«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСҠЫНДА ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ ГӨРЛӘНЕ
+  - 

Республика көнө асҡындар өсөн үтә лә иҫтәлекле үтте. Беренсенән, ул райондың - 90, Асҡын ауылының 390 йыллығы менән тап килде. Икенсенән, был көндә Асҡын районында республика Шәжәрә байрамы гөрләне, милләттәштәрҙе, ҡан-ҡәрҙәштәрҙе осраштырҙы, берләштерҙе, быуындар сылбырын нығытты, тарихи тамырҙарҙы тергеҙҙе. Илһөйәрлек, толерантлыҡ һәм татыулыҡҡа әйҙәгән сара быуындар араһындағы бәйләнеште нығытты.

Һеҙ һүрәттә күргән Асҡын 2-се урта мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Камилла Сәлмәнова ла ата-әсәһе ярҙамында туғандарҙы барлап, нәҫел тамырҙарын 11-се быуынға тиклем өйрәнеп, Шәжәрә ағасын төҙөгән. Байрамда ул атай-әсәйҙәре, туғандары уратыуында дәртләнеп ошо нәҫел ағасы менән таныштырҙы. Билдәләүенсә, был эш менән тырыш ҡыҙ башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ, Алмаз ағаһына эйәреп, ҡыҙыҡһына башлай. Йәш быуындың шулай ҙур дәрт менән шәжәрәләрен өйрәнеүе, ата-олатайҙарының фотографияларын, нәҫелендәге боронғо ҡомартҡыларҙы, хәтирәләрҙе барлауы әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, нәҫел намыҫын һаҡлау нигеҙе, атай-олатайҙарға ҡарата ихтирам сағыла.

Тарихи хәтер - ғәжәп бер кисерештәр донъяһы икән ул. Асҡын районында үткән байрамда Ҡариҙел, Саҡмағош, Краснокама, Борай, Мишкә, Балтас райондарынан, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларынан төрлө ырыу вәкилдәренең шәжәрәләре ҡуйылған аллеянан үткәндә ошондай һүҙ менән генә аңлатып булмаған тойғолар кисерелде: һоҡланыу, ғорурланыу, үҙеңдең нәҫел тамырҙарыңа нығыраҡ үтеп инеү теләге, шул уҡ ваҡытта ошо эшкә һуңлабыраҡ тотонған өсөн үкенеү... Ошондай тойғолар кисерткән, берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған, һоҡландырған өлгөләр бихисап булды Шәжәрәләр аллеяһында. Мәҫәлән, мәғариф ветераны Йәрис Зәйҙуллин Советтар Союзы Геройы - Төлгөҙбаш ауылы батыры Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәновтың, Балыҡсы ырыуы башҡорттарының ҡор башлығы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Шәрифйән Закиров 25 быуынды үҙ эсенә алған Төнсура нәҫеле шәжәрәһе менән таныштырҙы. Ҡыр-танып ырыуы башҡорто, мәғариф ветераны, Ҡаҙансы ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын етәкләүсе шиғри күңелле Мәмдүнә Зарипова Тимербай нәҫелен 14-се быуынға тиклем өйрәнеүе тураһында һөйләне. Ул быуындан-быуынға тапшырылыусы ҡомартҡылар - 200 йыл элек тегелгән уҡалы камзул, дүрткел балитәкләп 12 һыр менән тегелгән йөҙйәшәр күлдәк тураһында ла бәйән итте. Баҡтиһәң, был камзул Мәмдүнә апайға бишенсе быуындағы өләсәһе Хәжәр ағинәйҙән ҡалған икән. "Бындай уҡалы камзулды бик етеш йәшәгән, хәлле кешеләр көндәлек тормошта түгел, ә ҙур тантаналарҙа, байрамдарҙа ғына кейгән. Был камзул да, күлдәк тә боронғо ҡыр-танып ырыуы кейемдәре", - тине Мәмдүнә апай.
Шәжәрәләр аллеяһында шулай уҡ Ҡашҡа ауылынан мәғариф ветераны Наил Хәйруллин (Атналы нәҫеле), Табаҫҡытамаҡтан Глафира Фәйершина (Ғиниәт нәҫеле), Петропавловканан Вәсилә Шакирова (Сәхәүетдин нәҫеле), Шишмә-Үрәкәйҙән Рәфис Зарипов (Ҡәнзәфәр нәҫеле), Асҡын ауылынан Роза Мөхәмәтшина (Бикташ нәҫеле), Фәриҙә Хөснөтдинова (Көҙәй нәҫеле), Альфред Хәжимуллин (Хәсән нәҫеле), Мотабаштан Рөстәм Фәйзелғаянов (Мөхәмәтйәр нәҫеле), Көнгәктән Аснаф Фәтхелисламов (Ғосман нәҫеле), Үршиҙенән Фәнизә Сәлимгәрәева (Юныс нәҫеле), Ҡышлауйылғанан Гүзәлиә Ахунова (Поварис нәҫеле) шәжәрәләре менән таныштырҙы. Күрше район һәм ҡалаларҙан килеүсе милләттәштәребеҙҙең үҙ нәҫел ағасы тураһындағы сығыштары ла сағыу, үҙенсәлекле булды. Мәҫәлән, Ҡариҙел районынан килгән мәғариф ветераны, Унлар ырыуы башҡорто Әлиә Камалиева 1800 йылдарҙа олатаһы тарафынан ғәрәп телендә яҙылған шәжәрә китабын күрһәтте. Был күптәргә: "Ҡара әле, беҙҙең райондың мәсетендә лә бындай китаптар һаҡлана торғандыр, шуларҙы табып, ундағы яҙыуҙар менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк әле", - тигән бик урынлы һығымта яһауға этәргес булды.
Республика Шәжәрә байрамы сиктәрендә үткән башҡа саралар - "Төньяҡ башҡорттары: шәжәрә төҙөү һәм тыуған яҡты өйрәнеү" фәнни-ғәмәли конференцияһы, "Ваҡыт даръялары аша" тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша, биҙәү-ғәмәли сәнғәт һәм аш-һыу оҫталарының бай күргәҙмәһе, "Ғаиләм - минең ҡәлғәм" республика ғаилә видеоконкурсына йомғаҡ яһау, Азат Мулләхмәтов менән Вадим Харисов етәкселегендәге уҡ атыу ярыштары - барыһы ла мәртәбәле сараның сағыу биҙәге, онотолмаҫ ваҡиғаһы булды. Ә иң көтөп алынғаны, моғайын, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ырыуҙар парады булғандыр. 13 район-ҡаланан 16 ырыу вәкилдәре берләшеп, майҙан уртаһынан тигеҙ сафтарҙа үтте. Һәр береһе ырыуға хас кейемдәр тегеп кейгән, тамғалары төшөрөлгән плакаттар күтәргән. Парадты Асҡын районынан балыҡсы, ғәйнә, унлар, су-танып, ҡыр-танып ырыуҙары вәкилдәре асты. Артабан Балтас районынан - су-танып; Ҡариҙелдән - унлар, Краснокаманан, Ағиҙелдән - гәрәй; Тәтешленән - ирәкте; Борайҙан - елдәк; Туймазы, Саҡмағоштан - йылан; Нефтекаманан - көҙәй; Мишкәнән - ҡаңлы; Нуримандан - бәләкәй көҙәй; Октябрьскиҙан әйле ырыуы башҡорттары дауам итте. Парад, ысын мәғәнәһендә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының берҙәмлеген сағылдырҙы, бындай сара мотлаҡ республика кимәлендә лә ойошторолорға, бар башҡорт ырыуҙарын бер сафҡа баҫтырырға тейеш, тигән һығымта яһалды. Тарихсыларыбыҙ был турала күптән хыяллана бит. Хыялға тәүге аҙымды асҡындар яһаны ла инде.

Наилә ИМАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.20 | Ҡаралған: 538

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru