәсрәт булһа, башҡаларҙы уға йүнәлтә, барығыҙ, күрегеҙ, күңелен бушатығыҙ, тип өйрәтеп ебәрә ине. "Ағай-эне талаша, атҡа менһә яраша" тип, үҙ-ара сыйышып киткәндәрҙе лә татыулашыуға, оҙаҡ үпкә тотмауға өндәй ине. Бөгөн шул ҡанундарҙы оло ағай менән еңгәй алған. Һәм ана шул ололарға буйһоноу, уларҙың һүҙен йыҡмаҫҡа тырышыу һаҡланған.
Ошо матур ғәҙәттәрҙе үҙемдең балаларыма ла һалып ҡалдырғым килә. "Һеҙ был донъяла иң яҡын кешеләр, кеше ирен дә, ҡатынын да, дуҫын да алмаштыра, яңырта ала, ә бер туғанды булмай, шунлыҡтан бер-берегеҙгә тоғро, терәк һәм яҡын булығыҙ", тим. Туғанлыҡ - ул ашап-эсеү, бергә йырлашып ултырыу ғына түгел, ул эске бәйләнешле булыу, бер-береңде тоя, аяй, йәлләй, аңлай белеү. Ҡан берлеген ихтирам итеү.
Мине ошо тәңгәлдә көнсығыш халҡының туғанлыҡты юғары ҡуйыуы һоҡландыра. Бер туғандарҙың бер-береһенә өҙөлөп тороуы, финанс мәсьәләләрҙе намыҫлы сисә белеүе, ир балаларҙың ҡыҙ балалар өсөн яуаплылыҡ алыуы, ата-әсәләрен ҡарауҙы бер сауап итеп ҡабул итеүҙәре беҙҙең өсөн үрнәк алырлыҡ күренештәр ул. Күп мөнсәбәттәр һәм йолалар иреклегә әйләнгән кеүек, беҙҙә лә туғанлыҡ шарттары артыҡ йомшап, бушап китте. Айҙар буйына аралашмау, күрешмәү, йә талашып ара боҙоу ғәҙәтигә әйләнде. Ә бит асылда бер туғаның иң яҡын кешең, һәм уның менән һин имсәк һөтө, әсә ҡарыны, атай ҡаны кеүек изгеләрҙән-изге төшөнсәләр менән бәйле булыуыңды һәм быларҙы боҙоу оло гонаһ икәнде һәр бала һеңдереп үҫергә тейеш. Был уға йәшәүҙә еңеллек, ышаныс һәм көс кенә бирәсәк.

Гүзәл КӘРИМОВА, Мәләүез ҡалаһы: Һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Бала саҡтан уҡ беҙгә эш һөйөү, кешеләргә ярҙам итеү, бер-береңә ихтирамлы мөнәсәбәт менән бергә татыулыҡ тойғоһон, туғанлыҡ хисен дә тәрбиәләнеләр. Ағастың тамыры ни хәтлем ныҡлы булһа, олоно ла ҡеүәтле. Кеше лә шуның һымаҡ: туғандары менән көслө. Был хәҡиҡәтте тормошомдоң төрлө осоронда күп һынаным. Быны апайым, һылыуҙарым, ҡустым да раҫлар, тип уйлайым. Ололарыбыҙ үҫә торҙо, бәләкәйҙәренә юл яра барҙы. Барыбыҙ ҙа мәктәптә яҡшы уҡыны, әммә кәңәш итеүсе булмағанғамы, өлкәнерәктәребеҙ урта һөнәри белем биреү учреждениеларын ғына тамамланы. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙән кесерәктәр юғары уҡыу йортона ингәндә ярҙам итә алдыҡ. Үҙебеҙҙең, һуңынан балаларыбыҙҙың туйҙарын дөйөм көс менән үткәрҙек. Бер-беребеҙгә йорт күтәргәндә лә, ремонт-фәлән ваҡытында ла, баҡса мәшәҡәттәре осоронда ла бер ниндәй саҡырыуһыҙ һәр кем үҙ теләге менән килә, ҡулынан килгәнсә кәңәше, эше менән дә, финанс яҡтан да ярҙам итә.
Тыуған йорт нигеҙен яңыртып, әсәйебеҙ менән бергә тырышып донъя көткән ҡустыбыҙға, киленебеҙгә лә рәхмәт кенә әйтәбеҙ. Тап улар беҙҙе һәм утыҙға яҡын ейән-ейәнсәрҙе, бүлә-бүләсәрҙе туплап тора. Ғаилә байрамдарын, ҡаҙ өмәләрен, һуғым һуйыу кеүек йолауи сараларҙы тыуған нигеҙҙә үткәрергә тырышабыҙ. Был - беҙҙең ғаиләнең яҙылмаған ҡануны. Шуға күрә беҙҙең икенсе яртыларыбыҙ ҙа, балаларыбыҙ ҙа уны аңлай һәм беҙҙең матур ғәҙәттәрҙе дауам итә.
Үҙенең яҡындарына зарланған кешеләрҙе ишеткәнем бар. Яңыраҡ бер танышым һеңлеләренең тыуған йортто һатып, аҡсаһын бүлешеп алырға даулашып йөрөүе тураһында һөйләп торғайны. Юҡ, мин уның һылыуҙарына түгел, иң беренсе, үҙенә ғәжәп иттем. Ни өсөн ул, үҙе ағай булараҡ, үҙенән кесе туғандарына аҡыллы ир һүҙе әйтә алмай һәм был хаҡта оялмай бар ғаләмгә һөйләп йөрөй? Был ваҡиғала, әлбиттә, уны ғына ғәйепләп булмай. Был улар тәрбиәләнгән мөхиткә бәйле булғанын яҡшы аңлайым. Шулай уҡ әсәһе менән атаһы гүр эйәһе булғансы мираҫ һәм вариҫлыҡ мәсьәләһен хәл итергә тейеш ине. Тап шул алдан һөйләшеп, килешеп эшләмәү сәбәпле туғандар араһында низағ барлыҡҡа килә. Ҡан дошманға әйләнгәндәр ҙә юҡ түгел. Ошоға оҡшаш күңелһеҙ хәлдәргә, иң беренсе, күңелендә туғанлыҡ хисе булмағандар тарый...

Илдар ӘБДЕЛӘХӘТОВ, Салауат ҡалаһы: Беҙҙең халыҡта борон-борондан ғаиләлә туғанлыҡ хисе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелгән. Бала кескәй саҡта уҡ эйә булырға тейеш сифаттарҙың береһе - туғаныңды ихтирам итеү. Ғаилә ағзаларының бер-береһен хөрмәт итеп, исемен дә атамай, апай, ағай, ҡустым, һеңлем йәки ҡәйнеш, балдыҙ, килен, кейәү тип кенә өндәшеүе башлыса башҡорттарҙа ғына осрай. Был күренеш туғандарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә икәнен туранан-тура күрһәтә. Ғаилә татыулығы, берҙәмлегенең әһәмиәте тураһында туғанлыҡҡа ҡағылған терминдарыбыҙ, йолаларыбыҙ, мәҡәл-әйтемдәребеҙ ҙә күп һөйләй.
Мин үҫкән ғаилә бик ҙур түгел: әсәй, атай, мин үҙем һәм ҡустым ғына. Әммә ике яҡлап та өләсәй-олатайҙар һәм ике-өс туғандар менән тығыҙ бәйләнештә бер ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ. Бынан ике йыл элек шәжәрәбеҙҙе төҙөнөм һәм быға тиклем белмәгән яҡын ғына кешеләрҙең күп булыуын асыҡланым. Һөнәрем буйынса юрисмын. Атай малын бүлешә алмай хөкөм юлын тапағандар бик күп. Туғанлыҡ хисе булғандар бындай аҙымға бер ҡасан да бармай. Был - аксиома. Шуныһына ҡыуанам: улар араһында башҡорттар бик һирәк. Оло кешеләрҙе опекаға алыу күренеше лә беҙҙең халыҡта йыш осрамай. Был да өлкән йәштәге туғандарын, йәғни атай-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен балалары, ейән-ейәнсәрҙәре үҙҙәре тәрбиәләүенә ишаралай.

Шамил СӘЛИМОВ, Өфө ҡалаһы: Беҙҙең халыҡ туған йәнле. Хатта дуҫына ла туғаны итеп ҡарағандар күп арабыҙҙа. Быны һис тә апаһы йәки ағаһы булмағанға тип аңларға ярамай. Ә ғаилә ағзаларына ҡарағанда уға нығыраҡ ышанғаны, уны рухи яҡтан яҡыныраҡ күргәне, фекере береккәне, таяныс таба алғаны өсөн дә шулай эшләргә мөмкин. Минең үҙемдең дә туғанымдай күргән дуҫтарым бар. Байрамдарҙы, балаларыбыҙҙың туй тантаналарын, хужалыҡтағы ҡулалмаш эштәрҙең барыһын да бергә үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ҡыҙыҡһыныуҙар, маҡсаттар уртаҡ булғас, был мөнәсәбәт хатта туғандарҙыҡынан да көслөрәк тип әйтергә мөмкин.
Ярҙам итеү маҡсатында бөтөнләй сит кешене туған яһау йолаһы ла йәшәй халҡыбыҙҙа. Ҡиәмәтлеккә алыу тип атала ул. Түлһеҙ ғаилә олоғайған көндә яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн ҡыҙ йәки улды ҡиәмәтлеккә ала ла, уның атай-әсәһенә баланы үҫтерергә, уны аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итеү буйынса социаль бурысты үҙ өҫтөнә ала. Таныштарым араһында ла бар ундайҙар. Үҙенең ейән-ейәнсәрен күреү бәхетен көтөп ала алмаған хаҡлы ялдағы ир менән ҡатын күршеһендә йәшәгән аҙ килемле ғаиләгә балаларын тәрбиәләргә ярҙам итә. Үҙҙәре менән баҡсаға ла алалар, ял итергә лә йөрөтәләр, мәктәпкә әҙерләнергә лә булышалар. Ә иң мөһиме, туғанлыҡ хисе кисереп, ике яҡ та бер-береһенән ҡәнәғәт: ололар сарыф ителмәгән бала һөйөүен биреп ҡыуана, йәш ғаилә таяныр кешеһе табылыуына һөйөнә.

Лена АБДРАХМАНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.20 | Ҡаралған: 461

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru