«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИПТАР ҘА КЕШЕ АҢЛАРЛЫҠ ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШҺЕН!
+  - 

Хөкүмәтебеҙҙең ауыл ерендә табиптар етешмәү проблемаһын йәш һөнәрмәндәргә арыу ғына күләмдә субсидия биреү юлы менән ыңғай хәл итеүенә шатмын. Йәшерәк сағым булһа, бындай льгота менән үҙем дә файҙаланырға тырышыр инем, моғайын.

Ғүмер буйы ауылда эшләп, халыҡтың хөрмәтен яулап алған табиптар бик күп. Ғөмүмән, ауыл ерендә башлыса шундай табиптар эшләй ҙә инде. Шуға ла льготаға алданып ҡына ауылға барырға ҡарар иткән табиптарға бер кәңәшем бар: һеҙ урындағы халыҡ менән урындағы телдә һөйләшергә өйрәнергә лә тейешһегеҙ. Эш башҡорт телендә һөйләшә белеүгә генә ҡайтып ҡалмай бында. Мәҫәлән, оло ғына йәштәрҙәге бер танышым менән һөйләшеү иҫтә ҡалған. Ҡасандыр хәрби табип булып эшләгәнемде белгән был әбей: "Улым, шул ерем ауырта, был ерем һыҙлай", - тип һөйләй башлағас, уның өйөндә һаҡланған амбулатория картаһына күҙ һалдым. Участка табибының "Жалоб нет" тигән яҙыуҙарын күргәс, танышымдан: "Нишләп ауыртҡан ағзаларығыҙ хаҡында участка табибына әйтмәнегеҙ, бына бит, "Жалоб нет" тип яҙылған" - тип һораным. "Врач минән тота ла: "Ниндәй жалобаларың бар, инәй?"- тип һорай шул. Үҙ ғүмеремдә берәүгә лә жалауайт иткәнем булманы, Аллаға шөкөр. Жалауайт итә торған ғәҙәтем юҡ минең! Врачҡа ла шулай тип яуап бирҙем", - тине инәй. Ошондай "үткер" яуабынан оло ҡәнәғәтләнеү, хатта ғорурлыҡ билдәләрен дә уҡыным әбейҙең йөҙөнән… Аңлашылды. Табиптың һорауын ул төшөнөп етмәгән, ә уның яуабын… доктор ҙа аңламаған, тимәк. Ә әбейгә һорау табип тарафынан дөрөҫ бирелгәнме икән? Ихтимал, юҡтыр. "Берәй ерегеҙ ауыртамы?" йә "Ҡайһы ерегеҙ ауырта, нисегерәк ауырта?", "Ҡасандан алып ауырта?" тигәнерәк һорауҙар бирелгән хәлдә, әлбиттә, әбейебеҙ әлеге "жалобаларының" барыһын да әйтеп бирер ине…
Шулай уҡ сирҙәрҙең башҡортса аталышын да белеү ҡамасауламаҫ ауылға эшкә барыусы табиптарға. Элек, медицина институтында уҡыған дәүерҙә, урыҫ телендә лекция уҡыған профессор Венер Сәхәүетдиновтың "Панариций башҡортса - күпертке, ә пандактилит - йыланғараҡ (ҡул бармаҡтарының быуындары зарарланып шешеүе) була", тип айырыуса туҡталып, студенттарҙың иғтибарын йәлеп иткеләүен хәтерләйем. Ул саҡтарҙа ла ҡала ерендә эшкә ҡалырға тырышыусылар күберәк ине, әммә табип дипломы алып сыҡҡан йәш һөнәрмәндәр үҙе теләгән ергә түгел, ә күбеһенсә, уҡыу йорто тәғәйенләгән дауаханаларға эшкә ебәрелә торғайны. Шунлыҡтан, уҡытыусыларыбыҙ "бына ауыл еренә барып эшләргә тура килһә… " тип, йыш ҡына үҙҙәренең кәңәштәрен, айырыуса, урындағы халыҡтың телен белеү зарурлығы хаҡында әйткеләгәнен хәтерләйем. Был мәсьәлә, минеңсә, бөгөн дә актуаль. Ауыл кешеләре (айырыуса оло йәштәгеләр) араһында урыҫ телен бигүк яҡшы белмәгәндәр ҙә күп. Икенсенән, пациентта алсаҡ ҡына итеп һөйләшә белгән докторға ҡарата шунда уҡ ышаныс һәм ихтирам уяна. Ауырыу бөтә булған проблемаларын һөйләй ҙә башлай. Шуға күрә лә табип һөнәрен һайлаған йәштәрҙең башҡорт телен белеү-белмәүенә әһәмиәт бирергә кәрәк, тип һанайым. Һәр төрлө сирҙәрҙең башҡортса аталышын да белеү мотлаҡ. Юғиһә, беҙ хәҙер гриптың - киҙеү, грыжаның - бүҫер, аппендициттың - һуҡыр эсәк, эпилепсияның ҡуянсыҡ икәнен дә онотоп барабыҙ бит. Лөғәтебеҙҙән яйлап юйыла барған бына шундай һүҙҙәребеҙҙе һанай башлаһаң, осо-ҡырыйы юҡ. Хатта ауыл ерендә йәшәгәндәребеҙ ҙә "көҙән йыйырыу"ҙы "судороги" , "күрәғарау"ҙы "близорукость", "өйәнәк"те "приступ" тип әйтергә өйрәнеп бөтөп барабыҙ. Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән бына шундай һүҙҙәрен табип ауыҙынан ишеткән милләттәштәребеҙ уларҙы һис бер ҡасан онотмаҫ ине. Икенсенән, бындай һүҙҙәрҙе белеү өсөн махсус рәүештә урыҫса-башҡортса һүҙлек тотоп ултырыу ҙа кәрәкмәй, тик быға бер аҙ ғына ҡыҙыҡһыныу талап ителә. Мәҫәлән, әле ошо ҡулығыҙҙағы "Киске Өфө" гәзитен генә даими уҡып барған хәлдә лә, уның һәр һанында "Халыҡ дауаһы" тип аталған рубрика аша, шулай уҡ, йыш ҡына сығып торған "Шифа" битен генә уҡып барған хәлдә лә, тәнебеҙ ағзаларының, һәр төрлө сирҙәрҙең, дарыу үләндәренең башҡортса исемен һәм башҡа әллә күпме һүҙҙәребеҙҙе өйрәнә алабыҙ бит. Ә инде ауылығыҙға телебеҙҙе белеп етеңкерәмәгән берәй табип килә икән, уға уйынлы-ысынлы итеп булһа ла теге йәки был башҡорт һүҙҙәрен өйрәтеп ебәргеләү ҙә урынлы булыр, минеңсә.
Әйткәндәй, халҡыбыҙҙан сыҡҡан мәшһүр бер табибыбыҙ хаҡында бер мәҙәк хәлде һөйләйҙәр. Ауыл кешеләре йыйылышҡан бер мәжлескә ҡаланан ялға ҡайтҡан әлеге ағай ҙа саҡырылған. Йорт хужаһы килгән ҡунаҡтарҙы бер-береһе менән таныштыра башлаған. "Был - Фәлән ағай, төгән ерҙә эшләй. Ә был - республикабыҙҙың данлыҡлы табибы, медицина фәндәре кандидаты, табип-проктолог Фәләнов…" Ҡунаҡтар араһынан бер ағай: "Проктолог ниндәй врач була ул?" - тип һораған. Хирург халҡының шаян һүҙгә әүәҫ икәне барыбыҙға ла мәғлүм бит инде. Әлеге табип ағай үҙе тороп: "К…т врачы мин",- тип әйткән… Ошо хаҡта ишеткәс: "Бына был - үҙебеҙҙең ысын башҡортобоҙ", - тип көлөшөп алдыҡ…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.20 | Ҡаралған: 537

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru