«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ РИЗЫҠТЫ АШАМА: ТӘБИҒӘТТЕҢ ТӨП ҠАНУНЫ БЫЛ
+  - 


Һуңғы ваҡытта туҡланыуға етди иғтибар бирелә һәм ҡасандыр көн тәртибендә булған "Нимә ашайһың - һин шул" тигән һүҙҙәр ҡабат көн ҡаҙағына сығарыла. Ғәмәлдә, экологик тап килеү - ул тәбиғәттең төп ҡануны, әгәр беҙ сит ризыҡ ҡулланабыҙ икән, ошо төп ҡанунды боҙабыҙ.

Себер халҡына ананастар ашатыу - уларҙы ғүмер буйы йәшәгән үҙ климатынан айырыу ул, сөнки ананас икенсе климат мәғлүмәтен йөрөтә һәм уны ашаусылар үҙҙәрендәге климатҡа яраҡлаша алмай. Шуға күрә беҙҙең бик күп физик сирҙәребеҙҙең сәбәбе - дөрөҫ туҡланмауҙа. Хәҙерге ваҡытта ситтән аҙыҡ-түлектең 65 проценты индерелә (ит, банан, ананас һ.б.), ә был нисбәт бары тик 10 процент булырға тейеш. Мәҫәлән, Төмәндә үҫкән боланутта С витамины лимонға ҡарағанда 6 тапҡырға күберәк (240 мг һәм 40 мг), ә Салехардта был күрһәткес 20 тапҡырға етә (810 мг). Йәғни үҫемлектәр төньяҡтараҡ үҫкән һайын, улар витмаиндарға нығыраҡ байыраҡ. Шуға күрә Себер халҡына көньяҡта үҫкән емеш-еләкте ашарға ярамай. Витамин тигән булһаҡ та, киреһенсә, сәләмәтлегебеҙҙе ҡаҡшатабыҙ, сөнки экологик тап килеү ҡанунын боҙабыҙ.
Иң ҡыҙығы, ата-олатайҙарыбыҙ был хаҡта яҡшы белгән. Иван Грозный 1580 йылда: "Илде баҫып алырға теләһәң - сит илдән аҙыҡ-түлек индер; энергия китәсәк, кешеләр ауырый башлаясаҡ, ә сирле кеше менән идара итеү еңелерәк", - тигән. Иван Грозныйҙың китапханаһында 5 мең китап тупланған һәм ул ситтән индерелгән аҙыҡ-түлектең зыяны хаҡында хәбәрҙар булған.

Ризыҡ - ҡорбандар өлөшө

Аҙыҡ-түлек - глобаль маркетинг алдағы. Беҙ ашарға яратабыҙ, ресторандар һәм кафеларҙы үҙ итәбеҙ, бешерәбеҙ, эштә, эшлекле осрашыуҙарҙа, дуҫтар менән осрашҡанда ашайбыҙ, сөнки ризыҡ - ул наркотик, ә кешеләр - аҙыҡ-түлек наркомандары. Иң насары - был наркотикка беҙҙе аҙыҡ-түлек корпорациялары, рестораторҙар һәм башҡа ҡыҙыҡһыныусы кешеләр ултырта. Һөҙөмтәлә заман кешеһе үҙенә кәрәккәндән күберәк ашай һәм быны төрлө рекламалар аша һеңдерәләр.

Аҙыҡ-түлек сүп-сары

Беҙҙә был исемлеккә Пепси-Кола, Кока-Кола, төрлө Орбит, Дирол һәм башҡа бик күп нәмәләрҙе индерергә була. Уларға аспартам ҡушыла һәм ул бик күп өҙлөгөүҙәргә килтерә. Беренсенән, интеллект түбәнәйә (әгәр буласаҡ әсә был продукттарҙы ҡулланһа, балаһының интеллекты 15 процентҡа түбәнерәк була). Аспартам баш ауыртыуына килтерә, күңел болғана, депрессия барлыҡҡа килә, ашҡаҙан ауырта, күреү һәләте насарлана, быуындар һыҙлай башлай.

Йод

Йодты ғаилә менән эсергә мөмкин: бер стакан һөткә 3-5 тамсы тамыҙырға һәм эсергә. Яҙын һәм көҙөн 3 аҙналыҡ берәр курс үтергә кәрәк. Наполеон үҙ армияһы һалдаттарына һәр саҡ йод биргән, барыһының да ҡалҡан биҙен тикшергән, сөнки был ағза насар эшләһә, кретинизм барлыҡҡа килә. Йод - интеллект өсөн дауа. Рәсәйҙә халыҡтың 35 проценты үҙҙәре лә белмәҫтән йод ҡытлығы менән интегә. Балалар мәктәптә ауыр уҡый, яңы белемде ауыр үҙләштерә. Йод етмәгәндә кеше тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә, күңеле һәр саҡ төшөнкө була, йоҡоһо килә, һағыш баҫа, тиҙ онота, хәтере, иғтибары насарлана, бик йыш башы ауырта, йоғошло ауырыуҙар менән сирләй, гемоглобин кимәле төшә. Ҡыҙыл сөгөлдөр япрағында һәм бәпкә үләнендә йод бик күп.

Аҡ икмәк - кастратус

Аҡ икмәкте "кастратус" тип атайҙар, йәғни бестерелгән икмәк һәм был дөрөҫ тә, сөнки ул - буш. Әгәр балаға тик аҡ икмәк, ҡалас һ.б. бирһәк, беҙ алдан уҡ уға сир һалабыҙ. Рустә аҡ икмәкте байрамдарҙа һәм ял көндәрендә генә ашағандар, башҡа ваҡытта көрпәле икмәк ҡулланылған - тап шундай икмәк беҙгә көс һәм сәләмәтлек бирә лә инде. Аҡ икмәк гемоглиаз сирен барлыҡҡа килтерә, ҡанды ҡуйырта, шунлыҡтан гипертониктар арта, ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеге боҙола.

Аҡтамыр

Аҡтамыр - көслө дауалау үҫемлеге. Юҡҡа ғына яҙын уны эттәр һәм бесәйҙәр ашамайҙыр. Аҡтамырҙа кремний бар (кремний кальцийҙы тотоп тора) - был артроздан, артриттан һаҡлай. Шулай уҡ ул ишетеү, күреү һәләтен яҡшырта, ашҡаҙанды таҙарта, гастриттан дауалай.
Уны ҡулланыу бик ябай: бер услам үләнде алып, кәстрүлгә һалырға ла 10 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп ташларға. Аҡтамыр төнәтмәһендә бутҡа, аш - бөтә нәмә бешерергә мөмкин. Аҡтамыр тамырынан он эшләргә (тамырҙарын таҙартып, киптереп, тартырға) һәм икмәк бешерергә була. Күпме генә эремсек йәки кальций препараттары ашаһағыҙ ҙа файҙаһы юҡ, бигерәк тә кеше ҡартайған һайын кальцийҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Кальцийҙы нормала тотор өсөн кремний кәрәк.

Витаминдар

Яһалма витаминдар - ул япраҡ йәки еләк түгел, улар - синтетика һәм организмда уларҙан һаҡланыу сараһы юҡ. Беҙ был хаҡта балаларыбыҙға ла, ейәндәребеҙгә лә һөйләмәйбеҙ. С витамины - иң хәүефле витамин. Табип тәғәйенләгән 1 грамм С витамины кәрәкле дозанан 25 тапҡыр артып китә. Һәр төймә С витаминын ашағас, мотлаҡ бер литр һыу эсергә кәрәклеген дә берәү ҙә әйтмәй.
Витаминдар яман шеш күҙәнәктәрен барлыҡҡа килтерә һәм бында С витамины ғына ғәйепле түгел. Табип тәғәйенләгән витаминдарҙың артыҡ булыуы сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай.
Ә тәбиғи витаминдар, киреһенсә, файҙалы. Бәпкә үләнендә витаминдар лимонға ҡарағанда 4 тапҡырға артыҡ тинек инде. Ни өсөн кишер һабағын йыймайбыҙ (геморройҙы, ҡан тамырҙарын дауалай), ҡыҙыл сөгөлдөр, редиска һабағын... Торманы бөтөнләй үҫтермәйбеҙ (ул ҡурылдайҙарҙы, бауырҙы һ.б. дауалай). Һырғанаҡта витаминдар бик күп, әммә емештәрендә түгел, ә япраҡтарында. Ул холецистит, панкреатит, миоманан ярҙам итә. Иң ҡиммәтлеһе - һырғанаҡ япрағы, улар лимондан 10 тапҡырға витаминлыраҡ һәм теләһә ниндәй шештең үҫеүен тотҡарлай. Һырғанаҡ япрағын ҡарағат һәм ҡурай еләге япрағы кеүек үк, сәй итеп эсер өсөн әҙерләргә кәрәк (ҡурай еләге япрағында тәбиғи аспирин күп).

Диңгеҙ тоҙо

Әбүғәлисина ризыҡ әҙерләгәндә бары тик диңгеҙ тоҙон ғына ҡулланырға кәрәк, тигән. Диңгеҙ тоҙонда 64 микроэлемент бар, шуларҙың 58-е беҙҙең организм менән дөйөм, тимәк, беҙгә натрий хлориды нимәгә? Диңгеҙ тоҙон Францияла, Швецияла, Норвегияла, Голландияла, Германияла, Болгарияла ҡулланалар.
Теләһә ҡайһы дарыуханаға инеп, ванна өсөн иң осһоҙ, бер ниндәй ҡатнашма булмаған, һоро төҫтәге тоҙҙо алығыҙ. Сөнки унда кремний күберәк. Диңгеҙ тоҙон ашҡа, бутҡаға, йәшелсә тоҙлағанда ҡулланырға була. Йодлы тоҙ - ул ахмаҡлыҡ, уны бер көндә ашарға кәрәк, сөнки пакетты асыуҙың икенсе көнөнә унда йод ҡалмаясаҡ.

Сайыр һәм ҡайыр

Беҙ хәҙер Американан ҡарағай ҡайыры (ҡабығы) һатып алабыҙ ("Пикногенол", бер ҡабы 1200 һум тора), үҙебеҙҙә иһә уны диләнкәләрҙә ҡалдырабыҙ. Теләһә ниндәй ҡарағайҙың ҡайырыһын алығыҙ һәм ваҡлап ҡайнатығыҙ.
Ә Яңы йыл шыршыһын нисек ташлап ҡуйырға мөмкин? Ул бронхыларҙы дауалай, ҡан тамырҙарын таҙарта, ә был - артроздан һаҡланыу сараһы, унда кремний күп. Шуға күрә, Яңы йыл шыршыһын ташлау - ул енәйәт. Беренсенән, ул һәләк ителгән ғүмер, һеҙ ағастың ғүмерен ҡыйҙығыҙ, исмаһам, уны үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙ өсөн ҡулланығыҙ, унан ғәфү итеүен һорағыҙ. Белемселәр йыйғанда кешеләргә файҙа килтереү өсөн һәр үҫемлектән рөхсәт һорай.
Мин махсус рәүештә Яңы йылға пихта ултыртам, сөнки ул ылыҫын оҙаҡ һаҡлай. Һуңынан уны бәләкәй киҫәктәргә турап, самауырға һалып ҡайнатам һәм ыҫмалаһын алам. Ыҫмала лимонға ҡарағанда 5-6 тапҡырға файҙалыраҡ.
Имән, тал, тирәк - тәбиғи аспирин сығанағы. Өйөгөҙҙә һәр саҡ ошо өс ағас ҡайырыһының онон тоторға кәрәк. Еңелсә һалҡын алдырғанда имән ҡайырыһы онон балғалаҡтың сирек өлөшө меән алып ҡабаһығыҙ ҙа, һыу эсеп ҡуяһығыҙ, температурағыҙ төшөр. Имән температура төшөрөү, елһенеү, бактерицид сифаттарға эйә, шулай уҡ описторхорз, простатит, простата биҙе аденомаһы, бөйөрҙәр елһенеүе ваҡытында ҡулланыла.

Мәктәптә нимәгә өйрәтәләр

Беҙҙәге белем бер нәмәгә лә ярамай! Мәҫәлән, ҡаҙаяҡ тураһында нимә һөйләйҙәр: нисек енесһеҙ үрсеү күҙәнәктәре (споралар) барлыҡҡа килә, спорангтар, спора нисек ҡойола, нисек үҫемлек шытып сыға. Әммә берәү ҙә ни өсөн япондарҙың ҡаҙаяҡ ашағанын һөйләмәй (беҙ Японияға йыл һайын 700 тонна ҡаҙаяҡ оҙатабыҙ). Ни өсөн ашайҙар һуң? Унда ниндәй микроэлементтар бар, ул нимәнән һаҡлай, ни өсөн япондар бер ниндәй ресурсҡа эйә булмайынса, беҙгә ҡарағанда 30 йылға оҙағыраҡ йәшәй?
Кеше үҫемлектәрҙе нисек ҡулланырға, уларҙы ҡасан йыйырға һәм нисек ашарға белергә тейеш. Ошоларҙан башҡа беҙгә файҙаһыҙ мәғлүмәт нимәгә кәрәк? Балаларға баҡсала үҙеңде нисек тоторға, нимәне ашарға - мәҫәлән, шул уҡ бәпкә үләне, кишер һабағы, аҡтамырҙы - өйрәтеү зарур. Һәр тыуған яҡты өйрәнеү музейында мамонт һөйәктәре һәм көнкүреш ҡоралдары менән бер рәттән, дауалау, ашарға яраҡлы һәм ағыулы үҫемлектәр тураһында стенд булырға тейеш. Крайҙы өйрәнеү, уны белеүҙең файҙаһы тап шунда ла инде. Бында һаулыҡты нисек һаҡлайҙар, нимә иҫәбенә, тәбиғәт менән нисек бәйләнгәндәр.

Халыҡ медицинаһы

Рәсәйҙә 1933 йылға тиклем институттарҙа ботаника уҡытылып, һәр табип белешмә-гербарий йыйған (һәр үҫемлек аҫтына нисә йәштә, ниндәй ауырыуҙарға, күпме күләмдә һәм ниндәй үҫемлектәрҙе эсерергә икәнлеге яҙылған). Болгарияла был практика 1996 йылға тиклем һаҡлана. Ә ни өсөн уны алып ташлайҙар? Беҙҙә бит үләндәр менән дауалау иң көслөһө була. Йәиһә хәҙерге ваҡытта эшләнгән кремдарҙы ҡарағыҙ, улар барыһы ла үләндәр нигеҙендә эшләнгән. Быға ышанырға мөмкинме? Шикләнәм. Бәлки, мөмкиндер, әммә һәр ваҡыт түгел. Халыҡ медицинаһына шундай мөнәсәбәттәбеҙ икән - был ҡот осҡос.
Халыҡ медицинаһы - ул халыҡ традицияһында һаҡланып ҡалған үҙ-үҙеңдә (ә сысҡандарҙа йәки ҡуяндарҙа түгел) клиник (йәғни дауалаусы) тәжрибә. Бөгөн "традицион" тип аталған медицина - ул беҙҙеке түгел, ул рәсми медицина. Традицион медицина - ул халыҡ медицинаһы, халыҡ традицияһы.
Беҙҙә барыһын да баштүбән әйләндерҙеләр. Һөлөк һалыу, массаж, мануаль терапия һ.б. - ул халыҡтың традицион медицинаһы. Бына уны күтәрергә, үҫтерергә кәрәк, сөнки ул быуаттар буйына кешеләрҙә һыналған. Был тәжрибәне өйрәнеү мөһим. Ә беҙҙә 1933 йылда дарыуҙар ашап йәшәрбеҙ, тип ҡарар иттеләр һәм... йәшәй алманыҡ. Хәҙерге препараттар күпме өҙлөгөү бирә. Әйткәндәй, Япония алдынғы урын биләй, уларҙа медицина бик ҡыҙыҡлы: табиптарҙың 50 проценты тик үләндәр генә, ҡалған яртыһы үләндәр һәм заманса химик ҡатнашмалы препараттар тәғәйенләй. Япондар туҡланыуында 160 төрлө үҫемлек ҡуллана һәм беҙгә ҡарағанда 30 йылға артыҡ йәшәй.

Дәүерҙәр алмашыныуы

Беҙ Һыуғояр эраһына индек (славян традицияһында - Бүре дәүере). Астрология, йондоҙҙарҙың башҡа конфигурациялары үҙгәрҙе, шуға күрә үҫемлектәрҙең энергетикаһы ла үҙгәрә. Алма бик көслө энергетикаға эйә, аир (иртамыр) үҙенең энергияһын көсәйтте (хатта ваннаға һалынған бәләкәй генә аир киҫәге лә кире энергияны алып ташлай).

Лидия СУРИНА,
биология фәндәре кандидаты, фитотерапевт, 40 йыл стажлы үлән менән дауалаусы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 617

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru