«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ ЛА БИТЛЕКҺЕҘ БИТҺЕҘҘӘР ХАҠЫНДА
+  - 


Үпкәләһә, үпкәләр инде ҡай берәүҙәр, тик шулайтып әйтергә тура килә, башҡа сара юҡ. Хәйер, коронавирус башланып киткән осорҙа ла бар ине ундай "ҡыйыуҙар ", йәғни битлек кейеп йөрөргә тигән мотлаҡ күрһәтмәне һанға һуҡмай, үҙ "туҡһанын туҡһан" итеп иркенләп йөрөргә яратыусы эгоистар.

Ундайҙар, әлбиттә, башҡаларҙы бар тип тә белмәй. Үҙ ҡылыҡтарын аҡлап, ниндәй генә сәбәптәр уйлап тапмайҙар: йәнәһе, битлек кейеү файҙаһыҙ, ул вирус йөрөтөүселәрҙән генә талап ителергә тейеш. Бының нигеҙһеҙлеге наҙан кешегә лә хатта билдәле. Йәшертен вирус йөрөтөүсенең маңлайына яҙылмаған, был турала ул хатта үҙе лә белмәҫкә мөмкин. Хатта хәҙер аҙым һайын һатылған был һаҡланыу сараһын һатып алмай, уны бушлай таратыуҙы талап итеүселәр ҙә осрай. Бушлай ҙа күпләп таратылды, ләкин ул саҡта ла тәртипкә буйһонмағандар күп булды. Ә бөгөн иһә, үҙ ҡурсаланыу осоро бушатылғандан һуң бөтөнләй туғарылды халыҡ: магазинда, дауаханала булһын йәки транспорттамы - элементар тәртип ҡағиҙәләрен үтәүҙән баш тартыусылар - аҙым һайын, улар араһында бер үҙеңә битлек кейеп йөрөүе лә хатта уңайһыҙыраҡ тойола башлай...
Был сир, уйлап ҡараһаң, йәмғиәтебеҙҙең мәҙәни кимәле күрһәткесе лә булды ла ҡуйҙы түгелме? Әле пандемия ҡатмарлаша төшөп, пневмония менән сирләүселәр күбәйеп киткәс, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров йәмәғәт урындарында, транспортта вирустан шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу режимын көсәйтеүҙе талап итте. Ғөмүмән, төбәк етәксеһенең был мәсьәләне даими иғтибар үҙәгендә тотоуы, халыҡ һаулығы өсөн борсолоуы, йөрәгенә яҡын алыуы ҡайһы бер туң күңел битарафтар бәғерен дә эретерлек тә бит хатта, ләкин, күренеүенсә, күптәр быны баһалау түгел, аңлау һәләтен дә юғалтҡан, ахыры инде...
Күрәһең, бөгөн бөтөн нәмәне инҡар итергә ғәҙәтләнеп киткән халыҡ рәсми статистиканы ла һанға һуҡмай һәм ул турала ишетергә лә теләмәй. Ә бит һуңғы ике айҙағы динамика ҡотто алырлыҡ. 21 майға ҡарата ғына әле коронавирус йоҡтороусылар республикала бөтәһе 2514 кеше булһа, ни бары 2 ай ҙа 10 көн эсендә уларҙың һаны 4231 кешегә артып киткән һәм 1 авгусҡа 6745 сирле тәшкил итә. Йәғни, ай һайын ике меңәрҙән ашыу кеше зарарлана башлаған, тигән һүҙ был. Бына шуның өсөн дә бөгөн республикала битлек кейеп йөрөү режимын көсәйтергә ҡарар ителде. Әлеге ваҡытта Өфөлә генә түгел, райондарҙа ла шәхси һаҡланыу саралары менән файҙаланыу мәсьәләһе контролгә алынды. Баш ҡалала, мәҫәлән, магазиндарҙа, дауаханаларҙа һәм йәмәғәт транспортында битлекһеҙ йөрөгән кешеләргә штраф санкциялары ҡаралған. Ошо көндәрҙә генә ишетелеүенсә, хатта N тигән бер ауылда район үҙәгенән килеп төшкән тикшереүселәр әхирәте янынан сәйләп ҡайтып килгән бер әбейҙән дә, уның әхирәтенән дә штраф түләтеп киткән, имеш, тип көлдөрҙөләр. Тик был анекдот та, шулай уҡ көлкө лә түгел: ауылдарҙы ла иңләй сир, сөнки тыуған төйәктәренә ялға ҡайтыусылар, туй, башҡа төр мәжлес үткәреүселәр күп, өҫтәүенә, әлеге вахтасылар һаман булһа ҡайтып-китеп йөрөүҙән туҡтамай. Күптәр был сирҙе үҙҙәренә ҡағылмай йә уны урап үтер, тип уйлай, күрәһең: бөтөнләй һаҡлыҡ саралары күрмәй; магазинға икмәк алырға йә дауаханаға инеп сыҡҡан арала ла күҙмә-күҙ осрап тора ундайҙар. Касса янына хисаплашырға килһәң, бер ни уйламаҫтан, елкәңә тынын бөркөп, эргәңә үк сиратҡа килеп тә баҫа мәғәнәһеҙҙәр - социаль ара (дистанция) тигәнде ишеткәндәре лә юҡ, күрәһең.
Магазиндарҙың да күбеһендә бындай бүлем билдәләре, башҡа төр иҫкәртеүҙәр бөтөнләй юҡ, хатта кассирҙар үҙҙәре лә битлекһеҙ ултыра башланы - бына ғәжәп! Үҙҙәре һүҙ күтәрмәй: берәй иҫкәртеү ишараһы яһап ҡара - ҡолаҡ япраҡтарың һулырлыҡ әрепләшеү ишетерһең. Ә "Башавтотранс" водителдәре менән меҫкен кондукторҙар ниндәй генә хәлгә ҡалып бөтмәне шундай моңһоҙҙар арҡаһында. Эйе, тап шулар арҡаһында ла республикала сирҙең киҫкен көсәйеп китеүе сәбәпле 31 июлдә БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары Ғәҙәттән тыш режим хаҡындағы БР законына үҙгәрештәр индерергә мәжбүр булды ла инде. Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, төҙәтмәләр COVID-19 менән бәйле хәл арҡаһында ғәмәлгә атҡарыла. Уға ярашлы, республика хөкүмәте ғәҙәттән тыш хәл режимын техноген һәләкәт йә тәбиғәт стихиялары сәбәпле генә түгел, ә хәүефле йоғошло сир - пандемия осоронда ла иғлан итә ала.
Битлек режимы ҡәтғиләштерелеү сәбәпле, әлеге "Башавтотранс" һаҡлыҡ саралары булмаған пассажирҙарҙы хеҙмәтләндермәйәсәк: салонда битлек кеймәгәндәр булһа, кондуктор уларға билет һатмаясаҡ һәм автобустан төшөп китеүҙәрен талап итә аласаҡ. Автобустарға пассажирҙарҙың бөтәһе лә битлек кейеп ултырғас ҡына маршрут буйынса ҡуҙғалып китергә рөхсәт ителә. Бындай тәртип, әлбиттә, бөтөн юлаусыға ла оҡшап та етмәҫ, законға ҡаршы килеп, әрепләшеүселәр ҙә буласаҡ, тик ундайҙарға һүҙ әрәм итеп, оҙаҡ һатыулашып торорға ла кәрәкмәҫтер, полиция саҡыртыу ҙа етә йә булмаһа, яуаплы кешеләр тарафынан кирегә бөткәндәргә мул ғына штраф та сәпәләсәк. Шуға күрә штраф түләтеү хоҡуғын кондукторҙарҙың үҙҙәренә йөкмәтеү ҙә урынлы булыр ине, тимәксемен.
Иң мөһиме: ҡаты тәртип кешегә ҡаршы түгел, киреһенсә, уның мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләнә икәнен аңлаһын ине ул әҙәм балаһы. Бер аҙ ғына уйлана төшһөндәр, хаталарын аңлаһындар һәм башҡаса ҡабатламаһындар өсөн генә түгел, ә уларҙың сәләмәтлеген, ғүмерен аяп эшләнә бит бөтәһе лә. Юғиһә, тыйылғанды һанламау үҙҙәренә үк ҡиммәткә төшәсәк.
Йәнә лә мин-минлеккә барыуҙы ғәҙәт иткәндәрҙе сир менән ярышып сүпләүсе тағы бер хәүеф һағалай. Иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмайынса, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеп батып үлеүселәр быйыл бигерәк күп һәм бында көндәрҙең ғәҙәттән тыш эҫе тороуын һылтау итеү дөрөҫ түгел. Төп ғәйеп - әлеге лә баяғы тәртипте, ҡабул ителгән дөйөм талапты һанламау, үҙһүҙлелек касафаты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 20 июлгә ҡарата быйыл 162 кеше батып үлгән. Шуны ла әйтеп китеү кәрәктер: һыу инеүселәр ҙә, яр буйында ҡыҙыныусылар ҙа бик күп йыйылып китә һәм, әлбиттә, бында бер кем дә битлек тә кеймәй, социаль аралыҡты ла күҙәтмәй. Бынан алдараҡ әле БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән брифингта Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Марина Скотарева әйтеүенсә, улар ведомствоһы яғынан һыу инеүҙәрҙә тыйыу ҡаралмаған, сөнки, тип аңлата ул, коронавирус һыу аша йоҡмай. Ошоға ҡағылышлы, Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, "РИА Новости" агентлығы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә: COVID-19-ҙың күпселек өлөшсәләре 24 сәғәт эсендә бүлмә йылылығындағы һыуҙа һәләк була, ә 99,9 проценты 72 сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Ә бына диңгеҙ һыуында һәм хлор ҡатышмаһы кәметелгән һыуҙа вирус үрсемәй, ләкин йәшәү һәләтен юғалтмай, ә инде ҡайнатылған һыуҙа коронавирус тулыһынса юҡҡа сыға. Был мәғлүмәттәр ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһа ла уның һыу инеүселәр тәртибе һәм батып үлеүселәр статистикаһына бер ниндәй ҡағылышы ла юҡ һымаҡ. Ләкин был Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәрен халыҡтың күпләп һыу инеү урындарын билдәләүҙән һәм махсус контролгә алыу бурысынан азат итмәй. Һыу инеү урындары ла бит уларҙың инфекция сығанағы булыу-булмау йәһәтенән сығып ҡаралырға тейешле түгелме ни һуң? Эҫе көндәрҙә пляждарҙа ла, һыу эсендә лә алма төшөр урын булмай, ә быны нисек күҙҙән ысҡындырмаҡ кәрәк? Дөрөҫ, әйтелеүенсә, иҫкәртеүҙәргә лә, тыйыуҙарға ла бөгөн бер кем иғтибар бирмәй, ә шулай ҙа административ яза сараларының аныҡ документҡа нигеҙләнгән булыуы хәйерлерәктер.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.20 | Ҡаралған: 550

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru