«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ҒОРУРЛЫҠ ҺӘР КЕМДӘ БАР, ТИК УНЫ УЯТЫР ШӘХЕСТӘР КӘРӘК
+  - 


Күптән түгел "Ағиҙел" журналында күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамовтың Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһындағы әҫәре баҫылып сыҡты. Тотош бер һанды биләне "Мортаза Рәхимов" романы. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Ғәлим Афзал улы менән ошо әҫәр, ғөмүмән, заман һәм шәхес хаҡында әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Ғәлим Афзал улы, бала сағығыҙ үткән, мәктәптә, университетта уҡыған осорҙа, ғүмерегеҙҙең артабанғы өлөшөндә һеҙгә йоғонтоһо булған, аң-ҡарашығыҙҙы формалаштырыуға булышлыҡ иткән шәхестәр араһынан кемдәрҙе айырып әйтер инегеҙ?

- Бик ауыр һорау ҡуйылды. Сөнки тормошоңда ҙур роль уйнаған ниндәйҙер шәхесте башҡаларынан айырып күрһәтеү мөмкин дә түгелдер. Ни өсөн ауыр, сөнки мин бер ваҡытта ла кемгәлер оҡшарға тырышманым һәм бер кемгә лә табынманым. Шуға күрә кемделер айырып әйтергә ҡыймайым. Береһен атаһам, башҡаларын рәнйетермен һымаҡ. Мин хатта атайымды ла был урынға ҡуя алмайым. Уның кеүек булырға тырышманым да. Булманы миндә ундай ынтылыш.

Ҡытай фәйләсуфы Ошо ла был хаҡта әйтеп үтә. Уның фекеренсә, әгәр ҙә атайҙар балалары өсөн генә йәшәһә, үҙҙәре өсөн йәшәй алмай. Балалар ҙа үҙ нәүбәтендә аталарына оҡшарға тырышһа, улар өсөн йәшәһә, уларҙың үҙ тормошо булмай. Бәлки, ошо фәлсәфә яталыр һеҙҙең бындай инаныуығыҙҙа, шулай түгелме?

- Шулай, әммә мин бында икенсе нәмәне күрәм: ҡытайҙар ер йөҙөндәге иң боронғо халыҡтарҙың береһе һанала һәм уларҙыҡына оҡшаған фәлсәфә минең дә ҡанымда һәм аңымда йәшәй икән, минең халҡым да боронғо. Ә минең аң-ҡарашым формалашыуға булышлыҡ иткән кешеләргә килгәндә, ана шул кешеләр бөтәһе бергә халыҡты, милләтте тәшкил итә. Улар минең өсөн алтын бағана! Ғүмерем буйы шул бағана кеүек булырға ынтылып йәшәйем. Бындай ынтылыш, күрәһең, һәр кемдең үҙенән килә торғандыр. Шунан һуң ғына кемдер йоғонто яһай алалыр. Был бик киң пландағы процесс. Нигеҙҙә кешенең йәшәйеш принциптары, уның ынтылыштары, ҡайта-ҡайта ынтылыштары - былар барыһы ла ҡандан килә. Халыҡ, милләт ҡаны һалынған һәр беребеҙ шулай. Беҙ уны, теләйбеҙме-юҡмы, үҙебеҙҙән алып ташлай алмайбыҙ. Башҡорт кешеһе үҙ милләтенең бер тамсыһы! Тамсыһының да тамсыһы! Тамсыларҙан диңгеҙ, халыҡ барлыҡҡа килә. Шуға күрә мин диңгеҙҙән бер тамсыны айырып алырға теләмәйем.

Кемделер айырып әйтергә теләмәүегеҙ йоғонтоһо булғандарының күплегенән дә килә торғандыр. Ғәҙәттә, шундай ҙа хәлдәр була: кемдәрҙеңдер исеме әйтелмәй ҡала ла, кемдәрҙеңдер күңеле ҡырыла. Был бер, икенсенән, халыҡта "Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел" тип тә әйтәләр. Һин ихтирам итмәгән насар кеше лә һинең өсөн әүлиә булып сыға, йәғни һин ундайҙарҙан ғибрәт алып, насар булмаҫҡа өйрәнәһең.

- Былар барыһы ла, дөйөм алғанда, шулай. Әммә ошоларға өҫтәп, шәхес һәм заман төшөнсәләренең бер-береһенән айырылғыһыҙ булыуы хаҡында ла әйтер инем. Беҙҙең халыҡ өсөн был төшөнсәләр меңәр-меңәр йылдар эсендә ята. Кемдер өсөн ул унар, кемдер өсөн йөҙәр йылдарға һуҙыла. Минең өсөн меңәр-меңәр йылдар. Сөнки тарихты нығыраҡ белгән һайын халҡыңдың да боронғораҡ икәнен күрә, инана бараһың. Шул боронғолоҡтоң үҙәген эҙләп, үҙең дә тарих артынан эйәрәһең. Халҡыңдың булмышына яҡын булырға тырышыу, минеңсә, ошонда. Беҙҙең рухи сығанағыбыҙ данлы һәм шанлы, шул уҡ ваҡытта ҡанлы тарихыбыҙҙан башлана. Үҙ тарихын белмәгән кешенең милли ғорурлығы ла булмай.

Милли рухты тәрбиәләүҙә ғаиләнән, айырым шәхестәрҙән тыш, мәктәп тә ҙур роль уйнай. Был йәһәттән фекерҙәрегеҙ нисек? Уҡыған мәктәбегеҙҙең рухи булмышығыҙҙы формалаштырыуҙағы роле нимәгә ҡайтып ҡала?

- Мәктәптә уҡығанда бер уҡытыусыбыҙ беҙҙе башҡорт булырға өйрәтте. Бәлки, уның был ғәмәле кемдер өсөн ситен дә булып тойолор. Ысынлап та, башҡорт булырға өйрәтеп буламы? Баҡһаң, була икән. Ҡанда ятҡан этәргесте ҡуҙғатып ебәреү тап шулай атала. Милли ғорурлыҡ та, милләт өсөн яуаплылыҡ та, фиҙаҡәрлек тә һәр беребеҙҙә бар. Ләкин уны ваҡытында ҡуҙғатырға ғына кәрәк. Ул тойғо ни тиклем иртәрәк ҡуҙғатылһа, кеше халҡы өсөн шул тиклем күберәкте эшләй ала. Уҡытыусыбыҙ беҙгә барыһын да аңлатып бирҙе. Шунан һуң беҙ тамырҙарыбыҙҙы эҙләй, юллай башланыҡ. Бындай ынтылыш һәр кемдә бар һәм уны һәр кем үҙенсә ҡабул итә. Туғыҙынсы-унынсы кластарҙа уҡығанда беҙҙең арала башҡорттарҙан тыш, татар милләте вәкилдәре лә бар ине. Класс менән яҙған иншала бер татар ҡыҙы: "Мин саф башҡорт ҡыҙы", - тип белдереү яһағайны. Был нимә? Үҙеңдең милләтеңдән баш тартыумы? Әллә башҡорт булырға ынтылыумы? Миңә ошо һорауҙар бик оҙаҡ ваҡыт тынғылыҡ бирмәне. Мин ул ҡыҙ урынына, аҙағыраҡ уның ата-әсәһе урынына үҙемде ҡуйып ҡараным. Әммә килеп сыҡманы. Сөнки икенсе милләт вәкиле булыу - файҙаһыҙ ғәмәл. Шуға күрә, һәр кеше кем булып тыуған, шул булып йәшәргә, милләтенә хеҙмәт итергә һәм шул милләт вәкиле булып, баҡыйлыҡҡа күсергә тейеш. Баҡыйлыҡҡа кешене башҡа төрлө асыл менән ҡабул итмәйҙәр, тиҙәр.

Тарихи тематикаға тотоноу һеҙҙең өсөн үҙмаҡсатмы? Хәҙерге заман ҡуйған һорауҙарға тарихҡа мөрәжәғәт итеп яуап эҙләүме, әллә башҡа сәбәптәре бармы?

- Был һорауҙы мин үҙ-үҙемә лә биргәнем булды. Ысынлап та, нимә эҙләйем мин һуң унда? Ошо һорауҙарға үҙем дә яуап бирә алмайынса, тағы ла тарих төпкөлдәренә төшөп китәм. Яңыраҡ Йәдкәр Бәшировтың "Ҡол Ғәли" китабының исем туйы үтте. Йәдкәр Бәширов был әҫәрен тарихи факттарға таянып яҙған, йәғни ул художестволы әҫәр ижад итмәгән. Китапты уҡып сыҡҡас та, эх, бынан роман яҙһаң ине, тип ҡул ҡысып ҡуйҙы. Әлегә башҡа эш менән мәшғүлмен. Шуға күрә Ҡол Ғәли йәшәгән мең йыл элекке дәүергә әле генә ҡайтырлыҡ форсатым юҡ. Кем белә, бәлки...

Ҡәҙимге кешенән шәхес ниндәй сифаттары буйынса айырыла тип иҫәпләйһегеҙ?

- Ғөмүмән, айырыламы һуң улар? Ни өсөн тигәндә, шәхестең бер аңлатмаһында уның башҡаларға оҡшамаған сифаттары булыуы хаҡында әйтелә. Кеше донъяға башҡалар менән тиң хоҡуҡлы булып, әммә берәүгә лә оҡшамаған булып тыуа. Хатта бер туғандар, хатта игеҙәктәр бер-береһенән ныҡ айырыла. Бына ошонда баяғы ҡан йоғонтоһо иҫкә төшә. Кеше ике ҡандан, атаһы менән әсәһенән ярала. Үҙ сиратында атаһы менән әсәһе тағы ла икешәр ҡандан барлыҡҡа килә. Шул рәүешле, ошо сылбыр донъяға кеше яралған иң боронғо замандарға барып ялғана. Ошо сылбырҙың йоғонтоһонда һәр кем айырым булып тыуа. Шәхестең башҡаларға оҡшамауы Хоҙайҙан. Тәрән тамырлы ағас кеүек йәйрәп үҫеп китеүсе киң олонло, тарбағай ботаҡлы, мул япраҡлы ағас кеүек шәхестәр була. Икенсеһенә иһә тәбиғәттән, Хоҙайҙан ниндәй генә сығанаҡтар бирелмәһен, ундай шарттар һәм мөмкинлектәр булмаҫҡа мөмкин. Өсөнсө төр ағастарҙың орлоғо ситкә генә сәселеп, ана ауам, бына тәгәрәйем, тип көн итә.
Шулар араһынан Аһура Мазданы алайыҡ. Заратуштра кешелек яралған саҡтағы хоҙайҙарҙың береһе. Уға бик күп ҡәбиләләр, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, йәғни беҙҙең халыҡты бар иткән боронғо ата-бабаларыбыҙ ҙа табынған. Бының дәлиле бик ябай. Аһура Маздаға табыныусылар - улар утҡа табыныусылар. Уттан сыҡҡан төтөн, ялҡын, йылылыҡ энергияһы күккә оса. Ошо бағана күктәге Хоҙай менән тоташа тип уйлаған был дингә табыныусылар һәм улар бер туҡтауһыҙ ут яҡҡан. Усаҡ һүнмәһен өсөн ут соҡорҙарын йәнәш эшләгәндәр һәм улар кәмендә икәү булған. Шул ике соҡор бөгөн Ҡаҙанташ тип атала һәм улар Асылыкүл буйында. Йәғни ошо факт ҡына Аһура Мазданың беҙгә мөнәсәбәте барлығы хаҡында һөйләй. Ә инде ошо тәғлимәтте барлыҡҡа килтереүсе кеше Заратуштра. Ул үҙ динен таратып, Әзербайжан аша хәҙерге Иранға сығып китә. Артабан ул Һиндостан яғына юллана. Уның уҙған юлында, Аллаһыға шөкөр, ул халыҡ һаман да йәшәп ята. Халҡыбыҙҙың бөйөк бер башланғыстарының береһе - Заратуштра.
ХХ быуат башында тарихи аренаға сығыусы шәхесебеҙ - Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Ул етәкләгән башҡорт милли хәрәкәтенең этәргестәре - тарихтағы башҡорт ихтилалдары. Барлығы 88 тапҡыр башҡорттар яуға күтәрелгән. 1917 йылғы күтәрелеш 89-сыһы, 1922 йылдағыһы - 90-сыһы. Был ихтилалдарҙа күпме халыҡ ҡырылған, күпме балалар тыумай ҡалған, улар менән күпме юлбашсылар етәкселек иткән.

Шәхес йоғонтоһона классик миҫал. Башҡорт халҡының рухи короле Зәйнулла Рәсүлев Әхмәтзәки Вәлидиҙе алтын аҡса биреп һынай. Был аҡсаға ун биш йәшлек Әхмәтзәки ул заман өсөн мөһим йөкмәткеле һаналған бик күп китаптар һатып ала. Вәлиди үҙенең "Хәтирәләр"ендә был хаҡта: "Әгәр ҙә шәйехтең дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек, ун биш йәшемдән сауҙа эшендә приказчик булып китер инем", - тип яҙып үтә. Шуның кеүек, һеҙ ҙә: "Шул-шул кешеләр һәм уларҙың йоғонтоһо булмаһа, мин тыуған ауылымда көтөүсе генә булып китер инем",- тип әйтерлек кешеләрегеҙ бармы?

- Ундай кешеләре һәр кемдең дә була. Сөнки этәргес көс булмаһа, кеше лә юҡ. Шуларҙың береһе - ул минең атай. Сөнки тарихҡа иғтибарҙы миңә ул бирҙе. Үҙе бик иғтибарлы, нәзәкәт телле, матур итеп һөйләшә торған кеше ине. Беҙ, яҙыусылар, һөйләм төҙөгән ваҡытта бер һөйләмдә бер үк яңғырашлы ике һүҙ инмәһен өсөн тырышабыҙ, тавтологиянан ҡасабыҙ. Атайым шуны автоматик рәүештә эшләй торғайны. Табын артында ултырғанда уның һөйләп бөтөүен көтөп, аштар ҙа һыуынған саҡтар булды. Фәнүр мырҙамдың да телмәре матур. Атайым тарихты бик яҡшы белде. Ауылыбыҙҙың тирә-яғындағы ер-һыу атамаларының һәр береһенең тарихын үҙе шаһит булған һымаҡ итеп түкмәй-сәсмәй бәйәнләр ине. Миңә йоғонтоһо булған икенсе кеше - башта әйткән уҡытыусым. Ул беҙгә башҡорт милләте вәкиле булырға өйрәтте. Өсөнсөһө - Мостафа Солтанов. Ул Күмертауҙа башҡорт телендәге район гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләне. Ул мине тәржемәсе итеп эшкә алды. Уның менән эштән тыш ваҡыттарҙа гел бергә йөрөй торғайныҡ. Унан миңә аҡыл, тәжрибә, минән уға энергия, көс күсте.

Татар милләтле класташ ҡыҙығыҙҙың үҙен саф башҡорт кешеһе итеп таныуына бәйле бер хәҙис бар. "Үҙенең атаһы кем икәнен белә тороп, икенсе кешене атаһы тип атаусы кеше мотлаҡ рәүештә гонаһҡа бата, шулай уҡ үҙен башҡа милләт вәкиле итеп таныусы һәр кем тамуҡтан урын алһын", тип әйткән имам әл-Бохари. Был фекер бигерәк тә быйыл, Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу сараһы алдынан актуаль яңғырай. Был фекерҙе класташ ҡыҙығыҙ миҫалына бәйләп нисек аңлатырға була?

- Аңлатып булмайҙыр. Әммә ошоно таратырға тырышыусыларҙың күп булыуы бөгөнгө Рәсәйҙә сәйәсәт яһай. Мин һәр кемдең үҙ милләтен һайлап алыуына ла ҡаршы. Нисек инде мин милләтемде һайлап ала алам? Миңә уны меңәр йылдар элек ата-бабаларым һалған. Ул минең ҡаныма һеңгән. Нисек итеп мин үҙемде һинд йә ҡытай кешеһе итеп иғлан итәйем? Был кешенең милли ғорурлығын, милли яуаплылығын ергә һалып тапауға тиң. Был бик зыянлы ҡараш. Һуң совет милләте әүәләп ҡаранылар бит инде, һөҙөмтәһе лә билдәле булды, совет дәүләте юҡҡа сыҡты. Мин теге ҡыҙҙы ла аңлайым, ул да башҡорт булыу тойғоһон кисерергә теләгәндер. Әммә унан алдараҡ атаһы менән әсәһе, ата-олаталары тора бит. Милләтеңде инҡар итеү ата-әсәйеңде инҡар итеүгә тиң бит.

Байтаҡ ҡына тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә арналған әҫәрҙәр ижад иткәнһегеҙ. Нисек уйлайһығыҙ, тарихтағы аныҡ шәхес менән әҫәр геройы араһында айырма буламы?

- Был һорауға яуап бирер алдынан һуңғы дәүерҙәге бер шәхескә әйләнеп ҡайтайыҡ. Мин уға табыныу дәрәжәһенә барып еткәнлектән әйтмәйем. Юҡ миндә ундай тойғоларҙың береһе лә. Әгәр ҙә яҙыусы ысынбарлыҡтағы шәхестең портретын бермә-бер күсереп, фотопортрет барлыҡҡа килтерергә тырышһа, ул дөрөҫ түгел. Дөрөҫөрәге, был яҙғаның әҙәби әҫәр түгел. Һуңғы романым документаль булған сүрәттә лә, ундағы геройҙы үҙем яһарға тырыштым.
Иң тәүҙә геройым йәшәгән дәүер характеристикаһын ҡарап үтәйек. Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап 2010 йылға тиклем ваҡиғалар күптәребеҙҙең хәтерендә. Күбебеҙҙең аңына ла, ҡанына ла һеңгән, ғәренә лә тейгән, йәненә лә еткән ваҡиғалар улар. 90-сы йылдарҙағы буш кәштәләрҙе күрмәй хәлебеҙ булманы. Сөнки һәр беребеҙгә көнөнә өсәр тапҡыр тамаҡ туйҙырырға кәрәк. Тамаҡ туймайынса тороп, бүтән нәмә тураһында уйлап булмай. Шуның нигеҙендә барлыҡҡа килгән сәйәси ҡуҙғалыштар. Кәштәләр таҡырайғас, синыфтарҙың береһе лә ҡалманы. Синыф та юҡ, идеология ла юҡ. Йәғни беренсе сиратта материя, икенсе сиратта - аң. Был совет дәүләте уйлап сығарған тәғлимәт түгел. Ул - боронғораҡ.
Шул саҡта 40-50 йәштәр араһындағы бер төркөм ир-ат үҙ-ара һөйләшеп, бер фекергә килә. Ул да булһа, Өфөнөң ҙур нефть эшкәртеү заводының генераль директоры булып эшләгән Мортаза Рәхимовты Башҡортостандың Юғары Советына депутат итеп, аҙаҡ Юғары Советҡа рәйес итеп һайлау. Әйтеүе генә еңел. Әммә ошо кешеләр шул көндө ҡорған ниәтен тулыһынса бойомға ашыра. Улар: Исмәғил Ғәбитов, беренсе сиратта - ул, уның янында йөрөүсе Венер Аҙнағолов, Юрий Шәрипов, ул ваҡытта Күгәрсен районының колхоз рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов. Улар тәүҙә дүртәүләп ултырып һөйләшә лә, шул уҡ көндө Мортаза Рәхимов янына бара. Тәүҙә завод директоры уларҙы: "Эшегеҙ юҡмы ни, һеҙ нимә?" - тип һүгеп ташлай. Шулай әйтерлек тә шул, сөнки ул был ваҡытта СССР Юғары Советы депутаты була бит. Шулай ҙа ул был дүртәүҙең тәҡдиме тураһында оҙаҡ ҡына уйлай. Шул ваҡытта тыуған ауылына ҡайтып килергә була. Ауылдаштары менән күрешеп һөйләшә. Уларҙың үҙе сығып киткәндәге һымаҡ ябайлығы күңеленә үтеп инә. Шул саҡта ауылға Ырымбур яғынан автолавка килгән була. Улар сауҙа итә. Шунда бер ауылдашы: "Ошо автолавканы нишләп үҙебеҙҙекеләр ойоштора алмай икән?" - тип әйтеп ысҡындыра. Быны ишеткән завод директоры уйға ҡала. Ысынлап та, ниңә ошоно үҙебеҙ ойоштора алмайбыҙ һуң, тигән һорау килеп тыуа. Был - депутат була торған кешенең беренсе уйы. Ошонан һуң, ысынлап та, депутат булырға әҙер була. Тормош, заман уға ошо юлдарҙан китергә үҙе ҡуша. Мәжбүр итә. Шул замандағы тарҡаулыҡ, бөлгөнлөк, әр уның өсөн эҙһеҙ үтмәй. Ул заманда урамда һүгенеп һөйләшмәгән кеше юҡ ине. Урам тулы мат торҙо. Бигерәк тә башҡорт кешеһе улай һөйләшергә өйрәнмәгәйне. Мин үҙем, мәҫәлән, урамда һүгенгән кешене бик ауыр ҡабул иттем. Минең ҡайным ҡарт Башҡорт ғәскәре сафында Пертоградҡа барған. Шунда ул бөрйән ырыуы башҡорттарына аптыраған. Бар белгән һүгенеү һүҙҙәре "тыума" ти. Береһе шул һүҙҙе әйтһә, икенсеһе үсегә ти. Былары һүҙ ыңғайында ғына.
Шундай заман Мортаза Рәхимовты барлыҡҡа килтерә. Исмәғил Ғәбитов һаулығы арҡаһында эшенән китергә йөрөгәндә Мортаза Рәхимов уға рәхмәт әйтеп: "Әгәр ҙә Исмәғил Ғәбитов булмаһа, мин бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа президент булып баҫып тора алмаҫ инем", - ти. Әхмәтзәки Вәлиди Зәйнулла Рәсүлевты таныған һымаҡ килеп сыға был ваҡиға. Ошо хәл халыҡ менән шәхестең бер үк икәнен дә күрһәтә.

Завод директорына сәйәсәткә тотоноуы бигүк еңелдән булмағандыр инде, тип тә уйланыла...

- Ул генераль булһа ла, завод директоры. Бер ваҡытта ла сәйәсәт менән шөғөлләнмәгән. Рәхимов машинаһын саҡырып алып, заводына барып, халыҡты йыйып хушлаша. Рәхмәт әйтеп, күҙҙәре еүешләнер алдынан сығып китә. Рәхмәт әйтә белеү башҡортлоҡтоң бер һыҙаты. Кешегә рәхмәтле булыу ҙур нәмә. Был да шәхесте барлыҡҡа килтереүсе билдә. Ошо хәл уның артабанғы эшенә әҙерлеген күрһәтә.
Заводтан сыҡҡас, ул хәҙерге милли музейҙа урынлашҡан Юғары Советҡа килә. Уны ул ваҡытта Юғары Совет секретары Вилләр Дауытов ҡаршылай. Ул ваҡытта шәхесте күтәреүсе көс - суверенитет өсөн көрәш. Мәскәү ул саҡта мөлкәт өсөн үҙ-ара ыҙғыша. Башҡортостан ҡайғыһы уларҙа бик самалы. Юғары Совет үҙенең 2-се ултырышында Башҡортостан Республикаһы Суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә. Беҙҙең Декларация ул ваҡытта хәҙерге күҙлектән дә бик аҡыллы яҙылғайны. Мәҫәлән, чечендар ул ваҡытта үҙҙәрен бойондороҡһоҙ дәүләт итеп иғлан итте. Татарстан иһә үҙен Рәсәй менән тиң дәүләт тип атаны. Быны белгән Силәбе өлкәһе уларға тейешле вагондарҙы ебәрмәй башланы. Эш шуға тиклем барып етте. Башҡортостан иһә яңы Рәсәй эсендәге бойондороҡһоҙ республика. Ошо форма Башҡортостанға үҙаллы йәшәргә, ниндәйҙер дәрәжәлә айырылырға ла мөмкинлек бирҙе.

Ғәлим Афзал улы, һеҙ ул саҡта Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған барлыҡ ваҡиғаларҙы ла романығыҙға индерә алдығыҙмы? Әҫәргә инмәй ҡалғандары ла барҙыр бит?

- Әлбиттә, бар. Әйтеүемсә, роман ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙың стенографик яҙмаһы түгел. Бына шундайҙарҙың береһе - романға инмәй ҡалған бер ваҡиға. Исмәғил Ғәбитов Мәскәүгә барып, СССР Премьер-министрына инеп аҡса һорай. Павлов уға:
- Аҡса бит үҙегеҙҙә, беҙҙә бер нәмә лә юҡ. Хәҙер республикалар ғына түгел, өлкәләр ҙә беҙгә һалым түләмәй. Ҡаҙнабыҙ буш. Хатта үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә лә эш хаҡы түләй алмайбыҙ, - ти.
- Улай булғас, хәҙер нимә эшләргә уйлайһығыҙ инде? - тип һорай унан Исмәғил Ғәбитов.
- Һеҙгә ҡарап торабыҙ инде...
Өфөгә ҡайтҡас, был һөйләшеүҙе ул Мортаза Рәхимовҡа еткерә. Бынан һуң Башҡортостан да Мәскәүгә аҡса күсермәй башлай. Суверенитет уларға был хоҡуҡты бирә. Хәтерегеҙҙә булһа, Мортаза Рәхимов ул ваҡытта күберәк иҡтисади үҙаллылыҡ тураһында һөйләне. Бында үҙенә күрә тактика ла бар. Иҡтисади үҙаллылыҡ беренсе урынға ҡуйылһа, икенсеһе - сәйәсиһе үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә. Туҡтың хәлен ас белмәй.
Ошондай туҡтауһыҙ ҡытыршылыҡтар, көн һайын хәл ителергә тейешле мәсьәләләр Мортаза Рәхимовты көрәштең уртаһына килтереп ҡуя. Унда йә үләһең, йә тере сығаһың, башҡа юл юҡ.
Романдың тәүге өлөшө 1993 йыл менән тамамлана. 24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһы ҡабул ителә. Иртәгеһенә Мортаза Рәхимовты 1-се Президент итеп ант иттерәләр. Шул ваҡиғанан алдараҡ ул Мәскәүгә кәңәшмәгә барып төшә. Домодедово аэропортынан Кремлдең автоидаралығына шылтырата. Уға машина ебәрмәгәндәр. Нишләп? Уға саҡырылғандар исемлегендә фамилияһы юҡлығын әйтәләр. Такси ала ла, Кремлгә китә. Кәңәшмә башланырға күп тә ҡалмаған. Теркәлеү үтергә бара. Унда тағы ла исемлектә булмауы хаҡында әйтәләр. Эштәр идаралығына Николай Медведевҡа барып инә. Бында телеграммаға ярашлы республиканың башҡарма власть етәкселеге саҡырылыуы билдәле була. Ә ул Юғары Совет рәйесе. Ҡайтып китә Рәхимов. Ҡайтҡас та президент һайлауына тотона. Ике йыл алдан "Башҡортостан Республикаһы президенты тураһында" закон ҡабул ителгән була.

Мортаза Рәхимовтың шундай шәхес булып китеүенә Исмәғил Ғәбитов етәкселегендәге ул төркөмдән тыш тағы ла кемдәр йоғонто яһай?

- Исмәғил Ғәбитовтың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, ул Аҡ йортта ҡуна-ятып эшләй. Иң ауыр һәм мәшәҡәтле эштәрҙең береһе - документтар әҙерләү. Уларҙы бер ерҙән дә күсереп булмай. Сөнки өлгөләр үҙҙәре юҡ. Шул уҡ ваҡытта Исмәғил Ғәбитов тирәһендә тупланған башҡа бик күптәрҙе ситтә ҡалдырып булмай. Ә Мортаза Рәхимовтың ҙур етәксе булып китеүе иң беренсе нәүбәттә үҙенән. Ул үҙен-үҙе тәрбиәләй. Романдың 1-се өлөшөндә 5-се класс малайы Мортаза күрше ауыл кешеһе менән ер мәсьәләһе буйынса эләгешә. Ер бит ул. Бына шулай ҡандан килгән ынтылыш уны шәхес итеп күтәрә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов Күгәрсен районының Йомағужа ауылы мәктәбендә уҡығанда Мортаза Рәхимов менән һабаҡташ булған. Уның һөйләүенсә, буласаҡ республика Президенты ошо мәктәптә уҡыған ауылдаштарын урындағы егеттәрҙән ҡыйырһытырға юл ҡуймаған, кәрәк икән, дөрөҫлөгөн йоҙроҡ менән дә раҫлаған...

- Эйе, ул мәктәптә лидер була. Романда уның бер ҡыҙҙы яҡлап һуғышҡанын һүрәтләнем. Бер мәл ул кейем элгән бүлмәгә барып инһә, Гена тигән малай бер ҡыҙҙы урыҫса насар белгәне өсөн үсекләп маташа. Мортаза уны яҡлап һуғышып китә. Әгәр ҙә ул шунда ҡыҙҙы яҡламай ситкә китһә, тарих шуның менән ябылыр ине.

Шул уҡ ваҡытта ауылда тыуып үҫкән башҡорт балаһының СССР кимәлендәге ҙур Нефть эшкәртеү заводының генераль директоры булып китеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит.

- Эйе, кешенең ынтылышы математиканы, тригонометрияны, химияны яҡшы белеүенә генә бәйле түгел. Ул заводтың баш химигы ла булып эшләй, шунан баш инженер, шунан генераль директор, шунан Юғары Совет рәйесе, шунан президент. Бындай юғары осошло юлды кеше яҙмыш йылмайыуы ярҙамында ғына үтә алмай. Бының өсөн шәхес фиҙаҡәрлеге, рух бөйөклөгө талап ителә...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.20 | Ҡаралған: 444

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru