«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘСӘН ТАШЫ
+  - 


Арҙаҡлы эпосыбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи байлығы "Урал батыр" эпосын яҙып алыуға быйыл 110 йыл тула. Тап ошо көндәрҙә, 1910 йылда, урағай уртаһында, йәғни халыҡ бесән сапҡан, ураҡ урған мәлдә, бер төркөм зыялы йәндәр ошо мәшһүр ауыҙ-тел ҡомартҡыһын яттан һөйләй һәм ҡағыҙ битенә төшөрә.

Башҡорт иленең тарихын бер нигеҙгә туплаған, батырҙарын бер рухи тамырға тоташтырған ҡобайырҙарҙы башҡорт сәсәндәре борон-борондан ижад иткән. Ауыҙ-тел ижадының иң юғары өлгөһө булған ҡобайыр ижад итеү һәм һөйләү - бик абруйлы, мәртәбәле күренеш һанала. Нимә ул "ҡобайыр"? "Ҡоба" - "оло, бөйөк" тигәнде аңлата. "Ҡобайыр"- ололау, данлау, оло ваҡиғаларҙы бәйән итеү, уларҙың асылын аңлатҡан йыр-тарих. Донъя яралтылмыш дәүерҙән килгән иң тәрән һәм боронғо фәлсәфәне һәм миф-мәҫәлдәрҙе сағылдырған "Урал батыр" ҡобайырын бөгөнгө фән "эпос", тип билдәләй. Ә сәсәндәр мираҫында ул "ҡобайыр, иртәк, ҡарһүҙ" тип йөрөтөлгән.
Башҡорт халҡының күңел байлығын, рухи ынтылышын, илһөйәрлеген, батырлығын, фиҙакәрлеген, тормош фәлсәфәһен һәм киләсәккә тотор юлын сағылдыра ҡобайыр. Ошондай мөһим ауыҙ-тел ижады әҫәрен яҙып алыу - үҙе бер бәхет һәм ҡаһарманыҡ. Ҡобайырҙы яҙып алған шәкерт егеткә - Мөхәмәтша Буранғоловҡа ул осор ни бары егерме ике йәш була. Бөгөнгө Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы янындағы "Хәмит утары" тип йөрөтөлгән тау биләнендә бынан йөҙ ҙә ун йыл әүәл - 1910 йылдың йәйендә, ураҡ мәлендә була был хәл. Тирә-яҡта бик абруйлы шәхес - ҡурайсы, сәсән, мировой судья Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов йәшәй. Халыҡ араһында күп йөрөй. Уның кейәүе Fәбит Арғынбаев Үрге Иҙрис ауылыныҡы була. Сәсәнһүҙ оҫтаһы, ҡурайсы Fәбит Арғынбаев тынғыһыҙ, илгиҙәр кеше булараҡ, башҡа төбәктәге һүҙ оҫталары һәм фекерҙәштәре менән тығыҙ аралашып йәшәй. Хәҙерге Әбйәлил районы Балапан ауылында йәшәгән Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев менән аралаша, унан ҡобайыр һөйләргә өйрәнә, ошо яҡтан уны үҙенең остазы һанай. Сәсәндәр араһында үҙ-ара хөрмәт-ихтирам күрһәтеү йолаһы, һәр кемдең дәрәжәһен белеү-таныу бик ныҡ ҡуйылған була. Был яҡтарға килеп йөрөгән Мифтахетдин Аҡмулла менән осрашыуҙар, уның сая фекерле шиғырҙарын ишетеү, аңға һеңдереп өләң әйтеүен тыңлауҙар тиккә булмай. Ҡобайыр һөйләү башҡарыусынан рух ныҡлығын һәм хис-тойғо сафлығын талап итә.
Мөхәмәтша Буранғоловтың иҫтәлектәре буйынса, ул башта Ғәбит Арғынбаевҡа тура бара, әммә Fәбит Арғынбаев уны ошо ергә, Хәмит сәсән утарына алып килә. Ләкин хужа кеше өйҙә булмай. Ул мир эштәре менән йөрөй. Һәм Fәбит Арғынбаев уны көтөргә ҡуша, ҡайнағамдан уҙып ҡобайырҙы һөйләй башлай алмам, ти. Бер аҙна буйы улар Хәмит сәсәндең ҡайтыуын көтәләр...
Сәсәндәрҙең нисек алмашлап ҡобайыр һөйләүен үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр ошондай хәтирәләр ҡалдырған: "Хәмит сәсән һөйләрҙән алда оҙаҡ ҡына итеп ҡурай уйнап алыр ине. Оҙон, талғын көй менән тыңлаусыларҙы ла, үҙен дә тарихи йыр көйө аша ул оло ҡобайыр эсенә алып инеп китә торғайны. Ә Ғәбит сәсән бер һөйләй башлаһа, туҡтай алмай, онотолоп китә, көлгән ерҙә көлөп ебәрә, илаған ерҙә илай, хатта ҡайсаҡ урынында тороп сыҙашмай, ергә ултыра, аунай, йырлап-бейеп тә ала. Әгәр һөйләүенән бүлдерһәләр, ул киренән ыңғай дауам итә алмай, ҡобайырҙы яңынан башлап әйтер булған..."
Мөхәмәтша Буранғолов ике сәсән һөйләгәнде ҡағыҙға ғәрәп хәрефтәре менән яҙып барған. Яҙа торған ҡараһы бөтһә, уға ҡоромдан ҡара ҡайнатып биреп торғандар. Ҡоромло ҡараның аҙаҡ ҡойолоп бөтмәүен ҡайғыртып, уның кипкәнен көтәләр, ҡағыҙҙа яҙыу эҙе ҡалғанына ышанғас ҡына, эште артабан дауам итәләр. Бына шулай яйлап аҙнаға ашыу һөйләп яҙҙыра сәсәндәр. Ҡайһылыр ауылдағы байға ялланып ураҡ урырға йәки бесән сабырға барған кешеләр ҙә уларҙы уратып йыйылып тыңлап ултыра. Ҡыҙыҡһынып һорашыусылар була, ҡобайырҙы яҙып алғас, нишләтәһегеҙ, нимәгә кәрәк була, тиҙәр. Мөхәмәтша Буранғолов уларға асыҡ итеп былай ти: "Был сәсәндәр һаҡлаған ҡобайырҙар киләһе быуындарға бик кәрәкле хазина буласаҡ!"
Асыҡ аҡланда өс сәсән - Хәмит сәсән, Fәбит сәсән, Мөхәмәтша Буранғолов сәсән үҙҙәре ултырып яҙған урынға метр ярымға яҡын оҙонса таш килтереп ҡуя. Яртыһына тиклем ергә күмелгән был таш - бөйөк ҡобайырҙы яҙып алыуҙың, уны ниһайәт ташҡа баҫыуҙың тарихи күренеш икәнен аңғарта. Ул таш оҙаҡ йылдар буйы шул ерҙә тора. Замандар алмашына, уға бер кем дә ҡағылмай, артыҡ телгә лә алмай, айырыуса яңы түрә-властарға таш тураһында әйтмәйҙәр. Ә халыҡ үҙе белә. Ваҡыты еткәс, рухи иркенлек асылғас, сәсәндәр тамғалап киткән таш эргәһенә яңы яҙыулы киң таш ҡуйыла. Был урын кәртәләп алына, йөрөй торған һуҡмағына килтерелгән ҡайраҡ таштар түшәлә. Ҡайраҡ таштар Брагин тауынан килтерелә. Был эштәрҙең барыһын да ауыл советы йә мәктәп түгел, Хәмит сәсәндең ейәнсәре (Килдейәр исемле улының ҡыҙы) Сәлимә апай Әлмөхәмәтова үҙ аҡсаһына ойоштора. Артабан уның эшен яҡын туғандары, ҡурайсылар Зыя Хәлилов, Мораҙым Хәлиловтар күтәреп ала. Сәлимә Килдейәр ҡыҙы ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләй, ул йәмәғәт эшендә лә салт ҡатнаша - Баймаҡ яғында тәүге ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе була. Ҡартатаһының исеме менән бәйле һәр эште ул башлап йөрөй. Сәсәндең исеме юғалмаһын, тип, Сәлимә апай үҙенең кесе улының улына, ейәненә Хәмит тип исем ҡуша. Был бала әлегә сабый ғына. Арҙаҡлы Хәмит сәсәндең тағы ла бер тыуаһы -Искәндәр Хәсәнов. Искәндәр атлы малай "Урал батыр"ҙан өҙөктәрҙе биш йәшендә үк һөйләй башлай, район конкурстарында ҡатнаша.
Сәсән ташы янында халыҡ электән аят уҡып китә торған булған, әле лә иҫтәлектәр һөйләрлек ауылдаштары иҫән. Шуларҙың береһе Икенсе Этҡол ауылы уҙаманы Сөнәғәт Шәрәфетдинов былай ти: "Хәмит сәсән бик иркен, демократ рухлы кеше була. Бер кемдән дә ҡурҡмаған. Ырымбурҙан килгән губернатор менән аралашҡан, үҙе лә уның янына барып йөрөгән, ил-йорт мәсьәләләрен хәл иткән. Рәсәй эсендәге хәл-торошҡа ҡағылышлы эштәрҙә лә ҡатнашҡан ул. Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышына күтәрелгән халыҡ батырҙары хөрмәтенә 1912 йылда Ырымбурҙа ҙур бәйге, милли көрәш ярыштары үткән. Шунда Хәмит Әлмөхәмәтов та баһаман булып бара. Ҡаҙаҡ көрәшселәре бик уҙына башлағас, мировой судъя үҙенең башҡорттарының рухын күтәрер өсөн, үҙе майҙанға сыға һәм еңеүсе була. Уның ошо фиҙаҡәрлеген күреп, башҡа көрәшселәр ҙә билбауҙарын тотоп көрәшкә сыға. Хәмит Әлмөхәмәтов халыҡ-ара низағ-бәхәстәрҙе лә оҫта сисә торған була: ҡарымта-барымта менән бер-береһен ҡаҡшатҡан болғауыр замандарҙа, ул ҡомһоҙ ҡаҙаҡтарҙы баҫымһаҡлатып ҡайтарып ебәрер аҡыл-хәйләләр ҙә тапҡан. Бындай көслө ихтыяр эйәһенең ҡобайыр әйтеүе айырыуса аһәңле һәм фәһемле булғандыр, әлбиттә. Башҡорт халҡының күңел байлығын, рухи ынтылышын, илһөйәрлеген, батырлығын, фиҙаҡәрлеген, тормош фәлсәфәһен һәм киләсәккә тотор юлын сағылдыра ҡобайыр. Икенсе Этҡол ауылының ҡобайыр һуҡмағын ауылдың йырсылары, ҡурайсылары дауам итә...
Бөтә Башҡортостан сәнғәте, мәҙәниәте ҡаҙанышы булған, оло мираҫ булараҡ фәнни, сәнғәти, әҙәби, рухи асыштарҙың нигеҙендә ятҡан ҡобайыр ул "Урал батыр". Уның яҙып алынған урынын белеү, күркәмләү - халыҡ ижадына һәм яҙмышына ихтирам билдәһе. Баймаҡ районында Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәтенең алтын бағаналары - арҙаҡлы шәхестәребеҙ, йырҙар, ҡобайырҙар менән бәйле урындар күп. Уларҙы йәш быуынға һәм килгән халыҡҡа күрһәтерлек кимәлдә тәрбиәләү, бәҫен арттырыу, пропагандалау, хуплау мотлаҡ. Был баймаҡтарҙың ғына бурысы түгел, республика күләмендә яҡлау һәм матди даими ярҙам, ҡурсыу кәрәк.

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 430

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru