«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЙӘШЛЕК ШОУ" ТАЛАНТТАР ЭҘЛӘЙ
+  - 

Республика йәштәре араһында һәләтлеләрҙе билдәләү, ижад күгендә яңы йондоҙҙарҙы ҡабыҙыуға йүнәлтелгән сараларҙы атағыҙ, тиһәләр, шунда уҡ барыһы ла "Һылыуҡай" һәм "Йәшлек шоу" тип яуап бирер. Ысынлап та, 1992 йылдан алып үткәрелгән был конкурстар йолаға әүерелеп, ҡырҡа үҙгәрештәрһеҙ генә йәшәп киләләр ине. Ине тейем, сөнки ниһайәт, "Йәшлек шоу" быйыл форматын үҙгәртеп, Бөтә Рәсәй кимәленә сыға. Был турала көнкурсты ойоштороусылар журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.

Өфө ҡалаһының Аrt-квадрат майҙанында асыҡ һауалағы ҙур концерт менән старт алған быйылғы "Йәшлек шоу"ҙың һайлап алыу турҙары 26 сентябрҙән Башҡортостандың Кушнаренко районында башланды. Жюри ағзалары республика район-ҡалаларында эште тамамлағас, Рәсәйҙең 10 төбәгендә - Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һарытау, Свердловск, Һамар өлкәләрендә, Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округы, Санкт-Петербург ҡалаһында башҡортса йырлаған йәштәрҙе эҙләйәсәк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, көндәр һыуытыуға ҡарамаҫтан, "Йәшлек шоу"ҙың беренсе туры үткән һәр урында ҡатнашыусылар башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән берлектә асыҡ һауала концерт ҡуясаҡ. Ә инде төбәктәрҙә еңеү яулағандар 17-18 ноябрҙә Өфөлә гала-концертҡа сығыу өсөн һынау тота. Әйткәндәй, конкурста 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге йырсылар ҡатнаша ала, уларға музыкаль йүнәлеш буйынса бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Ни бары башҡорт эстрадаһын, шоу-бизнесын үҫтереүҙе маҡсат иткән сара булараҡ, "Йәшлек шоу" йәш башҡарыусыларҙың йырында башҡорт телен ҡулланыу проценты 30-ҙан кәм булмаҫҡа тейеш, тигән шарт ҡуя. Ләкин телде камил белмәгән, әммә башҡортса йырларға өйрәнергә теләгән йәштәрҙе ситкә ҡаҡмай ойоштороусылар.
- Конкурс республика хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән шундай юғары кимәлгә күтәрелә алды. "Перезагрузка" тип атайбыҙ, сөнки башҡорт эстрадаһын йәнләндереп ебәреү маҡсатын ҡуйғанбыҙ, бында шоу-бизнеста билдәле бер һөҙөмтәләргә өлгәшкән шәхестәр жюри ағзалары булып тупланыуы ла юҡҡа түгел. Йәш башҡарыусыларҙы һайлап ҡына ҡалмаясаҡбыҙ, артабан улар менән эшләргә, үҫтерергә, хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Эстрадаға яңы һулыш индереү, юғары сифат һәм төрлө жанрҙа башҡарыусыларҙы күрһәтеү "Йәшлек шоу"ҙың төп асылы, - ти конкурстың төп ойоштороусыһы, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков.
Билдәле булыуынса, "Йәшлек шоу" проектында ҡатнашыусыларҙың ижадын башҡорт эстрада йондоҙҙары Рөстәм Ғиззәтуллин, Элвин Грей, МС Баш, Zainetdin, Ольга Филиппова, Анжелика Якусева, Алтынай Вәлитов баһалаясаҡ. Йырсы һәм продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин фекеренсә, яңы ғына ҙур сәхнәгә аяҡ баҫып торған йәштәргә ныҡлы таяныс булыр, йүнәлеш бирер кешеләр кәрәк һәм был йәһәттән баһалама ағзалары таланттарға ярҙам итергә әҙер. Һәләтлеләр Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Элвин Грейҙың продюсер үҙәктәре менән бергә эшләү мөмкинлеген аласаҡ. Ә инде ойоштороусылар үҙ сиратында еңеүселәргә матди ярҙам күрһәтеүҙе хәстәрләгән: төбәк кимәлендә төп өс урынға лайыҡ булған йырсыларға 10, 7 һәм 5 мең һум приз бирелә. "Йәшлек шоу"ҙың төп финалсыларына 300, 200 һәм 100 мең һум аҡсалата приз, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. "Башҡорттар үҙ мәҙәниәте, үҙ йолалары, үҙ моңо булған уникаль халыҡ. Был мәҙәниәт Бөтә Рәсәйгә генә түгел, бар донъяға танылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Быға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, буласаҡ артистар үҙ-үҙенә ышанып, үҙ ижадына барлыҡ көсөн һалып үҫешергә тейеш һәм "Йәшлек шоу"ҙа шундай ныҡышмалдарға уңыштар теләйем!" - тине конкурстың жюри ағзаһы, йырсы Ольга Филиппова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ойоштороусылар егерме һигеҙенсе тапҡыр үткән "Йәшлек шоу" проектына яңы һулыш бирергә теләп, күп тырышлыҡ һала. Бөгөн улар вәғәҙәләгәндәр сәхнәгә күтәрелергә хыялланған һәләтле йәш кешегә ҙур мөмкинлектәр асҡан кеүек. Шулай ҙа себеште көҙ һанайҙар, тигәндәй, был ыңғай ниәтле башланғысҡа 20 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк "Йәшлек шоу" гала-концертында һығымта яһарбыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.20 | Ҡаралған: 372

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru