«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЙЫРЫН ЙӨРӘК МЕНӘН ЙЫРЛАРҒА КӘРӘК
+  - 


Башҡорт халыҡ йырҙары буйынса ниндәйҙер мәғлүмәт эҙләһәң, Сибай концерт-театр берекмәһенең вокал ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы Туйсинға мөрәжәт итергә кәрәк. Ул башҡармаған йәки тарихын белмәгән йыр юҡ. Репертуарында йөҙҙән ашыу халыҡ йыры бар йырсының. Йәштәргә йыр сәнғәте, халыҡ йырҙары ғилеме буйынса алмаштырғыһыҙ уҡытыусы ла, остаз да ул. Бөгөнгө беҙҙең сәхнәләрҙән яңғыраған башҡорт йыры хаҡында ла уның үҙ фекерҙәре бар.

"Башҡорт йыры" тигән атамаһы булһа ла, хәҙерге йырҙарҙы башҡа халыҡтың эстрада ижадынан айырыу ауырлашты. Былай барһа, был айырма ҡалмаҫ та кеүек. Нисек уйлайһығыҙ, башҡорт йырын нисек итеп һаҡлап ҡалырға мөмкин?

- Башҡорт йырҙарының нигеҙендә халыҡ ижады, халыҡсанлыҡ ятһа, башҡорт моңона хас булған мелизм, пентатоника тигән нәмәләр тотолһа, һаҡланасаҡ. Был нигеҙ юғалһа, йырҙың кемдеке икәнен иҫбатлау ҙа мөмкин булмаясаҡ. Бында юл бер генә - халыҡсанлыҡтан тайпылмау. Башҡорт йыры тигәнде дөйөм итеп әйтһәләр ҙә, унда "халыҡ йыры" тигән оло бер бүлек бар һәм уны бер ниндәй төрҙәргә лә ҡушырға йәки бутарға ярамай. Халыҡ йыры - ул беҙҙең тарих кеүек үк, унһыҙ беҙ милләт түгел.
Йәшерәк саҡта халыҡ йырҙарының көйөнә генә ҡарап башҡара һәм тыңлай инем. Һүҙҙәренә артыҡ иғтибар ҙа ителмәгән. Ә хәҙер ҡайһыныһы бөйөгөрәк икән тип һайлайым. Халыҡ йырҙары бит улар шундай камил, һәр юлы үҙе бер мәҡәл, үҙе бер әйтем. Поэзияһының йырлап тороуы, моңоноң тәрәнлеге! Һәр бер йыр үҙе бер тарихи әҫәргә торошло. Ә ундағы фәлсәфә һуң! Уйлаһаң, уйылып китерлек бит! Бына: "Үтәһең дә, ғүмерем, ай үтәһең, Ҡиблаларҙан үҫкән ел кеүек. Һағынырһың әле, һарғайырһың, Һабағынан төшкән гөл кеүек". Йәки: "Бурай ҙа ғына бурай ҡарҙар яуа, Аҙашмайҙыр болан балаһы. Үҙ башҡайҙарына ла ҡайғы төшмәй, Ир булмайҙыр әҙәм балаһы". Бына ошондай юлдарҙы нисек итеп уй-хисһеҙ генә тыңларға була? Халыҡтың тәрәнлеге, үҙәккә үткәреп әйтә белеүе беҙҙең йырҙарға ғына хас.

Халыҡ йырҙары популярлашамы? Өйрәнәме, башҡарамы уны йәш йырсыларыбыҙ?

- Үкенескә ҡаршы, халыҡ йырҙары беҙҙә бәйгеләр кимәленә генә ҡала килә. Йырсылар ниндәйҙер конкурста ишеттерер, мөмкинлектәрен, тауыш диапазонын һәм ошо жанрҙы башҡара белеүен күрһәтеү өсөн генә өйрәнә халыҡ йырҙарын. Был осраҡта халыҡ йыры бары тик техник яҡтан ғына өйрәнелә һәм шул кимәлдә башҡарыла ла. Тамашасы ла уны ялҡытҡыс оҙон йыр итеп кенә ҡабул итә һәм сабырһыҙланып, бөткәнен көтөп ултыра. Ә асылда халыҡ йыры йөрәк менән йырланырға тейеш. Һин ундағы бөтөн эстәлекте, моңдо, һағышты, тәрәнлекте, фәлсәфәне күрһәтергә бурыслыһың. Минең өсөн, мәҫәлән, "йөрәк менән йырланың" тигән маҡтау - иң ҙур мәртәбә.

Башҡорт халыҡ йырҙарының тематикаһы төрлө, әммә лирик йырҙарының ҙур ғына өлөшө ир-егеттең мал табырға ынтылыуына, малһыҙ ҡалып әсенеүенә, йәғни мал төҫөндәге матдилыҡҡа бәйле. Был башҡорттоң мал менән көн итеүсе, йәғни мал артынан эйәреп йөрөүсе халыҡ булыуынан да килә микән?

- Башҡортта тыуған ил темаһы халыҡтың тормош-көнкүреше, ир-егеттәрҙең социаль хәле менән айырылмаҫлыҡ бәйләнештә. Бына шуға күрә лә бындай йырҙарҙың ҙур бер төркөмөндә тыуған ил, ир-егет һәм мал төшөнсәләре тулы бер бөтөндө тәшкил итә: ир-егет үҙенең туған тупрағына ни хәтле генә ерегеп үҫмәһен, бер мәл ул мал табыу ниәте менән бәхет эҙләп, сит илдәргә сығып китергә мәжбүр. Үҙ илендә ҡәҙере булмаған бындай ир-егеттәрҙең яҙмышы йырҙарҙа шаҡтай тулы һүрәтләнә: "Илдәренән биҙеп, йыһан гиҙеп, ир-егеткәй йөрөй мал өсөн" йәки "Ир-егеткәй илдән китмәҫ ине, ҡулдарында уның мал булһа". Шул рәүешле йырҙарға мал төшөнсәһе менән бергә социаль тигеҙһеҙлек мотивтары килеп инә. Был турала "Ишбирҙин" тигән йырҙа айырыуса бер тулылыҡ менән әйтеп бирелә. Йыр ир-егеттәрҙең намыҫлы һәм батыр, тырыш һәм сабыр булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, уларҙы ауырлыҡ килгәндә лә уяу булырға өндәй. Бындай йырҙар үҙҙәренең идея-тематик йөкмәткеһе менән хатта мәҡәлдәргә торорлоҡ, борон-борондан тапшырыла килгән әхлаҡ нормаһы итеп ҡабул итерлек: "Малың булмаһа ла, намыҫың булһын, намыҫ менән ҡиммәт ир башы", "Фәҡирлек менән етемлекте белгертмәй ҙә ирҙең солтаны" һ.б.
Ләкин синфи йәмғиәт шарттарында ир-егет ни хәтле генә аҫыл һәм уяу булмаһын, социаль тигеҙһеҙлек, ҡайғы-хәсрәт һәм нужа уның тормош юлдашы булып ҡала. Йәш сағында мал, бәхет, мөхәббәт тураһында хыялланып моңланған ир-егеттәр күңелен, ир уртаһына еткәс, үткән ғүмер, туған-тыумасалыҡ, баштан китмәҫ ҡайғы-хәсрәт хаҡындағы уйҙар-йырҙар биләй башлай. Тимәк, йырҙы ла кеше йәшәгән ғүмеренә, йыйған тәжрибәһенә ҡарап һайлап йырлай.

Йыш ҡына ир-егеттәрҙең йырлағанда "ә", "ө", "ү" кеүек һуҙынҡы өндәрҙе үтә лә нәҙегәйтеп, йомшартып ебәреүен аңғарам. Был ҡыланыш сир кеүек, ваҡыт үткән һайын күберәк башҡарыусыларҙы зарарлай барғандай. Ир-егет башҡарыусыларҙың йырҙы ирҙәрсә йырларға тейешлеген кемдәр өйрәтергә тейеш?

- Был ҡыланыш икенсе халыҡ эстрадаһынан килгән "сир". Ни өсөндөр беҙҙең ир-егет вокалистарҙың ҡайһылары ошо стилде отоп алды. Хатта Сибай ерлегендә үҫеп сығып, ауыҙ тултырып, күкрәк менән йырлап өйрәнгән егеттәр ҙә баш ҡала сәхнәләрендә муйын һуҙып, ирен менән генә ҡупшылап йырлауға күсеп китте. Әлеге һеҙ әйткәнсә "үүүү", "әәәә" өндәренә баҫым яһап, һүҙҙәрҙе артыҡ йомшартып, тауыштарын нәҙегәйтеп йырлауҙы матур тип иҫәпләйҙәр, күрәһең. Тик мин улар менән килешмәйем һәм уҡыусыларымды ла башҡорт йырҙарын ысын ир-егеттәрсә, йәғни хисле, әммә баһа менән башҡарырға өйрәтәм. Башҡорт тәбиғәтенә, асылына, характерына хас түгел әлеге һеҙ әйткән стиль.

Башҡорт йырҙарын боҙоп йырлауға юл ҡуймаусы, уларҙағы теүәллекте контролдә тотоусы берәй хеҙмәт бармы беҙҙең республикала?

- Халыҡ йырҙарын һаҡлаусы хеҙмәт юҡ. Уларҙы һәр уҡытыусы дөрөҫ теүәллектә уҡыусыһына ҡалдырырға тырыша. Әммә бында ла бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Был тәңгәлдә йырҙарҙың тәү башҡарыусыларынан йәки боронғо башҡарыусыларынан яҙып алып ҡалынған аудиояҙмаларына ғына өмөт ҡала. Эстрада йырҙарын "Юлдаш" каналында ай һайын шағир, композитор һәм йырсынан торған комиссия тикшерә тикшереүен... Эстрада йырҙарын хәҙер күптәр яҙа һәм уларҙың ниндәйҙер дөрөҫлөгөн табып та булмайҙыр ул. Ә бына халыҡ йырҙарына бик һаҡ һәм етди ҡарарға кәрәк. Уларҙағы үҙҙәренә генә хас боролоштарҙы, уйһыуҙарҙы һәм хатта тын алмаштырыуҙы ла дөрөҫ һаҡлау зарур.

Бөгөн йыр яҙыусылар күп. Был яҡшымы, әллә...

- Йөрәгендә илһам йөрөткән һәр кем йыр сығарып, шиғыр яҙып ҡарай ул. Бигерәк тә йәш саҡта. Бының ғәйебе юҡ. Әммә йырсы булған һәр кем йыр ижад итә ала икән тип уйларға ярамай. Йыр ул башта шиғыр булып яралырға тейеш. Шиғыр кемдеңдер эске кисерештәрен мәғәнәле юлдарға теҙеп, рифма һәм ритмға һалып, шунда уҡ көйлө булып ярала. Көйсөнө шиғыр илһамландыра һәм шунан көй тыуа. Ошо тәртиптә тыуа ысын йырҙар. Ә кемдер көй яҙған да, икенсеһе шул көйгә һүҙҙәр йәбештереп сыҡҡан кеүек түгел. Йыр яһалмай, йыр тыуырға тейеш. Һәләтле кешеләр ана шул йыр сирткән мәлде көтә һәм тота белһен ул. Һауала осоп барған моңдо кемдер күрә ала , ә кемдер юҡ. Был да үҙенә күрә бер мөғжизә. Ноталарҙы һәрмәп, ижектәрен тура килтереп яһалма сығарылған йырҙарҙы тыңлаусы ла таный һәм был тамашасының йыр сәнғәтенә булған һөйөүен һөрөмләй ҙә. Күпме генә йырҙар яҙылһа ла, башҡарылһа ла, уларҙың ғүмер оҙайлығын ваҡыт үҙе билдәләй. Ниндәйҙер йырҙарҙы быуаттарҙан быуаттарға күсереп йәшәтә, икенселәрен оноттора. Шунлыҡтан, йыр яҙыусыларҙың күп булыуынан зыян юҡ тип уйлайым.

Балаларҙа нисек итеп халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләргә? Әллә был аң йәшәй бара киләме?

- Асылда, йыр-моң һәм тап халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәре беҙҙең генетик хәтерҙә яҙылған. Әммә был хәтер күптәрҙә ҡаты йоҡлай һәм ҡайһылар быуыны-быуыны менән милли ысынбарлығынан ситләшкән. Шунлыҡтан, ваҡыты еткәс, халыҡ йырҙарын да тыңлай башларҙар, башҡортса ла һөйләшерҙәр, тип ултырырға ярамай. Бәләкәйҙән орлоҡ һалынмаһа, нимәнән үҫеп сығырға тейеш был үҫенте? Беҙ, мәҫәлән, ғаиләлә ололарҙың йырлағанын ишетеп үҫтек һәм күптәрен уларҙан отоп алдыҡ та. Кемдәрҙәлер был мөхит булмаған һәм улар ҡайғылы, ауыр йәки, киреһенсә, йөрәк ярһыған мәлдә йыр тигән дауа барлығын белмәй ҙә. Был үҙе бер халыҡ терапияһы бит ул. Халыҡ йыр менән күңелен бушатҡан, хәлен аңлатҡан, эстәге ауыр уйҙарынан арынған, кәйефен күтәргән һәм башҡалар. Балаларына халыҡ йырҙарын тыңлатмаған ололар киләсәк быуынын бына ошондай фәһемле һәм файҙалы алымдарҙан мәхрүм итә. Ә иң мөһиме, милли булмышынан ситләштерә. Балаға бит күңелен тултырыу өсөн ниндәйҙер моң кәрәк һәм ул быны сит халыҡ музыкаһынан таба ла. Айына бер булһа ла алып йөрө концертҡа, бик булмаһа, өйҙә бергәләп тыңлағыҙ, артыҡ бирелеп китмәһә лә, ул уны ишетеп һәм ҡабул итеп өйрәнә. Ә инде ололарҙың яратып тыңлауын күрһә, ул быны яҡшы ғәҙәт итеп ҡабул итеп аласаҡ. Күрәһегеҙ, барыһы ла ата-әсәнең һәм баланың тәрбиәһендә ҡатнашыусыларҙың аңлылығынан тора.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.20 | Ҡаралған: 655

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru