«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМЕБЕҘҘӘ РУХИ БАЙЛЫҒЫБЫҘ
+  - 

Республикала милли костюм йәки милли үҙенсәлек һалынған кейем кейгән кешене күреү береһе өсөн дә яңылыҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа байрамдар, һабантуй, милли сәхнә һәм тамаша сиктәренән сығып, яйлап эшлекле даирәләргә лә, рәсми сараларға ла үтеп инде ул.
Күптән түгел мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү тантанаһында дәүләт наградаларына лайыҡ булғандар араһында ла күп ине ундайҙар. Быға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте һәм милли костюмдарҙағыларҙы күреү уға шатлыҡ тойғоһо биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, Рәсәй көнөнә арналған байрам сараһында республика етәксеһе үҙе лә Өфө модельеры Радик Хәйруллиндың боронғо башҡорт хәрбиҙәренең кейеменә оҡшатып теккән пинжәгендә ине. Стилләштерелгән, замансалаштырып, милли элемент һалып тегелгән кейемдәгеләрҙе урамда ла йыш осратырға мөмкин бөгөн. Улар әллә ҡайҙан күҙгә салына. Бер ҡараш ташлау менән уның башҡорт ҡыҙы йәки улы икәнлеген, уның үҙенең сығышы, тарихы, мәҙәниәте менән ғорурланыуын белергә була. Милли кейемде иҫкелек ҡалдығы тип иҫәпләгәндәр арабыҙҙа һирәгәйгәндән-һирәгәйә барыуын түбәндәге фекерҙәрҙән дә белергә мөмкин.

Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәләүез районы: Халҡыбыҙҙың милли кейеме көндәлек тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде, тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Был бик тә ҡыуаныслы, сөнки халҡыбыҙҙың милли костюмы - рухи мираҫыбыҙ ул. Унда беҙҙең атай-олатайҙарҙың бөтә күңел зауығы, донъяға ҡарашы, тарихы, мәҙәниәте бермә-бер сағыла. Йылдар дауамында улар, әлбиттә, ҙур үҙгәреш кисергән. Әммә беҙгә килеп еткән өлгөләре генә лә бай тарихыбыҙҙы һаҡлай.
Башҡорт халҡының милли кейеме көндәлек тормошобоҙға килеп инеүендә, һис шикһеҙ, республиканың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының роле ҙур. Беҙҙең районда ла был йәмәғәт ойошмаһы үҙенең эшмәкәрлеген, тәү сиратта, нәҡ ошо традицион милли костюмдарҙы һәм биҙәүестәрҙе тергеҙеүҙән башлап ебәрҙе. Бөгөн бөтә ауыл биләмәләрендә был йүнәлештә етди эш алып барыла. Айырыуса Первомай, Смаҡ, Үрге Юлдаш һәм Аптраҡ ауылы ағинәйҙәре әүҙем. Селтәр, ҡашмау тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Теккән, яһаған әйберҙәрен береһе лә күргәҙмә өсөн генә башҡарманы. Уларҙы төрлө кимәлдә үткән сараларға кейеп йөрөйҙәр. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бүләк итәләр.
Милли кейемдең тәрбиәүи әһәмиәте лә бик ҙур бит, ағинәйҙәрҙән күреп, йәштәр, балалар ҙа ылыға хәҙер был кейемгә.

Гөлназ ХУЖИНА, Учалы ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Һуңғы йылдарҙа урамда стилләштерелгән башҡорт халҡына ғына хас кейемле йәштәр йыш күренә. Батырсылыҡ итеп, түшенә селтәр таҡҡан йәки милли үҙенсәлеге булған өҫ һәм баш кейеме кейгәндәргә һоҡланып ҡарайым. Милли кейем тегеү, биҙәүестәр яһау менән шөғөлләнгән студияларыбыҙ, фирмаларыбыҙ барлыҡҡа килеүе һөйөнөслө. Республиканың иҫтәлекле даталары араһында Милли кейем көнө булыуы ла был тәңгәлдә эште әүҙемләштерәсәк кенә. Шулай уҡ республика етәксеһенең башҡорт колориты менән пинжәк тектереп кейеүе ир-егеттәр араһында милли кейем идеяһын таратырға булышлыҡ итәсәк. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Артур Ҡәйепҡолов та дәүләт наградаһын алған саҡта был хаҡта билдәләп үтте. Был костюмдың киләсәктә башҡорт халҡының бренды булыуын теләне. Мин дә уның фекерен хуплайым, сөнки ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ир-егеттәр милли кейемгә артыҡ иҫе китмәй ине, хәҙер уға өҫтөнлөк биргәндәр күберәк булыр, тип уйлайым.

Надежда ФОКИНА, тегенсе: Башҡорт халҡының милли кейеме матур ғына түгел, тәрбиәүи йәһәттән дә бик әһәмиәтле. Һуңғы осорҙа йыш ҡына тегергә тура килә. Сәхнә күлдәге түгел, ә көн дә кейеп йөрөргә тектерә йәштәр. Тәүге заказды алғас, китапхананан махсус китап алып уҡырға ла тура килде, сөнки быға тиклем ҡулыма алған эшем түгел ине. Уҡығас, башҡорт милли кейемдәре үҙе бер ғилем икәнен аңланым. Унда милләттең матурлыҡҡа ынтылышын да, зауығын да, күңел байлығын да, хыялын да күрергә мөмкин. Халыҡ традицияларынан артыҡ ситләшмәй генә, шул уҡ ваҡытта замансалаштырып тегәм. Әлегә ир-егет мөрәжәғәт иткәне юҡ. Шулай ҙа яғаһыҙ мосолман күлдәге тегеү буйынса тәжрибәм бар.

Ынйы ӘҺЛИУЛЛИНА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.20 | Ҡаралған: 538

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru