«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭЛЬБРУС НИҒМӘТУЛЛИН МЕНӘН СКАНДИНАВСА АТЛАЙБЫҘ
+  - 


Үтеп барған йәйҙең бер көнөндә Башҡортостан спорты тарихында яңы бит асылды - "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы "Планетаның иң көслө кешеһе" ярышының вице-чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинавса атлау буйынса клуб асты. Әлбиттә, ҡайҙа Эльбрус - унда ысын тамаша, шоу-программа. Быға халыҡ инде өйрәнеп тә бөткән һәм күптәр тап уның күргәҙмә сығыштарын ҡарар, стронгмэн менән тағы бер тапҡыр һоҡланыр өсөн генә лә килә.

Тап ошо сараны көткәндәй, 40 градусҡа еткән эҫелек тә ҡапыл һүрелеп, ямғырҙар башланды. Әммә спортсылар өсөн ямғыр ни, буран ни - улар барыһын да һынау һәм тәбиғәттең сираттағы саҡырыуы тип ҡабул итә. Эльбрус Ниғмәтуллиндың яңы асылған клубы өсөн дә был һынау үҫеш нөктәһенең башы ғына булыр тип өмөтләнәйек. Изге ниәтте тәбиғәт тә хуплай бит ул - сара уҙған мәлдә күк кәнсәләре ямғырҙарҙы туҡтатып торорға бойороҡ биргән, күрәһең, тап шул мәлдә илаҡ болоттар ҙа күҙ йәштәрен туҡтатып, ҡараштарын ергә төбәне. Әлбиттә, пандемия осоронда тамашасылар исемлек һәм барлыҡ ҡағиҙәләр буйынса ғына үткәрелде, йыйылыусыларҙың һаны 50 кешенән артманы, теләүселәр инде сараны махсус майҙансыҡтың эсенә инмәй генә күҙәтте.
Йыйылыусылар өсөн сюрприздар ҙа әҙерләнгәйне: Башҡортостандың иң көслө кешеләренең береһе, стронгмэн Арсен Ҡорбанов 5 тонналыҡ автобусты бер нисә метр һөйрәп алып барҙы, ул ғына ла түгел, хатта икенсе тапҡыр инде автобустың эсенә 10 пассажирҙы ултыртып та йөрөттө. Шулай уҡ ул скандинавса атлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙо: тамашасылар бер аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла үҙҙәрен ошо спорт төрөндә һынап ҡараны, күнекмәләр башҡарҙы, сәләмәт тормош алып барыусылар сафына табан тәүге аҙымдарын яһаны.
Был көндә Эльбрус Хәмит улы нигеҙҙә сәхнәлә һәм тамашасылар араһында булды, сөнки күргәҙмә сығыштарҙы, күнекмәләрҙе уның командаһы ағзалары башҡарҙы. Сараның төп сәбәпсеһе теләүселәр менән фотоға төштө, йыйылыусылар һәм журналистар менән ихлас аралашты. Мөмкинлекте беҙ ҙә ҡулдан ысҡындырманыҡ һәм батырыбыҙға бер нисә һорауыбыҙҙы төбәнек.

Һеҙ республикала, Рәсәйҙә генә түгел, хатта донъяла билдәле шәхес, ни өсөн ҡапыл ғына үҙегеҙҙең йүнәлешегеҙҙе үҙгәртеп, скандинавса атлауҙы пропагандаларға һәм популярлаштырырға ҡарар иттегеҙ, ул һеҙҙе нимәһе менән ылыҡтырҙы?

- Мин йүнәлешемде үҙгәрттем тип әйтмәҫ инем, бары тик үҙ ҡыҙыҡһыныуымдың, күнекмәләремдең спектрын ғына киңәйттем. Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы биш-алты йылда скандинавса атлау менән ныҡлы шөғөлләнәм. Уның ярҙамында артыҡ ауырлығымдан ҡотолдом, тағы ла сыҙамлыраҡҡа әйләндем. Хәрәкәтсән булып киттем. Шулай уҡ элекке йәрәхәттәремде дауаланым. Даими йәшәү урынымды Өфөгә алмаштырыуым был йүнәлештәге эшмәкәрлегемде икеләтә үҫтерҙе, яңы мөмкинлектәр асты. Скандинавса атлау - ул сәләмәтлек өсөн иң ҙур бонус. Күптәргә спорттың айырым төрҙәре менән шөғөлләнеү тыйылһа йәки улар бындай мөмкинлеккә эйә булмаһа, бында иһә кардио күнекмәләр менән балалар ҙа, ололар ҙа, хатта иң оло йәштәгеләр ҙә шөғөлләнә ала.

Тимәк, һеҙҙең өсөн скандинавса атлау спорт төрө генә түгел, ә дауалау физкультураһы ла?

- Былтыр Рәсәйҙең ул ваҡыттағы Премьер-министры Дмитрий Медведев күрһәтмәһе буйынса ул Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре исемлегенә индерелде. Шулай уҡ күнекмәләр һәм ярыштар үткәреү өсөн трассалар булдырыу һәм уларҙы сертификациялау, ярыштарҙы Рәсәйҙәге спорт саралары планына индереү бурысы ла ҡуйылды. Скандинавса атлауҙың спорт төрҙәре исемлегенә индерелеүенең тағы бер яғы бар - ярыштар һөҙөмтәләре һәм ҡуйылған нормативтарҙы үтәгән уңышлы спортсыларға "Рәсәйҙең спорт мастеры", "Халыҡ-ара класлы спорт мастеры", "Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры" исемдәре бирелеүе мөмкин.
Уның организмға ыңғай йоғонтоһо хаҡында үҙемдең миҫалымда әйтеп киттем инде, шуға күрә мин был төрҙө спорт та, дауалаусы аэробик күнекмә тип тә атар инем. Шәхсән үҙем уның икенсе вариантына өҫтөнлөк бирәм һәм үҙенсәлеген шунда күрәм, сөнки скандинавса атлау менән шөғөлләнгәндә организмдың 90 процент мускулдары хәрәкәткә килә, һөҙөмтәлә кеше остеохондроздан, сколиоздан, үпкә сирҙәренән, һимереүҙән, ревматоид артриттан арына, арҡаның һәм муйындың хроник ауыртыуҙары һ.б. бөтә.

Өфөлә скандинавса атлауҙың бер нисә клубы эшләп килә. Һеҙ улар менән танышмы һәм хеҙмәттәшлек итәһегеҙме?

- Эйе, уларҙың ҡайһы берҙәре менән танышмын. Осрашыуға, фекер алышыуға һәр саҡ асыҡмын һәм шатмын. Ҡайһы бер ваҡыт күнекмәләребеҙҙе бергәләп тә үткәрәбеҙ. Әммә беҙ бер-беребеҙгә ҡамасауламайбыҙ тип әйтә алам, сөнки төбәк етәкселегенең фекеренсә, спорт менән һәр кем шөғөлләнә алырға һәм ул һинең йортоңдоң эргәһендә генә булырға тейеш. Беҙ халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға, физик культура, был осраҡта скандинавса атлау аша даими шөғөлләнеүгә мөмкин тиклем күберәк ылыҡтырырға тейешбеҙ. Шуға күрә проектты тормошҡа ашырыу барышында тағы ла яңы клубтар асыу, теләүселәр өсөн бушлай күнекмәләр үткәреүҙәр ҡаралған.

Өфөлә спорттың барлыҡ төрҙәре буйынса ла ярыштар, фестивалдәр үткәрелә. Башҡортостанда скандинавса атлауҙы үҫтереү буйынса ниндәй пландарығыҙ бар, власть органдары менән ҡеүәтле Башҡортостан командаһын һәм ныҡлы база булдырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бараһығыҙмы?

- "Эльбрус Ниғмәтуллин менән скандинавса атлау мәктәбе" - тап ошо спорт төрөн үҫтереүҙә беренсе аҙым инде. Бында мин төп йүнәлеште халыҡты күпләп саф һауала даими күнекмәләргә йәлеп итеүҙә күрәм. Был - диванда гаджеттарға текәлеп ултырыуға ҡарағанда файҙалыраҡ һәм үҙенсәлеклерәк шөғөл - аралашыу һәм сәләмәтлегеңде нығытыу мөмкинлеге. Шуға күрә Өфөлә генә түгел, Сибай, Нефтекама, Учалы, Стәрлетамаҡ, Белорет һ.б. ҡалаларҙа ла оҫталыҡ дәрестәре, күнекмәләр үткәрергә ниәтләйбеҙ. Әйткәндәй, күнекмәләр бушлай, хатта таяҡтары булмағандарға ҡуртымға таяҡтар ҙа биреп торабыҙ. Шулай уҡ әгәр скандинавса атларға өйрәнергә теләүселәр 10 кеше йыйыла икән, райондарға ла сығыу мөмкинлеге бар.

Һеҙ һәр йыл республикала уҙғарылып килгән ярыммарафон һәм марафондарҙа ҡатнашаһығыҙ. Быйыл ниндәй сифатта ҡатнашасаҡһығыҙ - йүгереүсе булараҡмы, әллә скандинавса атлаусы булараҡмы?

- Быйыл, моғайын да, скандинавса атлаусы булараҡ ҡатнашырмын, сөнки былтыр Халыҡ-ара Өфө марафонының 5-се юбилей сараһында баш ҡаланың таяҡтар менән атлаусылары беренсе тапҡыр ҡатнашты һәм быйыл да был традицияны дауам итергә, уны артабан үҫтерергә кәрәк тип уйлайым.

Рәсәйҙә скандинавса атлау федерацияһы эшләп килә, улар менән бәйләнештә тораһығыҙҙыр?

- Эйе, уның президенты Сергей Мещеряков менән осраштыҡ, хеҙмәттәшлек тураһында һөйләштек, киләсәккә уй-хыялдар, пландар менән бүлештек.

Хыял тигәндән, бөгөнгә иң ҙур хыялығыҙ ниндәй?

- Өфөнөң һәр икенсе кешеһе минең күнекмәләргә бер тапҡыр булһа ла килһен ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.20 | Ҡаралған: 427

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru