«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘҘЕКЕН ҺАЙЛА ҮҘЕБЕҘҘЕКЕН ҺАТЫП АЛ
+  - 

Әүҙем тормош алып барған, үҙ эшенә юғары яуаплылыҡ менән ҡараған һәм төрлө кимәлдә ҙур уңышҡа өлгәшкән башҡорт эшҡыуарҙары бик күп. Улар араһында йөрәгендә милли рух йөрөтөп, халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен, боронғо кәсептәрен киләсәк быуынға еткереү хисе менән янғандары ла аҙ түгел. Шундайҙарҙың береһе - сәйәхәтсе, йылҡы үрсетеүсе Денис Өмөтбаев.

Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған, өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға яратмаған, яңынан-яңы маҡсат ҡуйып, алға ынтылған һәм үҙе артынан башҡаларҙы ла эйәртә белгән йәш эшҡыуар менән әңгәмәбеҙҙең төп темаһы - уның яңы башланғысы, атап әйткәндә, халҡыбыҙҙың ҡорот ыҫлау шөғөлөн тергеҙеп, уны ҡулланыусыға еткереп, тәмле лә, экологик яҡтан таҙа ла, файҙалы ла милли аш-һыуыбыҙҙы таратып, киләсәк быуындың сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итеп, ошо өлкәлә уңыш ҡаҙаныу тураһында булды.
- Бөгөн ҡала ерендә генә түгел, ауылда ла үҙ эшеңде асыу өсөн мөмкинлектәр бар. Әммә уларҙы ҡулланып ҡарарға тырышҡандар ғына аҙ. Ауыл хужалығын, малсылыҡты үҫтереүгә инвестиция һалғандар байтаҡ, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа республикала байтаҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтары барлыҡҡа килде. Был йәһәттән грант, субсидия алыу маҡсатында төрлө программаларҙың бойомға ашырылыуы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Шулай ҙа йыш ҡына ауылда эш юҡ, аҡса юҡ, тигәнде ишетергә тура килә. Ә мин шуның киреһен әйтер инем: бөгөн ауылда ла үҙ эшеңде асырға һәм уны уңышлы алып барырға була. Бына әле мин йылҡысылыҡтан тыш, ҡорот ыҫлау эшен йәйелдерергә теләйем.
Һуңғы осорҙа тормошобоҙға дөрөҫ туҡланыу тигән термин килеп инде. Халыҡ диетик аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә башланы. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ошо сәләмәт ағымды уңышлы файҙаланырға мөмкин, сөнки ҡорот - элек-электән башҡорттарҙа дауа булараҡ киң ҡулланылған. Хәҙерге медицинала ла уның шифаһын төрлө дарыу менән сағыштыралар. Ҡоротто ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләү, аппетитты уятыу, холестеринды кәметеү өсөн ҡулланғандар. Шулай уҡ тамаҡҡа аш бармағанда ҡорот һыулап эскәндәр. Ҡорот ыҫлау эшенә тотонор алдынан ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тоттом. Ыҫланған ҡороттоң өҫтөнлөктәрен сәйәхәттә саҡта ла күп тапҡыр һынап ҡарағаным бар ине. Уның тәмле һәм файҙалы ғына түгел, ә юлда йөрөтөү өсөн уңайлы икәнен дә татыным. Кипкән ҡорот ныҡ ҡатмай. Әлеге ваҡытта ҙур булмаған күләмдә етештереп, уны рекламалау, ҡулланыусыға еткереү менән шөғөлләнәм. Уны ашап ҡарағандарҙан әлегә ыңғай фекерҙәр генә ишетелә. Заказсыларымдың күбеһе - башҡорттар.
Аҙнаһына 10-15 баш ҡороттан башланыҡ. Беҙҙең продукция төҫө буйынса ла, тәме менән дә айырыла. Эксперимент рәүшендә төрлө ҙурлыҡта эшләп ҡарайбыҙ. Ҡуйған маҡсатыма яйлап яҡынаям, тип уйлайым. Әлегә был эш менән бер генә инәй шөғөлләнһә, киләсәктә был эшмәкәрлеккә бер нисә кешене йәлеп итергә мөмкин. Баймаҡ районы ауылдарының береһендә ҡорот ыҫлау цехы асыу өсөн йәтешле бина ла таптым.
Ғөмүмән, һыйыр һөтөнән төрлө аҙыҡ әҙерләргә була. Уларҙы эшләү традицияларын һаҡлау, таратыу ғына кәрәк. Бына мин йәнә сыр эшләүҙе яйға һалырға ниәтләйем. Сәйәхәт иткән ваҡытта уның төрлөһөн тәмләп ҡарарға насип булды. Ҡорот ыҫлау технологияһы бер ни тиклем сыр эшләүгә оҡшаған, шуның өсөн ул оҫталарға яңылыҡ булмаҫҡа тейеш. Ошо уйым барып сыҡһа, ауылда ҡатын-ҡыҙҙарға эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Был да - минең төп бурыстарымдың береһе.

Ләйсән СӘЛИХОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.20 | Ҡаралған: 468

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru