«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУШТАУ - МАХСУС ҺАҠЛАНҒАН ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘҺЕ!
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге "Ҡуштау" махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана. Ҡарарға 2 сентябрҙә, ошо уҡ көндә иртән Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығынан махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу буйынса ризалыҡ алғас та, ҡул ҡуйылды.

Руфина ШАҺАПОВА, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, "Йәшелдәр" Рәсәй экология партияһы"ның төбәк лидеры:
Тауҙы яҡлаусы экологик активистар өсөн был - ысын еңеү. Хәҙер бер кем дә тауға эшкәртеү предметы итеп ҡарамаясаҡ. Был мәсьәләгә нөктә ҡуйылды, бынан һуң ул - бары тик тәбиғи һәм мәҙәни һәйкәл. Барыһы ла шуны аңлаһын ине: шихандар - сеймал базаһы түгел, ә ғорурлыҡ объекты. Бындай ҡарар республикала эске генә түгел, ә төбәк-ара, халыҡ-ара туризмды үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһар, тип уйлайым. Тиҙҙән беҙ яңы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең инфраструктураһын үҫтереү өсөн аҡса, шулай уҡ туристарҙың һәм шихандар менән ҡыҙыҡһыныусы ғалимдарҙың ағылыуын күрербеҙ, тип өмөтләнәм. Ошо тауҙар эргәһендә йәшәгән кешеләр һаҡлаған тәбиғи һәм мәҙәни мираҫты һәр кем күрә алыуы мөһим.

Василий МАРТЫНЕНКО, биология фәндәре докторы, геоботаник, БР Фәндәр академияһы профессоры, БР Башлығы ҡарамағындағы Экологик хәүефһеҙлек һәм тәбиғи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса эш төркөмө етәксеһе: Ғалимдарыбыҙ һәр саҡ ошо боронғо шихандарҙың үҙенсәлеген бер нисә ҡараштан сығып раҫлай килде. Беренсеһе - геологик ҡараш. Был боронғо рифтар бынан 300 миллион йыл элек, Башҡортостан территорияһында диңгеҙ булған ваҡытта барлыҡҡа килгән. Был шихандар Австралиялағы Ҙур Барьер рифы кеүек үк, риф массивы аналогы булып тора. Бындай ҡатламдар Ерҙә бик күп, әммә улар йәш ҡатлам менән ҡапланған, ә Башҡортостанда улар ер өҫтөнә сыҡҡан. Икенсеһе - биологик ҡараш. Шихандар, шул иҫәптән Ҡуштау ҙа - биотөрлөлөк сығанағы. Бер тауҙа ғына 400 төрлө үҫемлек үҫә - был төбәк флораһының сиреген тәшкил итә. Ҡуштауҙағы 12 төр үҫемлек - Башҡортостан Республикаһының, ә етеһе Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре мең һәм тиҫтәләрсә мең данала иҫәпләнә. Шулай уҡ Ҡуштауҙа 600 төр хайуан теркәлгән, бигерәк тә бөжәктәр һәм ҡоштар донъяһы бай. Уларҙың 23 төрө - республиканың, 10 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Бынан тыш, Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының исемлегенә ике төр үҫемлек һәм 14 төр йәнлек ингән. Улар халыҡ-ара кимәлдә һаҡлана.
Тауға өсөнсө ҡараш - уның археологик һәм этномәҙәни ҡиммәте. Күптән инде үҙендә көс табып, мин элек яңылышҡанмын, шуға күрә ҡарарымды үҙгәрттем, тип, халыҡ яғына сыҡҡан етәксене күргәнем булманы. Быға бары тик көслө кеше генә бара ала. Шулай уҡ Ҡуштауҙы яҡлауҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ла рәхмәт әйтергә кәрәк. Минеңсә, уларҙың күбеһе тыуған тауын ғына түгел, республика, ил, тотош донъя өсөн уникаль булған объектты һаҡлап ҡалыуын аңламайҙыр ҙа әле. Ҡуштауҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя глобаль геопарктары селтәренә дәғүә иткән "Торатау" геопаркы составына индереү урынлы буласаҡ.

Өлфәт ЙОМАҒУЖИН, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса директоры: Тәбиғи һәм геологик мираҫтың уникаль объектын һаҡлауға Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы ла, халыҡ-ара ЮНЕСКО ойошмаһы ла ҡыҙыҡһыныу белдерә. Республика етәкселеге "Янғантау" геопаркын - Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә ЮНЕСКО-ның беренсе глобаль геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү буйынса күп эшләне. Хәҙер "Торатау" геопаркының заявкаһын - номинация досьеһын әҙерләү буйынса эш тамамлана. "Башҡорт шихандары: Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау" тәбиғи-геологик объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя тәбиғи мираҫы исемлегенә индереү буйынса әҙерлек эштәре алып барыла. Ҡуштауға һаҡ статусы бирелеүе был йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыуҙы әүҙемләштереү өсөн киң юридик һәм ойоштороу мөмкинлектәре аса.

Алия АЙСИНА, блогер: Ҡуштау шиханына һаҡ статусы бирелеүе - тәбиғи процесс, ул бизнес файҙаһына республиканың тәбиғи, археологик, мәҙәни ҡомартҡыһы эшкәртелеү прецеденты булмаһын өсөн бөгөн түгел, ә совет заманында уҡ тормошҡа ашырылырға тейеш ине. Ҡуштау шиханы үҙе тирәләй бик күптәрҙе берләштерҙе һәм барыһына ла Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы граждандары әүҙем, үҙ позицияларын, аныҡлап әйткәндә тауҙы һаҡлау һәм уға һаҡ статусы биреү мәсьәләһендә, яҡлай беләләр икәнен күрһәтте.

Шулай итеп...
Халыҡ теленә "Ҡуштау ихтилалы" тип инеп киткән һуңғы ваҡиғаларҙың һөҙөмтәһе ер-һыуым, тәбиғәтем, республикам тип йән атҡан йәмәғәтселектең, улар алға һөргән "Ҡуштау йәшә!" тигән орандың тантанаһы менән тамамланды. Теге быуаттың 90-сы йылдарында республикаға дәүләт суверенитеты яулағанда халыҡ ихтыярының еңеүенә шаһит булғайныҡ инде. Бына әле Ҡуштау ваҡиғаларында ла ғәҙеллек тантанаһын күрергә яҙҙы. Улай ғына түгел, тыуған ерҙе, тыуған тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге көрәш сафындағы халыҡтың берҙәмлеге, үҙ талабының хаҡлығына ышанысы ниндәй ҡеүәтле көс булыуын да, йәмғиәтебеҙҙең ҡурҡаҡлыҡ, һатлыҡ, ҡоллоҡ психологияһынан арынмағанын да иҫбатланы был ваҡиғалар. Һатлыҡтар, ҡолдар һәр ваҡыт булған, буласаҡ инде ул. Ә хәҙергә шатланайыҡ: Ҡуштау йәшәйәсәк!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 461

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru