«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ҠАТЫНДАРҘЫ ИРҘӘРЕ ҮЛТЕРГӘН
+  - 


Өфөнөң Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы ер аҫты юл сығыу урынында "Хәтер стенаһы" барлыҡҡа килде. Һуғыш йәки утлы нөктәләр ҡорбандары түгел бында. Бында ғаилә эсендәге ҡанһыҙлыҡ ҡорбандары теҙелеп баҫҡан.

Рәсәй ҡалаларынан Силәбелә һәм Мейәстә бар икән ошондай инсталляциялар. Исемһеҙ, тарихһыҙ фотоларҙың күп өлөшө, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм улар республикабыҙҙа 2019-2020 йылдарҙа ғына һәләк ителгән. Исемһеҙ, сөнки был ҡатындарҙың яҙмышын йәмғиәт тә, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла күрмәмешкә һалыша. Ә инде был донъянан китһәләр, тиҙерәк был эштәрҙе ябып, хәлде онотоп ҡуйырға тырыша. Әммә бынан ғына ҡорбандар һаны кәмемәй, ул, киреһенсә, үҫә генә бара. Һәм шул ҡорбандарҙың инде юҡтары ла, әлегә нисектер көн итеп ятҡандары ла беҙҙең арала йәшәгән һәм йәшәй. Һәм бер көн килеп ниндәйҙер ҡатындың ғаилә эсендә һәләк ителгәнен ишетһәк, аптырайбыҙ, "ах-ух" киләбеҙ, тик ни өсөндөр был трагедияға алып барған кешеләр яҙмышына тығылмайбыҙ, ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙмайбыҙ. Йәнәһе, һәр кемдең үҙ тормошо, ғаилә тормошо, ирҙе ҡатындан айырып йөрөү әҙәпһеҙлек һәм башҡалар. Ә ҡатындың туҡмалып йәшәүен белеп тә, өнһөҙ, һуҡыр булып ҡалыу әҙәптең иң юғары өлгөһө инде. Ысынында, уйлаһаң, уйылып китерлек бит...
Ҡыштың ниндәй айы булғандыр, Баймаҡ районының бер ауылынан инәй кеше шылтыратты. И. тигән ауылда бала саҡ әхирәтем йәшәй, улы тарафынан ҡыйырһытылып, аслы-туҡлы, өшөп-туңып ята, үҙаллы йөрөй алмай, тине. Инәй ауыл ерендә әхирәтенең йортона барып, тауыш ҡуптарырға ла, кемдәндер ярҙам һорарға ла белмәй һәм шуларҙы тәфсирләп миңә яҙып ебәргән. Беҙ редакцияла кәңәшләштек тә, ауылдың хакимиәт башлығына шылтыраттыҡ. Эргәләге ҡаланың ололар һәм ғәриптәр пансионатынан урын һораныҡ. Оло ҡатын эскесе улы ҡулына ҡалып, шундай ауыр хәлгә төшкән икән. Хакимиәт башлығына, райондың социаль хеҙмәт вәкилдәренә аҙыраҡ баҫым яһаңҡырап, улын яуапҡа тарттырыу менән янап, инәйҙе пансионатҡа урынлаштырҙыҡ. Быларҙың барыһы ла телефон аша ғына башҡарылды. Ә теге ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән әхирәтенә был ситуацияны артабан да контролдә тотоп тороуын үтендек. Күрәһегеҙ, кемдер кемдеңдер яҙмышына битараф ҡалмаған һәм, бәлки, фажиғәнән дә йолоп алып ҡалғандыр әле. Бының өсөн әллә ниндәй батырлыҡ кәрәкмәй, ә бары кеше булып ҡала белеү генә зарур.
Икенсе осраҡта таныш ҡатын иренән ныҡ туҡмалыуын әйтте. Егерме йылдан ашыу шул хәлдә йәшәгән бисара ул. Тора ла алмайым, күм-күкмен, тигәс, полицияға мөрәжәғәт итәйек, тинем. Әммә ҡатын был ярҙамдан баш тартты. Бығаса әллә күпме мөрәжәғәт иткән, алып китәләр ҙә кире ебәрәләр, штраф һалалар ҙа эшен ябалар икән. Ә ир тағы ла яманыраҡ ҡотороп, үсен ала. Был хәл йылына бер йәки ике тапҡыр ҡабатланып тора. Әлеге мәл туҡмалған ҡатынды ире ошо хәлдә кешегә күренмәһен өсөн өйҙә бикләп китә, хатта тәҙрә ҡорғанын да асырға ҡушмай. Бөгөнгө көндә лә ошондай хәл булырына ышанып етә алмай, ҡатындан фотоһын ебәреүен һораным. Һәм, ышанаһығыҙмы, фашистар тарафынан язаланған һымаҡ сүрәттәге фото алдым. Ҡатын ысынлап та күм-күк ине. Ныҡ тетрәнеп, был хәлдең киләһе осрағы үлем менән тамамланыуынан ҡурҡып, ашығып ярҙам итеү юлын эҙләй башланым. Полиция осрағы ысынлап та бушҡа ваҡыт үткәреү икәнен аңлап, билдәле депутаттарҙың береһенә был фотоны ебәрҙем һәм ҡатынға зыян килтермәҫлек итеп ярҙам итеүен һораным. Ярҙам булды. Бөгөн ул ҡатын үҙаллы яңы тормошҡа яраҡлашып маташа һәм киләсәктә уның был үткәндәре ҡурҡыныс төш кенә булып ҡалыр тип ышанам.
Өсөнсө осраҡта бер йәш ҡатын яҙғайны. Ике уҡыусы балаһы бар, ире үҙен дә, ҡыҙҙарын да ҡыйырһыта, тигәйне. Сығып китәм тип ынтыла ла, ҡайҙа, кемгә барып баш төртөргә белмәй. Балаларҙың йөрәге бөттө, атайҙарына ҡарата нәфрәттән башҡа хис ҡалманы, тип яҙа. Оҙаҡ ҡына яҙыштыҡ ҡатынҡай менән. Үҙемсә, психологик ярҙам яһарға тырыштым һәм, әгәр ҡалаға килһә, эш урыны, ваҡытлыса торорлоҡ урын табышырға вәғәҙә иттем. Ауыр хәлдә ҡалған ҡатындарға йәшәп тороу өсөн булған үҙәктәрҙе барлап сыҡтым. Ике айға алалар икән уларҙа. Һәм урындар ҙа бар! Тик уларға мөрәжәғәт иткәндәр бик аҙ икән. Бында ике ай йәшәйһең, балаларың уҡырға урынлаштырыла, улар менән психологтар эшләй. Ашау-йәшәү яҡшы. Ике айҙы тағы ла ике тапҡырға һуҙып була, йәғни алты ай торорға мөмкин. Ул арала эшен дә, башҡаһын да яйға һалырға була бит теләк барҙа. Бына шуларҙы асыҡлағанда ла, теге ҡатын килмәне... Бәлки, был аҙымға барыр мәле етмәгәндер, бәлки, бәхетһеҙ яҙмышына күнә бирәлер...
Был осраҡтар хәлдәрҙең бәхетле йәки ҡорбанһыҙ тамамланған бармаҡ менән генә һанарлыҡ өлгөләре. Ә уларҙың күпмеләре әлеге үрҙәге стендта тора. Депутаттар тарафынан тәҡдим ителгән ғаиләләге көсләүҙе, ҡыйырһытыуҙы сикләр закондар һаманға тиклем иғтибар үҙәгенә алынмай, ҡабул ителмәй әле. Ҡәтғи закон булмайынса, был йәшерен вәхшилекте туҡтатыр көс юҡ. Ҡорбандарҙың физик һәм мораль көсһөҙлөгө, язалаусының яуапһыҙлыҡтан хаким булып алыуы, административ һәм хоҡуҡ һаҡлау вәкилдәренең ҡул һелтәп ҡарауы был хәлдәрҙе сығып һәм ҡотолоп булмай торған ҡуласаға әүерелдерә. Һәм ҡорбандар ҙа шулай тип уйлап күнә. Улар осраҡтан осраҡҡа ғына тотоноп йәшәй, шул осраҡтар араһында балалар үҫтерә, эшләй, күршеләре һәм йәмғиәт алдында барыһын да яҡшы итеп күрһәтергә ынтыла. Һәм ҡапыл шул ҡатын һәләк ителә лә, был ғаиләнең япма артындағы йәшерен яҡтары асылып китә. Баҡтиһәң, хәлде күршеләре лә белә йөрөгән, туғандары ла хәбәрҙар булған, дуҫтары ла күргән икән. Тик ҡатынды береһе лә яҡламаған. Һәр кем һәйбәт булып ҡалырға, дуҫ һәм туған булырға теләгән. Күрәләтә, күмәкләшеп, өнһөҙ ризалыҡ менән ҡорбан иткәндәр берәүҙе.
Миңә йыш ҡына "һин ирҙәрҙе күрә алмаусы ҡатын" тиҙәр. Йәнәһе, ҡатын-ҡыҙҙы ирҙәренән китергә өндәйем. Асылда, мин ҡатын-ҡыҙҙы үҙен яҡлай белергә һәм балаларын һаҡлап ҡалырға саҡырам. Туҡмалған ҡатын ҡулында сәләмәт балалар үҫә алмаҫын, үҙ сираттарында ул балалар ҙа шул уҡ яҙмышты ҡабатларын белгәнгә яҙам быларҙы. Миҫалға ғына алғанда, таныштарым араһында бер түгел, өс билдәле кешенең әсәләрен аталары күҙ алдарында үлтергән. Бала саҡтарындағы ошо травманан был шәхестәр арына алмаған. Улар тормошондағы күп хаталар һәм проблемалар тап ошо фажиғә нигеҙендә яһалған. Был кешеләрҙең өсөһө лә ғаилә ҡороп йәшәй алманы. Берәүһе хатта үҙ-үҙенә ҡул һалды...
Ҡорбан булып йәшәгән ҡатындарға ошо халәтенән ҡотолоуға көс туплау һәм һынылышлы аҙым яһай алыуға әҙерләнеүҙә шундай бер психологик терапия ҡулланыла икән. Уларға төрлө көслө шәхестәр, геройҙар, батырлыҡтар яһалған фильмдар ҡарарға кәңәш итәләр. Башҡаларҙың батырлығын ҡарағанда, уларҙың эске көсөргәнеш кисереүҙәрен күҙәткәндә, һиндә лә ихтилалсылыҡ осҡондары тоҡана. Бына ошо тойғоларҙы үҫтер-гәндә һәм яйлап-яйлап ҙурайтҡанда, ул бер рухи көс була ала икән. Һәр хәлдә, был үҙенә күрә бер алым.
Ә инде йомғаҡлап әйткәндә, юл төшкәндә Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы юл аҫты баҫҡыстарынан үтегеҙ әле, шундағы фотоларҙан төбәлгән бахыр ҡатынҡайҙарҙың йөҙҙәренә, күҙҙәренә ҡарағыҙ. Уларға инде ярҙам кәрәкмәй, әммә һеҙҙең яндағы кемдәргәлер кәрәк, бик кәрәк был ярҙам. Иғтибар итегеҙ яҡындарығыҙға, коллегаларығыҙға, күршеләрегеҙгә, бала-сағаға. Хәлдәрен һорашығыҙ, белешегеҙ. Берәүҙе генә яуызлыҡ тырнағынан ҡотҡарып алып ҡалһағыҙ ҙа был оло еңеү буласаҡ. Ә ғаиләлә йәберләүгә ҡаршы закон проектын ҡабул итеүҙе бергәләп талап итергә кәрәк.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.20 | Ҡаралған: 863

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru