«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСАМЫ? БӨГӨН БАР УЛ, ИРТӘГӘ - ЮҠ!
+  - 


Йорт алдындағы уйын майҙансығынан балалар өҙөлмәй. Бына әле лә 5-6 баланың уйнағанын себеш көткән инәләр кеүек ике өләсәй уяу күҙәтә. Ирекһеҙҙән, уларҙың һөйләшеүенә шаһит булырға тура килде: "Шөкөр, әлдә ошо балалар бар, ни менән көн үткәрмәк кәрәк. Күршеләр ҙә, минең балалар ҙа кескәйҙәрҙе баҡсаға йөрөтмәйбеҙ, сир ваҡыты, хәүефле заман бит. Уларҙы саф һауаға алып сығып, уйнатып индереүҙе үҙ өҫтөмә алдым әле", - ти өләсәйҙәрҙең йәшерәге. Өлкәне лә һүҙгә ҡушыла: "Бер осор бында уйнарға балалар ҙа ҡалмағайны, әле, шөкөр, ҡала ҡатындары ла бала таба башланы. Дөрөҫ эшләйҙәр, ниңә тапмаҫҡа: хөкүмәт күпме аҡса түләй уларға. Беҙҙең заманға эләкмәне шул бындай ярҙам"...

Эйе, күрер күҙгә хәҙер ҡалала ла балалар етәкләгән, коляска менән йөрөргә сыҡҡан һәм ауырлы ҡатындар аҙым һайын осрай, улар ысынлап та арта бара кеүек. Тик һуңғы ваҡытта ошо йылы тойғоно ҡоро һәм рәсми статистика һандарының һыуындыра төшөүе аптыратып та ҡуйҙы. Башҡортостанда бөтәһе 46305 күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Тимәк, беҙҙең республика Дағстан, Чечен республикалары һәм Мәскәү ҡалаһынан һуң Рәсәйҙә дүртенсе урында килә. Быға тиклем дә һәм әлеге көндә лә күп балалы ғаиләләр һәр ваҡыт дәүләт сәйәсәтенең иғтибар үҙәгендә булды һәм булып ҡала. Ул ғына ла түгел, һуңғы йылда, айырыуса пандемия менән бәйле осорҙа балалы ғаиләләргә уғата иғтибар һәм ҡәҙер артты. Һәр төрлө пособиелар тәғәйенләү, Әсәлек капиталы түләүҙәрен арттырыу, иҫәпһеҙ-һанһыҙ социаль ярҙам саралары - балалар баҡсаһына сиратһыҙ ҡабул итеүҙән башлап, бушлай мәктәп формаһы, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү, торлаҡ алыуҙа ярҙам, мәктәптә түләүһеҙ туҡланыу, транспортта бушлай йөрөү, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә ташламалар һәм башҡа бик күп өҫтөнлөктәр ҡаралған. Уйлап ҡараһаң, ҡатындарға бала табып, уларҙы тәрбиәләү менән генә мәшғүл булырға кәрәк тә бит... Юҡ, тотош ил күләмендәге кеүек үк, Башҡортостанда ла тыуым кәмей бара. Ошо араларҙа ғына ла АиФ-Башҡортостан, КП-Башҡортостан, интернет биттәрендә "ҡыҙыу тема" рубрикаһы менән "Демография соҡоро", "Тыуымды арттырыу программаһы хәүеф аҫтында" тигән мәҡәлә баштары был хаҡта тәрәнерәк уйланыуҙарға этәрә. Ысынлап та, әлеге өләсәйҙәрҙең береһе ҡыҙыҡҡан аҡса түләү менән генә арттырып булырмы һуң тыуым кимәлен? Парадокс, ләкин бөгөн кешене ҡыҙыҡтырырлыҡ аҡсанан башҡа тағы ниндәй сара бар икән һуң?
Эйе, тыуым кимәле кәмегәндән-кәмей. Баштаныраҡ төшөп әйткәндә, һуңғы 20 йылда республика халҡы 82 меңгә кәмегән, был үҙе бер ҙур булмаған ҡала хәтлем, тип яҙылғайны был хаҡта. Йыл башында уҡ әле демография проблемаһына иғтибар итеп, "Башинформ" Рәсәйҙә дөйөм тыуым коэффициентының 1,3-кә, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кимәлгә төшөүе хаҡында хәбәр иткәйне. Башҡортостанда иһә был күрһәткес 2014 йылда 1,9 булһа, унан һуң йылдан-йыл шулай уҡ кәмеү күҙәтелә башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров йыл башында уҡ әле: "Әгәр тыуымды арттырыу буйынса комплекслы саралар күрелмәһә, 4 миллионлы республиканың 3 миллионға тороп ҡалыуы ҡурҡыныс төш кеүек буласаҡ", - тигәйне. Былтыр ул 2024 йылға тиклем Башҡортостанды социаль-иҡтисади үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указға ҡул ҡуйып, мөһим төп йүнәлештәрҙең береһе тип республика халҡын 4,1 млн кешегә тиклем арттырыу бурысын билдәләне. Тыуымдың кәмеү сәбәптәре күп төрлө һәм улар хаҡында күп яҙыла, шуға күрә, сәбәптәргә туҡталып тормайынса, тыуым кимәлен арттырыу юлдары һәм саралары хаҡында бер нисә һүҙ ҡыҫтырыу урынлы булыр кеүек. Әйтеп кителеүенсә, ил буйынса тыуымды арттырыуҙа аҡсалата дәртләндереү әлегә төп сараларҙың береһе булып тора. Аҙ тәьмин ителгән һәм балалы ғаиләләргә байтаҡ пособие түләнә бөгөн. Ләкин бюджет наҡыҫлығы арҡаһында даими рәүештә аҡса түләүҙәрҙе дауам итеү мөмкинлеге булмаясағына ла ишаралап ҡуя власть эйәләре. "Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума" тигән һымаҡ, төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эксперттары тарафынан республикаға мигранттар саҡырып, уҡытып, Рәсәй гражданлығы биреп, халыҡ һанын арттырыу кеүек сәйер генә тәҡдим дә яңғырап ҡуйҙы хатта. Ярҙамсы репродуктив технологияларға мөрәжәғәт итеп, ЭКО ысулын күберәк ҡулланыу хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатылды.
Эйе, был тәҡдимдәр барыһы ла аптырағандың көнөнәндер, ләкин төп мәсьәләнең бөтөнләй икенселә булыуы бөтәбеҙгә лә яҡшы мәғлүм. Бөтә бәлә илдең социаль-иҡтисади йәһәттән һис кенә лә алға бара алмауында. Бер урында тапаныуҙарҙы пандемия тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Һөҙөмтәлә эшһеҙлек артты, фәҡирлек сигендә йәшәүсе ғаиләләр күбәйҙе. Кешеләр иртәгәһе көнгә ышанысын юғалтты, даими стресс, тотороҡһоҙлоҡ шарттарында күптәр өсөн бала табыу түгел, эш табыу ҡайғыһы тәүге урында. Аҡса таратыу юлы менән тыуымды күтәрергә тырышыу - ваҡытлы сара, сөнки аҡса бөгөн бар, иртәгә - юҡ. Ә баланы табыу - тимәк, уның яҙмышы өсөн ғүмерлек яуаплылыҡ алыу, уның ышаныслы киләсәген ҡайғыртыу ул. Ата-әсәнең бит бөгөнгөһөнән бигерәк баланың киләсәге өсөн йөрәге һыҙлай. "Иле ныҡтың биле ныҡ", тигәндәй, эшле, ашлы, иртәләре тотороҡло илдә, әлбиттә, бала үҫтереү - үҙе бер бәхет кенә булыр ине. Ләкин байҙар - байый, ярлылар фәҡирләнә барған һәм улар араһы ике ҡотопҡа әйләнгән бер заманда иң тәүҙә хәйерселекте бөтөрөү, социаль тигеҙлек принциптарын тергеҙеү, мәрхәмәтлек, изгелек төшөнсәләре хаҡында уйланыу, илдең нигеҙен нығытыу саралары күреү иң мөһим бурыс түгелме ни бөгөн? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡыусыларыбыҙ?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 536

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru