«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР НӘМӘ ЛӘ ОСРАҠЛЫ БУЛМАЙ
+  - 

Тормошобоҙ төрлө ваҡиғаларҙан тора. Эштә лә, ғаиләлә лә, урамда ла беҙҙе көн һайын ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр, хәлдәр көтә, яңы кешеләр осрай. Уларҙың ҡайһы берҙәрен беҙ иғтибарға ла алмайбыҙ. Айырыуса яҡшы күренештәрҙе шулай булырға тейеш кеүек кенә ҡабул итәбеҙ. Ниндәй ҙә булһа күңелһеҙлеккә осраһаҡ ҡына йәки уйлағаныбыҙ алдыбыҙға килмәһә, дөрөҫөрәге, үҙебеҙ теләгәнсә булмаһа, бер аҙ уйланабыҙ, ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ.

Мәҫәлән, юлыбыҙ уңмаһа, юлға сыҡҡанда беренсе булып кем осрағанын иҫкә төшөрөргә маташабыҙ. Берәй ҡапма-ҡаршылыҡҡа осраһаҡ, күргән төштө хәтерләйбеҙ. Шунан үҙебеҙ өсөн юллыҡһыҙ, төшлөкһөҙ кешеләрҙе уйлап табабыҙ. Әммә теге йәки был һынауҙы үтергә тейешлегебеҙ хаҡында уйланмайбыҙ. Ныҡлабыраҡ уйланһаң ғына беҙҙе уратып алған хәл-ваҡиғаларҙың бөтәһендә лә тиерлек ниндәй ҙә булһа мәғәнә һәм бәйләнеш барлығын тояһың.
Кешеләр менән осрашыу, танышыу ҙа осраҡлы түгел. Ниндәйҙер көс тарафынанмы, әллә Аллаһу Тәғәлә әшкәртәме, бер-береһенә кәрәкле, мохтаж булғанға кеше кеше менән осраша. Миҫалға күптән түгел үҙем менән булған хәлде килтермәксемен. Үҙәк урамдарҙың береһендә яҡут ҡашлы һыу тамсыһына оҡшаған һыңар алҡа табып алдым. Шунда уҡ ломбардҡа тапшырырға уйлағайным, сумкала паспорт булмай сыҡты. Быны иртәгәгә ҡалдырып, ҡайтып киттем. Ауылдан килгән күстәнәстәр менән сәй эсергә генә ултырғайным, телефон шылтыраны. Алһам - эш буйынса таныш икән. Йомошон әйтеп тә өлгөрмәне, мин уны сәйгә саҡырҙым - күмәкләп ашаһаң, күстәнәс тағы ла тәмлерәк була бит.
Быға тиклем аралашыуыбыҙ рәсми генә булһа ла, танышым баш тартманы. Һөйләшә-һөйләшә сәй эстек, йомош та йомошланды. Шулай, әңгәмәләшеп ултыра торғас: "Минең бөгөн бик күңелһеҙ көнөм - яратҡан алҡамды юғалттым", - тип әйтеүе булды, мин бер-бер артлы: "Алтынмы, ҡашы яҡутмы, тамсыға оҡшағанмы?" - тигән һорауҙарымды яуҙыра ла башланым. Береһенә яуап алып өлгөрмәйем, икенсеһен, өсөнсөһөн бирәм. Бөтәһенә лә яуап биреүенә алҡа уның ҡулында ине инде. Был хәлгә уның да, минең дә ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге булманы. Бына бит, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына! Көнө буйына бүләк-алҡаны төшөрөп ҡалдырыуына ҡайғырып йөрөгән булған, ә бында уны табырға осраҡ ярҙам итте.
Бер нәмә лә осраҡлы булмай, тигәнгә шулай тағы бер тапҡыр инандым. Һәр ваҡиға-күренеште, шулай уҡ проблемаларҙы, һынауҙарҙы иҫкәрмә кеүек, беҙгә дөрөҫ юл күрһәткән, хаталарҙан һаҡлаған тәбиғәт законы итеп ҡабул итергә өйрәнергә генә кәрәк беҙгә. Шул ваҡытта тормошҡа ла икенсерәк ҡарарбыҙ, сәбәләнмәҫбеҙ, күңелебеҙ тынысыраҡ булыр. Шулай иткәндә, яҡын кешеләребеҙ ҙә беҙҙең эргәлә үҙен бәхетлерәк тойор.

Ләйсән СӘЛИХОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 592

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru