«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНДА НИНДӘЙ ҮҘГӘРЕШТӘР КӨТӘ?
+  - 


Мәғлүм булыуынса, 1 сентябрҙән Башҡортостандың белем биреү усаҡтары ишектәрен асты, әммә уҡытыу процесына бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә индерелде.

Мәҫәлән, быйыл Белем көнөндә тантаналы линейкала бары тик 1, 9, һәм 11-се синыф уҡыусылары ғына ҡатнашты. Әммә улар өсөн сара бер ваҡытта түгел, ә айырым-айырым уҙҙы. Ғәҙәттәге синыф сәғәттәре, Еңеү дәресе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың асыҡ дәресе үтте. Балаларын беренсе класҡа килтереүсе ата-әсәләр битлектәрҙә булды, 1,5 метр социаль дистанция һаҡланы, ләкин уларға мәктәпкә инергә рөхсәт ителмәне.
Шулай уҡ 2 сентябрҙән башҡа синыфтар ҙа мәктәпкә килде, әммә улар айырым ишектәрҙән инде һәм һәр класты синыф етәксеһе үҙ бүлмәһенә алып барҙы, йәғни класс системаһы юҡ, уҡыусылар бер кабинетта ғына ултырып уҡый. Өйҙә уҡытыу бары тик справка нигеҙендә генә башҡарыла - белем алыуҙы ситтән тороп тормошҡа ашырыуға рөхсәт биргән сирҙәр булғанда уҡытыусылар бындай категория балаларҙың өйөнә барып уҡытасаҡ.
Ата-әсәләрҙе тағы әллә күпме һорауҙар борсой торғандыр. Шуны иҫәпкә алып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, башҡа ҡыҙыҡһыныусы яҡтар ҡатнашлығында тапшырыу ойошторҙо һәм көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алды. Бөгөн уларҙы тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.
Коронавирустан нисек һаҡланырға? Был йәһәттән уҡыусыларҙың уҡыу йортона ингәненән алып сыҡҡанына тиклем махсус күрһәтмәләр эшләнгән. Барыһы ла ваҡыт буйынса иҫәпләнгән, был битлектәргә, рециркуляторҙарға, термометрияға, бәҙрәфкә һәм ашханаға барғанда дезинфекция мәсьәләләренә ҡағыла. Юғары уҡыу йорттарында ла шундай уҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә, студенттар ағымы мөмкин тиклем бер-береһенән айырыла.
Уҡыусыларҙы таҡтаға саҡырасаҡтармы? Тәүге бер нисә айҙа уҡыусыларҙы таҡтаға саҡырмаясаҡтар. Беренсе сиректән һуң - саҡырасаҡтар. Уҡыусы таҡтаға сыҡҡанда уҡытыусы битлек кейергә тейеш.
Мәктәпкә барыу өсөн медицина белешмәһе кәрәкме? Уҡыусылар өсөн кәрәкмәй, ә инде балалар баҡсаһында, әгәр бала 5 көн баҡсаға йөрөмәһә, кәрәк. Белешмәне балалар поликлиникаһынан алырға мөмкин. Поликлиникалар белешмә биреү өсөн махсус ваҡыт бүлә. Медицина учреждениелары сайттарында расписаниелар бар, штаттан тыш хәлдәр өсөн иң элек баш табипҡа шылтыратырға кәрәк. Барлыҡ мәсьәләләр ҙә өҫтөнлөклө рәүештә хәл ителәсәк. Әгәр ҙә һөйләшеү килеп сыҡмаһа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шылтыратығыҙ.
Баланың температураһы булһа, уны мәктәпкә индерәсәктәрме? Температура 37,1 булғанда мәктәпкә индермәйәсәктәр. Был балаларға ла, уҡытыусыларға ла ҡағыла.
Һәр мәктәптә рециркуляторҙар булырға тейешме? Барлыҡ мәктәптәр ҙә уның менән тәьмин ителергә тейеш, улар айырым хәүеф урындарында, мәҫәлән, ашханала торорға тейеш. Башҡа биналарҙа - график буйынса. Мотлаҡ рәүештә махсус саралар ҡулланып дезинфекция үткәрелергә тейеш. Улар балаларҙың сәләмәтлегенә йоғонто яһамаһын өсөн еҫе ҡырҡыу булмаған саралар алыныуы мотлаҡ.
Мәктәпкә барыу хәүефлеме? Хәүеф бар, әммә ведомстволар белем биреү учреждениеларында сир сығанағы барлыҡҡа килмәһен өсөн алдан барлыҡ саралар үткәрҙе.
Мәктәптәрҙә һәләтле балаларға стипендия бирелә. Ошо хаҡта аңлатһағыҙ ине? Улар нуленсе йылдарҙа уҡ булды, әммә суммаһы ғына үҙгәрә. Элек айына 700 һум булһа, хәҙер - 3000. Барлығы 100 стипендия биреләсәк, уларҙың 60-ы - яҡшы уҡығандарға, 20-һе - йәш спортсыларға, 20-һе - үҙен мәҙәниәт өлкәһендә күрһәтеүселәргә.
Уҡыусы Башҡортостан Башлығы стипендияһына дәғүә итергә теләһә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?Ниндәй йүнәлеш буйынса дәғүә итеүгә ҡарап, өс ведомствоға: Мәғариф министрлығына, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына йәки Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Күпме медицина инспекторы әҙерләнгән? Барлығы - 1217. Улар 1 - 14 сентябрҙә уҡыу режимын ойошторорға ярҙам итәсәк.
Әгәр баланың температураһы мәктәптә күтәрелһә? Медицина инспекторы был хаҡта үҙенең координаторына хәбәр итә. 2 сәғәт эсендә мәғлүмәт Роспотребнадзорға һәм баланың ата-әсәһенә барып етә. Был схема уҡытыусылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең температураһы күтәрелгәндә лә ғәмәлдә.
Медицина инспекторҙары нимәгә иғтибар бирәсәк? Пропуск режимын ойоштороуға, антисептиктарҙың, бактерицид лампаларҙың булыу-булмауына һ.б. Әгәр нимәлер юҡ икән, инспектор протокол яҙа.
Балаларға иртәнге аш ойоштороламы? Ике тапҡыр ашатыуҙы күҙаллаған өс вариант меню төҙөлгән. Беренсе сменала иртәнге аш бар, икенсе смена өсөн - төшкө аш. Ата-әсәләр борсолмаһа ла була - барлыҡ нормалар һаҡлана. Башланғыс синыф уҡыусылары барыһы ла бушлай ашаясаҡ. Төрлө проблемалары булған балалар өсөн дә өс төрлө меню эшләнгән, уларҙа сәләмәтлеккә ҡағылышлы барлыҡ тайпылыштар ҙа иҫәпкә алынған.
Әгәр бала ризыҡтың тәмһеҙ булыуына зарланһа йәки ризыҡ насар сифатлы булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Мәктәп ашаханаһындағы ризыҡ өйҙәгеһенән айырыла, сөнки ул - диетик. Уны ҡыҙҙырмайҙар, төрлө тәмләткестәр һалынмай һәм тоҙ аҙ миҡдарҙа ҡулланыла. Әммә белгестәр ризыҡты тәмле итеп әҙерләргә тырыша. Шулай ҙа әгәр ризыҡ сифаты насар булғанда ата-әсәләр АИС "Мәғариф" системаһы аша мөрәжәғәт итә ала (ул 14 сентябрҙән эшләй башлай). Мәсьәлә мәктәп кимәлендә хәл ителмәгәндә, Сауҙа буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Балаларҙы ниндәй ризыҡтар менән туҡландыралар, улар урындағы етештереүсенекеме? Мәктәп менюһына индерелгән банан һәм апельсиндан башҡа барлыҡ аҙыҡ-түлек тә республикала етештерелгән продукциянан әҙерләнә. Улар һәр саҡ сифатлы, күҙәтеү органдары тикшереп тора, сеймалдың да, әҙер ризыҡтарҙың да өлгөләре тикшереүгә алына. Һуңғы йылда бракка сыҡҡан продукция күләме күпкә кәмегән.
Баланың иҫәбендә уҙған уҡыу йылынан туҡланыу өсөн түләүгә тәғәйенләнгән аҡсаһы ҡалды, ул "янмай"мы? Был мәсьәлә буйынса мәктәп директорына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Иң мөһиме - аҡсалар юғалмай.
Синыф етәкселәренә өҫтәмә түләнәсәкме? Барлыҡ уҡытыусылар ҙа синыф етәкселеге өсөн айына 5 мең һум өҫтәмә аласаҡ, әгәр синыфтар икәү икән - 10 мең һум. Икенсе смена буласаҡмы? Был бер ниндәй ҡанунға ла ҡаршы килмәй, ә бына өсөнсө смена булмаясаҡ.
Мәктәптәр эргәһендә юлдар ремонтланамы? Барлыҡ мәктәптәр эргәһендә махсус билдәләр ҡуйылған, кәрәкле урындарҙа яңы светофорҙар тора, юлдарҙа "лежачий полицейский"ҙар эшләнгән.
Мәктәптәрҙә оҙайтылған көн (продленка) системаһы индереләсәкме? Балаларҙы алыҫ ауылдарҙан автобус менән йөрөткән мәктәптәрҙә индерергә тура киләсәк.
Мәктәп автобустары эпидемия осоронда хәүеф сығанағы булып тормаймы? Аутсорсинг компаниялары уларҙы һәр рейс һайын эшкәртеп тора. Барыһы ла балаларҙың автобуста вирусты мәктәпкә алып барыуы йәки өйгә алып ҡайтыуы мөмкин икәнен яҡшы аңлай, шуға күрә етди эшкәртеү үткәрелә.
Быйыл да мәктәптәрҙә аҡса йыйыу буласаҡмы? Мәктәптәрҙә аҡса йыйыу ҡәтғи тыйыла. Шундай осраҡ булһа, республика Мәғариф министрлығына шылтыратырға кәрәк..
Олимпиадалар үтәсәкме? Эйе, улар октябрҙән башланасаҡ.
Ни өсөн 1 курстар оффлайн уҡый, ә башҡалар - ситтән тороп белем ала? Иң мөһиме - бер нисә айҙы үткәреп ебәрергә. 1 ноябрҙән барлыҡ студенттар ҙа оффлайн уҡый башлар тигән өмөт бар.
Вуздарҙа практикалар буласаҡмы? Һәр вуздың үҙенсәлеге бар, шуға төрлөсө ҡарар итергә мөмкиндәр. Күпселек студенттарҙың практикаһы мәктәптәрҙә медицина инспекторы булып эшләү сиктәрендә үтәсәк.
Физкультура дәрестәре буламы? Һауа торошонан сығып, улар урамда уҙғарыласаҡ. Һауа торошо насар булғанда, залдар һәр дәрестән һуң эшкәртелергә тейеш.
Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре (ВПР) уҙғарыласаҡмы? 5-9-сы кластар өсөн улар 14 сентябрҙән башланасаҡ. Уҡытыусыларға дүртенсе "ковидлы" сиректән һуң уҡыусыларҙың белемен контролләү мөһим.
Әгәр уҡыусы үҙен насар тойоп, уҡыуға бармай ҡалһа, врач белешмәһе кәрәкме? Иң мөһиме: бала үҙен насар тоя, ОРВИ билдәләре бар икән, мәктәпкә йөрөмәү хәйерлерәк. Бер-ике көн өсөн уҡытыусылар белешмә талап итмәйәсәк.
Балалар Өфөгә йөрөйәсәкме? Мәғариф министрлығының ҡағиҙәһе бар: йылына бер тапҡыр райондар уҡыусылары баш ҡалаға килә. Улар өсөн ғәҙәттәгесә мәҙәни программа, Өфө буйлап прогулка ойоштороласаҡ.
Уҡытыусы, әгәр ҡыйын булһа, битлеген сисә аламы? Битлектә 35 минут дәрес үткәреү ауыр икән, ул уҡыусыларҙан алыҫҡараҡ тороп, битлеген сисергә мөмкин.
Балалар ауырыһа, мәктәпте ябырҙармы? Әгәр мәғариф учреждениеларында коронавирус менән ауырыу осраҡтары асыҡланһа, белгестәр уның сығанағын һәм бәйләнештә булыусыларҙы асыҡлаясаҡ. Вирус бер синыфта табылһа, класс карантинға оҙатыласаҡ. Башҡа осраҡтарҙа, үкенескә күрә, бер нисә класс, хатта тотош мәктәп ябылыуы ихтимал.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 418

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru