«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИРҘӘН ҺУҢ ОРГАНИЗМДЫ НИСЕК ТЕРГЕҘЕРГӘ?
+  - 

Коронавирус инфекцияһын еңел, симптомһыҙ үткәргән пациенттарға ла медицина реабилитацияһы кәрәк һәм ул мотлаҡ табип күҙәтеүендә үтергә тейеш. Был процесс бер нисә аҙнанан бер айға тиклем, айырым осраҡтарҙа бер йылғаса һуҙылыуы мөмкин. Сирҙе нисек еңел үткәрергә, нисек итеп тиҙерәк һауығырға һәм эҙемтәләр ихтималлығын кәметергә? Был хаҡта Республика табип-физкультура диспансерының медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире Елена ИБРАҺИМОВА бына нимәләр белдерә.

Билдәләре. Коронавирус сиренең билдәләре төрлө вариацияла булыуы мөмкин: тәм, еҫ һиҙмәү, тын алыуы ауырлашыу, тын ҡыҫылыу, күкрәк ситлегенең ҡыҫыуы, ҡоро йүтәл; температура күтәрелеүе, өшөү, быуындар һәм мускулдар ауыртыуы, даими арыу тойғоһо, баш ауыртыу, эс китеү, күңел болғаныу, ҡоҫтороу. Йәштәрҙә ул үрге тын алыу юлдары менән сикләнһә, ололарҙа билдәләр ул тиклем үк асыҡ булмауы ла мөмкин. Шуға ла был диагноз ҡуйыуҙы ауырлаштыра, һөҙөмтәлә яңылыш диагноз ҡуйыла йәки билдәләнгән дауа һөҙөмтә бирмәй. Оло йәштәге пациенттарҙа елһенеү процесы симптомһыҙ үтеүе ихтимал. Был иммунитеттың түбәнәйеүе, һаҡланыу көстәренең көсһөҙләнеүе менән бәйле. Юғары температуралы биҙгәк күҙәтелмәүе, тән температураһы 37 градустан артыҡ күтәрелмәүе йәки инфекция процесы осоронда үҙгәреүе мөмкин. Шуға күрә ололарға үҙ сәләмәтлектәренә иғтибарлы булырға һәм тәүге билдәләр күренеү менән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
COVID-19 менән сирләүселәрҙә ниндәй өҙлөгөүҙәр осрай? Сир бик йыш ауыр үтә, унан кәмендә ике аҙна дауаланалар. Әлегә коронавирустан һуң ниндәй өҙлөгөүҙәр булыу ихтималлығы аныҡ билдәле түгел. Хатта инфекцияны еңел һәм симптомһыҙ үткәреүселәр ҙә бынан азат түгел. 65 йәштән өлкәндәр бигерәк тә хәүеф аҫтында, сөнки уларҙың иммунитеты көсһөҙләнгән, танау ҡыуышлығының һәм тын алыу системаһының башҡа лайлалы өлөшө үҙенең һаҡлау функцияһын үтәп өлгөрә алмай. Һөҙөмтәлә инфекция сирен ҡуҙғытыусы ҡанға үтеп инә һәм тотош организмға тарала. Был торош хроник сирҙәр менән тағы ла ҡатмарлаштырыла.
Дөйөм алғанда, ауырығандан һуң хәл булмай, тиҙ арыта, иммунитет эшмәкәрлеге боҙола һәм организмдың вируслы ауырыуҙарға ҡаршы тороуы кәмей. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, коронавирус үпкәләргә генә түгел, тотош организмға кире йоғонто яһауы менән хәүефле. Тын алыу, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан, репродуктив, бәүел-енес системалары эшмәкәрлеге үҙгәрә.
COVID-19 өҙлөгөүе булараҡ барлыҡҡа килгән үпкә фиброзы бик күп патологияларҙың сәбәбе булып тороуы мөмкин: үпкә туҡымалары кислородты үткәрмәгән һәм тын алмаған тупаҫ туҡымаға әүерелә. Был торошто аҙҙырғанда йөрәк һәм ҡан тамырҙары проблемалары башлана, хроник йөрәк етешһеҙлеге барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, әгәр кеше икенсе ҡатҡа быға тиклем еңел генә менеп, хәҙер тыны ҡыҫылһа, уйланырға урын бар. Әгәр сир юҡ, ә тын ҡыҫыла икән - был йөрәктең насар эшләүенең беренсе күрһәткесе. Сир һөҙөмтәһендә инфаркт, инсульт, тромбоз һәм эмболия барлыҡҡа килеүе ихтимал. Миокардит, йөрәк мускулдарының ялҡынһыныуы шунда уҡ түгел, бер ни тиклем ваҡыттан һуң үҙен һиҙҙерергә мөмкин.
Оҙайлы инфекция һөҙөмтәһе булып бөйөр сирҙәре: пиелонефрит, гломерулонефрит - шешенеү, 37-нән төшмәгән температура, хәлһеҙлек уйланырға мәжбүр итергә тейеш; антибиотиктарҙы оҙайлы ҡабул иткәндән һуң бөйөр токсик зарарланырға мөмкин. Иммунодефицит организмдың вируслы инфекцияларға ҡаршы тороуын кәметә, ОРВИ, киҙеү, парагрипп менән сирләү ихтималлығы арта.
Сирләгәндән һуң ниндәй реабилитация саралары билдәләнә. Тәү сиратта, тын алыу, физик әүҙемлек, көсөргәнешкә сыҙамлылыҡ, стресты, тынысһыҙлыҡты йәки депрессияны еңеү функцияларын тергеҙеү зарур. Тын алыуға килгәндә, бында үпкәләрҙең күләмен ҙурайтыуға, уның тын алыу мускулдарының эшмәкәрлеген көсәйтеүгә баҫым яһала. Вирус йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән фиброз үҙгәрештәр дауалауға аҡрын килә, тигән фекер йәшәй. Әммә органимздың адаптация мөмкинлектәрен бергә туплағанда һәм дөрөҫ дауалағанда пациент тулыһынса һауығырға мөмкин. Иң мөһиме - реабилитацияны дауаланыу туҡтау менән башларға һәм тулыһынса башҡарырға кәрәк. Белгес менән кәңәшләшкәндән һуң, пациент үҙ аллы системалы рәүештә аэроб көсөргәнеш алырға, тын алыу гимнастикаһы эшләргә, саф һауала йөрөргә, скандинавса атлау менән шөғөлләнергә тейеш. Шулай уҡ нормаль йоҡо, рациональ, тулы һәм витаминдарға бай, баланслы туҡланыу мөһим.
Коронавирус беҙгә мәңгелеккә килде һәм шуға ла барыбыҙға ла сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булырға, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, йыл һайын диспансерлаштырыу үтергә, ниндәйҙер тайпылыш булғанда табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 748

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru