«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫУ ЙОРТО ҺӘМ ГӘЗИТ
+  - 


Шәхестең формалашыуында ул йәшәгән мөхит, уны уратып алған кешеләр, хәл-ваҡиғалар ҙур роль уйнай. Ошо хәҡиҡәтте иҫәпкә алып, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты үҙенең тәрбиәүи эшмәкәрлеген ойошторғанда, иң беренсе, йәш быуынға илһөйәрлек тойғоһон һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн бар шарттарҙы булдырырға тырыша. Бөгөн был уҡыу йортонда белем биреүҙең традицион алымдары һәм яңыса ысулдар бер-береһе менән тығыҙ үрелеп бара. Алдынғы технологияларҙың уңышлы ҡулланылыуын коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле килеп сыҡҡан ваҡиғалар ҙа асыҡ күрһәтте. Институт бер ниндәй ығы-зығыға бирелмәй, уҡытыуҙы дистанцияла ойоштора алды. Диплом яҡлау мәле лә уңышлы бара. Әле ҡабул итеү комиссияһы эш башланы. Абитуриенттарға, ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн консультация үҙәге булдырылды. Ул төп корпуста урынлашҡан, әммә инеү урыны айырым. Инфекциянан һаҡланыу маҡсатында бөтә санитария талаптары үтәлә.

Беҙҙең студенттар - башлыса ошо төбәк ауылдары мәктәптәре уҡыусылары. Атай-әсәйҙәренә эйәреп кенә килгән балалар ярты йылдан үҙ-үҙенә ышанған, ҡыйыу ҡыҙ һәм егеттәргә әйләнә. Был тәңгәлдә эшлекле, берҙәм, рухлы коллектив мөһим эш алып бара. Төп маҡсатыбыҙ - студентты төрлө яҡлап үҫтереү. Ашағанмы, йоҡлағанмы, дөйөм ятаҡҡа ҡайтҡанмы - барыһы ла күҙәтеү аҫтында. Бөгөн йәштәр өсөн ымһындырғыс әйберҙәр бик күп, уларҙы шуларҙан араларға тырышабыҙ. Буш ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреүҙәренә булышлыҡ итәбеҙ. Тәрбиә эшен студенттарға сифатлы һөнәри белем биреү менән бергә алып барабыҙ. Бөгөн унһыҙ булмай, сөнки был системала ла конкуренция көслө. Әхлаҡлы, тәрбиәле, рухлы, фекерле, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе белгән, физик яҡтан көслө шәхес үҫтерергә тырышабыҙ һәм был тәңгәлдә "Киске Өфө" гәзитенең беҙгә ярҙамы, роле баһалап бөткөһөҙ. Быны бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем дә дәлилләй.

Инна Ситнова, Сибай институты директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары: Билдәле булыуынса, институт милли мәғарифты, мәҙәниәтте үҫтереү буйынса ошо төбәктең үҙәге булып тора һәм бар мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға тырыша. Беҙҙең уҡыу йорто коллективына студенттарҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән, һис шикһеҙ, "Киске Өфө"нөң әһәмиәте бик ҙур. Башҡорт теле, этнография, география буйынса диктанттар һәр ваҡыт беҙҙә үтә. Иң мөһиме шул - беҙ ике йүнәлештә, атап әйткәндә, башҡорт теле, әҙәбиәте һәм филология буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ. Бөтә факультеттарҙа ла тел өйрәнелә, студенттар туған телдәрендә ирекле фекер йөрөтә, аралаша. Мәҫәлән, тәбиғәт фәндәре-математика факультетында уҡыусы Данир Ишбаев шиғыр яҙа. Хоҡуҡ факультеты студенты Илсиә Шәмсетдинованың да рухлы шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Инженер һөнәренә уҡыусы технология факультеты студенттары "Ыстағафирулла" КВН командаһы ойоштороп, башкорт КВН-ында кубокка эйә булды, бынан тыш, Татарстанда, Ҡаҙағстанда Башҡортостан намыҫын яҡланылар. "Инеш" түңәрәге, "Юлдаш" гәзите һәм башҡалар - былар барыһы ла беҙҙең студенттарҙы камиллаштырыуҙа мөһим роль уйнай. Шәйехзада Бабичтың 120 йыллығы айҡанлы "Бабич вариҫтары" исемле республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы ла Сибай институтында үтәсәк. Әйткәндәй, Бабичҡа һәйкәл тәүгеләрҙән булып 1997 йылда беҙҙә асылды. Һанлы мәғлүмәт технологияларына күсеү осоро бара, беҙҙең киләсәктә бик күп проекттар, идеялар, пландар бар. Уларҙы ла атҡарып сығыуыбыҙға ышанам.

Ләйсән Хәсәнова, секретарь:Көнөнә меңәрләгән кеше шылтырата, ҡунаҡтар ҡабул ителә. Ҡабул итеү бүлмәһе - институттың иң ҡайнап торған урыны, тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Азат Сәлимйән улы Вәлиевҡа тәғәйенләнгән гәзит-журналдарҙы ҡарап сығам да, Сибай институты тураһында ҡайһы баҫмала, нимә тураһында яҙылған, барыһын да билдәләп, етәксегә ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирәм. Иң беренсе ҡулыма "Киске Өфө" гәзитен алам. Бик тәрән фекер йөрөткән, киң диапазонлы баҫма. Тарихи материалдарға ҙур урын бирелә. Бынан тыш, заман башҡорттары өлгөһө хаҡында мәғлүмәт күп. Миңә айырыуса "Уңыш ҡаҙан" рубрикаһы оҡшай. Быға тиклем беҙ ундай белемде белмәй ҙә инек. Ә бына "Киске Өфө"нөң ошо темаға мөрәжәғәт итеүе, үҫеш серҙәре менән бүлешеүе беҙгә һәм студенттарға файҙаға ғына булды.

Дилә Йәғәфәрова, хоҡуҡ һәм кадрҙар буйынса бүлек начальнигы: Эшебеҙ туранан-тура студенттарҙы уҡытыуға ҡағылмай, әммә беҙ белем усағында барған бөтә ваҡиғалар уртаһында ҡайнайбыҙ. Ғөмүмән, беҙҙә ситтән тороп күҙәтеүселәр юҡ, белем, тәрбиә эшенә иҫәп-хисапсылар ҙа, иҡтисад бүлеге лә, иҙән йыуыусылар ҙа, урам һепереүселәр ҙә, дөйөм ятаҡта эшләүселәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Уҡыу йорто бик күп баҫма алдырта, әммә миңә үҙенең аҡыллы, тос фекерҙәре булған, тарихи материалдарҙы яҡтыртҡан "Киске Өфө" гәзите үтә лә яҡын. Беҙҙең бүлек хеҙмәткәрҙәре уның һәр һанын көтөп ала һәм тәүге битенән алып аҙаҡҡаса ентекләп уҡып сыға. Беҙгә ҡарап, бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре лә гәзитте ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. "Киске Өфө" гәзитендәге материалдарға, баҫманың һәр һанына анализ яһала. Бик уҡымлы, студенттар өсөн дә кәрәкле баҫма, тип иҫәпләйбеҙ.

Дилә Хәмитова, уҡыу һәм производство буйынса практика етәксеһе: "Киске Өфө"нө бала саҡтан уҡыйым. Аҡыллы фекерҙәр тупланмаһы ул. Бер уҡыуҙа ғына әллә күпме яңылыҡ алаһың, күңелеңде байытаһың, рухыңды нығытаһың, фәһем алаһың. Шуныһы ҡыуаныслы, институт етәкселеге быны яҡшы аңлай һәм йыл да баҫмаға яҙылып, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып тора.

Гөлсәсәк Рәхмәтуллина, һөнәри йүнәлеш биреү һәм студенттарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса бүлек етәксеһе: "Киске Өфө"нө барыһы ла ярата беҙҙә. Йыйыштырыусы апайҙарыбыҙ ҙа иҙәндәрҙе йыуып, тирә-яҡты тәртипкә килтергәс, гәзитте ҡосаҡлап йөрөп уҡый. Иң башта һәр береһе айырым уҡып сыға, аҙаҡ үҙ-ара фекер алышалар. Материалдар буйынса ҡыҙыу, йәнле бәхәстәрҙең бер нисәүһенең шаһиты булырға ла тура килгәне бар. Тимәк, баҫма уҡыусыны уйландыра, фекерләтә, битараф ҡалдырмай.
"Киске Өфө" беҙҙең ырыуыбыҙ гәзите тиһәм, һис кенә лә хата булмаҫ. Әсәйем, уның әсәһе, туғандары, бөтә нәҫелебеҙ менән уҡыйбыҙ уны. Ә уҡытыусы өсөн был баҫма - өҫтәл китабы, энциклопедия. Беҙҙең ғаилә лә уны яҙҙырмай ҡалдырмай. Ирем дә ошо институтта эшләй, студенттарға иҡтисад буйынса һабаҡ бирә. Гәзиттә иҡтисадҡа ҡағылышлы һорауҙар ҙа күтәрелеүен ул юғары баһалай. Фекерләү, дөрөҫ һүҙ һөйләү, уның кешенең тормошона, интеллектуаль үҫешенә тәьҫир итеүе - беҙҙең өсөн осо-ҡырыйы күренмәгән бер өлкә, уны өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Ошо теманы тәүгеләрҙән булып "Киске Өфө" яҙып сығарҙы һәм беҙгә тормоштоң бығаса белмәгән өр-яңы яғын асты. Институтҡа гәзитте бер район кимәлендә алдыртабыҙ. Элек-электән килгән матур йола ул беҙҙә. Дөйөм ятаҡта ла уҡыйҙар уны. Шуға ла студенттарыбыҙ тәртипле, аҡыллы, итәғәтле, уларҙы эшкә саҡырып ҡына торалар. Мәҫәлән, бөгөн бер егетебеҙ "Артек"та эшләп йөрөй. Ул ошо халыҡ-ара лагерҙа практика үткәйне, ҡулына диплом алыу менән уны эшкә саҡырҙылар. Ундай миҫалдар бик күп беҙҙә. Артабан да шулай матур студенттар тәрбиәләргә яҙһын. Шулай уҡ яратҡан баҫмабыҙ "Киске Өфө"гә артабанғы уңыштар, ижади осоштар теләйем!

Рәүилә ХӘСӘНОВА,
Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.20 | Ҡаралған: 438

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru