«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2020

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08  |  09
Март
   10  |  11  |  12  |  13
Апрель
   14  |  15  |  16  |  17
Май
   18  |  19  |  20  |  21  |  22
Июнь
   23  |  24  |  25  |  26
Июль
   27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34  |  35
Сентябрь
   36  |  37  |  38  |  39
Октябрь
   40  |  41  |  42
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быйылғы иген уңышы республикала һуңғы бер нисә йылдағы иң юғарыларҙың береһе булырға вәғәҙәләй. Иген игеүҙә, шулай уҡ башҡа төрлө ауыл хужалығы ризыҡтары етештереүҙә, һис шикһеҙ, фермерҙарыбыҙҙың да өлөшө бар. Ғөмүмән, фермерҙар бөгөн нисек йәшәй, эшләй, ниндәй проблемалар менән көрәшергә тура килә?

 
Сайттың архивы
 

2019

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2018

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ЮҒАРЫ МӘҘӘНИӘТ КЕНӘ РУХИ ТАМЫРҘАРҒА ҺУТ БИРӘ
+  - 


Уның тураһында ысын мәғәнәһендә "Күҙ алдында үҫте", тип әйтергә мөмкин. Әле мәктәптә үк ырыуын, шәжәрәһен өйрәнеп, шиғыр-ҡобайырҙар яҙып, төрлө сараларҙы башҡортса алып барыусы әүҙем уҡыусы булып танылһа, һуңынан БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, БР Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, БР Мәғариф министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары - мәғариф бүлеге начальнигы вазифаларында эшләп өлгөрҙө. Бына йыл ярым инде ул - Асҡын районы хакимиәте башлығы. Эйе, тап үҙе, йәш, рухлы милләттәшебеҙ Ришат Марат улы ДИХИН бөгөн беҙҙең редакция ҡунағы.

Ришат Марат улы, республика көнө уңайынан Асҡында XV республика Шәжәрә байрамы үтте. Уны, рухығыҙҙы күтәргән сара, тип әйтә алаһығыҙмы, әллә рух асҡындарҙа күптән бар һәм ҡан хәтере аша ул бөгөн ҡабат уянамы?

- Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Шәжәрә байрамы бынан 14 йыл элек тәүге тапҡыр беҙҙең Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында башланып китеп, һуңынан уны республика кимәлендә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, инде юғары кимәлдә беҙгә ҡабат урап ҡайтты. Шуның менән дә ул беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә сараларҙың береһе булды. Тәү сиратта, кешеләр үҙҙәре архивтарҙа эҙләнеп, шәжәрәләрен эшләтеп, бер урам итеп ҡуйып, бик ҙур эш башҡарҙы. Ололар менән бергә йәштәрҙең, хатта балаларҙың үҙ шәжәрәһен төҙөүе ҡыуандыра. Ошондай сараның төньяҡ-көнбайышта, беҙҙең ерлектә үтеүе ҙур мәртәбә, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та булды. Беҙ тағы бер тапҡыр, Асҡын ерендә башҡорттар булған, бар һәм буласаҡ, киләсәктә лә беҙ үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ, рухыбыҙҙы һаҡлаясаҡбыҙ, тигәнде раҫланыҡ.
Мин атайым яғынан үҙемдең 10 быуынымды беләм, бына ошо Шәжәрә байрамында әсәйемдең тыуған төйәгенән - Көнгәк ауылынан килтерелгән шәжәрәне күреп ҡыуандым. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында был ауылда балаларҙы татар телендә уҡытһалар, бөгөн халыҡ ҡабат үҙ асылына ҡайта - шәжәрәләрен төҙөйҙәр, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәләр.
Тағы ла мине аптыратҡаны - Ҡариҙелдән шәжәрәләрен дини китаптан күсереп яҙып баҫтырып килтергәндәр. Был бит үҙенә күрә бер феномен. Бына шулай, беҙҙең төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге һәр райондың үҙенсәлекле шәжәрәһен күрһәтә алыуы байрамдың үҙенсәлекле бер мәле булды. Райондаштарыма рәхмәт, һәр береһе эҙләнергә ваҡыт табып, ҙур эш башҡарҙы. Советтар Союзы Геройы, Төлгөҙбаш ауылы батыры Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәновтың шәжәрәһен күреү ҙә беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Ул мәктәптәрҙәге синыф дәрестәрендә, Ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә йәки башҡа илһөйәрлек тәрбиәләү сараларында күрһәтеү өсөн күргәҙмә әсбап булып торасаҡ. Дөйөм алғанда, ҙур эш эшләнде һәм республика кимәлендә районыбыҙҙан 17 шәжәрәне күрһәтә алғанбыҙ икән, был ысын мәғәнәһендә ҡан хәтере уянды, элекке ваҡыттарҙағы кеүек, теҙләнеп тормайбыҙ, ныҡлап тәпәй баҫтыҡ, тип әйтергә мөмкин.

Быйыл ысынлап та асҡындар бик әүҙем рәүештә архивтарға мөрәжәғәт итә, үҙ шәжәрәләрен юллай икәнен ишетә беләбеҙ. Был әүҙемлек көтөлгән хәлме?

- Әле үткән Шәжәрә байрамы күрһәтеүенсә - улар барыһы ла архив эше, архив хеҙмәте менән бәйле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Әлбиттә, айырым ғына кемдер шөғөлләнмәй, һәр кем шәхсән мөрәжәғәт итә. 17 шәжәрә күргәҙмәгә ҡуйылған икән, тимәк, ошо ырыуҙан кемдер йәки бер нисә кеше архив материалдарын өйрәнгән. Күбеһенең шәжәрәһе 1600 йылдарға барып тоташа. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы эште бер ни тиклем еңеләйтте - архив материалдарын цифрлаштырып, сайттарына урынлаштырҙылар. Быйыл беҙҙә бик күп ғилми-ғәмәли конференциялар үтте: тарихсылар, телселәр килде. Милли архивтың бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин эҙмә-эҙлекле итеп архивта кемгә килергә, кемгә мөрәжәғәт итергә, кәрәкле мәғлүмәтте нисек табырға, тамырҙарҙы нисек эҙләргә икәнен аңлатты. Шундай ғәмәли конференциялар хатта ауылдарҙа ойошторолдо. Уларҙа райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәре ҡатнашты, ғалимдарҙан үҙҙәрен борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына туранан-тура яуап алды. Республика көнө уңайынан үткәрелгән Шәжәрә байрамында алған алты призлы урын ошо эшмәкәрлек, хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып тора ла инде.

Асҡын төбәгенең рухи уяныуы ҡасаныраҡ башланды: һеҙҙең быуын йәштәренәнме, әллә ул элек-электән йәшәйме?

- Беҙ башҡорт ерлегендә тыуып, ырыуыбыҙҙы белеп, тарихыбыҙҙы быуын-быуынға тапшырып килгәнбеҙ, электән үк тамырҙарыбыҙ ныҡ булған һәм ата-бабаларыбыҙҙың көсө беҙгә тамырҙар аша бирелгән. Илдә, сәйәсәттә төрлө ваҡыттар булыуға ҡарамаҫтан, рух тере шишмә кеүек, барыбер үҙенең юлын табып, килеп сыҡты. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан дөрөҫ сәйәсәт алып барылыуы, телде, тыуған яҡты өйрәнеүгә иғтибар бирелеү, төрлө ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелеүенең һөҙөмтәһе былар.
Мин мәктәптә уҡығанда беренсе тапҡыр районда башҡорт гәзите ойошторолоп, унда минең Карамов Мөҙәрис бабайымдың әңгәмәһе баҫылып сыҡҡайны. Шунда ул нәҫелебеҙ башҡорт булыуын, кис йыйылып, ололарҙың йырлашып, ҡурай уйнап ултырыуҙары тураһында һөйләне. Тимәк, башҡортлоҡ, рух беҙҙең быуындан ғына башланмай, ул беҙгә тиклем дә булған, ошо ерлектә йәшәгән һәм уны тарих туҙаны ла баҫа алмаған. Бары тик беҙгә ошо хаҡта күберәк һөйләргә, күберәк мәғлүмәт еткерергә, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙе республика, Рәсәй кимәлендә күрһәтеп, даныбыҙҙы танытырға кәрәк.

Өфөлә, Ағиҙел ҡалаһында арыу ғына тәжрибә туплап, быуын нығытҡас, тыуған районға етәксе булып ҡайтыуығыҙ үҙегеҙҙе "боҙло һыуға" ташлау булдымы, әллә "бойороҡ тикшерелмәй" тигән кеүек, ҡайҙа ҡушһалар - шунда барырға риза инегеҙме? Төбәктә ниндәй проблемаларҙы хәл итергә, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура киләсәген дә күҙаллағанһығыҙҙыр?

- Дөрөҫөн әйткәндә, мин бер ваҡытта ла ауырлыҡтарҙан ҡурҡманым, бәлки, эргәмдә ярҙам итеүсе, күтәреүсе, ҡулдан тартып торғоҙоусы кеше булмағанлыҡтандыр ҙа. Ниндәйҙер өлгәшкән уңыштарым бар икән - улар үҙемдең ныҡышмаллығым, эш яратыуым һөҙөмтәһелер, тием. Әлбиттә, юлымда һәр ваҡытта ла яҡшы кешеләр осраны. Шуға яҙмышыма рәхмәтлемен.
Бала саҡтан журналист булыу теләгем бар ине, шунан телевидениела эшләргә теләнем. Ошо теләккә өлгәшкәс, тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйылды. Төрлө өлкәләрҙә эшләп өлгөрҙөм. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рауил Бикбаев менән бергә эшләгәндә алған тормош тәжрибәһе һәм уның аҡыллы кәңәштәре бөгөн дә ярҙам итә.
Районға етәксе булып ҡайтыуға килгәндә, тыуған районым тураһында һүҙ сыҡҡас, төрлө яҡтан үлсәп ҡараным инде. Бер ни тиклем уйлағандан һуң ризалығымды бирҙем, сөнки Ағиҙел ҡалаһында эшләгәндә лә дәүләт хеҙмәткәре эшен яратып башҡарҙым. Ҡайтырға риза булыуым тыуған яғымды һөйөү, яратыу булһа, яҡташтарыма ышаныуым да үҙ ролен уйнағандыр. Нимә генә тиһәк тә, һәр саҡ үҙ районыңды ҡарап, күҙәтеп бараһың, уңыштарына ҡыуанаһың, уңышһыҙлыҡтарына көйәһең. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, бер ваҡытта ла районымдан айырылманым, һәр саҡ бәйләнештә булдым, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыштым. Әлбиттә, был бик ҙур яуаплылыҡ, сөнки мин кемдер өсөн Ришат ҡына, кем өсөндөр Ришат Марат улы, кем өсөндөр синыфташ, кемдеңдер уҡыусыһы... Нисек кенә булмаһын, күпме эшләргә тура килә - шунса тыуған районым өсөн янырға, файҙалы эштәр башҡарырға, күңелемдә нимә бар - шуны халҡыма еткерергә әҙермен. Барыбер Асҡындың йөҙө, киләсәге үҙгәрер, тип өмөтләнәм.

Өфөлә саҡта "Их, Асҡында шуны эшләргә кәрәк ине", тип хыялланған проекттарығыҙ ҙа булғандыр?

- Район үҙәктәрендә парктар әҙ бит инде. Шуға район үҙәгендә матур, фонтанлы парк булдырыу тураһында ҙур хыялым бар. Проектыбыҙ бар. Быйыл-киләһе йыл уны эшләп ҡуйырбыҙ тип уйлайым. Икенсе ҙур планым-хыялым - ул юлдар. Сөнки район үҙәгенә тиклем ҡайтып етәһең, ауылға тағы ике сәғәт ваҡыт китә. Бөгөнгө көндә Асҡын - Үрмияҙ араһындағы юлды рәткә килтерә башланыҡ. Был турала БР Хөкүмәтенең ҡарары ла булды, аҡса ла бүленде. Ошо юлды тулыһынса эшләп сыҡһаҡ, юл ыңғайы булған 7-8 ауыл рәхәтләнеп ҡалыр, моғайын.

Йәш, энергиялы етәксе өсөн хәл итмәҫтәй проблемалар юҡтыр, әлбиттә, ә шулай ҙа һеҙҙән генә тормаған, һеҙҙе көйөндөргән нимәләр ҙә барҙыр?

- Юлдар темаһын башлағас, төп проблемаларҙың береһе ошо, тип дауам итер инем. Быйыл Бөрйән районына ял итергә барғанда Мәһәҙей тигән бер бәләкәй генә ауылда булырға тура килде - ауыл урамына асфальт түшәлгән, ялтырап ята. Беҙҙең районда ҡайһы бер ауылдар район үҙәгенән 70-80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан - юлдар юҡ. Икенсе проблема - ул инде газификация. Хәйбулла районын миҫалға алғанда, унда газ үткәреү 100 процентҡа үтәлгән. Ә беҙҙә был күрһәткес 36 процент ҡына. Шуға мин барыбер башҡа райондар менән сағыштырып, алдыма яңы пландар ҡуям һәм аҙымлап булһа ла алға барырға тырышам. 36-37 процентты тағы ла 10-15 процентҡа арттырғанда ла был яҡшы күрһәткес буласаҡ. Өсөнсө проблема - төҙөлөш. Ул шәхси төҙөлөш, торлаҡ йорттар һалыу ғына түгел, төрлө социаль объекттар төҙөү. Балалар ижады йорто, музыка мәктәбе, ауылдарҙа клубтар төҙөй алһаҡ, бик яҡшы булыр ине. Сөнки күп объекттар уҙған быуаттың 30-60-сы йылдарында күтәрелгән һәм уларҙың торошо бик яҡшы ла түгел, ремонтларға күп аҡса китә. Заманса проект менән төҙөлгән яңы биналар барыбер башҡасараҡ төҫ бирер ине. Әммә нимәлер төҙөр өсөн иң тәүҙә проект әҙерләргә кәрәк. Ә бер проектты экспертиза үткәреү 6-7 миллион һумға барып баҫа. Әлбиттә, райондың бындай аҡсаһы юҡ һәм ошо эштәр проект булмағанлыҡтан тотҡарланып тора.
Торлаҡ төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бирәбеҙ, әле 8 мең квадрат метр майҙанлы торлаҡ төҙөп тапшыра алдыҡ. Бынан тыш, граждандар шәхси йорттар һала, район үҙәгендә яңы микрорайондар барлыҡҡа килә, тимәк, уларға юл һалырға, барлыҡ инженер-коммуникация селтәрҙәрен булдырырға кәрәк. Проектһыҙ газ да, һыу ҙа үткәреп булмай. Шундай ҡулса килеп сыға. Ә халыҡҡа һыуы ла, юлы ла, газы ла бөгөндән кәрәк.

Ауылдарҙа ғына түгел, тотош республикала эскелек проблемаһы ла бик киҫкен. Халыҡты айыҡ йәшәүгә ылыҡтырыу, уның гражданлыҡ позицияһын әүҙемләштереү маҡсатында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы ойошторола. Асҡындар был конкурста ҡатнашамы?

- Былтыр конкурстың муниципаль этабында 15 ауыл советынан 10 ауыл ҡатнашып, Ҡарткиҫәк ауылы республика кимәлендә еңеүселәр рәтендә булғайны. Быйыл беҙҙең райондан муниципаль этапта барлығы 21 ауыл ҡатнаша. Был ауылдарға ингән ерҙә махсус эшләткән "Был ауыл "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша" тигән алтаҡта элеп ҡуйҙыҡ. Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы ауыл старосталары менән берлектә эште бик әүҙем башлап ебәрҙе. Бик актив эшләгән ауылдарыбыҙ ҙа, яңы саҡ уянып килеүселәр ҙә бар. Былтыр һәр ауылға йөрөп, ҡатнашығыҙ, шундай саралар үткәрегеҙ, тип, өгөтләргә тура килһә, быйыл ауылдар үҙҙәре инициатива күрһәтә. Хатта һәр ҡайһыһы "Беҙ еңәбеҙ" тигән маҡсат ҡуйған, матур-матур саралар уҙғаралар. Хатта шундай ауыл биләмәләре бар: биләмәгә биш ауыл инһә, барыһы ла ҡатнаша. Айыҡ ауыл ғына түгел, айыҡ биләмә номинацияһы булдырырға ла мөмкин. Петропавловка ауылы бәләкәй генә булһа ла, ошо конкурсҡа ҡушылып, балыҡ тотоу байрамы ла, велоуҙыш та ойошторҙо. Был велоуҙышта 6 йәшлеге лә, 60 йәшлеге лә ҡатнашты. Балалар мәктәптә плакаттар яҙып, шуларҙы тотоп урамға сыҡты. Ул бит ҡулы менән яҙһа ла, мәғлүмәт мейеһендә һаҡлана - шуныһы мөһим.
Ауылдарға был сара бик кәрәк. Былтыр еңеүсе булған Ҡарткиҫәк халҡы йыл дауамында төрлө саралар үткәрҙе, үҙҙәрен телевизорҙан ҡарап рухланды. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙҙәрен-үҙҙәре күтәргән халыҡ йәшәй унда. Хатта уларҙы призлы урын алыу түгел, ә сәләмәт, айыҡ тормош алып барыу идеяһы нығыраҡ рухлындыра, моғайын.

Быйыл республикала Башҡорт теле йылы бара. Асҡындар уны нисек ҡабул итте һәм был йүнәлештә ниндәй эшмәкәрлек алып барыла?

- Дөрөҫөн әйткәндә, әле республика кимәлендә саралар башланмағанда уҡ районда беренселәрҙән булып Башҡорт теле йылын башлап ебәрҙек. Мәктәптәрҙә балалар туған телде өйрәнә. Шәхсән үҙем сығышымды гелән ике телдә әҙерләйем һәм туған тел көнөндә мәктәптә яҡташыбыҙ Кирәй Мәргәндең ижады буйынса дәрес бирҙем. Башҡорт дәүләт университетынан быйыл этнолингвоэкспедиция килгәйне. Халыҡ өсөн был да онотолмаҫ матур ваҡиға булды. Хәтер яңыртылды, күңелдәрҙә һаҡланған ауыҙ-тел ижады өлгөләре, топонимика, тарих иҫкә төшөрөлдө.
Бер нисә мәктәптең 100 йыллыҡ юбилейын ҡотлап, "Арғымаҡ" этно-төркөмө килеүе лә рухландырҙы. Районда "Тере шишмәләр" тигән сара үтте, унда ошо ерлектә генә булған йолалар күрһәтелде. Онотола барған йолаларҙы ҡабаттан тергеҙеү ысын мәғәнәһендә тере шишмәләрҙең ер аҫтынан килеп сығыуына бәрәбәр булды. Шәжәрә байрамы сиктәрендә үткән Ырыуҙар парадына йыл башынан алып әҙерләнде халыҡ. Һандыҡтарҙан 250, 150, 100 йыл элек кейелгән кейемдәр килеп сыҡты. Шуларҙың һыҙмалары буйынса күлдәк-камзулдар тегеп кейелде.
Шулай уҡ күптән түгел республика кимәлендә уҙасаҡ "Һылыуҡай" конкурсының һайлап алыу турының береһе, "Йәшлек-шоу"ҙың беҙҙә үтеүе лә туған телде пропагандалауға ҙур өлөш булды тиер инем. Республиканың Милли оркестры саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеүе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле килеүе халыҡта дәрт уятты. Был ансамбль Асҡын районына һуңғы тапҡыр бынан 55 йыл элек килеп сығыш яһаған булған. Әлбиттә, йыл үтер ҙә китер, әммә милләт, рух, мәҙәниәт, тел йәшәһен тиһәк, ундай сараларҙы үҙебеҙ даими ойоштороп торорға тейешбеҙ һәм ойошторорбоҙ ҙа тип өмөтләнәм.

Тимәк, ышаныслы итеп, Асҡын районы үҙенең 90 йыллығын иҡтисади, социаль яңырыу һәм рухи күтәрелеш менән ҡаршы ала, тип әйтергә мөмкин...

- Район ойошторолоуға 90 йыл тулһа, уның иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнаған "Танып" шифаханаһының барлыҡҡа килеүенә - 15 йыл. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың башланғысы бөгөн матур һөҙөмтәләр бирә һәм беҙ уға бик ҙур рәхмәтлебеҙ. Уның идара иткән ваҡытында төҙөлгән социаль объекттар барыһы ла яҡшы эшләп килә. Шулай уҡ миңә тиклем районды етәкләгән барлыҡ етәкселәргә лә рәхмәтлемен, сөнки улар ошо вазифаны күпме биләгән - ошо осорҙа һәр ҡайһыһы район өсөн көсөн, тәжрибәһен һалған, эшләргә, райондың данын күтәрергә тырышҡан. Минең был вазифала эшләүемә әле йыл ярым ғына, шул арала күкрәк һуғып әйтерлек эштәр ҙә булмағандыр. Әлбиттә, проекттар бик күп, уларҙың һәр береһен аңлап, уйлап, үҙгәрештәр индерергә тура килә. Барыһы ла һинең теләктән генә лә тормай, финанс яҡтан да ауырлыҡтар бар. Дөйөм алғанда, райондың бөгөнгө хәлен яҡшыртыу һәм республика кимәлендә танытыу кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, хатта ҡайһы берәүҙәр Башҡортостанда Асҡын районы бар икәнен дә белмәүе ихтимал. Шуға күрә республиканың көньяғында - Сибай, төньяғында - Нефтекама форпост булһа, төньяҡ-көнбайышта ул Асҡын районы булырға тейеш.
Үҙем мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәс, ошо өлкә буйынса етәкселәр менән шәхсән танышмын һәм шул өлкәләргә нығыраҡ иғтибар бирәм. Йәштәр лайыҡлы белем алып, уларҙа юғары мәҙәниәт тәрбиәләһәк, улар төрлө уҡыу йорттарында уҡып, кире тыуған яғына ҡайтһа ғына районыбыҙҙың киләсәге буласаҡ, иҡтисади, социаль хәле лә яҡшырасаҡ, сөнки йәш кадрҙар икенсе төрлө уйлай, ҡараштары башҡа, заман менән бергә атлайҙар. Шуға, һуңғы арала күп кенә йәш кадрҙарҙы ҡайтарыуға өлгәштек. Район советына ла, ауылдарҙа ла бик күп йәштәр депутат итеп һайланды.

Шулай итеп...
Ришат Марат улы менән әңгәмәләшкәндә уның хаҡында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, "Надежда" редакция-нәшриәт комплексы етәксеһе Фәйрүзә Юнысованың әйткәндәренә тағы бер тапҡыр инанылды: "Ришат Марат улынан рух бөркөлөп торған өсөн районда шундай рухлы эштәр тормошҡа ашырыла. Уның бөгөн башҡарған эштәренең емештәре тағы ла әллә күпме ваҡыт үткәс күренер әле. Бер ниндәй сәйәсәт тә, бер ниндәй иҡтисад та мәҙәниәтһеҙ йәшәй алмай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ та, ниндәй генә ауыр мәлдә лә халыҡ йыр һуҙған, бейеү һалған. Юғары мәҙәниәт кенә рухи тамырҙарға һут бирә, юғары мәҙәниәтле кеше генә иҡтисадты ла, сәйәсәтте лә күтәрә ала. Ошо хәҡиҡәтте аңлап эш итә беҙҙең йәш, энергиялы, рухлы етәксебеҙ..."

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.20 | Ҡаралған: 50

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 2021 йылдың тәүге яртыһы өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө" аҙналығына республиканың һәр район-ҡалаһында, ауылында 725 һум 58 тингә яҙылып, дуҫлыҡты дауам итергә саҡырабыҙ. Бер-беребеҙгә кәрәкле, бер-беребеҙгә терәкле фекер уртаҡлашыусылар булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2020 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt