«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘМ ҒҮМЕРЕНЕҢ АСЫЛЫ КЕШЕЛӘРГӘ КӘРӘК БУЛЫУҘА
+  - 


Мин белгән иң бөйөк башҡорт шағирәһе ул. Иң тәрән, иң моңло, иң һағышлы, иң затлы поэзия ижад итә белгән һәләт эйәһе. Һәм, ысынын әйтәм, уның шиғырҙарын аңлау һәм ҡабул итеү йәшенә яңы еттем, ҙур әҫәр уҡығандай тәьҫораттар алам, интернетта күҙгә салынған бер шиғырынан да әҫәргә "асығыуым" баҫылып, нәфсе туйып ҡала. Бар булмышым тула ла ҡуя. Ысын талант ошолай тәьҫир итәлер, күрәһең.
Тамара Ғәниева тураһында һүҙ алып барғанымды күптәр аңлағандыр. Апайҙың инсульттан һуң сәләмәтлеге шәптән түгеллеген, интервьюларҙан баш тартыуын белһәм дә, осрашыу һорап мөрәжәғәт итергә йөрьәт иттем һәм "валяй" тигән егеттәрсә саҡырыу алып, түбәм күккә тейҙе. Һәм бына, шул һөйләшеү...

Тамара апай, һеҙ билдәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәттә ҙур юл үткән ижадсы. Мәктәптә яҙыусы-шағирҙарҙың биографияһын ятлап үҫтек һәм һеҙҙекен дә белдек. Әммә бөгөн мин һеҙҙең биографияның эске яғын, беҙ белгән түгел, ә һеҙ кисергән яғын күргем һәм уҡыусыға ла күрһәткем килә. Шулай итеп, һеҙ Көйөргәҙе районы Кинйәкәй ауылы ҡыҙы...

- Мин фронтовик атайҙың ҡыҙы. Әсәйем һуғышҡа тиклем Кәтибә Кинйәбулатовалар менән бергә рабфакта уҡып йөрөгән. Кәтибә апай - филология, әсәйем математика буйынса уҡырға инергә әҙерләнгән. Әммә әсәйемә уҡырға яҙмаған, һуғыш башланғас, туғандарын ҡарашырға тип ауылға ҡайтҡан һәм колхозда бухгалтер ҙа, бер арауыҡта председатель дә булырға тура килгән. Һуғыш тамамланғанда, әсәйемә - утыҙ, ә атайым ҡырҡтан үткән була.
Атайымдың һуғышҡа тиклем ғаиләһе булып, ул әйләнеп ҡайтҡансы ҡатыны ла, өс балаһы ла вафат булып ҡуя. Яңғыҙ тороп ҡалған фронтовикка әсәйемде димләгәндәр. Өләсәйем ҡыҙына: "Әхмәтшәриф (минең буласаҡ атай инде) бик уҫал тиҙәр бит, балам, әллә инде..." - тип үҙенсә киҫәтеп тә ҡараған ҡыҙын. Әммә әсәйемдең инде йәше уҙып бара, иҫән ҡайтҡан ир-егет тә бик аҙ, яусылар ҙа таш яра торған икән - әсәйем риза булған һәм уларҙың ғаиләһендәге баш бала булып мин донъяға килгәнмен.
Атайым колхоз рәйесе булды. Аслыҡ, етешһеҙлек заманында халыҡ менән етәкселек итеү ҙә еңел эш булмаған. Яратҡанына ҡарағанда яратмағаны күп. Шунлыҡтан, мин тыуғас, "Әхмәтшәрифтең өйөндә төнө буйы ут яна, балаһы илаҡ икән, үсем, үсем..." тигәндәр ҙә булған.
Мин быуындаштарымдың барыһы ла күргәнде күреп, бер үк шарттарҙа үҫтем. Ата-әсәм икеһе лә арыуыҡ олоғайған, күңелдәре ултырған кешеләр ине. Шулай ҙа өйҙә шул тиклем патриархатлыҡ ине, атайҙың һүҙенән берәү ҙә сығалмай. Атайым бит инде - ҡыпсаҡ (был үҙе бер диагноз), фронтовик, комбат! Ғаиләне генә түгел, бөтөн ауылды тотоп тора. Шундай кеше янында һыйышып һәм һыйып йәшәү өсөн ҡатын-ҡыҙға йәки тулыһынса баш һалыу йәки ҡасып китеү генә ҡала. Әсәйем баш һалған да, күрәһең. Һәм мин дә баш һалып, буйһоноп үҫтем.
"Тормош нисек булырға тейеш?" тигән барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә мин ошо атай-әсәйем тәрбиәһендә өйрәндем. Был ике ярым белемле, ярым наҙан булған кешеләр мин белгән иң интеллигент әҙәмдәр ине. Интеллигентлыҡ - ул күп белеү, күп уҡыу ғына түгел, ә донъяға, кешеләргә мөнәсәбәте менән баһаланып, үҙ йәмғиәтендә бер ниндәй хилафлыҡ ҡылмай, ҡарғыштар алмай йәшәй белеү. Улар ҙа миңә үҙ белгәндәрен һеңдерҙе, шул орлоҡто һалды. Юлда ятҡан бер һәнәк бесәнде лә һалып алмай торған бик намыҫлы, ғәрсел булдылар. Бурысҡа алыуҙы иң оят ғәмәл итеп һананылар һәм мине лә шулай өйрәттеләр. Шуға мин дә, ниндәй ауыр хәлдәрҙә лә, үҙем тапҡан тингә генә таянырға тырыштым. Педагогия училищеһында дүрт йыл, институтта биш йыл аслы-туҡлы йәшәгән йылдарҙа ла бурысҡа алманым. Эшләгәндә лә кредит алманым. Үҙем бурысҡа биргеләнем. Булмағанды ла бар, мул итеп күрһәтергә тырыштым.
Әсәйем 74 йәштә вафат булды. Уның китеүен бик ауыр кисерҙем. Бер ҡайтҡанда ауылдаштарымдан: "Һеҙҙең минең әсәйемә берәй дәғүәгеҙ бармы?" - тип һораным. Ауылдаштар: "Һинең әсәйең кеүек беҙҙә берәү генә ине", - тинеләр. Сөнки ул бөтөн ауылға писарь ролендә ине, кемгә документ, кемгә ғариза яҙа, русса яҡшы белә, грамоталы. "Әминә еңгә, ошолайтһаҡ нисек булыр икән?" тип уға кәңәшкә ирҙәр ҙә килә ине. Һәм бөтөн ошоларҙы күреп үҫкән мин кешеләргә кәрәкле булыуҙы әҙәм ғүмеренең асылы икән тип белдем.

Ғаиләнең ҡаты тәртиптәре шиғриәткә нигеҙ һала алдымы һуң? Ҡайҙан морон төрттө һеҙҙә шиғри хис? Уҡыу, белем эстәү башланғыс бирҙеме, әллә башҡа сәбәптәрме?

- Ғаиләлә беҙ дүрт бала инек, ике ҡустым, бер һеңлем булды. Бер ҡустым ҡатыны менән иртә үлделәр һәм дүрт балаһы минең елкәгә тороп ҡалды. Баш бала булғас, мин туғандарым өсөн яуаплы булып үҫтем һәм ғүмер буйы шул бурысты атҡарҙым. Айлыҡ алған эш хаҡым да һәр береһенә ниндәйҙер ярҙамға тип бүленә ине.
Мәктәп йылдарына килгәндә, һигеҙ саҡрымға йәйәүләп йөрөп уҡыныҡ. Бәләкәй генә балаларбыҙ. Дәрескә һуңламау өсөн иртәнге биштә тороп сығаһың. Электр уты юҡ. Көлгә күмеп ултыртылған сәйнүктең йылы һыуын эсеп, икмәк сәйнәп кенә сығып китәһең. Киске сәғәт биштәрһеҙ ҡайтып булмай.
Бөгөнгө кимәлдән ҡарап әйтһәм, кластағы иң яҡшы уҡыусы иҫәпләнһәм дә, белемһеҙ сыҡтым мин мәктәптән. Сыуаш ауылы балалары менән уҡый башлағас, русса уҡыталар инде, бер нәмә аңламайбыҙ, бер нәмә белмәйбеҙ. Әсәйем әрләп ятлата, китапты танауға төртөп аңлата, һарыҡ көтөүсеһе булғың киләме, тип янай. Беҙҙә һарыҡты апайҙар көтә ине, ҡулдарында шәл бәйләмдәре, үҙҙәре көтөүгә эйәреп йөрөй. Мин инде илай-илай ятлап барам, ыҡ-мыҡ итеп яуап бирәм. Һарыҡ көтөүсеһе булғы килмәй бит...
Класта иң бәләкәйемен, ике сәғәт йәйәүләйбеҙ, балалар аяуһыҙ халыҡ бит ул, аҙығымды тартып алғандары ла, этеп-төртөп киткәндәре лә булды.
65 йәшемде билдәләгәндә, уҡыған мәктәбем матур осрашыуға саҡырҙы. Шунда "Мәктәп йылдарығыҙ тураһында ниндәй иҫтәлектәрегеҙ бар?" тип һорағайнылар, мин: "Мәктәп йылдары минең иң хөрт ваҡытым булды. Беренсенән, русса уҡыу шул тиклем ауыр бирелде һәм мин бәләкәс кенә башҡорт асылымды ташҡабырсаҡ эсенә йәшерергә мәжбүр булдым. Икенсенән, йәйәү йөрөү елеккә үтте. Өсөнсөнән, сыуаш ауылы балалары менән сәкәшеүҙәр, һуғышыуҙар биҙрәтеп бөткәйне", - тип ысынын әйттем, үпкәләһәләр, үпкәләгәндәрҙер инде.
Атайым ҡаты булды тигәйнем инде. Ул беҙҙе туҙҙырғанда, әсәй яҡлашманы, бер һүҙле булдылар. Бала сағым, шулайтып, ике көслө кешенең уртаһында үтте, ике тирмән ташының араһында ышҡылып, шымарып сыҡтым. Айырыуса миңә, баш балаға үтә талапсан булдылар. Уҡыуҙа ла, йорт мәшәҡәттәрендә лә, тәртип буйынса ла.
Икеһе лә уҡыны һәм гәзит-журналдар алдырҙы. Был килгән баҫмаларға минең дә күҙем төшә бит. Бер саҡ миндә лә шиғыр яҙып ҡарау теләге тыуҙы һәм йәшереп кенә бер нәмә әтмәләп, почергы матур булған Зөлхизә тигән әхирәтемдән аҡҡа күсертеп, "Башҡортостан пионеры"на ебәрҙем. Баҫылып сыҡты был хәҙер. Уҡытыусылар ғына түгел, үҙем дә ҡаты аптырашта ҡалдым. Барыһының да телендә булып алдым бер мәл. Сит мәктәпкә сит ауылдан килеп йөрөгән бәләкәй генә буйлы, яшыҡ, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараған, ҡурҡаҡ ҡыҙсыҡты аҙыраҡ күҙгә элделәр шул мәлдә.
Һигеҙенсене тамамлағас, әсәйем этеп-төртөп Салауат педагогия училищеһына уҡырға ебәрҙе. Бөтөн тиҫтерҙәрем китте профтехучилищеға, минең дә шунда барғым килә, әммә ата-әсәмә ҡаршы сығыу ҡайҙа! Имтихандар тапшырҙым. Училищеға кандидат итеп кенә алдылар, шулай ҙа ярты йылдан тулыһынса ҡабул иттеләр.
5 декабрҙә Конституция көнө була торғайны элек. Барыһына ла барыу мотлаҡ ине был сараға. Минең байрамдарға кейер айырым күлдәгем юҡ, шул мәктәп формаһына аҡ яға тегәм дә китәм кисәләргә. Бер мәл, тап шул Конституция кисәһендә, директор доклад уҡыны һәм "Баҡһаң, беҙҙең училищела шағирә ҡыҙыҡай уҡый икән, уның исеме Тамара Ғәниева", тимәһенме! Мин ҡойол да төш. Трибунаға саҡырып сығарҙы был мине һәм Сафуан Әлибаев, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәлиҙәрҙең автографы менән балалар өсөн яҙылған шиғри йыйынтыҡ тотторҙо. Был хәл минең өсөн генә түгел, курсташтарым, тотош училище өсөн дә бер мәртәбә ине. Ә бөтөн ошо хәл-ваҡиғаны ойоштороусы әсәйем булып сыҡты. Ул "Башҡортостан пионеры"ндағы еңеүселәр исемлегендә минең барлығымды ла күргән дә, редакцияға бүләкте өйгә түгел, ә училищеға ебәреүҙе үтенеп яҙған. Шулай итеп, мин бында ла бер башҡа үҫеп киттем.
Салауат педагогия училищеһы минең өсөн иҫ киткес бер институт булды. Мәктәптә алмаған белемде алдым. Йыр, рәсем төшөрөү, бейеү, бөтөн предметтарҙы һеңдерәһенән үҙләштереү, йөҙ төрлө саралар, кисәләр, ярыштар, осрашыуҙар үткәреү һәм башҡалар. Ашарға бешерергә лә өйрәттеләр хатта, сигергә, тегергә, ямарға ла.

Тамара апай, ә һөйөү? Әҙәм ғүмеренең кульминацияһы бит инде был тойғо кисереше, булдымы был кульминация һеҙҙең яҙмышта?

- Ниндәйерәге булды әле! Педучилищены тамамлар алдынан мин ғашиҡ булдым. Бер мәл ятаҡҡа ошо педучилищены тамамлап киткән бер ағай килгәйне. Хәрби кейемдә, иҫ киткес сибәр, эш буйынса ғына командировкала Салауатта һәм ауылдаш ҡыҙҙарына хәл белергә һуғылған. Үтеп барған мине туҡтатып, Сажидә исемле ҡыҙҙы саҡырырға үтенде. Мин саҡырҙым да, сәй ҡайнатып йөрөһәм, Сажидә килгән дә "Ағайым һине һорай", ти. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: күргән дә оҡшатҡан! Мин дә шулай уҡ. Был шундай ҡапыл тоҡанған, дөрләп янған һәм фажиғәле һөйөү булды ул.
Беҙ өйләнештек. Дүрт йыл йәшәп ҡалдыҡ. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Аҙаҡ, бик ғибрәтле һәм ауыр сәбәптәр арҡаһында иптәшем менән аймылыш булдыҡ... Ул киткән еренән әйләнеп ҡайтманы, ситтә йәшәне. Шунда ғаиләһе булды. Хәҙер мәрхүм инде. Был минең ғүмерлек хәсрәтем. Минең һөйөүемдең һәм шуға бәйле рәүештә ҡатын-ҡыҙ яҙмышымдың да бәхетһеҙлеге. Уның хаҡында иҫләргә яратмайым, әммә онотҡаным булманы...

Ошо тәңгәлдә көслө ҡатындар тураһында һүҙ алып барһаҡ, әгәр... һеҙ үҙегеҙҙе көслө ҡатын тип иҫәпләйһегеҙме? Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ ижадсыға ағымда барыу өсөн ниндәй булыу кәрәк? Ҡәләмдәштәр менән һеҙҙең мөнәсәбәт нисек булды?

- Көслө ҡатындар булмай ул. Психикаһы яғынан бөтә ҡатындар ҙа көсһөҙ. Уларҙы бары яуаплылыҡ тойғоһо ғына көслө итеп күрһәтә. Минең замандаш ирҙәр мине "Ул үҙе шәп, уға ярҙам кәрәкмәй" тигән фекерҙә йәшәне. Һәм беҙҙең ир-егеттә тағы ла бер йәмһеҙ сифат бар, ул да булһа, көнсөллөк. Улар мине, ҡатын-ҡыҙ ижадсыны, һәләтем өсөн ситкә типте һәм төрлөсә баҫырға тырышты. Ижади көнсөллөк ул үҙеңдең кәм икәнеңде таныуҙан килә. Үҙем, мәҫәлән, бер генә прозаиктан да, шағирҙан да көнләшмәнем һәм көнләшмәйем. Сөнки үҙемде уларға тиң һанайым. Ижад итеүселәргә һәр ваҡыт һоҡланам. Бала саҡтан алып һәм бөгөнгө көнгәсә. Мин бына һеҙҙең, йәштәрҙең ижадын да үрнәк итеп күрәм, минән көслөрәктәрһегеҙ, тип уйлайым. Һәм кемдер көнләшеп аяҡ салғанда ла һеҙҙең һәләтегеҙ ҙә, популярлығығыҙ ҙа кәмемәй икәнен беләм. Ҡулығыҙға һуҡҡанда ла, ҡәләмегеҙҙе тартып алғанда ла, өҫтәл тартмаһына һалып ҡуйыу өсөн булһа ла яҙасаҡһығыҙ икәнде лә беләм. Ә минең ҡайһы бер замандаштарым шуны аңламаны. Улар мине күпме генә баҫһалар ҙа, мин шытып сыға торҙом. Шуның өсөн талантлы кешеләргә киҫәтеп әйтеү кәрәк: бер кемгә, бер нәмәгә ҡарамағыҙ - яҙығыҙ.
Үкенескә ҡаршы, талантлы кешеләр араһында белемһеҙҙәр етерлек. Улар тәбиғи һәләттәренә алданып, үҙ өҫтөндә эшләмәй, үҫмәй. Һәм башҡорт әҙәбиәтендә бындайҙар һаны бик күп. Ошо күренеш әҙәбиәт кимәлен күрһәтә лә инде, уны тышаулап тотоп тик тора.
Беҙҙең заманда һәм электән дә ҡатын-ҡыҙ ижадсыны "Ярай, беҙҙең арала төҫ булып йөрөһөн", тип кенә ҡаранылар. Ә наградалар, исемдәр һәм башҡа күрһәткестәр ирҙәргә булды. Ә улай ярамай. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишевалар, Кәтибә Кинйәбулатовалар, әгәр беҙҙең ҡәләмдәш ир-егеттәр һәм ир-ат етәкселәр күтәрә һәм һанлай белһә, СССР кимәлендә билдәле булған чечен шағирәһе Рәйсә Әхмәтова, ноғай шағирәһе Ҡәҙриә Тимербулатова, әрмән шағирәһе Сильва Капутикяндар кеүек үк күренә ала ине. Тегеләре беҙҙекеләрҙән бер нәмәһе менән дә артыҡ түгел, әммә уларҙы ҡәҙерләй һәм алға сығара белделәр. Халҡының (ир-егеттәр йөҙөндәге) киң күңеллелеге арҡаһында был шағирәләр СССР шағирәләре булып балҡыны.

Прозағыҙ бар, әммә һеҙ уға артыҡ баҫым яһамайһығыҙ, шулай бит? Шиғыр йыш тыуамы? Нимәләр яҙаһығыҙ бөгөн?

- Шиғыр көн һайын яҙылмай. Әммә ҡайһы бер көн ул миңә килеп ябырыла. Бөтөн булмышымды һығып сығарып, нескәртеп, арманһыҙ итә. Мин хистәремдән быуылып яҙам да яҙам...
Һуңғы йылдарҙа проза ла ҡыҙыҡһындыра. Хатта был жанрға күңел бирмәгәнемә үкенеп тә ҡуям. Заманында Рәми Ғарипов "Иң бөйөк жанр ул поэзия" тип өйрәткәс, прозаиктарға юғарынаныраҡ ҡарап йөрөлдө. Прозаны уны кем дә яҙа, һин шиғыр яҙып ҡара, тигән яңылыш фекер ҙә йәшәне күңелдә. Һәм был хатаны төҙәтеп, бер китаплыҡ проза тупланым да инде. Алла бирһә, етмеш йәшемә шул китапты сығарырға ине иҫәп.
Рус телендә көндәлектәр алып барғайным. Шуларҙы компьютерға йыям. Киләсәк быуындарым, ейәндәрем минең заманды һәм мин кисергәндәрҙе минең күҙлектән һәм минең һүҙҙәр менән уҡыһын тием. Мин барыһын да хаҡ һәм дөрөҫ итеп кенә яҙып барҙым. Бер ниндәй ҙә алдаҡ йәки биҙәү-шымартыу индермәнем. Кемдәрҙеңдер һөйләгәненән, ишеткәндәренән генә белмәһендәр мине, ошо яҙмаларҙан белһендәр.

Һеҙҙә һаманға тиклем мөхәббәт лирикаһы бар. Бар ғына түгел, башлыса шунан тора поэзияғыҙ. Был күңел тулы һөйөү булыуҙанмы, әллә һөйөүҙе һағыныуҙанмы, әллә тема булараҡ ҡына ҡулланаһығыҙмы быларҙы?

- Яратып етелмәгәнлек, яратылыр-һөйөлөр ваҡыттағы яңғыҙлыҡ, ир затының йәлләүен, ҡәҙерләүен тоймай йәшәү, улар тарафынан яҡланмау һәм аялмауҙан тыуған һыҙланыу, ностальгия минең шиғырҙарымда.
Мөхәббәт лирикаһында ҡатын-ҡыҙ өсөн нимә шарт? Автор (ҡатын-ҡыҙ) шиғриәтендә ир-егетте рыцарь итеп күрә һәм күрһәтә. Һин генә донъяны тотаһың, һин генә мине бәхетле итә алаһың, һин генә иң яҡшы, ти ул был рыцарға. Ә мин башҡорт әҙәбиәтендә Милли рыцарҙы, милли батырҙы тыуҙырҙым. Милләттәш ир-егет уҡый ҙа эйәген күтәреп, яурындары турайып китә. Был шиғырҙарҙың маҡсаты ла шул: ир-егеттең асылын уятыу һәм ирлеген өҫкә сығарыу. Бында мин ғашиҡ булған сағымда яҙғандарым ғына түгел. Был үҙе бер дидактика, үҙе бер педагогик фән.
Тәүге мөхәббәтемдән, йәғни иремдән һуң мин ғашиҡ булманым. Ул трагедиянан һуң оҙаҡ йылдар шок хәлендә йөрөнөм. Оҡшатып, һоҡланып йөрөгәндәрем булды, әммә улар үтә торған тойғолар ине. Донъя көтөрҙәй, пар итеп һайларҙай әҙәм табылманы. Һәм минең үҙ талаптарым да бар ине. Булыр-булмаҫ ирҙәргә хеҙмәт иткем килмәне. Сөнки мин үҙем егәрле һәм сәмләнеп йәшәй торған ҡатын. Ата-әсәм шулай булды, был миңә лә күскән. Баш төртөр мөйөшөм бар, өҫтөм бөтөн, өҫтәлем һыйлы булырға тейеш ине кем килеп инһә лә. Шулай булды ла. Тимәк, минең эргәмдәге ир минең кеүек үк булырға йәки улай булмағанда ла, минең шундай икәнемде танырға һәм һоҡланырға тейеш ине.
Шиғырҙарымдағы һөйөү иһә ысын һөйөү ул, миндәге сарыф итеп бөтөлмәгән мөхәббәт билгеһе. Әгәр ул кемдәрҙеңдер йәненә барып етә ала икән, маҡсатыма ирешкәнмен, тимәк.

Тамара апай, 1995 йылда, һеҙҙең менән беренсе тапҡыр танышҡанда, шағирҙар араһында һеҙҙең һүҙегеҙ, тотҡан урынығыҙ, абруйығыҙ юғары икәнен аңғарҙым. Үрҙә һеҙ әйткән "Ҡатын-ҡыҙ итеп баҫтылар", тигәнгә был ҡаршы килә һымаҡ. Тимәк, һеҙ һәләтле булыуҙан тыш, ҡыйыу кеше лә, шулай бит?

- Әҙәпһеҙлек тип ҡабул итмәгеҙ, бөгөнгө йәшемдә мин бөтә нәмәне лә үҙ исеме менән әйтә һәм һөйләй алам, шунлыҡтан, мин белемле кеше, тигәнде лә хаҡлы итеп әйтәм. Күп уҡыным, уҡыйым. Ә белемленән беҙҙә һағаялар. Ә асылда мин ҡурҡаҡ ҡына бер ҡатын. Ҡурҡаҡ һәм илаҡ. Берәүгә лә ҡаршы асыҡ конфликтҡа инә алманым, сөнки баҙнатһыҙ инем. Сәсрәтеп әйтәм тип барғанда ла, ярһып килгәндә лә, кемдеңдер йөҙөнә ҡарап бит йыртырға йөрәгем етмәне. Бары бөтөнләй тапап-иҙеп китмәһендәр өсөн ошондай "яу-ҡатын" тигән битлек артында йөрөргә мәжбүр булдым. Йәнәһе, миңә тейемәгеҙ, мин яуап бирә алам, мин уҫал, мин тәкәббер! Шул ғына...

Ҡатын-ҡыҙ нисә йәштән үҙен олоға һанай ала? Донъя стандарттары күпкә артҡа шылды хәҙер. Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, тиһәләр ҙә, күрәләр бит һуң...

- Ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә бер нисә этап кисерә. Ҡырҡҡа тиклемге йәштәрҙе мин телгә лә алып тормайым, сөнки был мәлдәр үҙе үк иң матур, иң һутлы, йәшәргә көсө лә, теләге лә булған күркәм осорҙар. Ҡырҡҡа тиклем ҡатындар нисә йәшлек булырға теләйҙәр, шулай була алалар. Хатта йәште алдап әйтергә лә була, улай ҙа бата. Ә ҡырҡтан уҙғас, холоҡто ыҙанға һалырға кәрәк. Һин һаман да "Мин барыһын да булдырам" - тип уйлайһың, ваҡыт уҙғанын аңғармайһың. Күп нәмәләр теләйһең. Һәм әле һинең мөмкинлектәрең дә бар. Әммә был мәлдә инде һинең статусың, дәрәжәң барлыҡҡа килгән һәм һин шуға торошло булырға мәжбүрһең. Һинең инде балаларың үҫеп еткән, улар һинән кәңәш һорай һәм һин уларға кәңәшсе, таяныс була алырлыҡһың.
Иллегә еткәндә мин "Моғайын, ошонда ғүмер тамам булалыр", тип, бөтөн биҙәүестәремде ҡыҙыма тапшырғайным. Ләкин бара торғас адаптация килә һәм икенсе этап башлана - өләсәй, нотоҡ уҡыусы, аҡыл биреүсе ағинәй этабы. Бында ла һин үҙеңдең кәрәклегеңде тояһың. Артабан инде һиндә йәштәрҙе яратыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Уларҙың йәшлеген, бер ҡатлылығын, айбарлығын, сафлығын, ҡыйыулығын яратыу. Был йәштәр мин йәш саҡта белмәҫтән яһаған хаталарҙы яһамаһын, яңылышып ҡуймаһын, ыҙалар сикмәһен тип уйлап хафаланаһың, араларға, яҡлашырға ынтылып ҡаңғыраһың. Донъя стандарттары нимә генә күрһәтһә лә, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һәм олоғайыу тупһаларын уның ҡатын, әсәй, өләсәй һәм ағинәй булыу төшөнсәләре билдәләй.

Әҙәби мәктәп булырға тейешме? Мәҫәлән, шиғыр яҙырға өйрәтеүсе уҡытыусылар кәрәкме ул?

- Мотлаҡ кәрәк. Беҙҙе Муса Ғәли, Рәми Ғариповтар өйрәтте. Беҙ улар мәктәбендә шиғыр нисек булырға тейеш икәнлекте аңлап ҡалдыҡ. Шул мәктәпте дауам итеп, мин дә кәңәш һораусыларға өйрәтергә, аңлатырға, шиғырҙары өҫтөндә эшләргә тырышам. Әммә күптәре был кәңәште алмай. Инерция буйынса ғына шиғыр яҙыу, мәғлүмәти генә, хисһеҙ, рифма яһауға ҡоролған шиғырҙар яҙыу - ул әҙәбиәт булдырыу түгел. Шиғриәттең тәртиптәре һәм ҡанундары бар, улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Әҙәбиәткә ныҡ етди ҡарарға кәрәк, ул һиңә "частная лавочка"мы? Йөҙ йылдан, ике йөҙ йылдан киләсәк быуындар "Беҙҙең ата-бабалар ниндәй рухи ҡиммәттәргә һәләтле булған икән?" тип алып ҡарағанда йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаһын.

Шағирҙарҙың ауыр, һынаулы, төрлө кисерештәргә бай булған яҙмыштары уларҙың ижадын да һутлы, көсөргәнешле, сағыу итә, тиһәм, килешәһегеҙме?

- Бәхетлеләр шиғыр яҙмай, тигән әҙер яуабы ла бар һорауыңа. Шиғыр яҙыу өсөн, ғөмүмән, әҙәбиәт, ижад тыуҙырыу өсөн бер генә талап бар - һәләт. Һәләтле кеше яҙмыштың бөтөн ҡаршылыҡтарын да кисереп, үҙе аша үткәреп ебәрергә лә һәләтле була. Кисерештәре, һағыштары, хәсрәттәре ни тиклем генә тәрән булмаһын, уның булмышында ла, холҡонда ла, зиһенендә лә һаҡлана торған бер көс бар. Был ниндәй ҡараңғылыҡтан да яҡтылыҡҡа алып килә торған көс. Иммунитет тип тә әйтергә була.
Кешене талант өсөн маҡтарға кәрәкмәй. Быны һин үҙ белдегең менән яһап йәки яулап алмағанһың. Был һиңә Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған ҡөҙрәт һәм миссия. Был эске ҡаршылыҡтар, язаланыуҙар, яҙмыш һынауҙары аша һығылып килеп сыға торған бер мөғжизә ул. Кисерештәрһеҙ ижад тыумай. Хатта шулай тыуғандары булған хәлдә лә, ул уҡыусы йөрәгенә барып етә алмай. Әйтелә бит, батшалар ғына ергә батшанан тыуа, ә шағирҙар шағир булып тыуа. Ижадсының кем икәнен, ниндәй баһаға лайыҡлығын ваҡыт билдәләй. Заманында "Егерменсе быуаттың иң беренсе шағиры кем - Вознесенскиймы, Евтушенко әллә Рождественскиймы?", тип бәхәсләшкәйнеләр. Ә ваҡыт тотто ла Высоцкийҙы пьедесталға ҡуйҙы. Шуның өсөн, бөгөнгө көндә Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән шағирә булараҡ, мин был исемгә лайыҡмы-юҡмы икәнгә баһа бирә алмайым. Замандаштарым мине шулай ололап яңылышманымы икән, тигәнгә лә яуап бирә алмайым. Быларҙың барыһын да ваҡыт үҙе билдәләр һәм халыҡ хәтере үҙенә кәрәк булған, күңеленә яҡын булғандарҙы йәшәтер ҙә.

Беҙҙә ҡатын-ҡыҙ аҡыллы булырға, аҡыллы булып күренергә, аҡыллы икәнен күрһәтергә тырыша. Һәм ҡыҙ балаға ла бәләкәстән "аҡыллы бул, аҡыллы бул" тип һеңдерәләр. Ана шул аҡыллы булырға артыҡ ынтылыу ҙа, көслө булырға тырышыу ҙа күп бәхетһеҙлектәрҙең сәбәпсеһе түгелме икән? Күп төрки халыҡтарҙа ҡатын-ҡыҙға ундай талап юҡ, минеңсә.

- Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышы башҡа төрки һәм мосолман халыҡтарыныҡынан ныҡ айырыла. Быуаттар һуҙымында яугир булып һан алған милләтте кем тыуҙырып үҫтергән һуң? Ирҙәре яуға, походҡа, һөргөндәргә киткәндә, бөтөн ил-ғаилә хәлен үҙ иңдәрендә күтәреп һәм һаман атҡа менеп сабыр малайҙар, егеттәр быуынын үҫтереп торған бит улар. Ана шул баш һалмай, һынмай, бөгөлмәй торған ҡатындарҙан юғалмай һәм ҡоромай торған милләт тыуған да инде. Ҡатын-ҡыҙ хужабикә булыуға мәжбүр сүрәттә лә йәшәй. Ана шул мәжбүрилек беҙгә йәшәргә тырышыу, хатта көрәшеп йәшәү талаптарын да ҡуя. Әлеге лә баяғы йәмғиәттең социаль, мәҙәни һәм рухи асылын ҡатын-ҡыҙ тәьмин итергә тейеш була. Шуға ла аҡыллы булмау мөмкин түгел. Быуаттар дауамында ҡаршылыҡлы тарихи шарттарҙа йәшәгән халыҡтың тотҡаһы булырға тура килә. Ир-ат беҙҙә күбеһенсә һуғышҡа киткән, ҡорбан булған, һалдатҡа алынған, төрмәләргә ябылған, ил хеҙмәтенә тотонолған, эскелеккә бирелгән, ә ҡатын-ҡыҙ бер ҡайҙа ла китмәгән, уның бурысы ошо илдең, милләттең киләсәген, дауамын булдырыу булған. Һәм был ҡанун үҙгәрмәгән, үҙгәрмәйәсәк тә. Ирҙәр яҙмышы үҙенсә, ә ҡатындыҡы тап тәбиғәт ҡушҡанса ғына - тыуҙыра, үҫтерә, тәрбиәләй. Бының өсөн ул бер нәмә лә талап итмәй һәм итергә тейеш тә түгел.
Ҡатын-ҡыҙ аҡыл кимәлен йәшәү шарттарына бәйле үҫтерә һәм көс тә уға тап ана шул йәшәү рәүешенән килә. Әгәр һин һәр ваҡыт ир артында, тамаҡ туҡ, ҡайғың юҡ икән, ул аҡылдың артыҡ кәрәге лә юҡ һымаҡ. Рәхәт көндә йәшәү шул тиклем ябайға әйләнә. Әгәр бер халыҡ ҡатын-ҡыҙы быуаттар буйы үҙ тәртиптәре менән көн иткән, мәҫәлән, мосолман илдәре ҡатындары шәриғәт закондары ҡурсыуында йәшәп өйрәнгән, ниндәй осраҡта нисек була, ниндәй тәртиптәрҙе боҙмаҫҡа, нимәләргә буйһонорға һәм был халәт һиңә тыныс тормош бирә, тигәнгә ышана һәм был ысынлап та шулай икән, уларға әллә нимә уйлап сығарып ултырырға кәрәкмәй ҙә. Ә беҙҙә ундай ышаныс та, ҡурсыу ҙа, бер нәмәгә гарантия ла юҡ. Беҙ аҡыл, көс һәм сабырлыҡ менән ошо көнгәсә һаҡлана алғанбыҙ. Һәм артабан да нимәлер үҙгәрер тип уйламайым. Шуға үҙем дә һеҙгә һәм йәш ҡатын-ҡыҙҙарға әйтәм: аҡыллы булығыҙ, көслө булығыҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.20 | Ҡаралған: 541

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru