«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШЛЕКЛЕЛӘР ӨСӨН БАШҠОРТ ТЕЛЕ ӘСБАБЫ
+  - 

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ошо көндәрҙә "Эшлекле башҡорт теле" атамалы яңы уҡыу әсбабы һәм уға ҡушымтаны киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итте. Был баҫма республиканың төрлө өлкәләрендә рәсми эш ҡағыҙҙары менән эш иткән, коллегалары менән башҡортса эшлекле һөйләшеүҙәр алып барғанда мәҙәниле телмәр тоторға теләгән кешеләр өсөн бик файҙалы ҡулланма булмаҡсы. Проект Башҡортостан Башлығының 2 миллион 300 мең һумлыҡ грантына тормошҡа ашырыла һәм 1500-әр дана булып донъя күргән.

"Эшлекле башҡорт теле" уҡыу әсбабы һәм уға ҡушымта - эш ҡағыҙы өлгөләренән тора. Әсбап авторҙары Гөлфирә Абдуллина, Рита Аҡбулатова, Нурия Әсәҙуллина һәм Гөлназ Вәлиева. Уның йөкмәткеһенә эшлекле башҡорт теленең грамматик, синтактик үҙенсәлектәре, эшлекле аралашыу мәҙәниәте, телмәр тәртибе һәм быға миҫалдар, рәсми-эш йөрөтөүгә ҡағылған русса-башҡортса белешмә-һүҙлек индерелгән. Һүҙлектең авторы Нурия Әсәҙуллина әйтеүенсә, унда 3 меңдән ашыу һүҙ бирелгән һәм элек тәржемә ителмәй русса ҡулланылған күп һүҙҙәр архивтарҙағы төрлө сығанаҡтарҙан ҡарап, тергеҙелгән. Ә бына эш ҡағыҙы өлгөләре тупланған айырым ҡушымта филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинованың (авторҙаштары филология фәндәре кандидаттары Н.Ф. Суфиянова һәм Р.Ә. Сөләймәнова, Ф.Ф. Ғәзизова) 2006 йылда донъя күргән баҫмаһын тулыландырып, яңынан нәшер ителгән. Бында 72 төп рәсми эш ҡағыҙҙарының тәғәйенләнеше тураһында мәғлүмәт һәм башҡортса-русса бирелгән әҙер өлгөләр күрһәтелә.
- Башҡорт теленең һөйләү теленә мәктәптә лә өйрәнергә була бөгөн, теләге булған кеше 500 һүҙ ятлаһа, аралаша ала. Ә бына рәсми эш ҡағыҙҙары менән эш итеү етдилек талап итә, бында өлгөләр кәрәк. Ваҡытында беҙ уларҙы әҙерләгәйнек, әммә 2006 йылдан алып ҡайһы бер үҙгәрештәр булды, йәғни ул саҡта русса ҡулланылған күп кенә терминдар бөгөн башҡортсаға тәржемә ителгән. Шуға һүҙлеккә өҫтәлмәләр индерелде, - тине профессор Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Фондтың башҡорт телен популярлаштырыу йүнәлешендә эшен дауам итеренә ышанысын белдерҙе. - Тел, тарих һәм әҙәбиәт институты Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттары атамаларының русса-башҡортса һүҙлек-белешмәһе, көнкүреш хеҙмәте өлкәһендә эшләүселәр өсөн русса-башҡортса һүҙлек, ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең өҫтәл китабы, Башҡортостандың һыу объекттары, республика ҡалаларының урам атамаларының русса-башҡортса һүҙлектәрен, БАССР-ҙың топонимдар һүҙлеге кеүек бихисап кәрәкле китаптар нәшер иткәйне. Ләкин улар аҙ дана менән баҫылған һәм бөгөн ЗАГС хеҙмәткәрҙәре беҙҙең китапты ҡулланырға теләр ине лә бит, таратылып бөткән. Йәки көнкүреш хеҙмәте өлкәһендә эшләүселәр шул уҡ алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙырға теләр ине лә, уларға әҙер өлгөләр тупланған ҡулланма юҡ. Эшлекле башҡорт телен бына шундай төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәренә кәрәкле һүҙлектәр, ҡулланмалар менән тәьмин итеп тулыландырыуҙы дауам итеү зарур. "Эшлекле башҡорт теле" кеүек ҡулға эләгерлек китаптарыбыҙ күп булһын.
"Эшлекле башҡорт теле" әсбабы ни бары 1500 дана менән нәшер ителһә лә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды уның электрон вариантын да тәҡдим итә. Әлеге ваҡытта айырым ҡушымта итеп тә әҙерләп сығарыу өсөн белгестәр менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип хәбәр итте Фонд директоры Гөлназ Йосопова. "Беҙ быйыл да эшлекле башҡорт теле курсын ойошторасаҡбыҙ. Теләүселәрҙән төркөм тупланғас та уҡытыуҙы башлайбыҙ", - ти Гөлназ Рауил ҡыҙы. Ә бына "Эшлекле башҡорт теле"н ҡулланыу даирәһенә килгәндә, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге советнигы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова уның Хөкүмәт, министрлыҡтар, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, башҡарма власть органдары, республика муниципалитеттарында талап ителеүе тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ике йылда республикала дәүләт һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары эшендә башҡорт телен ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән һөҙөмтәле һәм тәртипкә һалынған, маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, 2019 йыл дауамында барлыҡ муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында башҡорт дәүләт телендә берәр, икешәр доклад уҡылған һәм киләсәктә был өлкәлә "Эшлекле башҡорт теле" әсбабы ҙур ярҙам буласаҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тел йәшәһен өсөн ул ғаилә кимәлендә генә түгел, дәүләт һәм юғары власть кимәлендә әүҙем ҡулланылырға тейеш. Бөгөн күп милләтле Рәсәй халыҡтарының телдәрен йәшәтеү өсөн рәсми эш ҡағыҙҙарында ҡулланыу даирәһен киңәйтеү талап ителеүе барыһына ла мәғлүм. Республикабыҙҙа башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы, бер-бер артлы эштәр атҡарылыуын күреү ҡыуандырҙы һәм "Эшлекле башҡорт теле" әсбабы был өлкәлә беренсе проект түгел, һуңғыһы ла булмаһын.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 412

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru