«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ НИГЕҘЕН ҺАТМАҒЫҘ, ЙӘҒНИ СИТТӘ ЭШЛӘГӘН УЛАНДАРЫБЫҘҒА МӨРӘЖӘҒӘТ
+  - 

Хәҙер эш булмауҙы сәбәп итеп тә, яҡшы тормош эҙләп тә ауылын ташлап сығып киткәндәр бик күп. Һөҙөмтәлә ауыл урамдары тынып ҡалған. Атай-әсәй ҡуйынында иркәләнеп үҫкән балаларҙың, ғаиләләр йылыһын һаҡлаған тыуған йорттоң ишектәренә бик күптән асылмаған йоҙаҡтар эленгән. Атай ҡулдарының ҙур өмөттәр бағлап һалған нигеҙҙәре әкренләп серей.

Ә һеҙ, тыуған ерегеҙҙе ҡалдырып киткәндәр, сит тарафтарҙа һаулығығыҙҙы, бөтә көсөгөҙҙө биреп эшләп тапҡан аҡсағыҙға ҡыйбат хаҡҡа ер һатып алып, йорттар һалаһығыҙ. Һеҙ һатып алған ул биләмә ниҙәр генә кисермәгәндер. Бәлки, тап һеҙ ҡорған нигеҙҙә кеше ғүмерҙәре өҙөлгәндер, ниндәйҙер аяныслы ваҡиғалар булғандыр ( беҙҙең халыҡта ҡан ҡойолған урында йорт нигеҙе ҡормау йолаһы бар). Ә һеҙ, бер нигә ҡарамайынса, һатып алған биләмәгеҙҙә сүп-сар өйөмдәрен таҙартып, ташлы ерҙәренә тупраҡ ташып һалып, баҡса үҫтерергә, донъя көтөргә, сит ерҙә нисек кенә булһа ла тамыр йәйергә ынтылаһығыҙ. Ә был саҡта, шағирыбыҙ әйткәнсә, икмәккә май итеп һыларлыҡ уңдырышлы тупрағыбыҙ, балаларын көткән әсә кеүек, тын ғына, сабыр ғына һеҙҙе көтә.
Һеҙ, башҡорт балалары, ерегеҙҙән яңы айырылып, шаулы-күңелле, уңайлы тормоштан башығыҙ әйләнеп, үҙегеҙсә кинәнеп йәшәргә өйрәнә башлаған ваҡытта, ситтәр йоҡламай. Һеҙ ынтылған рәхәт тормошто улар күптән үҙ быуынында татыған. Татыған һәм... туйған. Төпкө аңда ятҡан тойғо - кеше булмышының асылы ерҙә икәнен аңлау тойғоһо уянған хәҙер уларҙа. Бигерәк тә хәҙерге коронавирус афәтенән һуң уларҙың күҙҙәре нығыраҡ асылды. Хәҙер ҙур ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтар күпләп ауылдарҙағы буш торған өйҙәрҙе һатып ала башланы. Дөрөҫ, улар хәҙергә был өйҙәрҙе ваҡытлыса ял урыны өсөн дачалар итеп файҙалана. Ләкин, әйҙәгеҙ, төптән уйлап, киләсәккә күҙ ташлайыҡ. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, барыбер йәшәүҙең асылы - үҙен туйындырыусы, йәшәтеүсе ер икәнен аңлаясаҡ. Хәҙер һеҙҙең ташландыҡ йорттарығыҙҙы һатып алған пенсионер йәшендәгеләрҙең киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәре ошо ергә ныҡлы хужа булып, һеҙ тыуып-үҫкән ерҙә гөрләтеп, донъя көтәсәк. Ә һеҙҙең, һағынып, тыуған нигеҙҙе күреп китер өсөн генә ҡайтҡан уландарҙың, үҙ ауылығыҙ урамдарынан иркенләп үтергә лә хоҡуғығыҙ булмаясаҡ...
Ә бит ошо еребеҙҙе, Уралыбыҙҙы һаҡлап, ата-бабалар нисек көрәшкәнен, халҡыбыҙ башынан ниндәй ғазаптар үткәнен тарихтан яҡшы беләбеҙ. Беләбеҙ, ләкин маңҡортлоҡҡа барып, онотабыҙ. Ә оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Ауыл-ауыл яндырылған ерҙәр, һеҙ бөгөн аҡса тип сапҡан Себергә аяҡ-ҡулдары бығаулы йәйәү һөрөлгән, тыуған тупрағын ятҡа бирмәҫ өсөн яуға сапҡан тотҡондар, "Уралым" тип әйтмәҫ өсөн теле ҡырҡылған милләттәштәр ҡаны рөхсәт итмәй беҙгә быны. Хаҡыбыҙ юҡ быны оноторға!
Эйе, заман башҡа, заң башҡа. Эйе, донъя көтөргә, йәшәргә, хәҙерге заман менән тиң атларға кәрәк. Ә йәшәүҙең асылы барыбер бер: ул - Тыуған ер. Шуның өсөн дә, милләттәштәрем, һеҙгә өндәшәм: "Ташламағыҙ тыуған ерегеҙҙе, атай нигеҙен ситтәргә бирмәгеҙ!" Бөгөн аҡса эшләп, ситтә йәшәһәгеҙ ҙә, ауылдарҙағы нигеҙегеҙҙе ҡоротмағыҙ. Олоғайғас булһа ла барыбер кире ҡайтырһығыҙ. Үҙегеҙ ҡайтмаһағыҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ҡайтыр. Уларҙың тыуған ер тип ҡайтыр атай нигеҙҙәре булһын.

Айһылыу УРАҘГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 728

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru