«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОМБЕЙ ҠАНЫ ЛА БУЛА ИКӘН...
+  - 


Сәләмәт саҡта, әлбиттә, ҡандың әһәмиәте һәм уның кеше организмында ниндәй роль уйнағаны хаҡында уйлап та бирелмәй. Әммә йәшәй-йәшәй ағзалар ғына түгел, ҡан да үҙен белдерә башлай. Ҡан ҡуйылығы ла, уның артыҡ шыйыҡлығы ла сәләмәтлеккә йоғонто яһай. Редакция ҡунағы - Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәмил ХӘМИТОВ менән ошо тема буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ.

Медицина бер урында тормаһа ла, уның үҙгәрмәй торған ҡиммәттәре була. Мәҫәлән, медицинала донорлыҡ бөгөн дә мөһим өлкәләрҙең береһе булып ҡала. Уның әһәмиәтен көндәлек тормошта аңламаһаҡ та, үҙебеҙгә йәки туғандарыбыҙға ҡан бирергә кәрәк булһа, шунда уҡ аңлайбыҙ. Ә тарихҡа күҙ һалһаҡ, ҡан биреү станциялары ҡасан барлыҡҡа килгән?

- Ғөмүмән, дауалау маҡсатында ҡанды ҡулланыу күптән йәшәп килә. Борон да халыҡ ҡанды тормош сығанағы итеп белгән һәм уның ярҙамында ауыр сирлеләргә дауа эҙләгән. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ҡанды дауалау өсөн ҡулланыу йә бик ныҡ үҫешкән, йә түбәнгә төшкән. Әммә уны тәғәйенләнеше буйынса ҡулланыу һәм һаҡлау, ҡан биреү, йәғни дауалау маҡсатында сирленең тамырына индереү ысулы күптән түгел генә барлыҡҡа килгән тиергә мөмкин. Башҡортостан миҫалында ҡараһаҡ, уға 1933 йылда доцент Владимир Михайлович Романкевич нигеҙ һала. Ул РСФСР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының бойороғона ярашлы, Өфөлә Мәскәү ҡан биреү институтының филиалын аса. Быйыл беҙҙең республика Ҡан биреү станцияһына 87 йыл була.

Һуңғы ваҡытта табиптар ҡанды кешенән-кешегә тура биреүҙән баш тарта, тигән һүҙҙәр йышыраҡ ишетелә. Был нимәгә бәйле? Туранан-тура ҡан биргәндә ниндәйҙер сир йәки вирус йоҡтороу ихтималлығы бармы һәм ул хәүеф нисә процент тәшкил итә? Ғөмүмән, ҡан биреү ниндәйерәк процедура ул?

- Туранан-тура ҡан биреү - ул донорҙан ауырыуға ҡан биреү. Был ысул тарихта тәүгеләрҙән була. Тәжрибә тупланыу, ҡанды әҙерләү һәм һаҡлау технологиялары камиллашыу һөҙөмтәһендә уны ҡулланыуға, ысынлап та, ихтыяж юҡ. Икенсе яҡтан, һеҙ хаҡлы - был ысул хәүефһеҙ түгел. Бөгөн ҡан компоненты дауаханаларға ебәрелгәнсе бик күп тикшереү этабы үтә: донорҙы тикшереүҙән алып, ул биргән ҡан өлгөһө инфекцияларға тикшерелә. Был эште юғары технологиялы ҡорамалдар һәм юғары квалификациялы персонал башҡара.

Кешегә донор ҡаны (плазма) биреү уның психикаһында, үҙ-үҙен тотошонда сағылыш табамы, юҡмы? Әллә, холҡо үҙгәрә инде, әллә кемдәрҙең ҡаны ҡушылған бит, тип һөйләүҙәр уйҙырма ғынамы? Ошо хаҡта тағы ниндәй мифтар йәшәй?

- Ғалимдарҙың рәсми ҡарашы шундай: ҡан биреү ҙә, ағзаларҙы күсереп ултыртыу ҙа, елек майын күсереү ҙә кешенең холоҡ-фиғеленә йоғонто яһамай! Ҡандың мөһимлеге тураһындағы төрлө хәбәрҙәр, нигеҙҙә, элек, кешеләр күҙәнәктәр, ДНК һәм башҡалар тураһында бер нәмә лә белмәгән замандарҙа тыуған. Һуңынан да, кеше организмы нисек эшләүен, ҡан йөрөшөн аңлағас та, барыбер уйҙырмалар тыуҙырыла. Эйе, бөгөн күп кеше организмдағы был шыйыҡсаға үҙенсә ҡарай, күптәре уларҙың хөрәфәттәргә, имеш-мимешкә ышаныуына бәйле. Әммә беҙгә, ҡан тапшырыу хеҙмәте белгестәренә, тәү сираттағы бурыс - ул медицина ойошмаларын тулыһынса инфекция хәүефе булмаған, сифатлы ҡан компонеттары менән тәьмин итеү, ә төрлө уйҙырмалар өйрәнеп ултырырға ваҡытыбыҙ юҡ.

Айырым ҡан төркөмөнә хас сирҙәр була, тиҙәр, йәғни улар ниндәйҙер сиргә бирешә, ҡайһыларына бирешмәй. Был раҫлау хаҡмы?

- Кеше ҡанын уның составында антиматдәләр айырылып сыға алған антигендар составы булыуға ҡарап, төрлө төркөмдәргә айыралар. Сирлегә ҡан биргәндә быны белеү бик мөһим, сөнки төркөм тура килмәһә, эҙемтәләр кире булыуы мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙың кире резус-факторы ауырға ҡалыу һәм баланы тыуғансы йөрөтөүҙә ауырлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Әммә биологик шыйыҡсаның төрө бары тик гемотрансфузияға (ҡан биреүгә) һәм йөклөлөккә генә йоғонто яһай.

Һуңғы ваҡытта хәҙер ҡаны 5-се төркөм булған балалар тыуыуы тураһында йыш ишетергә мөмкин, әммә табиптар был хаҡта өндәшмәй. Һеҙҙең эшегеҙҙә ундай донорҙар осрағаны булманымы һәм был күренешкә медицина ниндәй аңлатма бирә?

- Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә 1,2,3-сө ҡан төркөмө йыш осрай, 4-се ҡан төркөмө һирәк тип һанала, әммә һуңғы ваҡытта ғалимдар, ысынлап та, 5-се төркөмдө лә бик йыш иҫкә ала. 5-се ҡан төркөмөнөң булыуы тураһында Һиндостан ғалимдары ла шикләнмәй. Мумбайҙа (Бомбей) хатта был төркөмдөң донор банкы булдырылған һәм ул уңышлы тулыландырыла, ә ҡандың үҙен "Бомбей ҡаны" тип атап йөрөтәләр. Бомбей феномены - нәҫелдән килгән мутация һөҙөмтәһендә баланың айырым, үҙенсәлекле ҡан төркөмө менән тыуыу осрағы. Бындай күренеш бик һирәк - 250 мең кешегә 1 осраҡ тура килә. Беҙгә бындай ҡан төркөмө менән осрашырға тура килмәне.

Бөгөн ковид менән сирләп һауығыусыларҙың ҡан тапшырыуы көн үҙәгенә сыҡты. Һауығыусыларҙың күпмеһе донор булырға ризалашты һәм бындай плазма ауыр сирлеләргә ярҙам итәме?

- Башҡортостан Рәсәйҙә, Мәскәү һәм Свердловск өлкәһенән ҡала, коронавирус менән сирләүселәрҙе дауалау өсөн плазмалар эшләй башлаған өсөнсө төбәк булды. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм министр Максим Забелиндың шәхсән ярҙамы, республика Ҡан тапшырыу станцияһының берҙәм коллективының профессионаллеге, яйға һалынған эше, республиканың, атап әйткәндә, БДМУ йәмәғәтселегенең ғилми эшмәкәрлеге арҡаһында беҙҙә лә пациенттарҙы дауалау өсөн ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү һәм ҡулланыу әүҙем тормошҡа ашырылды. Тәүге плазма быйыл 6 майҙа COVID-19 менән сирләгән һәм һауыҡҡандан һуң 30 көн үткән донор ҡатындың ҡанынан әҙерләнде. 9 майҙа уны БДМУ-ның ковид-госпиталендә ауыр хәлле пациентта һынап ҡаранылар һәм артабан уның хәле яҡшырыу, ИВЛ аппаратынан алыныуы мәғлүм булды. Бөгөн беҙ Мәскәүҙән ҡала ковидҡа ҡаршы иммун плазмаһы әҙерләү буйынса лидерҙар рәтендә киләбеҙ. Майҙан алып бөгөнгә тиклем барлығы 480 донор-реконвалесцент плазма тапшырҙы. Башҡортостандың медицина учреждениеларына клиник маҡсатта барлығы 1614 доза (325 литр самаһы) ковидҡа ҡаршы плазма оҙатылған.

Ковид кәмеүгә табан барған һымаҡ, рәсми мәғлүмәттәр шундай, әммә шул уҡ ваҡытта үпкә шеше менән сирләүселәр һаны арта. Һәм иң борсоғаны - күптәр үҙҙәренең сирләүе тураһында белдермәҫкә, йәшерергә тырыша. Бөгөнгө хәл-торошта, киреһенсә, йәшерергә түгел, асыҡтан-асыҡ белдереп, плазма өсөн ҡан тапшырыу яҡшыраҡ түгелме?

- Эйе, мотлаҡ ғәҙел булырға һәм сирең, ковид пневмонияһы менән ауырыуың тураһында әйтергә кәрәк. Сирҙән һауығыусылар билдәле ваҡыттан һуң килеп ҡан тапшырһа, икенсе бер сирленең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуы мөмкин. Шуға, кемдәр сирҙе үткәргән, теләге һәм сәләмәтлеге торошона ҡарап, беҙҙең үҙәккә килеп ҡан тапшыра ала.

Бөгөн ниндәй ҡан төркөмө донорҙарына айырыуса ихтыяж ҙур? Ҡан (плазма) һаҡлау базаһы бармы һәм ул күпме ваҡыт һаҡлана ала?

- Барлыҡ ҡан төркөмө компонеттары ла кәрәк, сөнки сир пациенттарҙы ҡан төркөмө буйынса һайламай. Әммә айырым бер төркөм компонентарына һорау ҙур булыуы ла ихтимал. Алда әйтеп китеүемсә, IV кире резуслы ҡан төркөмө бик һирәк һәм ул һәр ваҡытта ла кәрәк. Республика ҡан тапшырыу үҙәгендә плазманы һәм туңдырылған эритроциттарҙы һаҡлау банкы бар. Уларҙы 5 йыл һаҡларға мөмкин.

Донорҙар өсөн ниндәй льготалар ҡаралған? Кем донор була ала?

- Ҡанунға ярашлы, эшкә яраҡлы, 18 йәше тулған, үҙ теләге менән ҡан йәки уның компоненттарын тапшырырға риза булған, үҙ теләге менән медицина тикшереүе үткән һәм ҡан тапшырыу тыйылмаған Рәсәйҙә йәшәгән һәм ошо илдең гражданины булған йәки ил территорияһында законлы рәүештә бер йыл йәшәгән йәиһә гражданлығы булмаған сит ил гражданы донор була ала.
Шулай уҡ ҡануниәттә донорҙар өсөн льготалар ҙа ҡаралған: ҡан (йәки уның компоненттарын) тапшырған көндә донорға туҡланыу өсөн аҡсалата компенсация түләнә һәм эштән азат ителеү тураһында справка бирелә; йыл дауамында ике максималь доза күләменә тиң ҡан (йәки уның компоненттарын) тапшырған донорға эш йәки уҡыу урыны буйынса шифахана-курорт дауаланыуына путевка тәү сиратта бирелә. 40 йәки унан да күберәк тапҡыр ҡан йәки 60 тапҡыр һәм унан да күберәк плазма тапшырыусылар "Рәсәйҙең почетлы доноры" күкрәккә тағыу билдәһе менән бүләкләнә, уларға түбәндәге социаль ярҙам саралары күрһәтелә: хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, үҙҙәренә уңайлы ваҡытта түләүле отпуск алыу; дәүләт медицина ойошмаларында сираттан тыш медицина ярҙамы алыу; эш йәки уҡыу урыны буйынса шифахана-курорт дауаланыуына тәү сиратта путевка алыу; йыл һайын бирелгән аҡсалата түләү йыл һайын индексациялана.

Шулай итеп...
Башҡорт халыҡ ижадында ла ҡанға бәйле бик күп әйтемдәр бар. Туҙынып, боларып йөрөгән кешегә - ҡаны ҡыҙған, тибеҙ. Кемделер өтөп алып барғанда - ҡанын ергә төшөрмәй, тип әйтәбеҙ. Уларҙың береһе лә нигеҙһеҙ тыумаған, әммә беҙ уларҙың мәғәнәһенә бик үк иғтибар ҙа итеп тормайбыҙ. Хатта ҡан дошман тигәндә лә бер генә мәғәнәне күҙаллайбыҙ - ҡан менән ант итеп дошманлашыу. Ә ошо мәҡәләнән сығып уйлап ҡараһаң, ыңғай резуслы ҡан менән кире резуслы, төркөмдәре тап килмәгән ҡандың үлемесле эҙемтәгә килтереү ихтималлығынан килеп тыуманымы икән ул әйтем дә? Уйланырға урын бар. Тормошта ҡан резустарыбыҙ тап килеп, ҡан дуҫ булып йәшәргә яҙһын!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.20 | Ҡаралған: 731

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru