«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИСӘ МАРАЛ ЙӘШӘЙ?
+  - 

Сентябрь айында Башҡортостан ҡурсаулығында маралдарҙың иҫәбен алыу эше башҡарылды. Шуны билдәләргә кәрәк: был ғилми эш ҡурсаулыҡ өсөн иң мөһимдәренең береһе булып иҫәпләнә. Ул бына нисәмә тиҫтә йылдар буйына өҙлөкһөҙ башҡарылып килә.

Ғәҙәттә, урман йәнлектәренең һаны улар ҡалдырған эҙҙәргә таянып билдәләнә. Әммә беҙҙең осраҡта был эштең мөһим бер үҙенсәлеге бар - көҙ көнө маралдар һаны уларҙың тауыштарын тыңлап, дөрөҫөрәге, ата маралдарҙың һөрәнләгәне буйынса асыҡлана. Эш шунда, алтын көҙ тыуыу менән маралдар парлаша башлай. Был мәлдә ата марал көн һайын һөрәнләп тауыш бирә, ә инәләре уның эргәһенә яйлап йыйыла бара. Тормош бит, ваҡыты менән бер урынды ике "атай" төйәк итә, улар араһында ҡаты алыш та булып ала. Тәбиғәт ҡанундары ҡаты, көслөрәге еңелгәнен ҡыуып ебәрә. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт миһырбанлы ла: һәр "атай" үҙ тиңдәрен табыуға өлгәшә. Тора-бара һәр бер ата марал өс-дүрт инәнән торған өйөр туплап ала - ҡурсаулыҡ майҙансығында көн күргән маралдарҙың дөйөм һаны бына ошо һандарға таянып асыҡлана ла инде.
Ата марал ҡара таң һәм эңер төшкән мәлдә әүҙем һөрәнләй. Шуға күрә иҫәпселәр (ғилми хеҙмәткәрҙәр, дәүләт инспекторҙары һәм башҡалар) таңғы 5-тән иртәнге 10-ға тиклем һәм киске 6-нан төнгө 11-гә хәтлем урманда, тау башында була. Эш шунда: бейек тауҙан маралдарҙың һөрәнләүе алыҫҡа яңғырай һәм асыҡ ишетелә. Ҡурсаулыҡта бөтәһе 42 ошондай иҫәпләү урыны бар. Әлбиттә, бындай шарттарҙа эшләү өсөн иҫәпселәргә таҫыллыҡ та, көс тә, урманды яҡшы белеү ҙә кәрәк. Иң мөһиме, маралдарҙы дөрөҫ иҫәпләй белеү фарыз. Бының өсөн тәү сиратта һөрәнләү тауыштарын айыра белеү мөһим. Һәр кешенең үҙ тауышы булған кеүек, маралдарҙың да тауыштары бер-береһенән айырыла. Шуныһы һәйбәт, быйылғы һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ. Былтыр ҡурсаулыҡта 23 ата марал иҫәпләнгәйне, бына быйыл "атайҙар" һаны берәүгә күберәк булып сыҡты. Тимәк, тип һығымта яһайбыҙ беҙ, һуңғы ике йылда был урман хайуандары кәмемәгән, бөгөн ҡурсаулыҡта сама менән 80-гә яҡын марал көн күрә.
Хәҙер һығымта яһайыҡ. Маралдар күбәйгәнме, әллә әҙәйгәнме - быны белер өсөн тарихҡа күҙ һалайыҡ. Ҡасандыр улар беҙҙә күпләп йәшәгән. Әммә бер мәл уларҙың һаны ҡырҡа кәмегән. Хатта бөтөнләйе менән юҡҡа сығыу хәүефе янай башлаған. Бындай ауыр хәлде төҙәтер өсөн Башҡортостан ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Алтайҙан 39 марал һатып алған һәм уларҙы үҙ майҙанына ебәргән. Был эш 1941 йылда башҡарылған. Шуныһы ҡыуаныслы, бик килешкән маралдарға Башҡортостан ҡурсаулығының тәбиғәте. Сама менән 40 йыл эсендә уларҙың һаны 400-ҙән ашып киткән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы быуаттың башында уларҙың һаны тағы ҡырҡа кәмегән. Иҫәпләүҙәр буйынса яңы быуат башына маралдар һаны ни бары 20-30 башҡа ғына тороп ҡалған. Бындай аяныслы хәлде иҫәпкә алып, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы 2012 йылда Алтайҙан тағы 9 марал һатып ала. Шуныһы ҡыуандыра һәм өмөтләндерә: бөгөн ҡурсаулыҡта уларҙың һаны яйлап арта бара. Ә нишләп аҫыл болан (маралдың икенсе исеме шулай) ҡырҡа кәмеп киткән һуң? Сәбәптәре күп, әлбиттә. Ә шулай ҙа төп сәбәп - тәү сиратта ҡайһы бер һунарсыларҙың артыҡ шашып китеүендә. Бер өлкән ағайҙың әсенеп һөйләгәне иҫтән сыҡмай: "Ваҡытында урманда марал күп булды. Көҙ мәлендә ата маралдарҙың һөрәнләүенә урман геүләп торор ине. Әммә ҡайһы бер һунарсылар артыҡ шашып китте. Һөйләһәң, аптырамалы инде. Бер мәл дүрт һунарсы бергә һунарға сығып, бер урында ғына 7-8 инә маралды ҡырып ташлағанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, үҙем өҫтәренә барып сыҡтым. Кеше һөйләһә, һис ышанмаҫ инем был хәлгә. Тегеләр: "Ағай, өндәшмә инде, һәләк итмә инде беҙҙе", - тип инәләләр. "Их, - тинем уларға, - һеҙ миңә түгел, ә Аллаһы Тәғәләгә инәлегеҙ. Маралды бушҡа ғына аҫыл болан тип атамайҙар бит. Уның ҡарғышы яман икәнен үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Үтә ҡанһыҙ ҡыланғанһығыҙ. Берәүһен генә алһағыҙ ҙа етә ине һеҙгә. Бушҡа йәнен ҡыйғандарҙың рәнйеш-ҡарғышын күтәрә алһағыҙ, ярар ҙа..." - тип яуапланым уларға. Әммә был гонаһты күтәрә алманылар улар. Береһе лә 50 йәшкә етә алманы. Бөтәһе лә үлеп бөттөләр. Кемеһе ауырыны, кемеһенең өҫтөнә ағас ауҙы, кемеһе машина аҫтында ҡалды, кемеһе айыға алмай, йәп-йәш көйө донъя ҡуйҙы. Аяныслы хәл, әммә үҙҙәренә үҙҙәре бәлә алып килделәр шул..." Мәҡәләнең башы икенсе йүнәлештә башланһа ла уны, бөгөнгө быуын һунарсылары ошондай аяныслы хәлдән һабаҡ алһалар ине, тигән һүҙҙәр менән тамамлағы килә.

Әғләм ШӘРИПОВ,
биология фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.20 | Ҡаралған: 388

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru