«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БОҘОУСЫЛАРҒА "ФАЙҘАЛЫ" КӘҢӘШТӘР
+  - 

Бөгөн үҙемдең коллегаларым - автоһәүәҫкәрҙәрҙе бер аҙ ғына шаяртып, уларға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән ҡотолоуҙың бер нисә ысулып һанап китмәксе булам.

Беренсе ысул.
Һин юлда һәр төрлө хистәргә бирелеп, онотолоп киттең дә, машинаңдың тиҙлеген арттыра биреп, хатта "ала таяғын" тотоп, һине туҡтатырға маташҡан ЮХХДИ хеҙмәткәрен дә байҡамайыраҡ, уның янынан "выжт" итеп үттең дә киттең икән, ти. Етеҙ егеттәр, әлбиттә, үҙҙәренәң машиналарына ултырып алып, һинең артыңдан төшәсәк. Ул ғына ла түгел, "һә" тигәнсе ҡыуып та етәсәк. Шуға күрә, әллә ни уларҙан ҡасырға ла тырышма, әммә юл ситендә берәй ҡуйыраҡ ҡыуаҡлыҡ осрағансы барырға тырыш. Унан кинәт кенә туҡтал. Туҡтағас та, бик ашығыс рәүештә машинаңдан төшөп, салбарыңды төшөрә-төшөрә, ҡыуаҡ араһына инеп ултыр. Ни тиклем оҙағыраҡ ултырһаң, үҙең өсөн шул тиклем яҡшыраҡ. ЮХХДИ хеҙмәткәре лә аңлаусан кеше бит, эштең ҡайҙа барғанын бик тиҙ төшөнәсәк һәм, көтөп ялыҡҡас, һиңә ҡул һелтәп, китеп тә барыуҙары мөмкин. Әгәр, шулай ҙа, егеттәр ныҡышмал булып сыҡты икән, йә иһә ҡыуаҡ артында ултырып арыһаң йә аяҡтарың ойоп китһә, йөҙөңә бошонҡо ҡиәфәт биреп, салбарыңды күтәрә-күтәрә (ҡабаланмай) килеп сыҡ. Һине көтөп арыған егеттәрҙең йөҙө лә яҡтырып, ниһәйәт, документтарыңды күрһәтеүеңде талап итеп, тағы ниндәйҙер һорау бирә башлар. Шул саҡ (әлегә документтарыңды бирмәй тор) һин эсеңде тотоп, "әй, әттәгенәһе, мин - хәҙер", тигән һымағыраҡ һүҙҙәр әйтә-әйтә, кинәт кенә баяғы урыныңа ҡабаттан йүгереп инеп боҫ… Был юлы тағы ла оҙағыраҡ ултырырға тырыш. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең ваҡыт тигән нәмәһе лә тар бит, ҡулын һелтәп, "Әй, был с…ҡ менән булғансы", тип, һине, моғайын, инде бөтөнләйгә ҡалдырып та китерҙәр…

Икенсе ысул. Нәҡ әлеге һымаҡ, әйтәйек, светофорҙың ҡыҙыл утын, уның артында торған ЮХХДИ посын абайламайыраҡ үтеп киттең… Сиренаһын ҡысҡыртып килеп, һине һул яҡлап үтеп, алдыңда туҡтаған күк һыҙыҡлы автомобилде күргәс тә, ҡаушап төшәсәкһең. Машинаңды, әлбиттә, туҡтатасаҡһың. Уң ҡулын фуражка козырегы тапҡырына ҡуйып, "Инспектор ЮХХДИ, сержант Фәләнов" тип иң тәүҙә үҙен таныштырғас, документтарыңды талап итәсәк был етди хеҙмәткәр һәм "юл ыңғайында" ошондайыраҡ һорау бирәсәк: "Ҡайҙа шул хәтлем йәнтәслим ҡыуаһығыҙ, ағай? Светофорҙы ла күрмәй үтеп киттегеҙ!" Бына шул саҡ, үҙ-үҙеңде ҡулға алып, бар ҡыйыулығыңды йыйып, инспекторға ошолайыраҡ яуап бирергә үҙеңдә көс тап: "Әй, ҡустым, бажамда ҡунаҡта булғайным. Икебеҙгә бер "литр"ҙы төшөрөп тә алғайныҡ. Эскән кешене үҙең беләһең бит инде, ҡустым. Аҡ-ҡараны күрмәй, үткәнмен дә киткәнмен…" "Ә, һеҙ, өҫтәүенә, эскәнһегеҙ икән", - тип, ул һине ЮХХДИ машинаһында ултырған ҙурыраҡ начальнигына ла алып килеүе ихтимал. "Иптәш капитан, бына, руль артында эскән килеш ултырған водителде тоттом", тигән докладты ишеткәс тә, капитан, әлбиттә, "прибор"ға өрөргә ҡушасаҡ. Һин өрәһең, ә ул "0"-де күрһәтә. Тағы бер мәртәбә өрҙөртәсәк. Өрәһең - һаман да "0"… Капитан сержантҡа шелтәле ҡараш ташлай. "Айныҡ та баһа", йәнәһе. Шул оло мәшәҡәт менән булып, һинең тиҙлек арттырып йә светофорға туҡтамай үтеп китеүең хаҡында, бәлки, бөтөнләйгә онотоп та ҡуйыуҙары ихтимал…

Өсөнсө ысул. Үҙең йәшәгән ҡасабаның милиция (хәҙергесә - полиция) начальнигының фамилияһын, хатта исеме менән атаһының исемен дә ятлап алып, хәтереңдә тоторға тырыш. Әлегесә, "эш боҙҙоң" икән, һине туҡтатыусы сержантҡа ошондайыраҡ хәбәр әйтеп ҡара: "Әй, ҡустым, Фәлән Фәләновичта ҡунаҡта булып ҡайтып барам әле…" "Кем ул?" - тип һорар сержант, моғайын. "Кем тип ни, полковник Фәләновты белмәйһеңме ни, минең ҡоҙа (бажа, ҡәйнеш, дуҫ) бит ул! Юлда берәй проблемаң килеп сыҡһа - шылтырат", - тип тә әйткәйне. Ҡана, шылтыратып алайым әле", - тип телефоныңды сығарған бул… Бәлки инспекторҙың күңеле "йомшарып" китеп: "Ярай, ағай, бар, юлың менән бул. Тик башҡаса юл ҡағиҙәһен боҙоп йөрөмә", - тип, бәлки, һине ҡотҡарып та ебәрер. Уның да башҡа кеше һымаҡ нескә күңелле булып сығыуы мөмкин бит…
Тик шуны хәтереңдә тот: ГИБДД хеҙмәткәренә бер ҡасан да ришүәт-фәлән тәҡдим итә күрмә! Быны улар һис кенә лә яратмай. Уның өсөн үҙең "ситлек артына" ла барып эләгеүең мөмкин. Бына шулай.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 427

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru