«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭЙӘРЛЕ АТ БЕҘ МЕНГӘНДӘР...
+  - 

Белеүегеҙсә, быйылғы Салауат Юлаев премияһына кандидаттар исемлегендә Сибай дәүләт концерт-театр берекмәһе лә бар. Берекмә был юғары премияға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм әле яңыраҡ ҡына Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булған халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы - легендар 112-се Башҡорт атлылары кавалерияһы дивизияһы генералы Миңлеғәли Шайморатовтың яҡты рухына бағышланған "Эйәрле ат беҙ менгәндәр..." театрлаштырылған концерт программаһы өсөн тәҡдим ителде. Программаны әҙерләүселәрҙең дә исемдәре барыбыҙға ла таныш: Фәнил Әсәҙуллин (балетмейстер-ҡуйыусы), Минзилә Ҡотошова (режиссер-ҡуйыусы), Рәмил Туйсин (композитор), Миләүшә Ҡаһарманова (сценарий авторы).

Рәсәй геройы исеме бирелгәнгә тиклем үк күптәр Миңлеғәли Шайморатовты халыҡ батыры итеп ҡабул итә, таный башлағайны. Бының сәбәптәре ябай, әммә төпкәрәк төшөп, халҡыбыҙҙың тәрбиә нигеҙҙәренә таянып фекер йөрөтһәк, ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын аңлатырға була. Башҡорт халҡы элек-электән балаларын, ул-ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен батырҙар өлгөһөнә таянып: "Батыр бул!", "Ҡыйыу һәм ғәҙел бул!" тип үҫтергән һәм үҫтерә. Халыҡ ижадында ҙур урын алып торған батырҙар тураһында әкиәттәрҙе, риүәйәт-эпостарҙы ғына иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Әгәр ҙә беҙ телебеҙҙе, илебеҙҙе юғалтмаҫҡа, халыҡ булараҡ үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәк, тәү сиратта, күңелебеҙҙәге иң нескә, әммә иң көслө рух тойғоһон быуаттар дауамында ниндәй булған, шул дәүмәлдә тоторға тейешбеҙҙер. Ә ундай тойғоно нығытыр өсөн, тәү сиратта, үҙебеҙҙә батырлыҡты тәрбиәләргә кәрәктер. Бының өсөн бөгөнгө яҙыусылар, режиссерҙар, композиторҙар, балетмейстерҙар изгелек һәм ғәҙеллек хаҡына ҡылынған батырлыҡтар тураһында күберәк ижад итергә, "Халҡым!" тип, "Илем!" тип ғәзиз баштарын һалған ысын батырҙарыбыҙҙың һәр береһенең тормошон ентекле өйрәнергә, улар тураһындағы әҫәрҙәрҙе театр, кино сәнғәте аша тулыһынса яҡтыртып, халыҡҡа еткерергә бурыслы. Тап әҙәбиәт һәм сәнғәт аша батырҙарыбыҙҙың йәшәү рәүеше, көслө характер һыҙаттары, әйткән һүҙе юғалмаҫҡа, ә, киреһенсә, фәстереүҙәрһеҙ тулыраҡ һәм асығыраҡ күрһәтелеп барырға тейештер.
Сибай концерт-театр берекмәһе ҡуйған "Эйәрле ат беҙ менгәндәр" тамашаһы ябай тамаша түгел. Унда үрҙә әйтеп үтелгән бурыстар, маҡсаттар тулыһынса үтәлә. Был тамашала үҙенең батыр улы Миңлеғәли Шайморатов һәм уның кавалерияһының аҫыл егеттәрен тәрбиәләй алған ябай, әммә көслө рухлы халыҡтың йыр-бейеү, ым-ишара аша эскерһеҙ мөнәсәбәттәрҙә ҡоролған ҡәҙимге тормошо сағыла. Бында һәр кемдең өлкәнде өлкән тип, кесене кесе тип таныу, бер-берең менән еңелсә шаяртҡанда ла ихтирам һәм иғтибар тойғоһон юғалтмау, береңә ҡайғы килгәндә, икенсең иңен ҡуйыу, бар хәлеңсә терәк булыу кеүек изге ҡанундар өҫтөнлөк ала. Яҡшы хәбәргә, изге сәләмгә өмөт иткән күршеңдең ошо теләген әҙгә генә булһа ла оҙайтыу маҡсатында алдашыу ҙа, һуңынан, аяныслы дөрөҫлөк фаш ителгәс, кисерелере, ғәфү ителере лә көн кеүек асыҡ...
Миңлеғәли Шайморатов - киң даирәле, ипле, итәғәтле холоҡло шәхес. Уның һалдаттарын ғына түгел, тотош халыҡты әйҙәй алырлыҡ, юл башлап үҙ артынан алып китә алырлыҡ, барыһын да бер тулҡынға көйләй алырлыҡ айырым рухи көскә эйә булыуы ла тамашала асыҡ күренә... Бының өсөн генерал әллә ниндәй тылсым көстәренә мөрәжәғәт итмәй, ә бары тик быуаттар дауамында быуындан-быуынға тапшырыла килгән ата-бабалар аҡылына, аңына таяна.
Үтә лә таныш, үтә лә яҡын ҡараш, ым-ишара, хәрәкәттәргә нигеҙләнгән тамашаны ҡарап ултырған һәр тамашасы бер аҙ ваҡыттан һуң үҙе лә һиҙмәҫтән, йырҙың һүҙҙәрен белмәһә лә, артистарға ҡушылып йырлап, хатта бейеп ултырғанын аңлайҙыр. Ни өсөн шулай килеп сыға? Был театрҙың айырым сихри көсөмө? Бәлки, киреһенсә, театр сәнғәте аша үҙебеҙгә генә хас айырым көстө, рухи көстө, тойомлап алыуыбыҙҙыр, йөрәктәребеҙҙең шул көс тулҡынына эләгеп, шул тулҡында тибә башлауылыр? Дөрөҫөрәге, был ошо тамашаны ижад иткән ижади коллективтың һәм уның директоры Айбулат Миңлеғәли улы Ҡотошовтың юғары профессиональ кимәле.
Әйтергә кәрәк, Сибай концерт-театр берекмәһе ҡуйған һәр тамашала тамашасы яҡынса ошондайыраҡ тойғоно кисереү бәхетен татый. Урал аръяғы райондарында берҙән-бер тип иҫәпләнгән ошо филармония коллективы тарафынан ҡуйылған "Уйнаһын ғына ҡурайым, тынмаһын гармун моңо", "Халҡыбыҙҙы данлар илем бар", "Атлы халыҡ - затлы халыҡ", "Йәшәү һуты биргән ер генәм" һ.б. кеүек программаларының барыһы ла иҫ китмәле әҙәрҙәр һәм маҡтауға, ә "Эйәрле ат беҙ менгәндәр..." тамашаһы, һис шикһеҙ, Салауат Юлаев исемендәге юғары дәүләт премияһына лайыҡ.

Рәмилә ТОРОМТАЕВА,
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 512

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru