«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢДЕКЕ - ҮҘЕҢДЕКЕ БУЛЫР ЙӘКИ БУЙҘАҠТАРҒА ӘЙТЕР ҺҮҘ
+  - 

Гәзитебеҙҙең 30-сы һанындағы "Кәләш алмайым, йәки Буйҙаҡ монологы" тип аталған мәҡәләне уҡып, уның авторын ныҡ ҡына йәлләп ҡуйҙым. Ысын. Әле дүртенсе тиҫтәһен ваҡлап барған авторыбыҙ был донъяның иң ләззәтле бер (хатта бер нисә) нәмәһенән мәхрүм дә баһа.

Беренсенән, был егетебеҙҙең "мине өҙөп ал" тип тулышып бешеп торған сейәләй гүзәлдәребеҙҙең наҙын, йылыһын татып йәшәй генә торған мәле. Әле үҙенең дә ошо нәфис заттарға "ҡаршы торорлоҡ" ҡарыулы сағы бит. "Дары запасы" бөтмәҫ элек, кемделер (иң беренсе нәүбәттә үҙеңде) бәхетле итеүҙән баш тартып, монах һымаҡ ғүмер кисереп йөрөү - эш түгел, тимәксемен. "Нишләп мин монах булайым ти!" тип уның үпкәләргә әҙер тороуын да күҙаллайым. Әлбиттә, "монах" тиеүем шартлы ғыналыр инде. Сөнки буйҙаҡлыҡ тормошон йәшәү рәүеше итеп алған гүзәлдәребеҙ ҙә юҡ түгел. Авторыбыҙҙы тап ана шулар әленән-әле "ауыр хәлдән" ҡотҡарып торалыр хәҙергә. Әммә бындай тормоштоң да һис кенә ыңғай яғын күрмәйем. Элегерәк мин кәләш алырға йыйынып йөрөгәнемде ишеткәс (мин үҙем егерме йәштә генә өйләндем), бер ағайҙың: "Дөрөҫ, ҡустым, үҙеңдеке - үҙеңдеке була ул", - тип шаяртҡаны хәтеремдә. Тап шуның һымаҡ, унда-бында-тегендә осраҡлы ғына "һыуһыныңды ҡандырып" йөрөүҙең күркәм яғы юҡтыр, тимәксемен. Сөнки "бер көнлөк" партнерың - һинеке генә түгел бит, бына нимә! Нисек йөрәгең әрнемәҫ… Икенсе яҡтан, төптәнерәк уйлап ҡарағанда, һәр саҡ "ажар айғыр" һымаҡ ғәйрәтле булып та булмай бит. Бишенсе, алтынсы тиҫтәләреңде ҡыуып бара башлаһаң, әсе үкенес тойғолары ла килер үҙеңә. Әммә, һинең күңелеңә ятҡан гүзәл заттар инде һине үҙ итмәй башлауы ла мөмкин. Тормош үҙенекен итә.
Өсөнсөнән, бынамын тигән уландар йә ҡыҙҙарыңды тупылдатып һөйөп ғүмер итмәгәс - был яҡты донъяла йәшәүҙең ни йәме бар? Алтындай ваҡытың үтеп китһә, бала һөйөрҙәй булырһың да, әммә һуң булыр. Терһәк яҡын ғына һымаҡ тойолоп торһа ла, уны тешләп булмағандай, үкенерһең, хатта ер тырнап иларҙай булырһың, әммә үткән гүзәл мәлде ҡабат ҡайтарып булмаҫ. Бала-сағалары буйтым үҫеп килгән ҡатынға өйләнеп, ят балаларҙы тәрбиәләй ҙә башларһың, бәлки, тик улар һинең үҙеңдеке булмаҫ. Улар өсөн һин дә ҡәҙерле атай була алмаясаҡһың - бына нимә!
Изге Ҡөрьән-Кәримдә буйҙаҡлыҡ хупланмай. Ошо хаҡта ла белеп ҡуйыу кәрәк. Ғүмер бер генә мәртәбә бирелгәнлеге хаҡында ла иҫеңә төшөрөп китәйем, ҡустым. Ҡарт көнөмдә барып йәшәргә "ҡарттар йорто" бар әле, тип үҙеңде тынысландырырға тырышаһың да ул. Эш йортта ғына түгел бит әле. "Атай, һиңә кәңәшкә килдем әле, бына шуны нисегерәк итһәм яҡшыраҡ булыр икән?" йә "Әсәй менән икегеҙҙе ял йортона алып барып киләйем тигәйнем", тип, йә иһә хәл белешер өсөн генә булһа ла яныңа килерҙәй, имәндәй ныҡ уландарың булыу шатлығын татығың килмәйме ни?
Бына шулай, буйҙаҡ ҡустым. Бөгөндән үк үҙеңдең алдағы бәхетеңде хәстәрләй башла. Иғтибар ит: күрше йортта ғына кейәүгә сығырғамы-юҡмы, тип икеләнеп, тап һинең үҙең һымаҡ буйҙаҡ тормошон хуп күрергә тырышып, алданып ултырған гүзәлдәрҙән гүзәл зат йәшәй. Хәйер, һин уны үҙең дә күреп йөрөйһөң. Бәлки, үҙенең өлөшөнә тейешле "Алтын аттағы принц"ты көтөп тыныс ҡына йәшәп яталыр ул. Тик тыныс булыу ҡайҙа?.. Ситтән ҡарағандарға ғына шулай тойола. Ә ысынында иһә, уның да һөйөп һәм һөйөлөп йәшәгеһе килә. Нәҡ һинең һымаҡ уҡ, йыш ҡына наҙға һыуһап, ғазаплы төндәрен үткәрә бит ул. Тәне һау-сәләмәт булған был нәфис заттың да бөтмәҫ-төкәнмәҫтәй энергияһы ташып тора. Тик әлеге буйҙаҡлыҡ тигән нәмәнең диуарын емереп сығыуға тәүге аҙам яһарға ғына баҙнат итмәйерәк йөрөй, (һинән айырмалы) намыҫ һаҡлап, егет-елкенсәк менән дә яҡын аралашмай ғүмер итә был күршең. Уның менән тормош ҡорған хәлдә, фатирым бер бүлмәле генә (уныһында ла әсәйем йәшәй), ҡайҙа торорбоҙ, тип уйланаһың? Аңлайым. Баштараҡ, кемдеңдер буш фатирын арендаға алып булһа ла тормош башлаһаң, артабан йәшәйешең яйлап-яйлап үҙ юлы менән тәгәрәп китер. Күптәр шулай башлай. Бына күреп торорһоң: бала-сағағыҙ тыуғас та үҙегеҙҙе донъяла иң бәхетле кеше итеп хис итерһегеҙ. Нисек уны туйҙырырмын, тип һис кенә лә алдан бошонма. "Бүрәнә аша бүре күреү" ҙә яраған эш түгел, һәр сабый үҙ ризығы менән донъяға килә. Үҙеңде үҙең бәхеттән мәхрүм итмә, ҡустым. Бына шул.
"Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла", тигәндәй, ошо мөрәжәғәтем тулыһынса әлеге "күрше гүзәлгә" лә ҡағыла. Икегеҙгә лә Аллаһы Тәғәлә бәхетле тормош насип итһен. Амин!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.20 | Ҡаралған: 696

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru