«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНЫ ҠУРҠЫТЫУ ҠОРАЛЫНА ӘЙЛӘНМӘҺЕН
+  - 


Был аҙнала Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтихандарының төп өлөшө тамамланды, ҡабаттан һынау тотоу өсөн билдәләнгән өҫтәмә көндәр август уртаһына тиклем һуҙыласаҡ. Башҡортостанда быйыл бөтәһе 18265 уҡыусы 11-се синыфты тамамлай, Өфөлә улар 5205 кеше. БДИ тапшырырға теләк белдереүселәр һаны - 19093 кеше, шуларҙың 17647-һе быйылғы сығарылыш уҡыусылары, 1446-һы - мәктәпте элек тамамлаусылар. Уҡыусылар араһында иң популяр предмет рус теле - 16563 уҡыусы һынау тотто, унан ҡала профилле математика - 10627 һәм йәмғиәтте өйрәнеү - 5962. Шулай уҡ физиканы 4748 уҡыусы, биологияны 3812, химияны 3489, информатиканы 3070, географияны - 352, әҙәбиәтте 774 уҡыусы һайланы. Туғыҙ предметтан Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың 114 уҡыусыһы 100 балл йыйҙы. Шулай итеп, республикала Берҙәм дәүләт имтиханы күрһәткестәре үткән йылдар менән сағыштырғанда күтәрелә бара. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә был имтиханды ғәҙәти хәл, мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыс тип ҡабул итергә өйрәнә, күрәһең. Берҙәм дәүләт имтиханына нисек әҙерләнеүҙәре тураһында үҙҙәренән һөйләтәйек, булмаһа.

Гөлдәр ҠАҘАҠАЕВА, БР Мәғариф отличнигы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: Берҙәм дәүләт имтиханына ыңғай ҡараштамын, сөнки маҡсатлы балалар өсөн бик ҙур мөмкинлектәр бирә ул. Элеккесә бер вузға ғына барып, аҙналар буйы шунда ғына имтихан тапшырып, профессорҙар алдында дер ҡалтырап ултырырға түгел. Алдан уҡ маҡсатлы рәүештә әҙерләнеп, тырышып уҡып, имтиханды тапшырып алаһың да, Рәсәйҙең йәнең теләгән юғары уҡыу йортона өйҙән генә тороп документтарыңды йүнәлтәһең дә ҡуяһың. Шуға хәҙер ауыл мәктәбен тамамлаған уҡыусылар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Өфө ҡалаларына бик күп уҡырға инә. Был йәһәттән БДИ-ның өҫтөнлөгө шикһеҙ, әммә күңелде ҡырғаны икенселә - балаларҙы шул имтихан менән ҡурҡытыуҙа. Уртансы синыфтарға етеп, киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булырын уйлап, ҡарар ҡабул итер мәл етһә, төрлө яҡлап балаға баҫым яһала башлай. Бер яҡтан, ата-әсәләр үҙҙәре ҡурҡып ҡалтырана, икенсе яҡтан, уҡытыусы, һин БДИ тапшыра алмайһың, тип уҡыусыһының ҡолаҡ итен ашай. Уҡыусыларҙың урта мәктәпте тамамламай, 9-ҙан һуң төрлө һөнәри училищеларға "ҡасып китеүе" бына шул уҡытыусыларҙың үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға теләмәүенә лә бәйле ул. Ә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү ҙур яуаплылыҡ талап итә, уҡыусы һинең предметты һайламаһа - еңелерәк. Үҙенән яуаплылыҡты бала иңенә һалыр өсөн уны ҡурҡыталар, йәнәһе, бына һин уҡымайһың, белмәйһең, эшләй алмайһың. Ата-әсәләр менән дә ошо хафаһын бүлешә уҡытыусы. Мәктәп линейкалары булһа, ата-әсәләр йыйылышында ла гел балаларҙың берәй етешһеҙлеген табып тәнҡитләй ҙә торалар. Ә үҙ балаң тураһында насар һүҙ ишетеүе ауыр, ата-әсәләр мәктәпкә лә килмәй башлай. Мин ата-әсәләргә балаларын гел маҡтап һөйләргә тырыштым, хатта бер ваҡыт аптырап: "Улар шул тиклем һәйбәтме ни, быға тиклем бик насар инеләр бит", - тип тә һоранылар йыйылышта. Балалар бит, төрлө саҡтары була инде, әммә уларҙы дәртләндерергә, урынлы итеп маҡтай белергә, күңелдәрен үҫтерергә кәрәк. Әхлаҡлы кеше башҡа берәүҙе бер ҡасан да кәмһетеп, етешһеҙлек эҙләп тормай. Тимәк, бөгөн мәктәптә уҡыусыны тәрбиәләү өсөн уҡытыусыларҙың үҙҙәренә тәрбиә алырға кәрәк башта.
Эйе, күп осраҡта баланың ҡанаттарын һындырып, бер нәмәгә лә эшкинмәйһең, тигәнде мейеһенә һеңдереп, үҙаллы тормош көтөргә әҙерлекһеҙ итеп сығарабыҙ. Бөтә ололар шикләнеп ҡарағанда бала үҙ көсөнә нисек ышанһын, нисек үҙаллы булһын? Ә бит тап үҙаллылыҡ, үҙ көсөңә ышаныу кешегә тормош һынауҙарын еңеп сығырға ярҙам итә. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда ла үҙ көсөңә, белемеңә ышаныс тойоу мөһим роль уйнай, ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Уҡыған кеше барыбер имтихан бирә ала ул. Маҡсатлы, предметтарҙы яратып өйрәнгән, ҡыҙыҡһынған, аңлаған, мәктәп йылдарында төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашҡан балалар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу "ике тин - бер аҡса".

Альберт ИШКИЛДИН, Әбйәлил районы Красная Башкирия мәктәбе уҡыусыһы: Берҙәм дәүләт имтиханы төпкөл төбәктәрҙә йәшәгән балаларға ла илдең үҙәк вуздарына инеп, белем алыу мөмкинлеге биреүе, белем кимәлен баһалауҙың уңайлы ысулы булыуы менән яҡшы. Шулай уҡ күңелеңә ятҡан һөнәрҙе һайлап, биш вузға документтар тапшырыу мөмкинлеге бирелеүе лә бик ыңғай күренеш. Бына мин маҡсатлы рәүештә юғары балдар йыйыу өсөн рус теле һәм математика буйынса ике йыл етди шөғөлләндем, физикаға былтыр йәйҙән ныҡлап әҙерләндем. Һөҙөмтәлә, тәүге имтихандарҙан 91 һәм 80 балл йыйһам, физиканан 100 баллыҡ һөҙөмтәгә өлгәштем. Быны мин алдан уҡ маҡсат иткәйнем. Көҙгөһөн һынап ҡарау имтихандарында рус теле һәм математиканан 70-әр тирәһе генә балл йыйғас, 80 балдан күберәккә эшләргә тырышырға кәрәк, тигән маҡсат ҡуйҙым үҙемә. Физиканан көн һайын мәктәптә уҡытыусым Закир Әхмәтшин менән дә шөғөлләндем, тәүге уҡытыусым, хәҙер хаҡлы ялдағы Фәниә Рысҡужинаға өҫтәмә дәрестәргә йөрөнөм. Тәүҙә 80 балдан юғарыраҡҡа эшләргә тип тырышҡайным, шунан физиканың артыҡ ауыр фән булмауын аңланым да, 90 балдан күберәк алырға ынтылдым.
Шулай еңел генә һөйләһәм дә, әҙерләнгән ваҡытта ҡыйынлыҡтар булманы түгел, бигерәк тә психологик яҡтан ауыр булды. Ҡайһы берҙә барыһына ла ҡул һелтәп, бер нәмә лә эшләмәй, тик кенә ятҡы килеп китә ине. Шулай ҙа төп имтихандарға ике йыл дауамында әҙерләнгәс, быйыл йөкләмәләр еңелерәк булды.
Хәҙер, төп предметтарҙан БДИ һөҙөмтәләре булғас, тағы ла бер еңел булмаған эш көтә - белем алырға теләгән юғары уҡыу йортон һайлау. Мин техник һөнәрҙәрҙең береһен үҙләштергем килә. Әлегә аныҡ ҡына ниндәй йүнәлештә белем алырымды әйтә алмайым, әммә ғәмәли математика һәм физика, IT-технология, электроникаға бәйлеләренә өҫтөнлөк бирәм. Өфө, Силәбе, Екатеринбург ҡалаларындағы вуздарҙы күҙ уңында тотам. Быйыл беҙҙең мәктәпте 12 уҡыусы тамамлай, класташтарым да Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы ғына тапшырып килә. Барыһының да күрһәткестәре уртаса 60-80 балл тирәһе. Быйыл БДИ тапшырыу ирекле булһа ла, баш тартыусылар юҡ. Рус теленән барыбыҙ ҙа бирҙек, профиль математиканы 8 уҡыусы тапшырҙыҡ, ҡалғандар нигеҙ математиканы һайланы. Һәр кем үҙе теләгән юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, киләсәктә үҙ урынын табып, уңыштарға өлгәшһен, тип теләйем.

Шулай итеп...
Илдең сығарылыш уҡыусылары белемен Берҙәм дәүләт имтиханы ярҙамында һынай башлауға бер тиҫтә йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Уны тормошҡа ашырыу барышына күҙ һалһаҡ, тәүҙә урта һөнәри уҡыу йорттарына ингәндә БДИ һөҙөмтәләрен талап итеү туҡтатылды. Быйыл иһә имтихандың аттестаттағы билдәләргә йоғонтоһо булмаясағы һәм сығарылыш уҡыусыларының кемдәрелер уны тапшырмайынса ла ҡулына урта белем таныҡлығы аласағы тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бәлки, киләсәктә ошо тәжрибә дауам итер һәм уҡыусылар 9-сы синыфтан һуң мәктәптән китмәй, ата-әсәһе эргәһендә һәм үҙе өйрәнгән мөхиттә ҡанаттары нығынғансы тәрбиә-белем алыуҙы хуп күрер. Ғөмүмән, Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү барышы заман менән бергә үҙгәрер һәм ыңғай һөҙөмтәләр бирер, тип ышанайыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.20 | Ҡаралған: 426

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru