«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛДӘН АҒАС СЫҒАРЫУ ТЫЙЫЛДЫ
+  - 


Ил Президенты Владимир Путин япраҡлы һәм ылыҫлы ағас материалдарын эшкәртелмәгән килеш илдән сығарыуҙы тыйҙы. Ошо хаҡта фекерегеҙ ниндәй?

Баязит СОЛТАНҒУЖИН, Йылайыр урман хужалығы Хәйбулла бүлексәһе хеҙмәткәре:
Беҙҙең илдә урман, ағас темаһы иң киҫкен проблемаларҙың береһе. Дөрөҫөн әйткәндә, урман беҙҙең менталитет аңында - ул аяуһыҙ ҡырыу, уғрылыҡ объекты, илдең тәбиғи байлығына ҡарата хужаһыҙлыҡ, битарафлыҡ, ҡырағайҙарса мөнәсәбәт сағылышы. Шундай илдәр бар: унда бер төп ағас та ҡәҙерле, иҫәптә һәм контролдә тотола, бер төп ағас ҡырҡҡан өсөн ҙур күләмдә штраф түләтелә, сөнки уларҙа Рәсәйҙәге һымаҡ иҫәпһеҙ-ҡәҙерһеҙ байлыҡ юҡ. Шуға күрә, сит илдәр беҙҙән мөмкин тиклем арзан хаҡҡа йә булмаһа коррупцион юлдар аша сифатлы ағас һәм ағас материалдарын ҡулға төшөрөргә тырыша. Урман байлығына хужа булып алған йылғыр әҙәмдәргә шул ғына кәрәк тә: улар законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыу, ил байлығын урлау юлы менән ситкә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡиммәтле ағас оҙата.
Миҫал артынан алыҫ йөрөргә лә түгел, был үҙебеҙҙең Башҡортостан урмандарын тәләфләүҙән дә күренә: Йылайырҙан ғына ла көн һайын шалҡандай ағас, бүрәнә, башҡа төр ағас материалдары тейәгән тиҫтәләгән йөк машиналары Ырымбур тарафтарына юл ала. Күрше райондарҙа ла шул уҡ хәл: ағасты нисек тә аҡсаға әйләндереү бар белгәндәре.
Элегерәк, исмаһам, 2006-2007 йылдарға - Рәсәй Федерацияһының яңы Урман кодексы сыҡҡанға тиклем, тейелгеһеҙ һаналған урман участкалары була торғайны, әммә урман байлығын ҡулға төшөрөргә хыялланған ҙур чиновниктар йоғонтоһонда яҙылған яңы закон буйынса урман фәҡәт айырым кешеләр өсөн ҡулланыу, байығыу объектына әүерелде. Кем генә хужа түгел хәҙер Башҡортостан урмандарына! Сит компаниялар, айырым бизнесмендар, уларҙан ҡала - арендатор-ҡуртымсылар... Үҙебеҙҙең ҡуртымсылар ҙа аяу белмәй хатта. 49 йылға ҡуртымға алып, аҡса өсөн шул участкаларындағы һуңғы ағасты ла йығып һалырға әҙерҙәр. Улар эшләгән диләнкәләр ҡола яланға әйләнә, ҡырҡылған ағастар урынына яңыларын ултыртыу мәсьәләһе менән әллә ни баш ватып тормайҙар. Өҫтәүенә, быйылғы янғындар ҙа бик ҙур зыянға һалды.
Ағас ултыртыу, тигәндән, БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдиновтың был тәңгәлдәге бурысты контролгә алып, урмандарҙы тергеҙеү, ағас ултыртыу мәсьәләһенә айырым иғтибар биреүе күңелгә бер аҙ йыуаныс бирә, әлбиттә. Яңыраҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә министр ҡырҡылғанға ҡарағанда республикабыҙҙа күберәк ағас ултыртыла, тип хәбәр итте. Бының өсөн, йәғни урмандарҙы тергеҙеү һәм был эштәр өсөн махсус техника һатып алыуға федераль бюджеттан 211,2 млн аҡса бүленде, тине ул. Һөҙөмтәлә был аҡсаға ағас орлоҡтары һәм үҫентеләре запасы тупланған, 23 берәмек янғынға ҡаршы һәм башҡа төр урман техникаһы һатып алынған. Белгестәр фекеренсә, янғындарға ҡаршы көрәштә быйыл тап ана шул яңы техника ярҙамы ныҡ тейгән дә икән, бик хуп. Министр үҙенең күптән түгел "Башҡортостан" гәзитенә биргән интервьюһында ла ошо хаҡта әйтә: быйыл 7440 гектарҙа ағас ултыртыу ҡаралған булһа, шуның 6500 гектарында ултыртылды ла инде, ҡалғаны ошо айҙарҙа тамамланасаҡ, ти ул. Ағас ултыртыу, урмандарҙы тергеҙеү Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың да иғтибар үҙәгендә булыуы был өлкәлә яҡшыға өмөтләндерә. Күпме генә урман ҡырҡылһа ла, уның урынына тағы ла күберәк ағас ултыртылырға тейеш, тигән ҡарашта етәксе. "Быйыл урмандарҙы тергеҙеү күләме 100 проценттан да ашып китергә тейеш. Хужалыҡ эшмәкәрлеге беҙҙән һуң урмандың кәмеүенә килтерергә тейеш түгел", - тине республика етәксеһе әлеге кәңәшмәлә.

Әғләм ШӘРИПОВ, биология фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының өлкән ғилми хеҙмәткәре: Урман илебеҙҙең милли байлығы, ләкин ошоға тиклем йәшәп килгән ошондай ҡараш урмандарыбыҙҙың башына етә яҙҙы, шуға күрә тәбиғи хазинаға ҡарата илдә мөнәсәбәт тамырынан үҙгәрергә тейеш, тип уйлайым. Сөнки ниндәй генә байлыҡ та, әгәр уға һаҡсыл, хәстәрлекле ҡараш юҡ икән, ғүмер буйы бөтмәҫ-төкәнмәҫ булып ҡала алмай. Биолог, урман һәм урман хужалығы өлкәһендә белгес Алексей Ярошенко әйтмешләй, тап бына әлегеләй "Рәсәй урманы бөткөһөҙ" тигән миф илдең урман хужалығына бик ҙур зыян килтерҙе һәм ысын мәғәнәһендә милли хәүеф сығанағына әүерелде. Тап ана шундай яуапһыҙ, вайымһыҙ мөнәсәбәт 2003-2006 йылдарҙа яңы урман кодексын төҙөгәндә ҡатнашҡан йә шуға йоғонто яһаған лоббистар - принципһыҙ әҙәмдәрҙең төп принцибына әйләнде. Һөҙөмтәлә Рәсәй урман хужалығы меңәрләгән эш урындарын юғалтты: уларҙың кәрәге бөттө, тигән һылтау менән лесник-урман ҡарауылсылары һәм урман белгестәре - лесничийҙар штатын ҡыҫҡартырға мәжбүр булды.
Шулай итеп, урмандар ҡарауһыҙ тороп ҡалды һәм уны талауға юл асылды. Һөҙөмтәлә Рәсәй урмандары - еребеҙ, планетабыҙҙың "йәшел үпкәһе" йылдан-йыл ҡаҡшай, юҡҡа сыға бара. Шуныһы үкенесле: бизнес, кеҫә ҡалынайтыу маҡсаты менән күҙҙәре тонған урман ҡырыусылар реликт ағастарҙы ла аяп тормайҙар хатта. Әлеге ғалим-эксперт Ярошенко әйтеүенсә, Рәсәйҙә былай ҙа запасы ҙур булмаған имән, бук (карпат имәне), йәсин (ҡорос ағасы), саған, сәтләүек ағастары тулыһынса юҡ ителеү алдында. Шулай уҡ ҡиммәтле тоҡомло ылыҫ, ҡарағас ағастары запасы ла кәмене. Ә бит бындай хәлде үҙгәртеү өсөн мөмкинлектәр юҡ түгел. Әгәр урман хужалыҡтары эшмәкәрлеген яңынан һөҙөмтәле итеп ойоштороп, яланға әүерелгән яланғас диләнкәләрҙә, файҙаланылмай ятыуҙан ҡый үләне баҫҡан ташландыҡ ауыл хужалығы ерҙәрендә урман ултыртыуҙы йәнләндергәндә, еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны тергеҙелер ине. Үкенескә, был тиҙ генә эшләнә торған эш түгел - ҡырып, юҡҡа сығарыуы ғына тиҙ. Урмандарыбыҙҙы тергеҙеү өсөн кәмендә 20-30, ҡайһы бер ағастар өсөн хатта 50 йыл кәрәк буласаҡ. Шуға күрә булғанды һаҡлау, ҡәҙерен белеп тотоноу фарыз.
Ошо йәһәттән ил Президенты В.Путиндың, ниһайәт, урман хужалығы мәсьәләһенә иғтибар йүнәлтеүе бик хуп. Дөрөҫ, һуңыраҡ булһа ла, уң булһын, тигәндәй, был өлкәлә эштәрҙе тәртипкә һалыу урман мафияһының енәйәтсел шөғөлөнә юлды ябыр, тип өмөтләнге килә. Бөрйән урмандарында ла, тотош илдәге кеүек үк, законһыҙлыҡ күренештәре хөкөм һөрә: сит-ят компаниялар, байҙар хакимлыҡ итә урмандарыбыҙҙа. Бәхеткә күрә, Бөрйән урмандарының байтаҡ өлөшөн Шүлгәнташ (дөйөм майҙаны 22 мең га) һәм Башҡортостан (40 мең га) дәүләт ҡурсаулыҡтары, "Алтын солоҡ" заказнигы (80 мең га) ғына ҡотҡарып тора. Ниндәй генә ылыҡтырғыс "өлөш" булмаһын, был ерҙәргә бер кем дә яҫҡына алмаясаҡ. Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте - ул тотошлайы менән ҡурсаулыҡ итеп танылырға тейешле уникаль төбәк тә бит, аҡса, бизнес үҙенекен итә: байҙарҙыҡы замана. Республикабыҙ урмандары ла аяуһыҙ ҡырҡылып, көнө-төнө ситкә ташыла. Бындай хужаһыҙлыҡҡа сик ҡуйылһын, Президент ҡарары закон нигеҙенә һалынып, тейешле һөҙөмтәһен бирһен ине.

Фәйрүзә ИШДӘҮЛӘТОВА, хеҙмәт ветераны: Ҡиммәтле ҡарағас һәм ылыҫлы ағастарҙы һәм уларҙан эшкәртелмәгән ағас материалдарҙы илдән ситкә сығарыуҙы тыйыу тураһындағы ҡарар күптән кәрәк ине. Ошоға тиклем күпме законһыҙлыҡ ҡылынды: ҡырылды, урланды, ситкә һатылды урман. Ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, тиҙҙән урларға ағас та ҡалмясаҡ инде беҙҙә, сөнки фәҡәт файҙаланыу, ҡулланыу мәнфәғәтен генә ҡайырыуҙан урмандар мөсһөҙләнде, хатта тайгаларҙа бушлыҡтар барлыҡҡа килде. Рәсәй ағасы күптән инде яйға һалып алынған шыма юлдар һәм каналдар аша көнө-төнө ситкә ағыла. Ил ҡаҙнаһы урман мафияһы шөғөлөнән миллиардлаған һумдарҙа зыян күрә, меңәрләгән гектар урмандар юҡҡа сыға. Миҫалға һыуҙан да, ҡоро ерҙән дә зыян күреүсе, талау объектына әйләнгән Алыҫ Көнсығышты ғына алайыҡ. Бер яҡтан, Рәсәй территорияһының һыу киңлектәре байлығы - балыҡ, ыуылдырыҡ, кальмар һәм башға төр диңгеҙ деликатестары законһыҙ байығыу, контрабанда сығанағы булып хеҙмәт итһә, икенсе яҡтан, уның тайга урманы таланыуға дусар. Алыҫ Көнсығыш тайгаһы тулыһынса тип әйтерлек ҡытайҙар ҡулында, тиҙәр ине бер заман. Рәсәй Тәбиғәт министрлығы башлығы Дмитрий Кобылкин әйтеүенсә, эшкәртелмәгән ҡиммәтле ағастың 70 проценты Ҡытайға экспортлана икән. Байкал аръяғы, Красноярск, Алтай крайҙары, Свердловск, Киров, Вологда өлкәләре, Бүрәт республикаһы һәм Карелияла урмандар нигеҙҙә криминаль төркөмдәр, бурҙар ҡулында.
Башҡортостан урманы ла көн-төн ситкә ташыла. Ошо йылдың 7 - 27 сентябрендә дәүләт урман инспекторҙары полиция һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелгән "Урман" оператив-киҫәтеү операцияһы һөҙөмтәләре лә был хаҡта асыҡ һөйләй. Ошо осор эсендә 300-гә яҡын рейд үткәрелгән. Унда йәмғеһе 4 мең кубометр йөк тейәгән 355 берәмек автотранспорт техникаһы тикшерелгән. Шуларҙан урман законын боҙоу юлы менән 120,6 кубометр ағас тейәп сыҡҡан 11 йөк машинаһы тотолған. Ошо 20 көнлөктә барлығы 88 закон боҙоу осрағы асыҡланған, шуларҙың 31-е 285 кубометр ағасты законһыҙ ҡырҡыуҙа ғәйепләнә. Тикшереү һөҙөмтәһендә 5 енәйәт эше ҡуҙғатылған.Был закон боҙоуҙар арҡаһында урман фондына 3375,5 мең һум зыян килтерелгән. Бынан тыш, ағас ташыуға документтары дөрөҫ тултырылмаған 57 осраҡ административ хоҡуҡ боҙоу булараҡ теркәлгән. Ошондай рейд-тикшереүҙәр йышыраҡ ойошторолһа, урман хужалығында күптән инде ниндәйҙер тәртип урынлашыр ине, моғайын.
Рәсәйҙә урман браконьерҙарына ҡаршы башҡа төрлө көрәш саралары ла ҡулланыла башлаған, имеш. РФ Тәбиғәт министрлығы менән берлектә Рәсәй урман хужалығы берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы нигеҙендә ағас һәм уның менән эш итеүҙәрҙе иҫәпкә алып, ағасҡа ҡағылышлы бөтөн документацияны электрон күҙәтеүгә алған. Урман массивтарын космостан күҙәтеп мониторлауҙы тиҙләтһәләр, был урман ҡырҡыуҙарҙы оператив тикшереп торасаҡ һәм законһыҙ шөғөлдәргә юлды ябасаҡ, тип көтөлә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 402

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru