«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИП ХӘЛИЛ МОСТАФИН: ҒҮМЕРЛЕК ҺӨНӘРЕМ - КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРЫУ
+  - 


Бөгөн барса кешелек коронавирус тигән мәкерле микроскопик дошман тыуҙырған COVID-19 сиренән ыҙа сигә. Һүҙ юҡ, ошо заман сиренә лә дауа табылыр, ҡаңғырышып, инде ни хәл ҡылырға белмәгән кешеләр еңел тын алырлыҡ ваҡыт та йыраҡ түгелдер. Ошо сир медицина хеҙмәткәрҙәренең, табиптарҙың йәшәйешебеҙҙә ни тиклем мөһим эштәр башҡарғанын зиһенебеҙгә яңынан тылҡып индерҙе. Тап шуның өсөн уҡыусыларыбыҙға табип һөнәре, хәҙерге заман медицина хеҙмәте хаҡында "Геронтологтарҙың һәм гериатрҙарҙың Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы" вице-президенты, Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш белгес-гериатры, "Һуғыш ветерандары госпиталдәре союзы" коммерциаль булмаған ойошма Идараһының рәйестәше, "БР геронтологтар һәм гериатрҙар ассоциацияһы" рәйесе, медицина фәндәре кандидаты, Хәрби фәндәр академияһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары республика клиник дауаханаһының баш табибы Хәлил Мөжәүир улы МОСТАФИН менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

Һәр кешенең киләсәге, уның яҙмыш-булмышы бала сағынан башлана. Һеҙ, Хәлил Мөжәүир улы, үҙегеҙҙең тыуған ерегеҙ, бала сағығыҙ, ғаилә хәлегеҙ хаҡында ниҙәр әйтер инегеҙ?

- Белорет районы Әзекәй ауылында тыуып үҫтем. Атайым Мөжәүир Мортаза улы механизатор булды, инәйем Шәйәт Искәндәр ҡыҙы мәктәптә тәрбиәсе ине. Күп балалы, ҙур ғаиләлә үҫтек, 8 балаға ғүмер бирҙе улар. Барыбыҙ ҙа юғары белем алып, төрлө институттар тамамлап, эшләп йөрөйбөҙ.

Ул йылдарҙа йәштәр араһында аң-белемгә ынтылыш шулай көслө булғандыр, юғиһә, бер ябай ауыл кешеләре ғаиләһенән генә лә шул тиклем уҡымышлы белгестәр сыҡмаҫ ине. Бының менән килешәһегеҙҙер, моғайын?

- Эйе, ул заманда уҡыйым, белем, һөнәр алам тигәндәргә тейешле шарттар ҙа бар ине бит. Беҙҙең Белорет ҡалаһында педагогия һәм медицина училищелары, металлургия техникумы, төрлө профтехучилищелар эшләп килде. Мин медицина училищеһын һайланым, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә юл башым шунан башланды. Аҙаҡтан, әрме хеҙмәтенән ҡайтыу менән, Башҡорт дәүләт медицина институтында дауалау хеҙмәте (терапия) буйынса юғары белем алып, әлеге көнгә тиклем һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт итәм. Бер туған энем Хәбир ҙә минең юлды ҡабатланы - шулай уҡ Белорет медицина училищеһын, аҙаҡтан медицина институтын тамамлап, табип булып китте. Районда бер ир туғаныбыҙ фельдшер булып эшләй, ҡыҙҙарымдың береһе шулай уҡ табип һөнәрен үҙ итте - ғаилә династияһына нигеҙ һалынды, тип уйлайым.

Ни сәбәпле табип һөнәрен һайларға булдығыҙ?

- Беҙҙең ауылыбыҙҙа ул саҡта 8 йыллыҡ мәктәп эшләй ине. Ауыл мәктәбен тамамлау менән Белорет медицина училищеһына уҡырға инергә булдым. 1979 йылда ошонда уҡый башлап, уны 1983 йылда тамамланым. Унан - армияға, хәрби хеҙмәткә саҡырылдым. Хеҙмәтемде тамамлап, ике ай үтеүгә, медицина институтына имтихандар биреп, уҡыуымды дауам иттем. Табип һөнәре һәр заманда ла, бигерәк тә ауылдарҙа, бик абруйлыларҙан һаналды, һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ. Бына үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, йәғни клуб, китапхана, фельдшер-акушер пункты бар икән - был ауылдың киләсәге бар, ул йәшәйәсәк. Бындай ауылдарҙан йәштәр ҙә ситкә китергә ашҡынмай, ғаилә ҡора, балалар таба. Тормош, нисек кенә ауыр булмаһын, дауам итә. Ә ауыл ерлегендә медицина хеҙмәте иң элгәре фельдшер-акушер пункттары аша башҡарыла, фельдшер балаларға ла, ололарға ла берҙәй кәрәк. Тап шуның өсөн республикабыҙға яңы етәксе килеү менән элегерәк оптималләштереү һылтауы менән ябылған фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңынан тергеҙелә башланы, улар өсөн яңы биналар һалына, һуңғы йылдарҙа ғына ауылдарыбыҙҙа 230-ҙан ашыу ФАП яңынан эшләй башланы. Был ауыл халҡы өсөн бик тә кәрәкле, шуға ла улар быны бик яҡшы ҡабул итте. Тиҙ арала тәүге медицина ярҙамына мохтаж булғандарға ваҡытында тейешле дауа биреү өсөн уңайлы шарттар булдырылды, сөнки ауыл фельдшеры кәрәк сағында кесеһенә лә, олоһона ла ярҙамға килергә әҙер. Бында медицина хеҙмәтенең тәүге звеноһының роле баһалап бөткөһөҙ - улар ярҙамға мохтаждарҙы участка һәм район дауаханаларына йүнәлтә, ә ҡатмарлы сирҙәр менән ауырығандар белгестәр ҡарамағына район-ара, ҡала һәм республика дауалау учреждениеларына ебәрелә. Халыҡты дауалауҙа, һаулыҡ һаҡлауҙа ошондай система даими эшләргә тейеш, шул саҡта уңышҡа өлгәшергә була.

Хәлил Мөжәүир улы, һеҙ республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһында байтаҡ йылдар эшләйһегеҙ, һеҙҙе медицина хеҙмәтенең ғилми һәм ғәмәли өлкәләрендә ҙур тәжрибә туплаған табип булараҡ беләләр. Хеҙмәт юлығыҙ хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине.

- Һаулыҡ һаҡлау эшенә тотонған сағымдан 30 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән икән. Армиянан ҡайтҡас, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә эшләй башлағайным. Өфө ҡалаһының Ленин, Киров райондарының "Ашығыс ярҙам" станцияларында эшләгәнемдә күп ғәмәли белемдәргә, күнекмәләргә эйә булдым, әле булһа ул саҡта миңә тәүге тәжрибә тупларға ярҙам иткән табиптарға рәхмәтлемен. Унан һуң, медицина институтына ингәс, уҡып та йөрөлдө, ә төндәрен дауаханаға дежурлыҡҡа бара инек. Мин Республика клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә медбрат булып эшләй башланым. Ул саҡта медицина институты студенттарында ысын табип һөнәренә ынтылыу көслө булды, ә бының өсөн табип эшмәкәрлеген "иң төбөнән" башлап өйрәнеү фарыз бит. Ә аҙаҡтан шул уҡ дауаханала табип булып эшләй башланым. Валерий Иванович Мәүлетов, Борис Борисович Ладанов, Фәрид Сөләймән улы Ғәлиев, Флүрә Мәғариф ҡыҙы Төхвәтшина, Луиза Тимер ҡыҙы Хисамова, Руфина Әхтәм ҡыҙы Молодцова кеүек остаз-уҡытыусыларым табип һөнәре серҙәренә өйрәтте, уларға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Реанимация белгесе булараҡ, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегендә күп нәмәгә өйрәнелде, әле лә шул һөнәремә тоғро ҡалам, ул минең ғүмерлек эшемә әүерелде. Ошо бүлектә эшләгән табиптар медицина хеҙмәтенең иң ауыр, әммә үтә лә яуаплы функцияларын ғәмәлгә ашыра. Был сирле кешенең ғүмерен ҡотҡарыу менән бермә-бер бәйле. Бына, мәҫәлән, Борис Борисович Ладанов һәм Луиза Тимер ҡыҙы Хисамова ғүмере буйына бер дауаханала, бер үк медицина хеҙмәтендә - клиник дауахананың реанимация бүлегендә эшләне. Улар әле лә сафта, һәм уларҙы алыштырғыһыҙ белгестәр, тип әйтһәк, һис бер хилаф булмаҫ.

Үҙ эшенә, һөнәренә сикһеҙ бирелгәнлек һеҙҙең остаздарығыҙҙың төп сифаты булғандыр, моғайын?

- Эйе, улар әле лә эшләп йөрөй, мин уларға һоҡланам. Бына ни әйтер инем: беҙҙә "Башҡортостандың халыҡ табибы" тигән маҡтаулы исем индерелһә, иң элгәре ошоға лайыҡлылар рәтенә шул уҡытыусыларымдың исемдәрен индерер инем. Ғөмүмән, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында халыҡ һаулығын һаҡлауға бар ғүмерен арнаған арҙаҡлы табиптар етерлек. Мәҫәлән, иң элек хирург, федераль кимәлдә генә башҡарыла торған ҡатмарлы операциялар эшләүсе Нартайлаков Мәжит Әхмәт улының ҡаҙаныштары ошондай оло баһаға лайыҡтыр. Ул йылына бер нисә тапҡыр ауыр сирлеләргә бауыр, бөйөр кеүек ағзаларҙы ла күсереп ултыртыу операцияларын башҡара. Ә ошондай операциялар барышында анестезиолог һәм реаниматолог та кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтә. Мин үҙемдең уҡытыусыларыма әйткәнем дә бар, Республика клиник дауаханаһы территорияһында һеҙгә һәйкәл ҡуйырға кәрәк, тип. Медицина фәне өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр башлап ебәргәс, медицина фәндәре докторы, профессор Фәрид Сөләймән улы Ғәлиев ғилми етәксем булырға ризалашты. Ғилми яҡтан В.И. Мәүлетов һәм М.Ә. Нартайлаковтарҙың да ярҙамына рәхмәтлемен.

Медицина ғәмәлиәтенең фән ҡаҙаныштары менән тығыҙ бәйләнеше хаҡында ниндәй фекерҙәрегеҙ бар?

- Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә медицина фәненең роле баһалап бөткөһөҙ. Ғөмүмән, медицина өлкәһе ғалимдары һәр саҡта ла практик медицина хеҙмәтенән айырылмайынса эшләй, тиһәк, һис хата булмаҫ. Ғәмәли медицина тәжрибәһе тәрән анализға һәм фәнни яҡтан дөйөмләштереүгә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта ғәмәлдә, йәғни дауалау эшендә фән ҡаҙаныштарын даими һәм системалы ҡулланыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бик тә һөҙөмтәле. Ғилми эш менән шөғөлләнеү табипҡа уның ғәмәли эшендә өр-яңы мөмкинлектәр аса.

Йыш ҡына совет осоро медицинаһы менән бөгөнгөһөн сағыштырып ҡарайҙар. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Совет осоро медицинаһы - бар яҡтан да уйланылған, донъя кимәлендә танылған өлгөлө өлкә булараҡ билдәле. Ошо осорҙоң ҡаҙаныштарын бер кем дә инҡар итә алмай. Ә бына һуңғы 30-20 йыл дауамында Рәсәй медицинаһы Европа, Америка Ҡушма Штаттарындағы һаулыҡ һаҡлау системаһы өлгөләрен ҡулланыу юлынан китте. Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина страховкаһы менән бермә-бер бәйле эшләй. Был, күрәһең, заман талабылыр. Шул уҡ ваҡытта дауаханаларҙы, поликлиникаларҙы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазлауҙы оло ҡаҙаныш, тип иҫәпләйем. Был яҡтан бынан 20 йылдар элегерәк ваҡыттағы хәлде сағыштырырлыҡ та түгел. Шул уҡ медицина диагностикаһы өлкәһендәге ҡаҙаныштар беҙгә, табиптарға, дауалау эшен уңышлы башҡарырға ярҙам итә. МРТ-томография, КТ-томография, ПЭТ-томография (ядерлы медицинала позитрон-эмиссион тикшереү) кеүек заманса диагностика ысулдары элек бик һирәк кенә медицина учреждениеларында уҙғарылһа, бындай мөмкинлек бөгөн барыһы өсөн дә бар, тип әйтергә була. Тиҙ арала ышаныслы диагностика эшләй алыу - ул дауалау эшен уңышлы башҡарыу өсөн бик тә мөһим.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уйланылмаған реформалар уҙғарыу, урындарҙағы медицина учреждениеларын оптималләштереүҙең зыяны хаҡында ниндәй фекерҙәһегеҙ?

- Әлбиттә, әле һеҙ телгә алған оптималләштереүҙең кире эҙемтәләрен беҙ әлегә тиклем күреп, белеп торабыҙ. Бына тап ошоноң һөҙөмтәһендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар етешмәүе, бигерәк тә райондарҙа медицина хеҙмәтенең айырым тар өлкәләре буйынса белгестәр булмауы бәкәлгә һуға. Ә ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттарын ҡыҫҡартыу күпме кешене тәү медицина ярҙамынан мәхрүм итте. Ошо арҡала әлегә тиклем фельдшерҙарға, медсестраларға, табиптарға ҡытлыҡ кисерелә. Бар кешелек өсөн уртаҡ бәлә - коронавирус пандемияһы ошондай киҫкен хәлдәрҙә медицина учреждениеларын кисекмәҫтән арттырыу, яңы биналар төҙөү, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу проблемаһын дәүләт кимәлендә хәл итеү зарурлығын тыуҙырҙы. Быны, мәҫәлән, республикабыҙ етәкселеге лә, ҡала һәм район башлыҡтары ла яҡшы аңлай. Медицина хеҙмәтен тергеҙеү, яңыртыу, урындарҙағы медицина ойошмалары өсөн фельдшер-акушерҙар, табиптар әҙерләү эшенең ни тиклем мөһим икәнлеге барыһына ла асыҡ. Ошо йәһәттән республикабыҙҙа бындай эштәрҙе планлаштырыу, ғәмәлгә ашырыу өсөн тейешле финанс сығымдары ла ҡаралған хәҙер. Был яҡтан беҙ башҡа төбәктәргә өлгө була алабыҙ: ауылға ҡайтып эшләргә теләк белдергән фельдшер-табиптарға миллион һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеү, фатир, ер участкалары менән тәьмин итеү - былар ауылдарыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлау эшен тергеҙеү йәһәтенән үтә лә файҙалы ғәмәлдәр.

Һеҙ, Хәлил Мөжәүир улы, инде байтаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының халыҡ араһында киң билдәле һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында - Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары республика клиник госпиталендә баш табип вазифаһында эшләйһегеҙ. Ветерандарыбыҙҙың, ғөмүмән, оло быуын кешеләренең һаулығын һаҡлау эшенең ниндәй үҙенсәлектәре бар, ошо хаҡтағы фекерҙәрегеҙҙе уҡыусыларыбыҙға еткерһәгеҙ ине.

- Беҙ һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары алдында ифрат бурыслыбыҙ. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иттек. Ошо ҡанлы һуғышта ҡатнашҡан, әле арабыҙҙа йәшәгән ветерандарҙы иҫәпләп, берәмләп һанап сығырға була. Ә Башҡортостандан һуғышҡа 720 мең кеше алынып, уларҙың 300 меңе генә кире ҡайтҡан, уларының да күпселеге яралар алған була. Беҙҙең госпиталь Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алып эшләп килә, ул саҡта уҡ барыһы 940 кешене дауалау ҡаралған. Әлеге көндә һуғыш ветерандарының иң йәш тигәненә лә 89-90 йәш тулған. Һуңғы ветерандар арабыҙҙан китә, барса республикала улар 680 кеше иҫәпләнә. Улар һәр төрлө ярҙамға, ҡарауға мохтаж, күбеһе 1-се, 2-се төркөм инвалидтары. Беҙ госпиталдә шулай уҡ тыл ветерандарына ла медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ, уларҙың барыһы ла оло йәштәге кешеләр, 40 меңдән ашыу кеше иҫәптә, улар ҙа һуғыш ветерандарына тиңләнә. Унан башҡа, госпиталь Афғанстанда, Чехословакияла, Вьетнамда, Чечняла, башҡа һуғыш барған урындарҙағы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан элекке яугирҙарға, Чернобылдә, атом бомбаһын һынаған саҡта зыян күргән граждандарға даими рәүештә медицина ярҙамы күрһәтә.
Һуңғы 4 йыл дауамында республикабыҙҙа йәшәгән оло быуын кешеләре өсөн бик кәрәкле эш алып барабыҙ - госпиталь базаһында гериатрик үҙәк эшләй. Республикабыҙҙа йәшәгән 4 миллион 51 мең кешенең 984 меңе - 60 йәштән уҙған кешеләр, уларҙың 800 меңләбе - 65 йәштән олораҡтар. Оло йәштәгеләр, бигерәк тә төрлө сирҙәргә дусар булғандар, беҙҙең ярҙамға мохтаж. Улар, ҡабул ителгән план-графикҡа ярашлы, госпиталдә тейешле дауа ала, шуның өсөн дә беҙҙең госпиталь һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә республика кимәлендәге иң әһәмиәтле дауалау учреждениеһы һанала. Шуның өсөн ошо госпиталь киләсәктә лә халыҡтарыбыҙға хеҙмәт күрһәтеүҙе дауам итәсәк.

Бер кемгә лә сер түгелдер, ошо үтә лә мөһим дауалау ойошмаһына даими ярҙам итеүсе бер ойошма бар - ул "Урал" хәйриә фонды. Ошо хаҡта бер кәлимә һүҙ әйтеп үтеү урынлылыр, тим.

- Беҙҙең беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов госпиталгә бик ҙур ярҙам күрһәтә. Бына, әйтәйек, госпиталгә Оборона министрлығы тарафынан Өфө ҡалаһындағы элекке хәрби госпиталдең бинаһы бирелгәйне. Ошо иҫке бинаға "Урал" хәйриә фонды ярҙамы менән тулыһынса реконструкция уҙғарылды, бина заманса талаптарға ярашлы төҙөкләндерелде, һәм ошо яңыртылған корпус беҙҙең ветерандарыбыҙға хеҙмәт итә бөгөн. Әйтергә кәрәк, беҙҙең госпиталгә "Урал" хәйриә фондының һуңғы 7-8 йылда күрһәткән ярҙамының күләме 500 миллиондан ашты. Ошо ярҙам һөҙөмтәһендә яңыртылған палаталар, йыһаздар, медицина ҡорамалдары - былар барыһы ла республикабыҙ ветерандарының һаулығын нығытыуға йүнәлтелде. Ошо фактты Мортаза Ғөбәйҙулла улының әле лә республикабыҙ халыҡтары хаҡындағы хәстәрен асыҡ сағылдырған бер дәлил итеп ҡарау фарыздыр ул. Шуның өсөн беҙҙә дауаланған ветерандар, госпиталь коллективы һәм үҙемдең исемдән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа гәзитебеҙ биттәренән оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, артабан да изге эштәребеҙҙе бергәләшеп башҡарырбыҙ, тигән өмөттә ҡалам.

Хәлил Мөжәүир улы, республикабыҙ халыҡтарына ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

- Табиптың кешеләргә иң беренсе сиратта теләгәне, теләгәндәренең иң мөһиме берәү генәлер - иҫән-һау йәшәһендәр. Һәр кем яҡындары, ғаиләһе, дуҫ-иштәре менән аралашып, һаулыҡ, таҙалыҡ тантана иткән донъяла йәшәһен ине. Иң элгәре бар донъяны баҫып алған афәттән һаҡланыу сараһын күрһендәр ине. Һәр кемебеҙ аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла ҡәҙимге йәшәйешебеҙ мәшәҡәттәрен ҡалдырып тороп, донъябыҙ, үҙебеҙ, яҡындарыбыҙ хаҡында уйланырға тейештер ул. Әлеге коронавирус сире беҙҙең донъяға ҡарашыбыҙҙы ла үҙгәртергә мәжбүр итәсәк. Нисек йәшәйбеҙ, ниҙәр ҡылабыҙ, бер-беребеҙгә ниндәй мөнәсәбәттәбеҙ, аралашыу, ғөмүмән, тормош-йәшәйеш ҡағиҙәләрен нисек үтәйбеҙ - былар барыһы ла донъябыҙ именлеген тәьмин итә торған тәү шарттарҙыр, тим.

Шулай итеп...
Ошо әңгәмәбеҙҙе тамамлаған мәлдә редакциябыҙ һәм гәзит уҡыусыларыбыҙ исеменән билдәле табип Хәлил Мөжәүир улы Мостафинға, ул етәкләгән коллективҡа халҡыбыҙ һаулығын һаҡлау өлкәһендә уңыштар теләп хушлаштыҡ. Ул ошо изгеләрҙән-изге эштәрҙә һөнәри антына тоғро ҡалып, маһир табиптарҙан торған коллективының киләсәктә лә һыр бирмәйәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 774

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru