«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫМЫҘМЫ, ӘЛЛӘ ҠЫМЫҘ ЭСЕМЛЕГЕМЕ?
+  - 


Бер нисә йыл рәттән Башҡортостанда Ҡымыҙсылар һәм йылҡысылар республика конкурсы уҙғарыла килде, һуңынан айырым "Ҡымыҙфест" сараһы барлыҡҡа килде. Быйыл ул эпидемиологик хәл-торош арҡаһында беренсе тапҡыр онлайн форматта уҙасаҡ. Унда барлыҡ ҡымыҙ эшләүселәр ҡатнаша ала. Бының өсөн ҡымыҙ бешеү һәм әҙер продукцияны презентациялау видеояҙмаһын ddnrb-info@mail.ru (телефондар: 276-62-75, 8-987-037-78-69) электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Конкурсҡа килгән барлыҡ эштәр ҙә YouTube-каналында ҡуйылып барасаҡ. Проект башҡорт халҡының боронғо кәсебен һаҡлау һәм үҫтереү, уны әҙерләү буйынса милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәтте пропагандалау һәм популярлаштырыуға, "Башҡорт ҡымыҙы" брендын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тигәндәй, мәлдән файҙаланып, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарының береһе генә түгел, дауа ысулдарының береһе булған милли эсемлегебеҙ тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп үтеү яҙыҡ булмаҫ, моғайын.

Тарих биттәренән

Мәғлүм булыуынса, бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән эсемлекте, күсмә, ярымкүсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгән һәм уны эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлаған. Ҡымыҙҙы дауалау сараһы булараҡ тәүге тапҡыр Әбүғәлисина (Авиценна) үҙенең яҙмаларында теркәп ҡалдыра. Ул бынан мең йыл самаһы элек вәзир Сухайлияны ҡымыҙ менән дауалап, ташын төшөрә. Ағыуланғанда ҡымыҙ ҡулланыу тураһында боронғо дауалау ҡулъяҙмаларында, мәҫәлән, "Прохладный ветроград"та яҙыла. Рус армияһында хеҙмәт иткән шотланд табибы Джон Грив үҙенең Эдинбург короле йәмғиәтенә яҙған отчетында ҡымыҙҙың үҙенсәлектәре һәм уның дауалау тәьҫире тураһында бәйән итә. Шулай уҡ ҡымыҙҙың дауалау сифаттарын Рус армияһында хеҙмәт иткән инглиз табибы Хебер-лейн да теркәп ҡалдырған. Ул туберкулез менән ауырығас, 13 йыл дауамында ҡымыҙ эсеп дауаланған.
Рәсәйҙә иң тәүге ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы Постников Нестор Васильевич тарафынан 1858 йылда Һамар губернаһында асылһа ла, тарихтан мәғлүм булыуынса, был хаҡта иң тәүге мәғлүмәтте Геродоттың яҙмаларында табырға мөмкин. Ул беҙҙең эраға тиклем 484-424 йылдарҙа скифтарҙың ағас батманда ҡымыҙ бешеүҙәре тураһында мәғлүмәт ҡалдырған. Рәсәйҙә "Ипатьевский список" тигән боронғо урыҫ йылъяҙмаһында ҡымыҙ тәүге тапҡыр телгә алына. Ундағы тарихтан күренеүенсә, Игорь Северской ҡыпсаҡтарҙа 1182 йылда әсирлектә булғанда, һаҡсылар ҡымыҙ эсеп йоҡлап киткәс, ҡасҡан. Башҡа йылъяҙмала Тверь кенәзе Михаилды әсир булараҡ ҡымыҙ эсергә мәжбүр итеүҙәре, 1245 йылда Батый хан кенәз Даниил Галицкийҙы ҡымыҙ менән һыйлауы ла телгә алына.
Немец һәм урыҫ сәйәхәтсеһе ғалим-энциклодедист Паллас 1770 йылда: "Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки уның һаулыҡҡа файҙаһы бик ҙур", - тип яҙа. Күренекле ғалим, яҙыусы һәм табип Владимир Даль: "Ҡымыҙҙы алмаштырырлыҡ башҡа бер ниндәй ҙә эсемлек тә, ашамлыҡ та табыу мөмкин түгел", - тип теркәп ҡалдыра. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары С. Аксаков, Л. Толстой һ. б. үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Улар һаулыҡтары менән ҡымыҙға бурыслылар, тип әйтеү ҙә һис яҙыҡ булмаҫ.
Ҡымыҙҙы пропагандалаусы инглиз Дж. Каррик ҡымыҙ етештереү өсөн хатта башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайта. Әммә унда эшләнгән ҡымыҙҙың сифаты Башҡортостандағынан күпкә ҡайтыш була. Ахырҙа, ҡымыҙ оҫталарын алып барып, ҡымыҙ бешеп ҡарайҙар. Әммә эсемлек башҡорт ерлегендәге кеүек тәмле килеп сыҡмай. Белгестәр бының сәбәбен Башҡортостан ерлегендә үҫкән ҡылғанға һәм башҡа үҫемлектәргә бәйләй. Тап улар башҡорт ҡымыҙына ҡабатланмаҫ тәм бирә, шифалы итә.

Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында

Бейә һөтөндә витаминдар һыйыр һөтөнә ҡарағанда 10 тапҡырға күберәк. Шулар араһында А һәм Е, В, С төркөмө витаминдары, кальций, фосфор, фолий һәм пантотен кислотаһы бар. Был продукт составында аҡһым - 2, лактоза 1,5 тапҡырға аҙыраҡ. Шул сәбәпле бейә һөтө әсә һөтөнә яҡын. Ошоно иҫәпкә алып, уны балалар өсөн аҙыҡ әҙерләүҙә ҡулланалар ҙа инде. Был продуктта булған аҡһым тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҙләштерелә. Ысын ҡымыҙ - ҡиммәтле, әммә үҙенсәлекле тәме булған эсемлек. "Тере" ҡымыҙҙы оҙаҡ һаҡлап булмай, тимәк, уны сәнәғәт күләмендә етештереү ҙә мөмкин түгел.
Иммунитетты нығыта. Ҡымыҙҙағы С витамины иммунитетты нығыта һәм организмдың һаҡланыу функцияларын арттыра, вирус һәм инфекцияларҙың кире йоғонтоһо менән көрәшергә ярҙам итә. Юҡҡа ғына заманында цинга ауырыуын ҡымыҙ менән дауаламағандар бит.
Тештәрҙе һәм һөйәктәрҙе нығыта. Боронғо эсемлектә организмдың эшмәкәрлеге өсөн мөһим макроэлементтар - кальций һәм фосфор бар.
Ҡан йөрөшөн яҡшырта. Ҡымыҙ составында булған Е витамины атеросклероз менән көрәшеү һәләте бирә, ҡандағы холестерин күләмен кәметә. Борон хатта аҙ ҡанлылыҡты ла ҡымыҙ менән дауалағандар.
Нервыларҙы нығыта. Был эсемлектә нервылар системаһына ыңғай йоғонто яһаусы тиамин (В1) бар.
Потенцияны яҡшырта. Ир-ат өсөн яҡшы мәғлүмәт - ҡымыҙ ирлек ҡеүәтен арттыра. Шулай уҡ был эсемлек ағзаларҙың регенерацияһы процестары ағышын яҡшырта.
Гастриттан дауалай. Ҡымыҙҙы ашҡаҙан сей яраһы, ашҡаҙан аҫты биҙен дауалағанда уңышлы ҡулланалар. Был уның составында пантотен кислотаһы булыуы менән аңлатыла. Шулай уҡ ҡымыҙ аҙыҡ-түлек менән ағыуланғанда ла килешә.
Тирене яҡшырта. Был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн файҙалы - ҡымыҙ тирене йәшәртә. Уның нигеҙендә бит тиреһе өсөн туҡландырыу битлектәре яһайҙар.
Кәйефте күтәрә. Ғалимдар бейә һөтөндә кешелә шатлыҡ тойғоһо уятыусы витаминдар таба. Быны уның составында В1 (тиамин) витамины булыуы менән дә аңлатырға мөмкин, сөнки тиаминды "оптимизм витамины" тип йөрөтәләр. Ул организмдың һәм буйҙың нормаль үҫешенә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм аш эшкәртеү системалары эшмәкәрлегенә ярҙам итә, майҙарҙы һәм углеводтарҙы үҙләштереү процесында ҡатнаша.
Туберкулезды дауалай. XIX быуат уртаһында медиктар үпкә ауырыуҙарын дауалағанда ҡымыҙ ҡуллана башлай. Сихут сирлеләргә, әгәр ул аҙып китмәгән булһа, табиптар ҡымыҙ тәғәйенләй һәм 2-3 ай даими ҡулланғандан һуң, был сир юҡҡа сыға. Яман шеште профилактикалау сараһы булып тора. Шулай уҡ ҡымыҙҙа фолий кислотаһы бар, ул шештәр барлыҡҡа килеүен профилактикалай. Ҡаҙағстандың Туҡланыу академияһы белгестәре хатта бейә һәм кәзә һөтөнән әҙерләнгән ризыҡтарҙы химия терапияһы үткән онкологик сирлеләрҙең туҡланыу рационына индерергә тәҡдим итә.

Теманы дауам итеп...

Бөгөн дә республиканың бик күп райондарында йәйге миҙгелдә ҡымыҙ бешәләр, шулай уҡ унан порошок эшләп, ҡыш көнө лә файҙаланалар. Әммә порошок ҡымыҙы йәйге ҡымыҙға етмәй. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта ҡымыҙҙың ниндәйе генә юҡ: бейә ҡымыҙы, кәзә ҡымыҙы, һыйыр һөтөнән ҡымыҙ, ыҫланған ҡымыҙ һ.б. Әммә уларҙың барыһы ла ҡымыҙмы һуң?

Азамат БУКАНОВ, "Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы" ДБУ-һының директор урынбаҫары:
Күптәр тармаҡ стандартына (ОСТ) һылтанып, кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ эсемлектәренең ярлығына "Ҡымыҙ" тип яҙа ла ҡуя. Был дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. ОСТ стандарттарына һылтаныу - бер, ә был эсемлектең 33-сө регламент талаптарына яуап биреүе - икенсе һәм мөһимерәк мәсьәлә. Әммә күптәр был регламентты белмәй, ә уның урынына элегерәк ғәмәлдә булған, әммә хәҙер ғәмәлдән сығарылған 88-се регламентты нигеҙ итеп ала. 33-сө регламентта ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлеге ике төрлө эсемлек булараҡ билдәләнә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, яңы регламент буйынса бейә һөтөнән бешелгән эсемлек - традицион рәүештә "ҡымыҙ" тип, ә кәзә, һыйыр һөттәренән әсетеп яһалған эсемлек иһә "ҡымыҙ эсемлеге" тип аталырға тейеш.
Ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлектәре менән сауҙа итеүселәр ошо хаҡта иҫтәренән сығармаһын ине. Сөнки барыһын да ысын ҡымыҙ тип атау һатып алыусыларҙың бер ни тиклем башын бутау ул. Сөнки теләһә ниндәй ҡымыҙ эсемлеге файҙаһы буйынса ысын ҡымыҙ менән ярыша алмай. Ысын ҡымыҙҙа пектин кислотаһы бар, ә ул бары тик бейә ҡымыҙында ғына барлыҡҡа килә. Башҡа һөттән бешелгән ҡымыҙҙа ул булмай. Пектин организмға зыян килтерә торған бактерияларҙы юҡ итә, ә файҙалы микрофлораны тере ҡалдыра. Тимәк, ул төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә. Тәү сиратта, әйтәйек, ашҡаҙан, үпкә ауырыуҙарынан яфаланғандарға ярҙамға килә. Бейә ҡымыҙындағы был файҙалы матдә туберкулез сиренән дә һаҡланырға ярҙам итә.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.20 | Ҡаралған: 478

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru