«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘМЛЕКӘСЕҢДЕ ТОТ ТА "САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ"ҒА КИЛ!
+  - 


Гүзәл баш ҡалабыҙҙа йәмле Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эштәре осланып барыуын сәбәп итеп, ҡала йәштәре шунда ял итергә йыйыла башланы. Улар араһында башҡорт йәштәренең ял минуттарын "Самауырлы ритайым" сараһы ярҙамында ойоштороусылар ҙа бар. Йәмәғәтселек тарафынан ихлас ҡабул ителгән ошо сара, ҡала йәштәренең буш ваҡыттарында күңел асыу төрҙәре тураһында уны ойоштороусы Рөстәм Абдразаҡов һәм Шәһитулла Хамматов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

"Самауырлы ритайым" һәр аҙна Өфө йәштәрен Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырына Ағиҙел йылғаһының яр буйына йыя. Йәштәрҙең ялын ошо рәүешле ойоштороу идеяһы ҡайҙан барлыҡҡа килде?

Р. Абдразаҡов:
"Йәштәрҙең ялын ойоштороу" тиһәң, мәжбүрләү һымаҡ яңғырай. Беҙ ундай маҡсаттан сығып башламаныҡ, ә йәйге осорҙа, бигерәк тә быйыл рәсми саралар, бергә йыйылышыуҙар һирәк булғанда бер аҙ үҙебеҙҙең күңелде күтәреп алырға булғайныҡ. Былтыр Төркиәлә сәйәхәт иткәндә шундағы йәштәрҙең тышта, ҡала урамында, парктарҙа, йорт ихаталарындағы эскәмйәләрҙә ыҡсым ғына самауырҙар ҡуйып, сәй эсеп ял итеүҙәрен күргәйнем. Өфөлә, Мәскәүҙә, йә булмаһа Париждамы бейек-бейек йорттар араһында урамда самауыр менән сәй эсеп ултырыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай, ә Төркиәнең был ҡалаһында бик тәбиғи тойолдо. Шуға ла башта дуҫ-иштәр менән Ағиҙел буйына йыйылып, самауыр сәйе эсеп аралашып алыу теләге тыуҙы. Ике тапҡыр шулай яҡын таныштар менән осрашып ҡайттыҡ. Беҙгә Шәһит тә ҡушылғайны матур, ихлас бер йыйынға әүерелеп китте сарабыҙ.
Ш. Хамматов: "Самауырлы ритайым"дың төп ойоштороусылары Рөстәм менән Роберт Дәүләтшин. Улар был сара ярҙамында Өфө йәштәренең тормошона ниндәйҙер яңы һулыш индереп ебәрҙе. Унда бер кемде лә махсус рәүештә "Әйҙә, килегеҙ, ял итәбеҙ" тип өндәп саҡырмайҙар. Сөнки йәштәр осрашҡан, аралашҡан мәлдә самауыр ҡайнатып сәй эсеү Өфө ҡалаһы өсөн 249-сы маршрут автобусы кеүек ғәҙәти күренешкә әүерелергә тейеш. Ҡурай, гармун, баян һәм башҡа уйын ҡоралдарыбыҙ бар беҙҙең, моңло тауышлы йырсылар, өҙә баҫҡан бейеүселәребеҙ бар һәм улар ошо осрашыуҙарҙы йәмләп, дәррәү ҡушылды.
Сараның тиҙ арала күптәрҙең күңеленә хуш килеүенә бигерәк тә яр буйының төҙөк булыуы ыңғай йоғонто яһай, унда һәр кем үҙенсә ял итә: берәү велосипедта, самокатта йөрөй, кемдер йүгерә, латиноамерика бейеүен, көнсығыш бейеүҙәрен өйрәнә, һүрәт төшөрә. "Самауырлы ритайым"ға башҡа милләт кешеләре лә ҡыҙыҡһынып килеп ҡушыла, башҡорт йәштәренең шулай ихлас, ябай, алсаҡ булыуын күреп, ыңғай тәьҫорат алып, ҡалай шәп икәнһегеҙ, тип китәләр. Иң ҡыуаныслыһы, матур йәш ғаиләләр балалары менән килә.
Р. Абдразаҡов: Башҡорт сәй эсергә ярата, күмәк йыйылғанда күңел асып йырлап-бейеп алыу ҙа беҙгә хас. Шул уҡ ваҡытта бына ошо осрашыуҙарҙы аҙнаһына бер тапҡыр үткәрә башлағас, "Ә беҙ унда нимә эшләйбеҙ? Унда барһаң, сәй бушлаймы? Ни өсөн йыйылабыҙ?" тигәнгә оҡшаш һорауҙар яуҙырырға тотондолар. "Самауырлы ритайым"дың төп үҙенсәлеге - ябайлыҡта, бер ниндәй ҙә махсус әҙерләнгән программа юҡ, барыһы ла бушлай, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре сәйгә күстәнәс тотоп килә. Әммә был башланғыс тик беҙҙеке генә булып ҡалыуын теләмәйбеҙ, ошо рәүешле ял минуттарын уҙғарыу баш ҡала йәштәре араһында уртаҡ күренешкә әүерелергә тейеш. Кем теләй, күңеленә ятҡан урында самауыр алып сыҡһын да, таныштары, дуҫтары менән йыйылып һөйләшеп ултырһын.
"Самауырлы ритайым" һуңғы йылдарҙа өфөләр араһында бик популярға әүерелгән ғәҙәткә - машина капотына ҡуйып кальян тартыуға ҡаршы альтернатив ял итеү ысулы. Үҙем ғүмерҙә лә кальян тартҡаным юҡ, әммә кешеләр был рәүешле ағыу һулағылары килгән өсөн түгел, ә бергә йыйылып, аралашыуға һыуһаған, һөйләшеп тороуға бер сәбәп булһын тип ойошаларҙыр, тип фараз итәм. Беҙҙең күп йәштәр байрамдарҙы айыҡ үткәреү яҡлы, шулай ҙа башҡаларға ла ошондай ҡыҫҡа осрашыуҙарҙы, ауыр эш көнөнән һуңғы ял минуттарын да спиртлы эсемлекһеҙ, тәмәкеһеҙ, кальянһыҙ үткәреп булыуын күрһәтке килә.

"Самауырлы ритайым" ысынлап та матур бер яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде. Тағы ла ниндәйерәк пландағы саралар кәрәк бөгөн баш ҡаланың башҡорт йәштәренә?

Р. Абдразаҡов:
Башҡорт йәштәре талантлы булыуын барыбыҙ ҙа белә, ләкин уларға артабан үҫешергә мөмкинлектәр тыуҙырыу йәһәтен уйларға кәрәк беҙгә. Шуға ла кәсепсе, эшҡыуар, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған шәхестәр ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, даими эшләгән мәктәптәр булдырыу мөһим. Һуңғы йылдарҙа "Аҫылташ" проектын алып барған йәштәр актив эшләп килә, әммә улар күберәк теорияны өйрәтә. Был да кәрәк, әлбиттә, шулай ҙа практик белемдең дә өҫтөнлөгөн оноторға ярамай. Бына, мәҫәлән, бер ағас оҫтаһы тотһон да тағараҡ эшләргә өйрәтһен. Кемдер ҡыҙыҡһынып шуны эшләп ҡараһа, һөнәрен арттырыр. Ә берәү, бәлки, шул ябай ғына тағараҡтан дәртләнеп, ҙур оҫтахана асып, ағас эшенә тотоноп китер. Беҙгә әллә ҡайҙан ситтән килгән коуч-тренерҙар, бизнесмендарҙың ҙур бизнес, миллионлы килем алыу тураһындағы хәбәрен тыңлау урынына көндәлектә ошо ерлектә тормошҡа ашырырлыҡ эштәр менән булыу отошлораҡ. Әйтәйек, ҡыҙҙарға сигеү эшен өйрәтеү ҙә шулай уҡ яҙыҡ түгел, хәҙер ҡул эштәре бик юғары баһалана һәм оҫта ҡуллылар үҙенең бәләкәй генә бер эшен асып ебәрә ала. Шунда уҡ уларға күҙ нурын түгеп сиккән әйберен һатып, бер аҙ аҡса эшләргә өйрәтһәк, эшҡыуарлыҡҡа һәләте лә асылып китеүе бар. Юғиһә, совет осоронан киләмелер был, ни өсөндөр көс түгеп башҡарған эшеңдән килем алырға тырышыуҙы негатив яҡтан баһаларға күнеккәнбеҙ һәм бына шул ҡалыптан арынырға ине.
Ш. Хамматов: Бөгөн халыҡ йәнле аралашыуға ҡоролған сараларға бик һыуһаған. Ә баш ҡалала уҙғарылған белем биреү, мәҙәни, һөнәри саралар араһында башҡорт мөхитен сағылдырғандары һирәк һәм бер ҡалыпҡа һалынғандар. Айырыуса тиҫтә йылдар дауамында ойошторола килгән йәштәр өсөн мәҙәни сараларҙа шундай тенденция күҙәтелә: унда барһам, мин кемдәр сығыш яһауын, икенсе бүлектә тамашасыларҙың яртыһы таралышыуын, үҙем сәғәт нисәлә өйгә ҡайтып етеүемде беләм. Беҙгә офлайн форматтағы ла, телевизион форматта ла танышыуға, тыныс ултырып фекер алышыуға, аралашыуға ҡоролған саралар кәрәк. Шуға әле "Самауырлы ритайым"ға килгәндәрҙән үҙҙәре менән таныштырыуҙарын һорайбыҙ: кем ул, ҡайҙа эшләй? Бәлки, был кеше эшҡыуарҙыр, йә республика буйлап сәйәхәттәргә йөрөйҙөр, йә риэлторҙыр. Ул үҙе тураһында ҡыҫҡа ғына танышыу-сәләмен әйтһә, арала торған берәүгә тап ошо ваҡытта шундай файҙалы танышлыҡ, йә булмаһа фекерҙәш, кәңәш алыу талап ителеп, һөйләшеп тә китерҙәр. Кәрәк кеше бер-береһен табыр. Әлеге ваҡытта Өфөлә башҡорт йәштәренең ниндәйҙер бер даирәһе билдәләнгән, бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ һәм ул даирәгә яңы кешеләр һирәк килә. Ҡайҙа, ниндәй сараға барһаң да бер үк кешеләр осрай. Ә бына яңыраҡ бер туй үткәрҙем, дүрт матур башҡорт ғаиләһе менән тынышып ҡайттым, бөтәһе лә бизнесмендар, шул тиклем өлгөлө йәштәр. Беҙгә күберәк ана шундай беҙ белмәгән кешеләрҙе ылыҡтырыу, баш ҡалала башҡорт даирәһен киңәйтеү, аралашыуға ҡоролған саралар кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Самауырлы ритайым" тиҙ арала баш ҡала йәштәренең иғтибарын йәлеп итеүе бөгөн уларға ниндәй форматтағы саралар кәрәклеген сағылдырҙы. Уларға Өфөнөң төҙөк, тыныс һәм ял итеү өсөн тәғәйенләнгән урындарында буш ваҡыттарын айыҡ, яңы танышлыҡтар табып уҙғарыу өҫтөнлөклө. Быны үҙебеҙҙең йола, ғәҙәттәргә нигеҙләнеп атҡарыу отошло булыуы ла һыналды бында.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.20 | Ҡаралған: 665

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru