«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ
+  - 


Әммә ҙур шатлыҡҡа иртәрәк ине әле. Шуға Рәхимов:
- Фекер алышыуҙарҙы артабан дауам итәбеҙ, - тине һәм һүҙҙе депутат Корольковҡа бирҙе. Корольков Белорет ҡалаһынан ине. Белорет борон-борондан башҡорттар мәнфәғәтенә ҡаршы сыҡҡан завод эшселәре, дөрөҫөрәге, ситтән килтерелгән элекке крепостной крәҫтиәндәр ҡалаһы булды. Бая әйткән халыҡтар үҙенсәлеге бында ныҡ күренә торғайны. Граждандар һуғышы осоронда Белоретта бик күп башҡорттоң башына еттеләр, башҡорт ғәскәре менән ҡыҙылдар араһындағы аяуһыҙ һуғыштар ошо тирәлә булды. Был турала залдағы депутаттарҙың һәммәһе лә тиерлек белә ине. Шуға Корольковҡа һүҙ биргәс, зал һағайып, шымып ҡалды.
- Мин, - тине ул. - Белорет ҡала Советының өсөнсө сессияһы ҡарарына ярашлы, суверенитет мәсьәләһен тикшереү тик бөтә халыҡ референдумынан һәм БАССР Конституцияһына кәрәкле үҙгәрештәр индергәс кенә булырға тейеш, тип һанайым. Уғаса быны башҡарыу урынһыҙ, тип иҫәпләйем.
Депутаттарҙың һағайыуы урынлы булды.
Артабанғы һүҙҙе Рәхимов депутат Иҙиәтуллинға бирҙе. Ул проекттың етешһеҙ тип тапҡан ҡайһы бер урындарын атап күрһәтте. Әйтәйек, "башҡорт милләтенең айырылғыһыҙ хоҡуғын тормошҡа ашыра барып" тигән һүҙҙәр урынына "бөтә милләттәрҙең дә үҙ билдәләнешкә хоҡуғы"н тип яҙырға, ә республиканың исемен "Совет халыҡ Башҡортостан Республикаһы" итеп үҙгәртергә тәҡдим яһаны.
Артабан депутаттар Абайҙуллин, Жукова, Ҡадиров, Ғафуров, РСФСР халыҡ депутаттары Түрйәнов, Иҙелбаева, СССР депутаты Кашников проекттың тексын үҙгәртеү тәҡдимдәрен әйтте.
Проекттың тексын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр күбәйгәс, Демин:
- Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алыу һәм уртаҡ фекергә килеү өсөн комиссия кәрәк булыр, - тине Рәхимовҡа шыбырлап.
- Улайһа, һин шул комиссияны төҙө.
- Ярар. - Демин икенсе бүлмәгә сығып әйләнде. - Бына.
- Хөрмәтле депутаттар, беҙгә редакцион комиссия һайларға тура килер, сөнки текст буйынса тәҡдимдәр күп. Уларҙы ҡабул итеү йә итмәү күмәкләп хәл ителергә тейеш. Бына тәҡдим: комиссияға 27 кеше индерелә.
- Ярар.
- Булһын. - Тауыштар яңғыраны.
- Ошо тәҡдимде тауышҡа ҡуям. Бөтәһе лә риза. Артабанғы сығыш өсөн һүҙҙе депутат Катаевҡа бирәм.
Унан һуң Ғатауллин, Лукьянчикова, Шаһиев, Никитин, Скутин, Сәфәрғәлин, Юрин, Ғүмәровтар сығыш яһаны.
- Хөрмәтле депутаттар! - Рәхимов залға мөрәжәғәт итте. - Юғары Совет Президиумының ҡарары нигеҙендә беҙ сессияға йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр саҡырҙыҡ. Һеҙ ҡаршы килмәһәгеҙ, хәҙер уларҙың бер нисәһенә һүҙ бирәйек. Беренсе итеп экология буйынса ойошма рәйесе, яҙыусы Павловты трибунаға саҡырабыҙ.
Унан һуң КПСС өлкә комитетының беренсе секретары Горбунов, Яҙыусылар берлегенең идара рәйесе Бүләков, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Шәкүров сығыш яһаны. Уның телмәрен депутаттар бик диҡҡәт менән тыңланы. Иғтибарға лайыҡ фекерҙәр бар ине унда.
- Бөгөн депутаттар республикалағы тел мәсьәләһен бер яҡлы ғына ҡарауға төшөп китте. Өсөнсө дәүләт теле тураһында күп һөйләнелә. Шул уҡ ваҡытта республикала башҡорт теле үлеп бара, уны ҡотҡарырға кәрәк. Мин һеҙҙең намыҫығыҙға мөрәжәғәт итәм һәм киләсәк сессияларҙа тап ошо мәсьәлә иғтибар үҙәгендә булыр, тип ышанам, сөнки республикала башҡорттар ассимиляцияға дусар ителгән. Мин быны бик күп дәлил менән раҫлай алам. Бындай шарттарҙа башҡорт халҡының бойондороҡһоҙлоҡ һәм үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарына, шул иҫәптән ошо хоҡуҡтың бер өлөшө булған телгә дәүләт статусы алыу хоҡуғына бик иғтибарлы мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәк, тип һанайым.
Шәкүровтың һүҙҙәрен депутаттар ҙа, Рәхимов та тауыш-тынһыҙ ғына ҡабул итте. Әммә улар Рәхимовтың үҙәгенә үтте, залдағыларҙың күбеһе лә шундай кисерештә булғандыр, тип уйланы рәйес.
Сессия дауам итте. Демин Рәхимовҡа:
- Редакцион комиссия эшен тамамланы, - тине.
- Ярар, һүҙҙе хәҙер һеҙгә бирәм.
- Хөрмәтле депутаттар, - тип башланы Демин. - Беҙҙең комиссия һәр тәҡдимде ентекле өйрәнеп, декларация проектын яңынан эшләп сыҡты, яңы вариант һеҙгә бирелде. Комиссия исеменән уны нигеҙ итеп алырға тәҡдим итәм.
- Тәҡдимде тауышҡа ҡуям. Кемдәр риза? Кемдәр ҡаршы? Бындайҙар юҡ. Кемдәр битараф? Ике кеше. Тимәк, ҡарар ҡабул ителде.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һүҙ һорап әллә нисәмә ҡул күтәрелде. Депутат Андреев проекттың һәр пунктын яңынан ҡарап сығырға тәҡдим итте. Бигерәк тә беренсеһе күп һорау тыуҙыра ине. Унда "Ер, ер аҫты, тәбиғәт байлыҡтары һәм Башҡорт Совет Социалистик Республикаһындағы мөлкәт, шул иҫәптән иҡтисад һәм фәнни-техник мөмкинлектәр, - бөтәһе лә тик күп милләтле республика халҡының мөлкәте булып тора" тиелгәйне. Ул һорауҙарға депутат Әхмәтов:
- Республикалағы бөтә байлыҡ та тик уныҡы ғына. СССР-ға, Рәсәй Федерацияһына уның ниндәйҙер бер өлөшө тик килешеү нигеҙендә генә бирелергә мөмкин, - тип аныҡ аңлатма бирҙе.
Шунан Рәхимов ошоно ҡабул итеүҙе тауышҡа ҡуйҙы. 13 кеше "ҡаршы", ҡалғандар "риза". Еңел һуланы рәйес. Декларацияның төп пункты ҡабул ителде.
Сәғәт бишенсе ине инде. Рәйес:
- Беҙҙең сессияла сығыш яһарға 80 кеше теләк белдерҙе. Яртыһы тиерлек һүҙен әйтте. Декларация проектының беренсе пунктын ҡабул итә алдыҡ. Көн тәртибендәге мәсьәләне ҡарап бөтөүгә яҡынламағанбыҙ ҙа әле. Шуға күрә сессияның эшен иртәгә дауам итергә кәрәк тип һанайым. Кемдәр риза, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ.
Тәҡдим хупланды. Залдағылар ҙа, тыштағылар ҙа еңел һулап, иртәгә тиклем таралышты.
11 октябрҙә тышта ла, йорттоң эсендә лә күренеш шул көйө ине, тиһәң дә хата булмаҫ. Кисәге кеүек ҡар яуып тормай, Юғары Совет ултырған йорт алдында кеше кәмей төшкән, ләкин күп кенә әле. Кисәге лозунгтар һаҡланған тиһәң дә була, татар теле тураһындағылары күренмәй. Әйткәндәй, Совет майҙанында Айҙар Хәлим палаткаһы менән ҡуша юҡ булған. Асфальтта йыртыҡ пакет менән уның сүп-сарын ғына ел туҙҙырып йөрөтә.
Депутаттар төркөм-төркөм дә, берәмләп тә килде. Кисәге һымаҡ уларҙан һорау алыусы булманы, тик "Суверенитет!" тип ҡысҡырып ҡаршыланы һәм оҙатып ҡалды манифестанттар.
Тап сәғәт унда көсәйткес Рәхимов тауышы менән телгә килде:
- Хөрмәтле депутаттар, саҡырылған ҡунаҡтар! Башҡортостан Юғары Советының өсөнсө сессияһын дауам итәбеҙ. Эшебеҙҙе кисә туҡтаған урындан яңыртабыҙ. Декларация проектын тикшереү өсөн...
Әммә беренсе рәт тирәһенән берәү һүҙҙе бүлде.
- Мортаза Ғөбәйҙуллович, ғәфү үтенәм. Дөйөм эш башланмаҫ борон бер генә һүҙ әйтәйем әле. Мин Кулеша, РСФСР депутаты, Белореттан.
Рәхимов ризаһыҙ ғына:
- Әйтегеҙ һуң, - тине. Кулеша трибунаға сыҡты:
- Кисә депутат Корольков, Белорет ҡалаһы халҡы һәм ҡала Советы суверенитет тураһында декларация ҡабул итеүгә ҡаршы, тине. Мин, РСФСР депутаты һәм Белорет кешеһе булараҡ, шуны белдерәм: Корольков һеҙгә ялған мәғлүмәт бирҙе. Белорет халҡы ла, ҡала Советы ла күпселектә суверенитетты яҡлай. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
- Рәхмәт, - тине Рәхимов. Тамаҡта торған төйөн иреп китте. - Декларация проектын тикшереү буйынса һүҙ депутат Горбуновҡа бирелә.
Горбунов депутат булыу менән бергә КПСС өлкә комитетының беренсе секретары ла ине. Декларация буйынса бөтә мәсьәләне лә бер юлы хәл итергә тырышмаҫҡа кәрәк, тине ул. Тәүҙә суверенитет тураһында ентекле һөйләшергә ине, шунан - телдәр хаҡында. Ни өсөн тигәндә, киләсәктә республиканың Конституцияһын, телдәр тураһында махсус закон ҡабул итеү тора.
Шунан депутат Бугера трибунаға сыҡты. Декларацияны бер бөтә рәүештә тикшермәйенсә, статьялар буйынса барырға, редакцион комиссияның һәм айырым депутаттарҙың иҫкәрмәләрен бер юлы тикшереү яҡшы булыр, тине ул. Рәхимов: - Минеңсә, Бугера һәйбәт тәҡдим индерә. Кем уны хуплай, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ. Күпселек. Артабан Демин иптәш статьяны уҡыр, комиссияға килгән төҙәтмәләр менән таныштырыр, шунан тикшереүгә күсербеҙ, - тине.
Әммә шыма барырға тейеш тип уйланған эш беренсе һөйләмдә тиерлек үк һөрлөктө. "Башҡорт милләтенең, республиканың бөтә халыҡтарының да үҙбилдәләнешкә айырылғыһыҙ хоҡуғы" тигән һүҙбәйләнеш күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Елдең ҡайҙан иҫкәнлеген һиҙеп тора Рәхимов, ул ғына түгел, башҡорт милләтле башҡа депутаттар ҙа тойомлай: тегеләр башҡорт милләте тигәнде үҙһенмәй. Әммә күпселек шулай уйламаған булып сыҡты.
Депутаттар Катаев, Вахитов, Андреев, Бугера, Абайҙуллин, Күзбәков, Рәжбаев, Машкин, Аверьянов һөйләмде шул көйө ҡалдырырға саҡырҙы. Депутаттар Ғәфүров, Ситдиҡова, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Әйүпов әлеге һүҙбәйләнеште "Башҡорт милләтенең үҙбилдәләнешкә айырылғыһыҙ хоҡуғын тормошҡа ашырып һәм Башҡорт АССР-ының эсендә бөтә милләттәрҙең дә тиң хоҡуҡлығын гарантиялап" менән алмаштырырға тәҡдим итте. Депутаттар Кашников, Мәмләев, Лукьяничева, Белоглазов, Бигнов уларға ҡаршы сыҡты.
Эштең ныҡ ҡуйыра барғанын күргән Рәхимов хәлде ҡатмарландырмаҫҡа тырышты.
- Депутаттар! Бәхәсте тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙырмаҫ өсөн был мәсьәләне тауышҡа ҡуйыу менән хәл итергә тәҡдим итәм. Кем дә кем, Әйүпов тәҡдим иткәнде алайыҡ, ти, шулар ыңғай тауыш бирһен. 138 кеше ыңғай, 86 ҡаршы. Тимәк, Әйүпов варианты үтә.
Рәхимовтың янындағы Демин шыбырланы:
- Был - декларацияның төп нигеҙенең береһе, шуға уны күпселек тауыш менән генә үткәреп булмай.
Рәхимов микрофонға:
- Бында әлегесә генә тауыш биреү дөрөҫ түгел, тиҙәр. Конституцион күпселек, йәғни сессияла ҡатнашыусыларҙың кәмендә өстән ике өлөшө ыңғай тауыш бирергә тейеш икән. Шуға әлеге һөҙөмтәне яраҡһыҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм Әйүпов вариантын тикшереүҙе дауам итәбеҙ.
Байтаҡ ваҡыт депутаттар һуңғы һүҙбәйләнеште төрлөсә үҙгәртергә, йә шул көйө һаҡларға булып бәхәс ҡорҙо. Алтын ҡомдо бутағанда табылһа, дөрөҫлөк бәхәстә тыуа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Фекерле кешеләр уйлағанын әйтеп, тик ултырғансы үҙемде күрһәтәйем тиеүселәрҙең тамағы ҡарлыҡҡас, зал шыма башланы. Рәхимов шунан файҙаланып:
- Баяғы тәҡдимде тауышҡа ҡуям, - тине. - Белеп тороғоҙ, беҙгә конституцион күпселек кәрәк, шуны йыйғансы бәхәсләшәбеҙ һәм тауыш бирәбеҙ.
Әллә рәйестең ошо һүҙе тәьҫир итте, әллә инде, ысынлап та, уртаҡ уйға килделәр: кәрәкле тауыш сыҡты, хатта өстән ике өлөштән күберәк тә ине.
Башҡорттар тормошона һиҙелерлек йоғонто яһауы ихтимал тағы бер мәсьәлә күтәрелде. Халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 1989 йылда 863808 башҡорт йәшәгән, ә унан ситтә - 560000 кеше.
- Уларҙың ошолай бүлгеләнеүе кешеләрҙең күсенеүе сәбәпле түгел, ә тарихи факт булараҡ шулай килеп сыҡҡан, - тип аңлатма бирҙе Зөфәр Йәнекәйев. - 1919 йылда Башҡортостан республика булып барлыҡҡа килгән саҡта Ленин менән Сталин ҡул ҡуйған килешеүҙә киләсәктә Оло Башҡортостан төҙөләсәге тураһында әйтелә. Ул төҙөлә, әммә эсенә башҡорттар йәшәгән бик күп ер индерелмәй ҡала, ә ҡайһы берҙәре аҙаҡтан ҡырҡып, өлкәләргә бирелә. Әйтәйек, Силәбе, Ырымбур, Пермгә, Татарстанға. Шуға байтаҡ башҡорт бөгөн дә үҙ республикаһынан айырылған көйөнсә ҡала. Хәҙер беҙ тарихи ғәҙелһеҙлекте төҙәтә алмаҫбыҙ. Әммә туғандарыбыҙға уларҙың милли, мәҙәни, мәғарифҡа талаптарын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Ошоно декларацияла сағылдырырға кәрәк.
Был тәҡдим залда дауыл ҡуптарҙы. Ҡаршыларҙың төп һылтанмаһы финансҡа барып төртөлдө. Ситтә йәшәгән башҡорттарҙың үҙ хакимиәттәре бар, уларҙың мәнфәғәтен улар ҡайғыртһын. Беҙ күршеләр өсөн үҙ кеҫәбеҙҙән сығарып аҡса бирә алмайбыҙ. Рәхимов залға ҡарап, бына ул милләттәрҙең бәрелеше, тип уйлап ултырҙы. Аҡса тураһында ҡысҡырыша башлағас, бигерәк тә йәне көйҙө рәйестең. Ул баҫты ла:
- Мин һеҙгә үҙем шаһит булған бер хәлде һөйләйем. Тыуған ауылыма терәлеп кенә Алмалы тигән урыҫ ауылы ята. Беҙҙең бер башҡорт шунан мәрйә кәләш алды. Яҡшы йәшәнеләр, балалары тыуҙы, үҫтеләр. Ғаяз исемле береһе уҡырға төштө. Мәктәп башҡортса. Теге бала башҡортса уҡый, бик матур итеп һөйләшә. Бер көн тәнәфескә сыҡһаҡ, Алмалынан бер малай килгән. Ғаязды һорай. Сыҡты Ғаяз.
- Бына һиңә китаптар килтерҙем. Букварь, арифметика, уҡыу китабы, - ти. - Ошоларҙы уҡып, урыҫ телен өйрән. Һиндә урыҫ ҡаны бар бит. Онотма. Беҙ һиңә ярҙам итербеҙ.
Бына ошондай хәл булғайны. Алмалы кешеләре Ғаязға китапты Тәүәкән алып бирергә тейеш тип тә торманы, туғанлыҡтарын ябай ғына итеп аңлатты ла ҡуйҙы. Туғанлыҡ ана шулай була ул. Ә бында 560 мең кеше тураһында һүҙ бара. Уларға беҙ ҙә ярҙам итмәһәк, башҡа кемдәре бар? Шуға бында ҡысҡырыш та, бәхәс тә урынһыҙ, минеңсә. Йәнекәйевтең тәҡдимен декларацияға индерергә кәрәк.
- Тағы ла һүҙ әйтергә теләүселәр бармы?
Зал шып-шым булды.
- Һөйләргә теләүсе булмаһа, "Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы үҙенә республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың милли-мәҙәни мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерергә ярҙамлашыу йөкләмәһен ала" тигән һөйләмде декларацияға индерергә теләүселәр ҡулдарын күтәрһен.
19 депутат "ҡаршы", 18-е "битараф", ҡалғандар "риза". Шулай итеп, был һөйләм декларацияға индерелә.
Сессияның киске ултырышы башланды. Тышта халыҡ бик күп йыйылып киткән. Оҙаҡламай депутаттарҙың эшендә иң ҡыҙыу мәл булырын һиҙеп, шым ғына көтә ине улар.
Шуны раҫлағандай, радионан Рәхимовтың тауышы ишетелде.
- Хөрмәтле депутаттар! Ике көнгә һуҙылған эшебеҙҙең аҙағына яҡынлашабыҙ. Хәҙер декларация өсөн тауыш бирәбеҙ. Тауыш биреү исемләп буласаҡ. Декларацияны тулыһынса ҡабул итеү өсөн конституцион күпселек талап ителә. Рәхим итегеҙ, хисап комиссияһы үҙ эшен башлай.
Тауыш биреү исемләп булғас, байтаҡ ваҡытты алды. Хисап комиссияһы бюллетендәрҙе һанағансы, протоколдарҙы тултырғансы күп ваҡыт уҙҙы. Бына комиссия рәйесе тейешенсә тултырылған протоколдарҙы Рәхимовҡа һуҙҙы. Ул ҡағыҙҙың аҙағына ғына күҙ һалып алды.
- Депутаттар, ҡунаҡтар! Шау-шыуҙы бөтөрөүҙе һорайым. - Рәхимовтың тауышында шатлыҡ һиҙелә ине инде. Шуны ишеткән кешеләр яҡынса һөҙөмтәне белде. Әммә депутаттар яҡынса менән генә ризалашмайынса, урындарына ултырҙы. Һәр кем һуңғы һандарҙы белергә теләй ине.
- Хөрмәтле депутаттар! Хисап комиссияһы түбәндәге һөҙөмтәне асыҡланы. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеүгә бер депутат "ҡаршы", дүрт кеше "битараф" булған, ҡалғандар "риза". Шулай итеп, декларация ҡабул ителде. Мин һеҙҙе шуның менән ҡотлайым!
Залда ла, тышта ла көслө ҡул сабыуҙар, "ура!", "суверенитет!" тип ҡысҡырыуҙар яңғырап торҙо. Һәр кемдең дә күңеле тантаналы музыка көҫәй ине, әммә был ваҡытта Башҡортостандың үҙ гимны юҡ ине әле. Алҡыштар менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде.
Демин Рәхимовтың ҡулын ҡыҫты:
- Ҡотлайым!
- Мин дә ҡотлайым!
- Мортаза Ғөбәйҙуллович, әйҙә, оло эште тамамлау айҡанлы бер сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ.
- Сәй генәме?
- Бүтәне лә табылыр.
- Икәүләпме?
- Юҡ. Президиум өсөн бәләкәс кенә табын ҡорҙорғайным.
- Хуп.
Беренсе тосты Рәхимов әйтте:
- Беҙ ҡабул иткән декларация өсөн! Хәҙер беҙ СССР-ҙа ла, Рәсәй Федерацияһында ла бер кемдән дә кәм түгел!
Унан рәйес урынбаҫары Мусин һүҙ алды:
- Мин был тосты Юғары Совет рәйесе Мортаза Ғөбәйҙуллович Рәхимов өсөн тәҡдим итәм. Беҙҙең етәксе күҙгә күренеп үҙгәрә. Рәйеслек эшен башлағанда технарь икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Бөгөн һис кенә лә улай тип әйтә алмаҫһың. Ай үҫәһен көн үҫә беҙҙең рәйес. Кисә-бөгөн әллә ниндәй ҡырҡыу хәлдәрҙән дә бына тигән килеп сыҡты. Һаулыҡ һәм уңыштар насип итһен!

(Аҙағы. Башы 39-40-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.20 | Ҡаралған: 375

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru