«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


ҠЫҘЫЛ ТАУЫҠ

Башҡа ҡош-ҡорт тураһында яҙып та, ғүмер юлымда осраған ғәжәп бер тауыҡ хаҡында онотоп ҡалдырһам яҙыҡ булыр ине. Ябай ғына тауыҡ булһа ла уның быға хаҡы барҙыр, тип уйлайым. Хәйер, хөкөм уҡыусы ҡулында...
Баҙарҙа ярым бройлер тип аталған себештәр менән һатыу итәләр. Көн һалҡынса, шуның өсөн улары тауыш алдырмай соролдаша, өшөп ҡалтыраналар. Һатыусы ҡыҙ, йомортҡаны күп һала, ите лә мул була, тип маҡтағас, ҡыҙыҡһынып, унауҙы алдым. Күп ваҡыт та үтмәҫтән, мин алданғанымды аңланым. Себештәр үҫә барған һайын берәм-берәм аяҡтан яҙа башланылар. Йә тубыҡтан тәпәйҙәре кәкрәйә, йә бармаҡтары бороша. Тимәк, баҙарҙа уҡ һалҡын тейҙергәндәр. Минең фаразды бер танышым да раҫланы: "Быларҙы йомортҡанан сыҡҡас та ныҡ өшөткәндәр, - тине ул, - табандарынан һыуыҡ үткән, мал була алмаҫтар". Эй был алыпһатарҙы, күпме тапҡыр төп башына ултырта, ә мин һаман шул тырмаға баҫам! Һаман киҫәмәйем. Әлеге танышымдың кәңәше буйынса себештәрҙең тәпәйҙәрен көмөшкәгә баҫтырып та ҡараным, файҙаһы булманы. Ваҡыт үткән ине.
Зәғиф, тип себештәрҙе сығарып ташлап булмай бит инде, тәрбиәләргә тотондом. Улар тиҙ эреләнде. Көҙгөлөккә инде ҡәҙимге тауыҡ инеләр. Шуныһы ҡыҙыҡ, сепей саҡтарында бер иш тауыҡтарҙың хәҙер һәр береһе бер төҫтә. Араларында сыбары ла, күгелйеме лә, һарғылты ла, хатта бер ҡыҙылы ла бар. Йылҡылдашып йөрөгән өс әтәстең ғүмере ҡыҫҡа булды. Бер әтәс менән алты тауыҡты көтөргә тип алып ҡалдым. Ярайһы ғына эре тауыҡтар кәкре бармаҡтарының осона ғына баҫып, туйтанлашып йөрөйҙәр, емгә һайлансыҡ түгелдәр. Шуныһы аптыратты: ҡышҡы һыуыҡтарға ҡарамай, йомортҡа һала ла башланылар. Әрһеҙҙәр икән. Ябай тауыҡтарҙыҡына ҡарағанда байтаҡҡа эрерәк һәм ҡыҙғылт төҫтәге йомортҡаларҙы көн дә алып торабыҙ. Ҡыҙыл йомортҡалар башта әллә ҡалай һымаҡ күренә ине (ауыл тауығының йомортҡаһы бит селт-аҡ була), тора-бара уныһына ла өйрәнелде.
Шулай ҙа сатлама һыуыҡтар үҙенекен эшләне, былай ҙа зәғиф тауыҡтар, яҙ яҡынлашыуға, бөтөнләй аяҡтан яҙа башланылар. Тиктомалға салҡан әйләнеп китәләр ҙә, тора алмайынса тыпырсынып тик яталар. Ҡолаған береһен һуйып ашай торабыҙ. Завод тауыҡтарының ите, ысынлап та, мул һәм тәмле ине. Үҙҙәре һимеҙҙәр. Шулай итеп төрлө төҫтәге матур тауыҡтарым бөттө тиерлек. Араларынан әҙме-күпме үҙаллы атлап йөрөй алғандай һыңар ҡыҙылы ҡалды. Уныһын да, баҫырға йыйынып, ҡорҡолдай башлағанға ғына алып ҡалдым. Алып ҡалдым һәм үкенмәнем.
Зәғиф кенә булһа ла ул тауыҡтың аҡыллылығына аптырай инем. Бер һүҙ менән әйткәндә - ул торғаны тере инкубатор ине. Башта бер ҡарышмайынса ун-ун бер өйрәк йомортҡаһын баҫып сығара. Һуңынан ябай тауыҡтыҡын һалабыҙ. Уларын да баҫа. Тәүге йылда ул шулай итеп өс тапҡыр себеш сығарҙы. Сыҡҡан берен икенсе, баҫырға иренгән тауыҡтарға ҡуша торҙоҡ. Икенсе йылына, йәлләп, уны ике тапҡыр ғына баҫырға ятҡырҙыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: "тере инкубаторыбыҙ" ятҡан еренән күтәреп алмайынса, үҙе һис төшөп китмәй ине. Шуға күрә ике тәүлеккә бер тапҡыр ояһынан төшөрөп йөрөтәбеҙ. Ныҡ ашамһаҡ та булманы. Нимә бирһәң - шуға риза. Үҙенең тыныслығы иҫ китмәле. Себештәренә ҡағылалар, тип, башҡа тауыҡтар ише бер ваҡытта ла елкәңә осоп ҡунмай. Сит оя себештәрен дә, тауыҡмы ул, башҡа ҡош-ҡортмо, ситләтеп тормай. Янына ниндәй генә себеш ебәрһәң дә ризалыҡ менән ҡабул итә лә ҡуя. Тауыҡ түгел - торғаны бер мөғжизә инде. Ҡыҙыл тауыҡ тора-бара ихатабыҙҙың "атҡаҙанған хеҙмәткәренә" әйләнде. Ул иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә бала сығарып, бала бағыуҙан бушаманы. Йәй рәхәтлеген дә күрмәй ҡала ине.
Ошо рәүешле йылдың-йылы ҡабатлана торҙо. Хәйер, хеҙмәтенә күрә, ҡыҙыл тауыҡтың үҙенең дә ҡәҙере булды - майҙа йөҙгән кеүек кенә йәшәне. Тәпәйҙәре эшкинмәгәнлектән, ул төнәккә үҙаллы менеп ултыра алмай ине. Көн дә үҙем күтәреп ултыртыр булдым. Үтә ныҡ һыуыҡтарҙа үҙен генә айырып ябыу өсөн айырым йылы оя яһап ҡуйҙым. Ғәжәп, уны башҡа тауыҡтар ҙа ихтирам итәләр һымаҡ ине: еменә талашып йөрөмәйҙәр, низағлашмайҙар. Бәлки, уның үткер суҡышынан ҡурҡҡандарҙыр, әммә яҡын килергә, нисектер, ҡыймайҙар. Шулай бер нисә йыл үтеп китте. Ҡыҙыл тауығыбыҙ йомортҡа ла һала, баҫырға ла өлгөрә, һуңынан үҙенең дә, башҡа һәпрә тауыҡтарҙың да себештәрен көтә. Тағы яҙ етте. Инде көндәр йылынғас, ҡыҙыл тауыҡты төнәккә күтәреп ултыртмаһаң да була. Ул хәҙер ипһеҙ-оҙон, кәкре тырнаҡтары менән ҡайын таҡталар буйлап тыҡ-тыҡ баҫып йөрөй, иҙәндә генә ултырып төнәй. Шулай ҙа бының аҙағы хәйерһеҙ тамамланды.
Иртәләрҙең береһендә, мал-тыуар тәрбиәләргә сыҡһам, ҡыҙыл тауығыбыҙ һыйыр бүлемендә салҡан төшөп хәрәкәтһеҙ ята. Башта өҫтөнә һыйыр баҫып тәләфләгәндер, тип уйланым. Ләкин улай булмай сыҡты. Тауыҡтың... башы юҡ ине. Эштең асылына шунда уҡ төшөндөм: шәшке эше! Алмаштырғыһыҙ инкубаторыбыҙҙы, ысынлап та, шәшке быуған булып сыҡты. Оя эсенән һөйрәп сығара алмайынса башын ҡырҡырға мәжбүр булған, йүнһеҙ. Күршебеҙҙең, тауыҡтарҙы шәшке ала, тигәнен ишеткәйнем бит инде, иғтибар бирмәгәйнем, хәҙер үкенеп бөтә алмайым. Кемдер, кеше тауыҡ өсөн дә үкенер икән, тип уйлар, әммә "тере инкубатор" үкенерлек ине.
Һөмһөҙ шәшкегә асыуым ҡабарҙы: ҡон ҡайтармаһаммы. Ҡондан былайыраҡ, тауыҡ итенең тәмен бер тойған кейек кетәккә ҡабат киләсәк. Һис шикһеҙ. Шуға күрә уны юҡ итмәйенсә ҡотолоп булмаясаҡ. Шәшке юлына тауыҡтың һыуынып ҡатҡан түшкәһен һалдым да тоҙаҡ ҡорҙом. Бәләкәс йыртҡыс шул төндө үк эләкте. Ул тоҙаҡҡа быуылып үлгәйне. Шул рәүешле ҡон да ҡайтарҙым, башҡа тауыҡтарымды ла һаҡлап ҡалдым. Ярым-бройлер ҡыҙыл тауыҡтың шанлы ғүмер юлы бына шулай тамамланды. Быйыл шундайҙарҙан тағы алырға иҫәп бар әле, шәп тауыҡтар.

АСЛЫҠ

Төлкөгә ҡапҡан һалыу өсөн ҡулай урындарҙы мин алдан ҡарап, билдәләп сығам. Шулай иткәндә күпкә еңлерәккә тура килә: һис юғында, ауыр ҡапҡандарҙы бушҡа йөкмәп йөрөмәйһең. Урманға бөгөнгө сәфәремдең дә маҡсаты ошо. Ҡайҙандыр һиҙә һалып алған Аҡтырнаҡ та эйәрҙе. Ҡайҙа эйәрен - алдан төштө! Ғәҙәттә, эҙҙәрҙе тапап бөтә, тип мин уны алып йөрөмәйем, был юлы, нисектер, ҡаршы килмәнем. Эт күңеле - бер һөйәк, рәхәтләнеп йөрөп ҡайтһын әйҙә. Лайка тоҡомло эттәргә хәрәкәт кәрәк. Хәрәкәтһеҙ торһалар, һунар ҡомарын юғалталар. Еңеллекте артығыраҡ теләнем, ахыры, ҡушкөбәгемде лә алып торманым. Белһәм икән аҙаҡ үкенеремде...
Ауылыбыҙҙан ике саҡрым самаһы арауыҡта ултыртылған матур ҡарағайлыҡ бар. Ана шунда етеүгә күптән түгел генә үтеп киткән бүре эҙенә тап булдыҡ. Яңғыҙ йыртҡыс, күкрәге менән йомшаҡ, тәрән ҡарҙы йырып, ҡайҙалыр, төпкөлгә тартҡан. Бүре бының ише ҡараңғы шырлыҡтарҙы урап үтеүсән. Ул тирә-йүн яҡшы күренеп торған алаңғыр һырттарҙы үҙ итә. Унда ҡурҡынысһыҙыраҡ. Аҙым һайын әжәл һағалап торған аҡыллы йыртҡысты, күрәһең, тормош үҙе шулай өйрәткән. Бүре эҙенә, бигерәк тә ошоноң кеүек ҡараңғы урындарҙа тап булғанда, өҫтәүенә яурыныңда мылтығың юҡ саҡтарҙа, теләйһеңме-теләмәйһеңме, күңелде икеле-микеле уйҙар солғап алыусан. Уйламаҫҡа тырышып ҡарайһың, барыбер шомландыра. Был юлы ла әлеге тойғоларҙан ҡотолоп булманы. Февраль айы - бүренең иң ас мәле, ә миндә асмалы бәкенән башҡа ҡорал юҡ. Ошондай ваҡытта ҡоралдың кәрәклеһе өйҙә ҡалды. Яҡшы беләм: аслыҡ үҙәгенә үткән бүре йәнен аяп тормай - әжәлдән ҡурҡмай. Аҡылын юйған ас бүренең хатта ажғырып килгән трактор тәгәрмәсе аҫтына ташланған осраҡтары билдәле. Шулай булғас, уға яңғыҙ кешең нимә ул? Ярай әле янымда этем бар, тип үҙемде тынысландырған булам, барыбер япа-яңғыҙ һымаҡ түгел. Хафаланып, мин уны эргәмә саҡырҙым: йыртҡыс тешенә тәл булыуы бар.
Күренеп тора алдағы төн буран көслө булған. Көпшәк ҡарҙы борхотоп өргән киҫкен ел таңға ҡарай ғына баҫылды. Урман йәнлеге әле эҙ сығарырға өлгөрмәгән. Тимәк бүре яңыраҡ ҡына уҙған. Ҡапыл ғына һунарсы ҡомары уяныуҙан урманға ни өсөн сыҡҡанымды ла оноттом, буғай, эҙ буйлап киттем. Саңғыларым ярайһы уҡ яҫы булһалар ҙа ултырып өлгөрмәгән өрпәк ҡарҙа ныҡ баталар, барыу ауыр. Уның ҡарауы, ошондай ҡарҙа төлкөһө лә, бүреһе лә үҙҙәренең иҫке эҙҙәренә генә баҫып йөрөргә ярата. Былай енелерәк, көс аҙыраҡ сарыф ителә. Еңелен-еңел дә ул, әммә иҫке эҙ аҫтында ҡапҡан ятыуы бар. Эйе, йышылған һунарсы кейектәрҙең ошо ғәҙәте менән оҫта файҙалана. Әле ҡапҡан менән һунар итеү өсөн уңайлы осор - яңы яуған өлпәрәм ҡар тәрән. Ҡапҡанды урын-еренә еткереп һала белеү генә кәрәк. Бары шул ғына. Бары шул ғына, тиһәм дә, ҡапҡан һалыу - үҙе бер ғилем ул. Тик был турала икенсе юлы, хәҙергә беҙ бүре эҙәрлекләйбеҙ. Аҡтырнаҡ ярылып ятҡан эҙ буйлап алдан төштө. Бүре еҫе килә! Ҡан дошманының, ҡайҙалыр, яҡында ғына икәнлеген һиҙеүҙән уның елкә йөндәре хәтәр тырпайышҡан, күҙҙәре ут булып яна. Үҙе ара-тирә сыйнаштырып ҡуя. Ҡулымда мылтыҡ булғанда, әлбиттә, уға был иркенлек эләкмәҫ ине. Эт арттан эйәреп кенә килер ине.
Бына бүре йәйәүле кеше анһат ҡына йырып сыға алмаҫлыҡ сәнскеле гөлйемеш ҡыуаҡтары араһына инеп киткән. Мин ҡыуаҡтарҙы урап үттем. Күп тә барманым, ҡарағайлыҡтың ситенә, асығыраҡ урынға килеп сыҡтым һәм... көтөлмәгән күренештән шып туҡтап ҡатып ҡалдым. Ваҡ уҫаҡлыҡ эсендә күкшел-һары төҫтәге кейек мөкиббән китеп ниҙер кимерә ине. Бүре бит! Ул әлегә бер ни һиҙмәй ҙә, күрмәй ҙә. Ара ун-ун биш аҙым. Их, мылтыҡ булғандамы! Ә эт ҡайҙа?
Аҡтырнаҡ был мәлдә ҡыуаҡтар араһынан сыҡҡан да, һөмһөҙлөккә ғәжәпләнгән һымаҡ, уяулығын бөтөнләй юғалтҡан бүрегә ҡарап тора. Минең тәнем зымбырлап китте, арҡам буйлап әллә һалҡын, әллә ҡайнар тулҡын үтте. Борсолоуым тиккә түгел: лайкалар улар - ҡурҡыу белмәҫ ауан эттәр. Бигерәк тә айыу, мышы кеүек януарға өйрәтелгәндәре. Әле эт, хужаһы алдында шәбәйеп, йыртҡысҡа ташланған хәлдә өҫтөнлөк, һис шикһеҙ, бүре яғында. Ул күпкә көслөрәк тә, сосораҡ та. Ул - йыртҡыс, ул - ҡырағай кейек.
Этем ниндәйҙер эскерһеҙлек менән миңә мәғәнәле ҡараш ташланы ла, һаҡ ҡына баҫып, әкрен-әкрен генә бүрегә бара башланы - һөжүмгә әҙерләнә, һантый! Мин инде артабан битараф ҡала алманым. Урман яңғыратып ҡысҡырған тауышҡа ҡапылғара ни булып ятҡанлығын аңлап өлгөрмәгән кейек, ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып, яҡындағы һаҙға атылды. Ныҡышмал Аҡтырнаҡ, әлбиттә, уның артынан төштө. Бүрене, ахыры, үҙенән ҡурҡып ҡасты тип уйланы. Ә ҡасҡанды мотлаҡ ҡыуып тоторға кәрәк - эт ҡануны шулай. Теге икәүҙең артынан мин төштөм. Үҙем ҡысҡыра-ҡысҡыра барам, иҫенә килергә өлгөргән бүре әйләнеп эткә ырғылмаһын, тип ҡурҡам. Шулай өсәүләшеп йән фарманға ҡыуышабыҙ ғына. Хәҙер хатта ҡарҙың тәрәнлеге лә, йомшаҡлығы ла беленмәй. Шул ҡәҙәре ҡыҙғанмын. Башымда бары бер генә уй: ҡапыл тертләгән йыртҡыс этемде тәләфләй күрмәһен. Ҡарҙа йөҙөп тиерлек барғанлыҡтан, бүре ыратып китә алмай, ә эткә күпкә еңелерәк - ул әҙер бураҙнанан саба. Уларҙың араһы күҙгә күренеп ҡыҫҡара төҫлө. Бәлки миңә, этем тип хафаланған кешегә, шулай күренәлер генә. Юҡ, күренмәй, Аҡтырнаҡ бына-бына тегенең ҡойроғона баҫасаҡ! Мәгәр шулай икән, артабанғы хәлдәрҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
Бәхетебеҙ бар икән: бер аҙҙан бүре, ҡырҡа боролоп, тәрән ҡарлы һаҙҙан сыҡты ла, кәбән тартҡан юлға төштө. Тәпәйе ҡатыға эләккәнен тойған һоро юлбаҫар артабан уҡ ише атылды. Бар, ҡыуып етеп ҡара уны хәҙер. Мин бар көсөнә һыпыртҡан йыртҡысты күреп, һунар итеү дәүеремдә тәүге тапҡыр үкенес тойғоһо кисермәнем. Киреһенсә, оло бәләнән ҡотолғандай, иркен һуланым: этем һау ҡалды. Аҙаҡ аптырап ҡуйҙым: шул мәлдә нисектер үҙем тураһында уйламағанмын. Шулай ҙа бер сама иҫемде йыйғас, анһатты ҡыуып, мылтығымды алмағанға үҙемде-үҙем һуңғы һүҙҙәр менән битәрләнем. Әммә ләкин ни фәтүә - эш үткән. Осраҡтың бындайы - кейектең юлыңа үҙе сығып торғаны - һунарсы ғүмерендә бер, уҙа барһа, ике тапҡыр булалыр - ошоноһо үкенесле ине.
Бер аҙ тын алғандан һуң йыртҡысты тап иткән урынға ҡабат килдем - кимереп ятҡаны нимә икән? Уныһы әллә ҡасанғы, кибеп бөткән ҡыу һөйәк булып сыҡты. Мин шул ҡәҙәре ҡаты һөйәктә ҡалған теш эҙҙәренә хайран ҡалып та, һоҡланып та ҡарап торҙом. Ҡайһы аралалыр килеп еткән Аҡтырнаҡ һөйәкте еҫкәштерҙе лә, вайымһыҙ ҡиәфәттә артҡы тәпәйен күтәреп, үҙенсә "билдә" һалды. Эт телендә был ҡәҙерле табыш хәҙер уныҡы һанала. Йәнәһе, башҡаса бында яҡын юлайһы булма, бүре! Ҡайтып барышлай өтөп барған үкенес тойғоһо мине һаман ташламаны. Нисек инде үкенмәйһең? Аслыҡтан аңрайған бүре менән минең ара, ана, күпме генә булған? Ҡаҡ маңлайына төбәп ат та ал. Шулай, аслыҡ уйын эш түгел. Астан кәкерәймәҫ өсөн, мәле менән, ғүмереңде лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһыңдыр ул. Шуныһы үкенесле - бындай мәлдәр хатта беҙ, кешеләр араһында ла булғылай.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.20 | Ҡаралған: 1060

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru