«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ БАШҠОРТБОҘ - ГӘРӘЙ БУЛА ЫРЫУЫБЫҘ
+  - 


Башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң рәсми документтарҙа Гәрәй олоҫо ла телгә алына башлай. Ул артабан икегә бүленеп, Ил-Гәрәй һәм Урман-Гәрәй олоҫтарын барлыҡҡа килтерә. 1728 йылда 4 башҡорт даруғаһынан Петр II исеменә ебәрелгән челобитнаяға тамғаларын ҡуйған башҡорт юлбашсылары араһында Гәрәй олоҫонан Мөҙәй Илмәтов тигән кеше лә була: "Уфимского уезду Казанской дороги дер.Ялан (т.е. Елан) Яркай свой знак приложил, дер. Чанай (т.е. Еней) Апас мулла руку приложил..., дер. Киргиз МяскавТапиев сынсвой знак приложил, дер. Гирей Мудай Илмитов сын свой знак приложил". Ошо уҡ йылда төҙөлгән икенсе бер документта Гәрәй олоҫоноң Урман-Гәрәй ауылы башҡорто Килмәмәт Байғазин телгә алына. Үҙ ырыуҙаштарынан айырылып киткән гәрәй башҡорттарының бер өлөшө Ҡыпсаҡ олоҫонда Гәрәй-Ҡыпсаҡ аймағын хасил итә.
Ил-Гәрәй аймағы ерҙәре Ағиҙел йылғаһының түбәнге тарафында булһа ("по Белой реке, по обе стороны леса и степи"), Гәрәй-Ҡыпсаҡ биләмәләре хаҡында бер тарихи сығанаҡта "за Гирейскими горами", тип әйтелә. Бында, күрәһең, һүҙ Көньяҡ Уралдың хәҙерге Ишембай районы территорияһы буйлап һуҙылған Алатау һәм Ҡалу һырттары хаҡында бара.
XVII-XVIII быуаттарҙа береһе артынан икенсеһе тоҡанып торған башҡорт ихтилалдарында Гәрәй олоҫо һәр саҡта ла ваҡиғалар үҙәгендә була. Батша хөкүмәте, башҡорттар ихтилалға күтәрелмәһен өсөн, уларҙың иң күренекле шәхестәрен аманатлыҡҡа ала башлай. Мәҫәлән, 1662-1664 йылдарҙағы ихтилал осоронда байтаҡ ҡына тархан һәм старшиналар аманат итеп тотола, улар араһында, тарихи документта теркәлгәнсә, Гәрәй олоҫо старшинаһы ла була: "Гирейской волости деревни Биртюковы Кутлугушко Биртюков". Пугачев бунты барышында Ҡаҙан зинданында Ҡаҙан даруғаһынан аманат итеп алынған 11 старшина араһында Гәрәй олоҫо старшинаһы Аҙнағол Мутин дә була. 1869 йылда, төрки телендәге ҡулъяҙманан алынып нәшер ителгән бер документта, 1735-1740 йылдарҙағы ихтилал осоронда Килмәк абыз Нурушев етәкселегендәге берләштерелгән башҡорт ғәскәре составында яуҙарҙа ҡатнашҡан башҡорт ырыуҙары вәкилдәре хаҡында ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "Были тут из Букатин, Кипчаков, Тамъянцев, Бурджана, Пчкака, Урана, Киршина,Кури, Кубави, Карайцев, Шурана, три группы от киргизцев, четыре группы от Елана и другие". Гәрәй ырыуының иң билдәле тарихи шәхестәре араһында иң элгәре Мутин фамилияһын йөрөткән инсандарҙы айырып әйтергә була. Улар сығышы менән хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы Такталасуҡ ауылына ҡарай. Был арҙаҡлы нәҫел башында 1743 йылға ҡараған документта теркәлгән Гәрәй олоҫо старшинаһы Мута Йәнырыҫов тора. Уның улы Тимер Мутин үҙ заманының билдәле хәрби эшмәкәре булып, тотош башҡорт йәмғиәте кимәлендә оло абруй ҡаҙана. Рәсәй 1756-1763 йылдарҙа алып барған Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша, Ҡара Табын олоҫо старшинаһы, биш йөҙ яугирҙан торған полк командиры Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ярҙамсыһы вазифаһын башҡара. 1757 йылдың 19 авгусында башҡорт яугирҙары, ғәскәри казактар, ҡалмыҡтар, мишәрҙәр менән бергә, артабан Европала киң билдәле булып, һуғыштар тарихына ингән Гросс-Егерсдорф эргәһендәге яуҙа батырлыҡ күрһәтә. Пруссия короле Фридрих II армияһы еңелеүгә дусар була. Башҡорт командирҙарынан Ҡыҙрас Муллаҡаев һәм Тимер Мутин хәрби хеҙмәттәре өсөн юғары наградаға лайыҡ була. Дәүләт Хәрби коллегияһының 1759 йылдың 7 ноябрендәге указында ошолай тип яҙылған: "Овыданных в награждение Казанской дороги Гарейской волости башкирскому старшине Темиру Мутину за оказанные им во время башкирского замешания верности и в бытность в 757-м году на прусской баталии ревностные службы в знак высочайшей к нему милости противу бывшего на оной баталии башкирского старшины Кедряся Муллакаева на саблю деньгах 50 руб."
Ошонан һуң теүәл 100 йыл үтеүгә, 1858 йылда, башҡорттарҙан Дрезден музейы өсөн уларҙың көнкүреш әйберҙәрен һәм милли кейемдәрен һатып алыу менән шөғөлләнгән Рус император географик йәмғиәтенә ебәрелгән хатында Башҡорт ғәскәре командующийы, полковник фон Рейтерн ошолай тип яҙған: "...у отставного хорунжего Абдулбасыра Мутина есть сабля, пожалованная в 1759 г. императрицею Елизаветою Петровною, предку Мутиных в чине полковника, но владельцы продать эту саблюне соглашаются".
1859 йылда Санкт-Петербургҡа императрица Елизавета Петровнаға тоғролоҡ белдереү өсөн башҡорт делегацияһы килә. Бында үҙ сюзеренын таныу маҡсатында ант биреү процедураһына саҡырылған, билдәле кимәлдә үҙаллылыҡҡа эйә булған ил вәкилдәренә генә бирелә торған хоҡуҡ хаҡында һүҙ бара. Был ул замандың оло привилегияһы итеп ҡаралған. Батша ғали йәнәптәре менән шәхси аудиенцияға килә алған башҡорттар уға үҙҙәренең үтенестәрен туранан-тура тапшыра алған. Бына ошо уңай менән файҙаланып, Тимер Мутин иптәштәре менән императрицаға, элекке батшалар тарафынан бирелгән хоҡуҡтарға таянып, аҫаба башҡорт ерҙәрен хоҡуҡһыҙ үҙләштереүҙе тыйыу, ер һатыу акттарын олоҫтоң барса башҡорттары ризалығы менән генә ҡанунлаштырыу хаҡында прошение бирә. Башҡорттарҙың был мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалмай. Ошо йылдың 29 сентябрендә Сенат тарафынан Ырымбур губерна канцелярияһына ебәрелгән указда башҡорт ер эштәрен хоҡуҡҡа ярашлы көйләү талап ителә: "...впредь оному башкирскому народу никому никаких обид и разорений не чинить и в угодьях их насильством не селиться".
1767 йылда батшабикә Екатерина II яңы закондар индереү маҡсатында Уложенный комиссия саҡырыу хаҡында белдерә. Өфө провинцияһы депутаты, Ғәйнә олоҫо старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатовҡа халыҡ наказдарын тапшырыу өсөн һәр олоҫтан өйәҙ поверенныйҙары һайлана. Улар иҫәбендә Ил-Гәрәй олоҫонан Хәлил Иштерәков, Мәҡсүт Шәрипов, Юртый Йәнгилдин, Урман-Гәрәйҙәрҙән - мулла Әхмәр Ҡарашаев, Гәрәй-Ҡыпсаҡтарҙан - Байрамғол Йомағужин була.
Емельян Пугачев етәкселегендәге бунт башланғас, Уса даруғаһының провинция канцелярияһы тарафынан 700 башҡорт кешеһе мобилизация буйынса ғәскәри хеҙмәткә саҡырылып, Урман-Гәрәй олоҫоноң поход старшинаһы, Шүлгән ауылы башҡорто Йомаҡай Асҡаров етәкселегендә походҡа ебәрелә. Әммә башҡорттар ихтилалсылар яғына сығып, Уса даруғаһында баш күтәреүселәр власын урынлаштыра. 1774 йылдың май айында Йомаҡай Асҡаров етәкселегендә хәрәкәт иткән 1000-дән ашыу ихтилалсы Бөрө ҡалаһына һөжүм итә. Бер аҙҙан улар, Салауат Юлаев ебәргән ярҙамсы көстәр менән бергәләшеп, Бөрө ҡалаһын баҫып ала, ә хөкүмәт ғәскәрҙәре отряды менән етәкселек иткән секунд-майор Отто фон Дуве ҡаланы ташлап ҡасырға мәжбүр була. Дөйөм алғанда, Урман-Гәрәй олоҫонан Йомаҡай Асҡаров етәкселегендә 196 йорт, Ил-Гәрәй олоҫонан Аҙнағол Тимеров командаһында 181 йорт, Абдулла Сәйетов командаһында 134 йорт, шулай уҡ Гәрәй-Ҡыпсаҡ олоҫонан Арыҫланбәк Мәҡшиғолов етәкселегендә 108 йорт башҡорттары ошо ихтилалда бик әүҙем ҡатнаша.
Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымы буйлап, Гәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба биләмәләре йәйрәп ята. Был ерҙәрҙең байтаҡ өлөшө хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районының үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ауыл биләмәләренә ҡарай. Шулай уҡ Башҡортостандың Краснокама районы башҡорттарының күпселеге гәрәй башҡорттары нигеҙ һалған ауылдарҙа көн итә. Краснокама районы менән сиктәш Илеш һәм Ҡалтасы райондары ауылдарында ла гәрәй ырыуы башҡорттары вариҫтары йәшәй. Варза һәм Гәрәй йылғалары буйында, хәҙерге Яңауыл һәм Тәтешле райондары сигендә урынлашҡан 20 ауылға шулай уҡ гәрәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Илеш районында: Хажы, Иҫке һәм Яңы Бейектау, Медведево (Иҫке Айыу), Теләкәй ауылдары. Краснокама районында: Яңы Балтас, Иҫке һәм Яңы Уразай, Яңы Суғанаҡ, Ҡуян, Иҫке һәм Яңы Бөртөк, Иҫке Аткүл, Ҡыҙғау, Иҫке һәм Яңы Ҡабан, Иҫке һәм Яңы Ҡайынлыҡ, Яңғыҙнарат, Иҫке һәм Яңы Нуғай, Иҫке Әшит, Баръяҙыбаш, Яңы Хажы, Түбәнге Таҡталасыҡ, Яңы Аҡтанышбаш, Яңы Мерәҫ, Яңы Мошты ауылдары. Ҡалтасы районында: Яңы Гәрәй, Яңы Әшит, Шәрип, Яңы Бурһыҡ, Буралы, Яңы Аткүл, Илсебай ауылдары. Яңауыл районында: Асауҙыбаш, Иҫке һәм Яңы Алдар, Сибәҙе, Юсыҡ, Үрге һәм Түбәнге Сат, Тау, Салих, Урал, Йөгәмеш, Ямаҙы ауылдары. Тәтешле районында: Иҫке Аҡбулат, Түбәнге Ҡоҙаш, Асыуйылға, Борғынбаш, Күрҙем, Сараштыбаш, Ҡашҡаҡ, Шишмә, Шүлгән ауылдары. Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районында: Әжәкүл, Аҡтанышбаш, Балтас (Таҡталасыҡ һәм Әжәкүл түбәләренең бер үк исемле ауылдары), Бурһыҡ, Үрге һәм Түбәнге Гәрәй, Иҫке һәм Яңы Жиәш, Илсебай, Ирмәш, Ҡуян, Мерәс, Таҡталасыҡ, Теләкәй (Таҡталасыҡ һәм Әжәкүл түбәләренең бер үк исемле 2 ауылы), Уразай, Шәрип, Ямалы ауылдары.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 39-42-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 406

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru