«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕДАКЦИЯЛАРҒА ШЫЛТЫРАТМАЙҘАР, КИЛМӘЙҘӘРМЕ?
+  - 


Тимәк, хәбәрселәр ҡыҙыҡлы мәҡәләләр ижад итә белмәй.

"Беҙҙең быуындың иң шәп журналисы, күптәргә остаз, уҡытыусы булған шәхес һәм дөйөм алғанда ла бик белемле, уҡымышлы, юғары интеллектлы кеше менән осрашыу һеҙҙең өсөн бер һөнәри дәрес буласаҡ", - тине баш мөхәрриребеҙ Гөлфиә Янбаева уның хаҡында. Һәм бына беҙ редакцияға ғүмерен журналистикаға бағышлаған һүҙ оҫтаһы, ике тиҫтәләгән китаптар авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған танылған публицист Марсель ҠотлоҒӘллӘмовты саҡырып, уның журналислыҡ һабаҡтарын тыңланыҡ. Журналистарға ғына түгел, уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр был әңгәмә, тип ышанабыҙ.

Марсель Әҡсән улы, һеҙ күптән хаҡлы ялда, әммә гәзит биттәрендә һаман да мәҡәләләрегеҙ баҫылып тора. Бындай әүҙем эшмәкәрлек ҡайҙан килә? Һәм яҡшы журналист булыу өсөн ниндәй төп ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк?

- Уның ҡағиҙәләре - һөнәреңде яратыу, белеү һәм уға тоғро ҡалыу. Һеҙ минән ниндәйҙер айырым ғына күрһәтмәләр, инструкциялар көтмәгеҙ. Мин инде үткән быуат публицисы, бәлки, бөгөнгө көнгә ауаздаш та булып етмәйемдер. Һәм журналистика ла - шул уҡ яҙыусылыҡ, уҡытыусылыҡ, артислыҡ кеүек үк, тәбиғи талант икәнен белеү кәрәк. Уны эш, һөнәр итеп кенә ҡабул итеү ярамай.
Мин үҙ эшемдә һауалағы ҡош, һыуҙағы балыҡ кеүек булдым. Пенсияға сыҡҡандан һуң да әүҙем яҙыштым. Бер туҡтаманым. Эш араһында рус һәм башҡорт телдәрендә 24 китап сығарҙым. "Осҡон" район гәзитенең баш мөхәррире, "Совет Башҡортостаны" гәзитендә үҙ хәбәрсе, баш мөхәррир урынбаҫары, партияның Башҡортостан өлкә комитеты секторы мөдире, Башҡортостан телевидениеһының баш мөхәррире, "Известия Башкортостана" гәзитенең баш мөхәррире, республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары булып эшләгән осорҙарым булды, төрлөһөндә төрлө яуаплылыҡ, вазифалар һалынды, әммә ҡулымдан ҡәләм төшөрмәнем. Арып та, ялҡып та китәм һымаҡ бөгөн, тик күңел һаман яҙышыуҙы талап итә.

Журналистикаға ниндәй юл алып килде һеҙҙе? Ябай ауыл балаһында ҡайҙан тыуҙы бындай теләк-амбициялар? Публицистика - ул үҙең йәшәгән заман өсөн генә ҡыҙыҡлы жанр түгелме? Ғүмере бармы ул был жанрҙың? Шул уҡ ваҡытта һеҙҙең мәҡәләләр нәфис әҙәбиәт өлгөләре лә була ала һымаҡ...

- Бишенсеме, алтынсымы класта уҡығанда район гәзитендә тәүге мәҡәләм баҫылып сыҡты. Клуб мөдиренең эшен тәнҡитләп яҙғанмын инде. Шул мәҡәләгә ғорурланып, ауыл буйлап веләсәпиттә елдерәм. Ә клуб мөдире үҙемдән бер-ике генә йәшкә ҙурыраҡ ҡыҙыҡай. Бик ныҡ үпкәләне. Аҙағыраҡ, аҡыл ултыра төшкәс, юҡҡа ғына рәнйеткәнмен шул ҡыҙҙы, юҡ менән булғанмын, тип, был эшем өсөн үкендем. Публицистикаға килеү шундай юҡ ҡына материалдарҙан башлана икән. Тота килеп оҫтарып һәм аналитик мәҡәлә яҙа һалып булмай. Уның өсөн оҫталыҡтан тыш, тәжрибә лә, донъяға ҡарашыңдың формалашыуы ла, ниндәйҙер йәштәрҙе ашатлау, шәхес булараҡ үҫеү ҙә фарыз. Мин үҙем һикһәненсе йылдарҙың урталарында ғына етди публицистикаға өлгөрөп еттем.
Башҡорт ауылында тыуып үҫкән һәм тик башҡортса ғына аралашып йәшәгән кешемен. Бәләкәй саҡта беларус милләтенән булған еңгәм бар ине. Һуғыш ваҡытында фашистарҙан ҡасып, беҙҙең яҡҡа килеп ҡалған ғаиләлә үҫкән ҡыҙ. Беҙгә май заводына эшкә юлланған. Әсәйемдең ҡустыһы өйләнде уға. Ап-аҡ йөҙлө, аҡ сәсле сибәр еңгә. Сатан ағайыма тормошҡа сығып, башҡорттар араһында ерегеп, дүрт малай, ике ҡыҙ үҫтерҙе. Шул Маруся еңгәм бәләкәйҙән мине руссаға өйрәтте, диктант яҙҙырҙы, китаптар уҡытты. Еңгәмдең үҙен яҡын күреү, уға мөкиббән булыу миндә рус теленә лә һөйөү уятҡан, күрәһең, һуңынан рус телен үҙаллы махсус өйрәндем. Һәм рус теле миңә еңел бирелде. Был үҙе үк күп кенә мөмкинлектәрҙе лә асты. Хатта китаптарымды ла русса яҙҙым. Тел белеү бары тик файҙаға ғына, әммә эш, асылда, ниндәй телдә түгел, ә нимә хаҡында яҙыуыңда ул.
Мине берәү ҙә "шуны яҙ, быны яҙ" тип мәжбүр итмәй, задание бирмәй. Темаларҙы үҙем һайлайым. Үҙемә оҡшаған, күңелемә ятҡан темаларҙы ғына һайлайым.
Яҙышыу өсөн белем кәрәк. Юғары белем әле бер нимә хаҡында ла һөйләмәй, ул белемгә гарантия түгел. Өйөндә телефон китабынан башҡа әсбап тотмаған, телевизорҙан башҡа мәғлүмәт инеше булмаған әҙәмдәр белемле була алмай. Китап уҡыу минең сир булды. Еңгәгеҙ ҙә шулай ине. Йоҡлар алдынан мотлаҡ икебеҙ ҙә бер-ике сәғәт китап уҡымайынса ятмай инек.
Публицистикаға килгәндә инде, публицистика - ул нәфис әҙәбиәткә юл ярыусы жанр. Был өлкәне "Үҙ заманын яҙыусы" тип ябай ғына итеп нарыҡлаһалар ҙа, ул әҙәби стилдең, әҙәбиәттең нигеҙе лә икәнде онотмайыҡ. Әммә публицист менән әҙәби әҫәр яҙыусы икеһе ике донъя, быларҙы бутап ташларға ла ярамай. Әҙәби әҫәрҙә публицистик мотив өҫтөнлөк итә икән, тимәк, был яҙыусы оҙаҡ журналист булып эшләгән һәм шул ҡалыпҡа инеп ултырған, әҫәрҙә арбап алып китеү маһирлығы тыумай, ул мәғлүмәт кенә бирә. Бындай әҫәрҙәрҙең актуаллеге билдәле ваҡытҡа ғына тәғәйенләнгән, заманы үтте икән, уның ҡиммәте лә юғала.
Публицист менән әҙәби әҫәр тыуҙырыусылар был ике арала сикте белергә һәм тоторға тейеш, тип тағы ла бер ҡабатлап әйтәм. Юғиһә, хисле һәм эмоциональ яҙыусылар, шағирҙар мәҡәлә яҙғанда артыҡ йор һүҙләнеп, фантазияларын ҡушып ебәрә торған. Күп кенә миҫалдар ҙа килтерә алам, әммә берәүҙең дә йөҙөн йыртҡым килмәй. Ошо тәртипте үҙ сиктәрендә тота белеү ҙә оҫталыҡ ул.

Тәбиғәт тарафынан яҙыу һәләте бирелеү, белемгә ынтылыш, маҡсатлы булыу, хеҙмәтеңде һөйөү - һеҙҙең журналистика юлы, шулай бит? Ошо юл хаҡында тәфсирләберәк һөйләгеҙ әле...

- Унынсыны Әбйәлил районының Амангилде ауылы мәктәбендә тамамланым. Мәктәптең етди гәзитен дә, сатирик гәзитен дә - бөтә стена гәзиттәрен дә бер үҙем сығара торғайным. Унан район гәзитенә лә яҙып өлгөрәм. Мине берәү ҙә көсләп, өгөтләп эшләтмәй. Үҙ белдегем һәм теләгем менән башҡарам быларҙы. Шул уҡ ваҡытта комсомол ойошмаһының да етәксеһемен.
Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм филология факультетына маҡсатлы рәүештә килдем. Беҙгә шундай ҙур бәхет эләкте - Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ҡулында уҡыныҡ. Уны бер изге йән һымаҡ итеп күрҙек. Һәм ул ысынлап та бик бөйөк кеше, быуатҡа бер генә тыуа торған аҡыл эйәһе ине. Тотош униферситетҡа яңғыҙ профессор булды. Үҙе полиглот. Немец, инглиз, мадьяр телдәрен белде. Башҡорт теленең сағыштырма грамматикаһы буйынса беҙгә лекция һөйләй. Шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, яҙырға ла онотоп, ауыҙҙы асып тыңлайбыҙ. Ә ағай ҡаты һәм талапсан булды, еңел-елпелекте, яуапһыҙлыҡты яратманы. Ялҡауҙарҙы әрләй торған бер ҡыҙыҡ һүҙе лә булды, "Виртуозно нахалдар" тиер ине бик көйһә. Студенттар менән бер ҡатар уҡыған аспиранттарына ла эләгә ине был шелтә. Ә уның ул саҡтағы аспиранттары Марат Зәйнуллин, Марат Минһажетдинов ағайҙар, улар үҙҙәре беҙҙең өсөн ҙур кешеләр ине.
Өсөнсө курста "Ленинсы" һәм "Ленинец" гәзиттәрендә мәҡәләләрем баҫыла башланы. Университетты яҡшы ғына тамамланым, ғилми етәксем Кирәй Мәргән ине. Диплом яҙырға өс ай ваҡыт бирелһә, мин уны ике аҙнала яҙып та бөттөм. Комиссия ағзалары ла бик маҡтаны ла, йүнәлтмә буйынса Йылайыр районына уҡытыусы итеп ебәрмәксе иттеләр. Ә минең күңел тыуған яҡҡа тарта. Үҙ белдегем менән ҡайтып китеп, Әбйәлил район гәзитендә эш башланым. Унда кадрҙар етешмәй, башта ауыл хужалығы мөдире итеп ҡуйҙылар ҙа, бер нисә айҙан баш мөхәррир урынбаҫары итеп ултырттылар. Шунда еңгәгеҙҙе осраттым бит, бәхеткә. Ул комсомол райкомында бүлек мөдире икән. Һөйкөмлө, аҡыллы ҡыҙыҡай. Беренсе тапҡыр күргәс тә үк башыма: "Бына ни өсөн мин бында ҡайтҡанмын", - тигән уй килде. Мин яҙмышымды эҙләп килгәнмен, талаптарға ҡаршы барып, ошо аҙымды яһағанмын, тимәк. Әгәр Йылайыр яғына китеп барһам, мөхәббәтһеҙ ҡала инем. Илле йылдан ашыу матур йәшәгән ғаилә булдыҡ, балалар үҫтерҙек. Ҡатыным 47 йыл мәктәптә математика уҡытты.
Унан мине район гәзитенә баш мөхәррир итеп үрләттеләр. Был минең етәкселек вазифаһындағы тәүге сирҡанысым ине. Егерме дүрт кенә йәштәмен. Район хакимиәтендәге фронтовик ағайҙар "Булдыраһың" тинеләр ҙә яуаплылыҡ һалдылар һәм уларҙың ышанысын аҡларға тура килде. Ул заманда училище тамамлап килгән егерме йәшлек егет-ҡыҙҙар иңендә тотош мәктәптәр, медпункттар ята ине. Мин үҙем баш мөхәррир саҡта ла, кадрҙар таба алмай, Асҡар урта мәктәбен тамамлаған бер нисә һәләтле баланы ҡабул иттем. Һин дә мин эшләнеләр. Үҫтеләр. Береһе район хакимиәте башлығы урынбаҫары, икенсеһе үҙәкләштерелгән китапханалар мөдире булып китте һуңынан. Йәштәргә ышанырға кәрәк. Беҙҙең заманда тап шундай йәштәрҙе үҫтереү, уларға яуаплылыҡ һалыу принцибы бар ине. Йәғни, мин үҙем дә шундай мәктәп уҡыусыһы булдым. Ғүмер буйына уҡыным һәм ғүмер буйына өйрәндем. "Мин барыһын да беләм!" тигәнде бөгөн дә әйтмәйем әле.

Һеҙҙе был өлкәлә үҫтергән, остаз булған кешеләр кемдәр улар?

- Егерме йыл "Совет Башҡортостаны"ның баш мөхәррире булған Абдулла Исмәғилев ағай ҡулы аҫтында хеҙмәт итергә тура килде. Уның миңә ышанысы, йөҙөп йөрөп яҙырға, үҙ фекерҙәремде сығарырға рөхсәт биреүе ижадыма оло юл асты. Гәзит аҙнаһына алты тапҡыр сыҡты һәм рәсми органдарға, партия өлкә комитетына бәйле булғас, тәүлек әйләнәһенә эшләнек. Редакциянан төн ауыштырып ҡына сығабыҙ, һирәкләп киске һигеҙ-туғыҙҙарҙа эште тамамлап ҡайта алһаҡ, шатлана инек. Мостай Кәрим менән яҡындан аралаштым. Ул мине мәрхүм улы Илгизгә оҡшата торғайны. Рус журналистикаһында "Советская Башкирия"ла баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Марсель Ғәфүров, "Советская Россия"ның үҙ хәбәрсеһе Мәргән Мырҙабәков үрнәк булды. Василий Перчаткин, Серафим Вайсман, Лидия Нечаева кеүек журналистарҙан да өлгө алдым. Ғөмүмән, үҙ фекере булған һәм мәҡәләһендә, яҙғандарында мәғлүмәт биреп кенә ҡалмаған, ә анализ да яһай алған ҡәләмдәштәрҙең барыһын да уҡыным, ижадтарын күҙәтеп барҙым.
Беҙҙең дәүерҙә тәнҡит тигән төшөнсә булды. Һәм бик көслө булды ул. Редакцияларҙа мәҡәләләрҙе баһалау мотлаҡ була торғайны. Туғыҙ йыл "Известия Башкортостана" гәзите редакцияһын етәкләнем, көн дә иртәнге һигеҙҙә башҡа редакцияның баш мөхәррирҙәре менән гәзиттәребеҙ һәм ундағы тотоп тороусы мәҡәләләр тураһында хәбәрләшеп алабыҙ. Ситтән күҙ һалыусыларҙың, баһалай белеүселәрҙең фекерен ишетеү бик мөһим ине. Республика эсендәге генә түгел, хатта Ташкент гәзите менән дә бер-беребеҙҙе күҙәтеп, фекеребеҙҙе белдереп торҙоҡ. Остаз булған кешеләр - улар беҙ ҡарап өйрәнергә теләгәндәр генә түгел, ә һинең ижади процесыңа булышлыҡ итеүселәр ҙә бит.

Журналист менән баш мөхәррирҙең хеҙмәти мөнәсәбәте нисек ҡоролорға тейеш? Баш мөхәррир ҡуша - журналист эшләйме, әллә журналист тәҡдим итә - баш мөхәррир ҡабул итә йәки итмәйме?

- Баш мөхәррирҙең ҡушҡанын, талап иткәнен көтөп ултырыу шәп түгел, әлбиттә. Һөнәренә эш урыны итеп кенә ҡараған, үҙаллы ижад итә алмағандарҙың ҡылығы был. Һин баш мөхәрриргә үҙең нимәләрҙер тәҡдим ит, яҙғандарыңдың ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуын дәлиллә. Баш мөхәрриребеҙ Абдулла Исмәғилев, талапсан булғанда ла, журналистарының теләгенә ҡаршы килмәне, сикләмәне, киреһенсә, ана шулай үҙ белдегебеҙ менән яҙышҡанды, темалар алып килгәнде хупланы. Һине ниндәйҙер бер әйбер тулҡынландырмай йәки шатландырмай икән, яҙған мәҡәләңдең рәте булмай. Кеше ныҡ хисләнгәндә ысынды, хаҡты яҙа. Битарафлыҡтан ысын ижад тыумай. Ижад тик хистәр ҡайнауында ғына ярала ала. Яҙғандарың өсөн тәнҡит, әр булырға мөмкин осраҡта ла яҙырға кәрәк. Әгәр һин дөрөҫтө яҙаһың икән, яуап биреүҙән ҡурҡма. Бына мине ғүмер буйына түпәләнеләр. Өлкә комитет та, етәкселәр ҙә, яҙғандарым менән килешмәгәндәр ҙә. Ләкин был мине сыныҡтырҙы, тағы ла сәмлерәк, таҫыллыраҡ итә генә барҙы. Әле лә ҡайһы бер гәзиттәргә материал алып барһам: "Ағай, тәнҡит-фәлән, ҡаты һүҙ юҡмы?" - тип ыуаланып китәләр. "Э-эй, ҡуян икәнһегеҙ, ҡустылар!" - тип ҡуям ундайҙарға. Бындай баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡ түгел һәм уларҙы уҡыу ҙа ҡыҙыҡ булмай ул. Ҡоро маҡтауға, хуплауға һәм ҡабартып тәфсирләүгә ҡоролған мәҡәләләр журналист булып йөрөгәндең дә, баш мөхәррирҙең дә баһаһын күрһәтеп тора. Гәзиттәр - улар ойоштороусы, дәртләндереүсе, сәмләндереүсе, тәнҡит аша булһа ла алға һөрөүсе булырға һәм унда яҙылғандар уҡыусыла реакция тыуҙырырға тейеш. Бөгөн, белеүемсә, редакцияларға берәү ҙә мәҡәлә буйынса шылтыратмай, килмәй икән. Хатта әрләүселәр ҙә юҡ, ти. Был битарафлыҡ халыҡ гәзит уҡымауҙан ғына түгел, ә хәбәрселәрҙең һөнәрмән, һәләтле, шауҡымлы, белемле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр ижад итә белмәүенән дә килә.

Һеҙ совет осоронда, коммунистар партияһы ваҡытында формалашҡан һәм шул идеяларға хеҙмәт иткән кеше. Унан һуңғы һынылыш йылдарын нисек кисерҙегеҙ һәм бөгөнгө тормошҡа яраҡлаша алдығыҙмы? Нимәләр хаҡында яҙаһығыҙ бөгөн?

- Мин Башҡорт дәүләт университетында дүртенсе курста уҡығанда уҡ партияға индем, комсомол булдым, унда ла яуаплы вазифалар биләнем, әммә ул идеяға хеҙмәт итмәнем. Мәскәүҙә юғары партия мәктәбенең журналистика бүлеген тамамлап ҡайтҡас, өлкә комитетҡа матбуғат секторы етәксеһе итеп эшкә алғайнылар, ике йылға етте түҙемлегем. Ундағы бюрократтар хеҙмәте күңелемә хуш килмәне. Ахырҙа, өлкә комитеттың идеология буйынса секретары Таһир Ахунйәновҡа: "Ҡайтарығыҙ мине ҡабаттан гәзиткә..."- тинем. Ул аңланы - ҡайттым. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә: мин үҙ йөрәгемә генә хеҙмәт итеп йәшәнем һәм йәшәйем.

Һеҙҙең хәтирәләрҙә башҡорт, татар, рус журналистарының эскерһеҙ дуҫлығы, хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ сағыла. Милләт-ара айырмалыҡ, ниндәйҙер ошо юҫыҡтағы сыйыштар, конфликттар булманымы?

- Беҙҙең заманда улайтып милли конфликт сығарыусыларҙы иң йүнһеҙ кеше тип иҫәпләйҙәр ине. Халыҡты, милләттәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу эске комплекстары булған, үҙен башҡаларҙан өҫтөн тип һанаған йәки башҡа төрлө яҡтан үҙен күрһәтә алмағандарҙың ғына эше. Ябай халыҡ борон-борондан үҙ-ара татыу йәшәгән, бер-береһен айырмаған. Был айырыу һәм сәкәшеүҙәр интеллигенцияның ауырыуы.
Мин бала саҡта Әбйәлил районында бөтә белгестәр, табиптар, зоотехниктар, уҡытыусылар, агрономдар сит милләт вәкилдәре ине. Килгән ҡыҙ-ҡырҡынды ағайҙар алып ҡалды. Беҙ уҡымышлы, белемле булған был ситтән килеүсе сит милләт вәкилдәренә хөрмәт менән ҡарап өйрәндек. Улар ҙа башҡорттоң йолаларын, тәртиптәрен боҙмай, бер нәмә менән айырылмай, киреһенсә, кеселекле булып, матур аралашып йәшәп китәләр ине.
Бер милләт тә беҙҙең телде, мәҙәниәтте, рухты бөтөрә лә, кәметә лә алмай. Беҙ уларҙыҡына зыян итә алмаған кеүек. Шунлыҡтан, ғәйепте икенселәргә япһарырға түгел, ә үҙебеҙгә белемле, ҡыйыу, егәрле, әүҙем булырға кәрәк. Телдәрҙе өйрәнергә, үҙ һөнәреңдә профессионал булырға, үҙ милләтең, республика сиктәре менән генә сикләнмәҫкә, ә үҫергә, ил, донъя масштабына үрелергә кәрәк. Белемле кешене бөтә ерҙә лә, ниндәй халыҡтар ҙа һанлай.

Журналист булараҡ, һеҙҙәге иң көслө сифат ниндәй тип уйлайһығыҙ?

- Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ. Бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһыныуҙан, эҙләнеүҙән туҡтаманым. Был сифатым арҡаһында яҡшы эштәр ҙә, күңелһеҙ ваҡиғалар ҙа булып торҙо, әммә донъя менән, кешеләр менән, хәл-ваҡиғалар, тарих, серҙәр һәм башҡалар менән ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтаманым.
Иртәнге туғыҙҙан киске сәғәт бишкә тиклем генә журналист булып эшләү һеҙҙән һөнәрмән яһай алмаясаҡ. Һеҙ ялда ла, өйҙә лә, ҡунаҡта ла, телевизор ҡарап ултырғанда ла эҙләнеп, ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп йөрөргә өйрәнегеҙ. Журналист үҙенең геройҙарын яратырға, хатта уларға ғашиҡ булырға тейеш. Шунһыҙ, кешеләр яҙмышы, уларҙың хеҙмәте һәм тарихы хаҡында ҡыҙыҡлы яҙмалар тыуҙырып булмай.

Шулай итеп...
Мәҡәләләренән үк һиҙелеп торған ғорур характер, тәрән фекер йөрөтә белеү, белем һәм ҡыйыулыҡ - бына ошоларҙы тойҙом мин ағай менән аралашҡанда. Һәм нисәнсе тапҡыр ошо сифаттарҙың ижадсы яҙмалары аша уҡыусыға ла йоғонто яһағанын аңланым. Ысынлап та бер һабаҡ булды был осрашыу.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.20 | Ҡаралған: 552

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru