«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЙМОРАТОВҠА ЫСЫНБАРЛЫҠ КҮҘЛЕГЕНӘН...
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Шайморатов генерал" исемле документаль тамашаны сәхнәләштереү буйынса эш башланды. Был турала спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләне.

- Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов тураһында беҙҙең М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында быға тиклем дә спектаклдәр ҡуйылғаны булды. Тамашасыларыбыҙ, моғайын, 1998 йылда драматург Флорид Бүләков пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән "Шайморатов генерал" спектаклен хәтерләйҙер. Әммә атамаһынан уҡ күренеүенсә, был билдәле йырҙан алынған һүҙҙәр һәм спектакль генералдың биографияһын, тарихи ысынбарлыҡты сағылдырманы. Тамашасыға 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ яугир-геройҙарыбыҙҙың дөйөмләштерелгән образын күрһәтеү төп маҡсат ине. Шулай ҙа үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып 2000 йылдар башына тиклем, тип әйтерлек, Миңлеғәли Шайморатовҡа ҡағылышлы бер әҫәр ҙә сәхнәләштерелмәүен иҫәпкә алһаҡ, был тамаша ла насар булманы. Ул хронологик булмаған хәтирәләр рәүешендәге спектакль ине. Шуға ярашлы актерҙарҙың кейемдәре лә көлһыу төҫтә булды һәм беҙгә, ул саҡтағы хәрбиҙәр формаһына кейемдәрегеҙ тап килмәй, тип тә иҫкәрмә яһағайнылар. Ләкин спектаклдең ҡуйыусы төркөмө хәтирәләрҙә генә йәшәгән әруахтарҙы тергеҙеү өсөн аңлы рәүештә шулай эшләгәйне. Шайморатов генерал образы ла йыйылма: ул һынылышлы мәлдәрҙә йәш сағында һөйгән йәренә мөрәжәғәт итеп, көс туплай, улын белә-күрә ҡатмарлы алышҡа ебәреп, үлемгә дусар итә...
Ә бөгөн беҙ эшләгән спектакль ошоноң ҡапма-ҡаршыһы буласаҡ һәм документаль, реаль ысынбарлыҡты сағылдырасаҡ. Театрҙың тәҡдиме буйынса сценарийын рәсми документтарға нигеҙләнеп Зөһрә Бураҡаева яҙҙы. Генерал-майорҙың бөтә биографияһын уҡ сағылдырып булмаһа ла, был мөмкин дә түгел, ысынбарлыҡтағы факттар буйынса эшләйбеҙ. Белеүегеҙсә, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың яҙмышы буйынса мәғлүмәттәр совет заманында ябыҡ булды. Уның менән бергә дәһшәтле һуғыш михнәттәрен татыған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының да генерал тураһында һөйләргә хаҡы булмай, сөнки ул хәбәрһеҙ юғалғандарҙан иҫәпләнде. Ул осорҙа баҫылған китаптарҙа ла, хатта Әхтәм Ихсандың "Саҡма тояҡ аттарҙа" документаль повесында ла Миңлеғәли Минһажетдин улының шәхесе асылмай. Ә бит ул бик үҙенсәлекле кеше була. Ябай батрак ғаиләһендә тыуып үҫһә лә, үҙенең ныҡышмаллығы арҡаһында Мәскәүҙә тәүҙә Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, унан М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай һәм ҡытай, инглиз, немец, уйғыр, француз, ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белә. Ҡытайҙа 4 йыл хәрби командировкала йөрөй, хатта Кремль полкы командиры була заманында. Бына ошолар тураһында шәхестең феноменаль яҙмышын өр-яңы күҙлектән асырға ниәтләп, документаль-әҙәби әҫәр әҙерләйбеҙ. Ижад емешебеҙ ноябрь айы баштарына өлгөрөр һәм тамашасыларыбыҙ менән М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Кесе залында осрашырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, спектакль буйынса шулай уҡ Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров, йыр-моң бүлеге етәксеһе Урал Иҙелбаев, мөхәррир Динара Ҡәйүмова эшләйәсәк һәм тарихсы Салауат Хәмиҙуллин ҡуйыусы төркөмдөң кәңәшсеһе итеп саҡырылған.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.20 | Ҡаралған: 408

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru