«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТТА ЛА, ТӘРТӘЛӘ ЛӘ ҒӘЙЕП БАРҘЫР
+  - 


Бысраҡ һыйыр бөтә көтөүҙе буяр, тигән һымаҡ булды был. Үткән шәмбе интернеттағы Башҡортостан яңылыҡтарында Нефтекама ҡалаһынан бер уҡыусының Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә мәктәптә башҡорт теле дәрестәрен уҡытмауҙы һорап яҙған хаты баҫылып сыҡты һәм һуңғы ваҡыт былай ҙа юғары температуранан һыуынып етмәгән йәмәғәтселек усағын дөрләтеп ебәрә яҙҙы.

Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, ундай бала әллә бар, әллә юҡ, һәр хәлдә, уның артына ышыҡланып эш итеүсе өлкәндәр ҡулы ла һиҙелгәндәй бында. Йә уныһы әллә ни мөһим дә түгелдер, әммә ләкин уҡыу йылы башланып өлгөрмәне, башҡорт теленә ҡаршы Башҡортостан ерендә йәшәп, уның икмәген ашап ятҡан бер төркөм элекке бысраҡ эшенә тотондо һәм уҡытыу-дәрес пландары раҫланып, һәр предмет үҙенең законлы урыны-сәғәтен алып, урынлашып бөткәс кенә тағы ла тыныслыҡты боҙоп, иләүгә таяҡ тығып бутарға маташа. Ана шулай тигеҙ ерҙән сөй эҙләп, республикаға исеме бирелгән төп халыҡҡа ҡағылышлы һәр нәмәгә түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт, ҡабул итә алмау, яйы сыҡҡан һайын көлөп-сәнсеп, мыҫҡыллап алыу ғәҙәтенә һеңгән ҡайһы берәүҙәрҙең. Бының өсөн яйы ла килеп сыҡты: уңайлы бит, интернет селтәрҙәре киң - булғанын-булмағанын да, бысрағын-ялаһын да шунда ауҙарырға, үсле объектыңа ағыуыңды сәсергә була, тик ундайҙар исем-шәрифтәрен генә яҙырға ҡурҡа һәм, баяғыса, псевдоним артына йәшеренә.
Быны әлеге бала исеменән яҙылған хатҡа ҡағылышлы комментарийҙарҙың ҡайһылары бик асыҡ раҫлап тора. Неля Кузнецова тигән берәү хатта Башҡортостан дәүләте барлығын да танымай: "Башкортостан не государство, вы что-то путаете", - ти ул бәхәскә ҡыҫылып. Тимәк, был әҙәм үҙе йәшәгән-эшләгән ерҙең халҡын, телен генә түгел, статусын да танымай. Тимәк, ул да ана шул башҡорт телен генә түгел, ә дәүләт булараҡ, Башҡортостандың хатта тарихын да белмәй, уҡымаған. Тап ана шундайҙар тыныс иләүгә таяҡ тыға ла инде. Һөҙөмтәлә интернетта оло тауыш ҡупты.
Башҡорт теле дәресенә ҡаршы сығыусы берәү "кәрәге булмаған был дәресте алып ташлап, урынына файҙалы берәй предмет" индерергә тәҡдим итә ул, ләкин бынан бит барыбер уҡыу программаһының тығыҙлығы, көсөргәнешлеге хәл ителмәйәсәк, тимәк, һис тә башҡорт телендә түгел эш. Шуға ла берәүҙәр бик урынлы ғына итеп әлеге уҡыусыға тырышыбыраҡ уҡырға, үҙенең ҡайҙа йәшәгәнлеген онотмаҫҡа кәңәш итә. Бына, мәҫәлән, был хаҡта Миңһылыу Ҡобағошова ниҙәр яҙа: "...Ошо башҡорт телен уҡытыу-уҡытмау мәсьәләһен күтәреүселәр бәләкәй генә бер төркөм кешеләрҙер. Экология темаһын икенсе яҡҡа боралар, милләт-ара ғауға ойоштормаҡсылар, күрәһең. Балаларҙың уҡыуына ҡамасаулаусы нәмә - уларҙың компьютер һәм телефондарында кәрәкмәгән уйындар менән бик күп мауығыуҙары. Ата-әсә иң тәүҙә бына шуға иғтибар итһен ине. Бер әсә беренсе кластан башлап улына башҡорт һәм инглиз телдәренән гел генә өҫтәмә дәрестәр алды: балаһы йыш ауырый ине. "Урам буйында йөрөһә, һүгенеү, тәртип боҙоуҙан башҡаға өйрәнмәйҙәр, ә былай, исмаһам, көн һайын һүҙҙәр ятлай", - ти торғайны рус телле был йәһүд ҡатыны. Үҫкәс, был белем улына файҙаға ғына булды, ул төрөк компаниялары менән эшләп, үҙ бизнесын асты. Беҙгә бына ошондай кешеләргә тиңләшергә кәрәк!" Башҡорт теле яҡлыларҙың фекере - алтын, ләкин уға ҡаршыларҙың быны аңлау мәҙәнилеге юҡлығын да, үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәргә теләктәре булмауҙы ла, рухи кимәлдәре сикләнгәнлеген дә күҙҙән ысҡындырыу кәрәкмәҫтер. Ни хәл итмәк, шундайҙар менән һыйышып-килешеп йәшәү - бер беҙҙең бурыс, күрәһең...
Башҡорт телен уҡытыуҙа икенсе бер мөһим мәсьәләне лә иҫтә тотоу кәрәк. Ул иһә башҡорт теле дәрестәренең абруйын күтәреүгә ҡағыла. Йыл һайын башҡорт теле уҡытыусылары конкурстары, тел уҡытыу оҫталығын арттырыу, камиллаштырыу буйынса һәр төрлө методик кәңәшмәләр ҙә үткәрелеп тора ла бит, тик ниңә һаман булһа башҡорт теле дәрестәре яманланыуҙан азат булып, ауыр хәлгә дусар ителеүҙән туҡтай алмай һуң? Был һорауҙы туранан-тура башҡорт теле уҡытыусыларына төбәргә кәрәк. Балаларҙы ялҡытып түгел, ә ҡыҙыҡтырып, уйын, диалогтар ҡороп, телмәр үҫтереү рәүешендә йәнле итеп бер тынала дәрес үткәреү шул тиклем ауыр бурысмы икән ни? Ҡайҙа һуң конкурсарҙа еңеп, башҡорт теле йыл уҡытыусылары булып танылған оҫталарҙың эш тәжрибәләре, ниңә улар таратылмай? Ҡағиҙә ятлатып, баланы мәжбүр итеп, класс алдына баҫтырып һорау алыу, насар билдә ҡуйып, күңелен төшөрөү, көс етмәҫлек өйгә эштәр биреп ҡайтарыу, әлбиттә, тел дәресенән уҡыусыларҙы биҙҙерә, ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. Унан һуң, бөгөнгө былай ҙа көсөргәнешле осорҙа йәшәүебеҙҙе лә күҙҙән ысҡындырырға ярамай. "Ҡағиҙә ятлатып, грамматикаға өйрәтергә тырышыуҙан арынырға кәрәк", тигәйне "Киске Өфө"ләге әңгәмәһендә бер ихтирамлы тел белгесе-методист. Ул, моғайын, яңылышмайҙыр, сөнки башҡорт теле туған теле булмағандарҙы уҡытыу тураһында һүҙ бара бит. Ахыр сиктә, шул уҡ башҡорт теле дәрестәрен башҡорт халҡының данлы тарихына, уның да иң көслө эмоциональ эпизодтарына, Башҡортостаныбыҙҙың иҫ китмәле тәбиғәт һәйкәлдәре - билдәле тау-таш, йылға-күлдәре гүзәллектәренә, билдәле легендар шәхестәребеҙ яҙмышына бәйләп, мауыҡтырғыс дәрестәр үткәреү һәр уҡытыусының да ҡулынан киләлер ул. Һәр дәрес уҡытыусы шәхесенә туранан-тура бәйле - был иң тәүҙә башҡорт теле уҡытыусыларының төп кредоһына әүерелергә тейеш, сөнки тап улар аша балалар дөйөм башҡорт халҡын күрә, уның белем-мәҙәни кимәле, асылы хаҡында фекер йөрөтөргә өйрәнә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.



ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

ҒӨРБӘТ ҺҮҘЕ НИ АҢЛАТА?

Нефтекама ҡалаһынан бер уҡыусының республика Башлығына мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып ташлауҙы һорап хат яҙғанын ишеткәс, күптән йәнемде әрнеткән тема тураһында өндәшмәй ҡала алманым.

Әйтегеҙ әле, "ғөрбәт" тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ бармы, нимәне аңлата ул? Белмәйһегеҙме? Мин дә белмәй инем, хатта ишеткәнем дә юҡ ине. Хәҙер белдем. Ләкин уны белеүҙән минең тел байлығым артманы, бер нисә көндән мин уны онотасаҡмын. Ни өсөн быны һөйләйем? Яңыраҡ бер танышым шылтырата. Баймаҡ районы башҡорто, Өфөлә йәшәй. Пенсияға сыҡҡандан бирле инде нисәмә йыл аралашҡан юҡ ине.
- Уй, әлдә телефоның һаҡланған, кемгә шылтыратырға, тип аптырап йөрөй торғас, һин иҫкә килеп төштөң, һин бит филолог, әйт әле, нимә була ул ғөрбәт?
- Бер ҙә ишеткәнем булманы, берәй диалект һүҙҙер ул. Һиңә ниңә кәрәк булды ул һүҙ? - тим.
- Миңә кәрәкмәй ҙә бит. Апайымдың ҡыҙы шылтырата. Улы 3-сө синыфта уҡый. Башҡорт теленән күнегеү эшләргә биргәндәр - һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатырға. Ҡалала үҫкәс, үҙе лә бөтәһен дә аңлап етмәйҙер инде, минән һорай. Ҡалғандарын эшләнек, ғөрбәт һүҙендә туҡтап ҡалдыҡ.
- Хәҙер, көтөп тор, һүҙлектән ҡарайым әле.
Башҡортса-русса һүҙлектән эҙләйем теге һүҙҙе. Ундай һүҙ юҡ. Ике томлы "Башҡорт теленең һүҙлеге"н аҡтарам. Килеп сыҡты бит әй! Ғәрәп теленән ингән, иҫкергән һүҙ - "ят ер", "сит ил" тигәнде аңлата икән. Шатланып, әйткәндәрҙе яҙып алды танышым. Тағы ла ошондай һорауҙар тыуғанда шылтыратырға мөмкинме, тип, рөхсәт алды.
Мин оҙаҡ ҡына әсенеп, уйланып йөрөнөм. Хәҙер ул бала ошо һүҙҙәрҙе дәфтәренә күсереп яҙа ла, иртәгә мәктәптән "5"ле билдәһе алып ҡайта бит инде. Ә башҡортса ике һүҙҙе ҡушып әллә һөйләшә белә, әллә юҡ. Әгәр бындай хәл бер генә тапҡыр булһа, ул тиклем әрнемәҫ тә инем. Бына нисәмә йылдар инде туғандарҙың, таныштарҙың, таныштарҙың таныштарының балаларына, хәҙер инде шул балаларҙың үҙҙәренең балаларына 1-се синыфтан башлап башҡорт теленән бала өсөн ҡыҙыҡ булмаған ҡатмарлы, философик шиғырҙарға анализ яһарға, һәр төрлө иҫкергән, диалект йәки күсмә мәғәнәле һүҙҙәр, ҡылым һөйкәлештәре, дәрәжәләре, төркөмдәре, ымлыҡ төрҙәре һәм башҡалар, береһенән-береһе буталсығыраҡ грамматик ҡағиҙәләр буйынса һорауҙарға яуаптар эҙләргә мәжбүрмен. Ярҙам итә алмаған осраҡтар ҙа күп, сөнки ул грамматик терминдар, ҡағиҙәләр күптән онотолған (уларҙы башта тотоу мөмкин дә түгел, кәрәге лә юҡ). Ниңә башҡорт теленән дәрес әҙерләү бала өсөн көс етмәҫлек хәлгә әйләнгән һуң? Ни өсөн башланғыс класс уҡыусыһына мотлаҡ башҡорт телен генә түгел, уның грамматик ҡағиҙәләрен яҡшы белгән һәм иҫендә тотҡан филолог ярҙам итергә тейеш? Ә бит инглиз теленән ярҙам итергә бер инглиз кешеһе булмаһа ла, бала мәктәпте тамамлағанда инглизсә арыу уҡ һупалай. Ә башҡорт балаһы ата-әсәһе, туғандары, эргә-тирәләге кешеләр башҡортса һөйләшһә лә, үҙенең туған теленән дәрес әҙерләй алмай.
Әлбиттә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға ҡаршы сығып, баяғы Нефтекама малайы артына ышыҡланып, был мәсьәләнән бысраҡ сәйәсәт яһаған бер төркөмдө бер нисек тә аҡлап булмай. Ә шулай ҙа... Тап ошо хәлгә сәбәпсе булған уҡытыу методикаһын үҙгәртеү, яңы дәреслектәр сығарыу буйынса эшмәкәрлеген тағы бер тапҡыр байҡап, һығымталар яһаһын ине беҙҙең мәғариф системаһы, тип теләге килә.

Әлфиә БАТТАЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 634

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru