«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘТСӘ ИСЕМДӘРЕ МАТУР...
+  - 


Яңыраҡ ошондай әңгәмәнең шаһиты булырға тура килде. "Иртәнсәк тороп тышҡа сыҡһам, бесәй бер бәләкәй генә йәнлекте сиҙәм үләнгә һуҙып һалған да уға ҡарап ултыра. Мин битараф ҡына, берәй сысҡан-фәләнде тотҡандыр шунда, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә минең фараз дөрөҫкә сыҡманы. Бесәй ҡорбаны унан саҡ ҡына ҙурыраҡ икән. Төҫө лә башҡа. Ҡорһағы, баш-муйын аҫты һәм тәпәй остары аҡ. Арҡаһы, баш-муйындың өҫ яғы көрән. Йөнө ҡуйы. Аяҡтары ҡыҫҡа. Тырнаҡтары осло. Муйыны оҙон. Башы бәләкәй. Тештәре үткер. Күҙҙәре бер аҙ алға сығып тора. Аптырап ҡуйыла, бындай йәнлекте бер ҙә күргән юҡ ине бит әле. Әллә үҙе урмандан беҙгә килгән, әллә бесәй уны урмандан тотоп алып ҡайтҡан. Шул арала малын көтөүгә ҡыуып ҡайтып килгән күршене күреп ҡалдым. Уны ҡул болғап саҡырып алдым. Ул бесәйҙең табышына ҡарап, баш сайҡап ҡуйҙы. "Күрше айыу алған икән, тип йүгереп килгән булам бит әле. Ә бына бының исемен белмәйем. Бик ҡурҡыныс йәнлек икәнен генә беләм. Ярай әле үҙеңә ташланмаған. Бесәйеңә рәхмәт әйт, уны мәлендә тотоп өлгөргән. Тегеләй булһа, иртән тороуыңа ҡаҙ-тауыҡтарыңдан ҡолаҡ ҡаҡҡан булыр инең", - тине шаяртыу ҡатыш. Күршегә ҡарап көлөмһөрәй биреп ҡуям. Ҡаҙ суҡышынан әҙ генә оҙонораҡ булған был йәнлек нисек итеп шундай ҙур ҡаҙҙы үлтерә алһын инде? Минең өнһөҙ һорауға күрше-белгес ошолай яуап бирә. "Ҡаҙҙың муйынына урала ул. Шунан һыға инде. Тәне үтә һығылмалы бит". Әле бына шуны уйлап торам - әллә күрше шаяртты, әллә ысынды һөйләне. Йәнлектең исемен белеп ҡуйғанда ла шәп булыр ине".
Минең мәҡәлә бына ошо йәнлеккә арнала. Уның исеме йәтсә була. Урыҫтар уны "ласка" тип йөрөтә. Әңгәмәсенең күршеһе дөрөҫ әйтә: был йәнлек йыртҡыстар төркөмөнә ҡарай. Ғалимдар белдереүенсә, йәтсә тотош ил буйынса йыртҡыстарҙың иң бәләкәйе булып иҫәпләнә. Уның кәүҙә ауырлығы ни бары 100 грамм самаһы ғына. Йәтсәнең төп ҡорбаны булып сысҡан (һәм башҡа кимереүселәр) иҫәпләнә. Был турала халыҡ ижадында ошолай телгә алына.

Күлдән көшөл типтем тип,
Әтәлге ҡош маҡтанып,
Мәңге ҡыйғыр була алмаҫ.
Ярҙан сысҡан типтем тип,
Көнгөнән ҡош маҡтанып,
Мәңге йәтсә була алмаҫ.

Белгес-күршенең тауыҡ-ҡаҙ тураһындағы мәғлүмәте лә дөрөҫ. Йәтсә уларҙы бигерәк ярата. Һарайға бер эйәләшеп алһа, ҡаны үтә ҡыҙып китә уның. Бер төндә барлыҡ тауыҡтарҙы үлтереп, уларҙы теҙеп һалып ҡуя. Хатта йомортҡаларын тишеп эсеп бөтә. Бигерәк тә ҡаҙ бәпкәләрен "ярата". Уларҙың береһен дә һау ҡалдырмай үлтереп сыға. Үҙенән күпкә ҙур ҡуянды ла харап итеүе бар. Йәтсәнең төп ҡоралы булып уның тештәре тора. Ҡорбанының муйынына урала һәм үткер тештәрен баш һөйәге аҫтына батыра. Бына ошондай ҡурҡыныс йыртҡыс йәнлек ул йәтсә.
Бәләкәй генә ошо йән эйәһе үҙенең үтә ҡанһыҙлығы менән билдәле. Шуға күрә уның урыҫса матур ласка исеме есеменә тура килмәй. Латин телендәге исеме дөрөҫлөккә тап килә былай. Ул "ҡарҙан да ағыраҡ" тигәнде аңлата. Был ысынлап та шулай. Йәтсә йәйге көрән төҫөн ҡышын ап-аҡ тунға алыштыра. Уның аҡ ҡар өҫтөндә баҫып торғанын күреп тә булмай. Бары тик ике ҡарағусҡыл күҙе генә уны белгертеп тора. Ласка исеменә ошондай тарихи аңлатма бар. Борон йәтсәне кеше эйәләштергән һәм үҙ өйөндә тотҡан. Бигерәк тә бала йәтсә кешегә бик тиҙ өйрәнгән. Тора-бара ул ғаиләнең һөйкөмлө (ласка исеме ошоға бәйле) бер ағзаһына әйләнеп киткән. Хатта хужаһына эт һымаҡ эйәреп, урманға йөрөгән. Өйҙә сысҡандарҙы аяуһыҙ ҡырып, кешегә ярҙам иткән. Ошолай матур ғына донъя көткән мәлдә бәлә килгән: көтмәгәндә кеше ғаиләһенә бесәй килеп ингән. Ни сәбәптәндер, кеше уны яҡыныраҡ күргән. Бесәй, әлбиттә, үҙ сиратында "өйҙәшен" шунда уҡ юҡ иткән. Шунан бирле йәтсә урманда, ә бесәй кеше өйөндә көн күрә башлаған.
Минеңсә, шул мәлдән башлап йәтсә кешегә бик ныҡ үпкәләгән. Бәлки, шуға күрәлер, ваҡыты менән ул ауылға килеп киткеләйҙер. Тауыҡ-ҡаҙын аяуһыҙ ҡырып, үҙ үпкәһен шулай кешегә белгертеп китәлер. Әйткәндәй, кешенең атын да үҙ итмәй йәтсә. Ат тотҡан кешеләр беләләр, ваҡыты менән төнгөлөккә ҡырға ебәрелгән ат лысма тир булып ҡайтып инә. Шуныһы аптырамалы, аттың ялы гел үреүле була. "Малҡайымды шүрәле менеп йөрөп, аҡ күбеккә төшөргән, ялын сәс һымаҡ үреп бөткән", - тип көйәләнер ине күптәр. Ә шулай ҙа, был йәтсәнең генә эше, тип иҫәпләүселәрҙең фекере дөрөҫтөр. Улар әйтеүенсә, был йәнлек аттың әсе тире менән сыҡҡан тоҙҙо ялай. Атҡа һикереп менә һәм уның ялын ишә башлай. Был, әлбиттә, атҡа оҡшамай. Ул тыпырсына һәм тулай башлай. Әммә тыпырсынған-тулаған һайын ул нығыраҡ тирләй. Төнө буйы аттан төшмәй йөрөй йәтсә. Таңға табан ғына һикереп төшөп ҡала. Ваҡыты менән ат аҙбарына ла килеп киткеләй ул. Был мәлдә иртән хужаны лысма тир булған ат ҡаршылай.
Йәтсәнең йәшәү рәүеше лә бик үҙенсәлекле. Ул оя төҙөп этләнмәй. Күберәген ҡорбандарының өңөн үҙ өйө итеп ала. Һис булмаһа, тәбиғи ҡыуышлыҡтарҙа көн күрә. Ул кәбән төбөндә лә, ерҙә ҡолап ятҡан ағас аҫтында ла һәм башҡа ошондай урындарҙа ла үҙен һәйбәт тоя. Яҙ аҙағында йәтсәләрҙең яңы ғаиләләре барлыҡҡа килә. Инә йәтсә балалар өсөн ояны йылыта. Оя эсенә ҡоро үлән, мүк, япраҡ ташый һәм түшәй. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, дүрт-биш бәпәй донъяға килә. Яңы ғына тыуған бәпәйҙең ауырлығы ни бары 1,5 грамм була. Балалар бәләкәй, уларҙы аяҡҡа баҫтырыр кәрәк. Әммә был ваҡытҡа атайҙан күптән елдәр иҫкән була. Ата йәтсә балалар ҡарау-тәрбиәләүҙә бөтөнләй ҡатнашмай, ул айырым йәшәргә ярата. Бар донъя хәстәрлектәре әсәй елкәһенә төшә. Ул балаларын ҡарай, тәрбиәләй, һунар серҙәренә һәм башҡаһына өйрәтә. Өс-дүрт ай үтеүгә, йәш йәтсәләр тамам үҫешеп етә. Шул мәлдән башлап яңы быуын үҙаллы донъя көтә башлай.
Ә шулай ҙа мәҡәләне, нишләптер, йәтсә - йыртҡыс бит ул, тигән фекерҙә тамамларға күңел тартмай. Әгәр йәтсә булмаһа, Аллам һаҡлаһын, урман-яланда сысҡандар үтә шашып үрсеп китер ине, улар бар донъяны баҫып алыр ине. Ә тауыҡтарға килгәндә инде... Берҙән, ул көн һайын ауылға килеп, тауыҡ-ҡаҙ ҡырып йөрөмәй. Икенсенән, бындай аяуһыҙлыҡта кешенең ғәйебе лә бар һымаҡ. Өсөнсөнән, йыртҡыс исемен күтәреп йөрөгәс, уны аҡларға ла кәрәктер инде.

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.20 | Ҡаралған: 689

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru