«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДА НИСЕК?
+  - 


Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙға квалификациялы белгестәр ҡайтарыу маҡсатында төрлө программалар бойомға ашырыла. Ауыл врачы, ауыл тренеры, ауыл уҡытыусыһы, ауыл ипотекаһы... Нисек уйлайһығыҙ, былар ауылдарҙы күтәрергә, тергеҙергә булышлыҡ итәсәкме?

Әмир ХӘЛИТОВ, хеҙмәт ветераны, Көйөргәҙе районы:
Был программаларҙың барыһы ла ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән, әлбиттә. Әммә ауыл менән ауыл араһында ла айырма бар бит. Беҙҙең халыҡтың күбеһе бәләкәй тораҡ пункттарҙа йәшәй. Бөгөн башлыса уларҙың барыһында ла тиерлек мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябылған. Шуға күрә үрҙә һанап үтелгән мәсьәләләргә, беренсе сиратта, республикалағы аҙ һанлы, йәғни 50-150 кеше йәшәгән ауылдар күҙлегенән сығып ҡарарға кәрәктер, сөнки тап уларға юғалыу хәүефе янай. Юғиһә, ҡалала ҡалас бешерә белмәгәнде ауылда иген игергә өйрәткән кеүек килеп сыға.
Ауыл биләмәләрен һаҡлау һәм үҫтереүҙең төп юлы элек тә, хәҙер ҙә - уның иҡтисадын күтәреү. Совет заманындағы колхоз-совхоздарҙы кире ҡайтарып булмаһа ла, ауыл хужалығы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ойоштороу, ваҡ предприятиелар асыу, эшҡыуарлыҡты йәйелдереү мөмкин. Шул саҡта ғына социаль учреждениелар, йәғни мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни үҙәктәр, спорт залдары гөрләп торор.
Муниципалитеттарҙағы тораҡ пункттар төрлө ҙурлыҡта. Ғүмер буйы бәләкәй ауылда йәшәнем, шуға күрә ҙур ауылдағыларҙың беҙгә ниндәй ҡарашта булыуын яҡшы тойҙом. Урта мәктәпкә ҡышын трактор арбаһында, йәйен, иң һәйбәте, велосипедта йөрөргә тура килде. Ауыл биләмәһе хакимиәтенә белешмә йәки башҡа мәшәҡәттәр артынан да техника ҡыуаланыҡ. Әммә тап ошо бәләкәй тораҡ пункттарҙа йәшәгәндәр бригадаһының йышыраҡ ҙур һөҙөмтәләр күрһәтеүе билдәле.
Йылына илдә егерме меңләп ауыл юҡҡа сыға. Өлкән быуын Хрущев бабай осорон яҡшы хәтерләй. Тап ул етәкләгән осор быны асыҡ күрһәтте. Әле артыҡ сығым түгелмәй генә ошо процесс ҡабатлана түгелме? Рәсәй теге тырмаға тағы баҫа түгелме? Ярар, ҙур ауылда спорт һарайы ла төҙөлдө, ти. Спорт буйынса инструктор йәки тренер ҙа булдырылды икән, ти. Ә бәләкәй тораҡ пункттарҙағы халыҡ волейбол уйнар өсөн ҙур ауылға барырға тейеш булып сығамы ул?
Республика матбуғаты йыш ҡына тантаналы рәүештә фельдшер-акушерлыҡ, модулле медпункттар асылыуын яҡтырта, ә шул уҡ ваҡытта аҙ һанлы халҡы булған ауылдарҙа йылдар буйы ябай ғына фельдшерҙар етешмәүен дә күрмәмешкә һалышалар, әйтерһең дә, бәләкәй тораҡ пункттарында кеше ауырымай ғына йәшәй.
Халыҡ һанын һаҡлап ҡалыу өсөн, тәү сиратта, бәләкәй ауылдарҙы үҫтерергә кәрәк. Бында иң мөһиме - ундағы халыҡты эш менән тәьмин итеү. Врач та булыр, уҡытыусы ла, спортинструктор ҙа табылыр, тик ауыл халҡы таралып бөтһә - былар кемгә кәрәк? Ошо белгестәр хеҙмәтләндерә торған халыҡ та булырға тейештер бит. Рәсәй халҡы менталитеты шулай яратылған: бәләкәй һәм аҙ һанлы халҡы булған ауылдар ғына был ҡолас етмәҫлек ере булған илде һаҡлап ҡала ала!
Беҙҙе әсәй-атайҙар нимә тип үҫтерҙе? Беҙ яфаланып үҫтек, шуға күрә балаларыбыҙ этлек күрмәһен, тип, ҡалаға оҙатырға тырыштылар. Шулай итеп, тыуған ер, тыуған ауылдар менән бәйләнеш өҙөлдө, милләт тамыры киҫелде, телебеҙ онотолдо, мәҙәниәтебеҙ ситләтелде. Был ил етәкселегенә хуш килде, сөнки беҙ дөйөм совет кешеһенә әүерелдек. Дөрөҫөн әйткәндә, милләтебеҙ йәшәйешенә бөтә кәрәк әйберҙе ауылдан, бигерәк тә бәләкәйенән алды һәм ала. Ә киләсәктә ала аласаҡмы, быныһы ҙур һорау аҫтында ҡала.
Рәсәйҙә 2020 йылдан ауыл ипотекаһы эшләй башланы. Ул йылына 3 процент менән льготалы кредит алырға мөмкинлек бирә. Әммә уны барыһы ла ҡуллана аламы? Ипотека алып, йорт төҙөргә хыялланғандар ҙа ҡалаға яҡыныраҡ йәки ҙурыраҡ ауылды һайлай. Сәбәбе билдәле инде: бәләкәй ауылда мәктәп юҡ, медпункт юҡ, тораҡ пункттың киләсәге юҡ.
Тағы ла шуны билдәләп китер инем: ауылда йәшәгәндәрҙе мәғлүмәт менән эш итергә өйрәтергә кәрәк. Үрҙә әйтеп китеүемсә, фермер хужалыҡтарын ойоштороу, кооперативтарға ойошоу, ваҡ предприятиелар асыу, эшҡыуарлыҡты йәйелдереү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барырға кәрәк. Ҡартайған әсәһен, атаһын ҡарарға ҡалған йәштәр үҙҙәре өсөн ниндәй льгота, ташлама ҡаралғанын да белмәй бит ул. Уларҙы ғәмһеҙлектә, киләсәгенә битарафлыҡта ғәйепләргә йыйынмайым, уларҙың иртәгәһе көнө өсөн борсолоуҙан әйтәм. Әлегә әсә-атаһының пенсияһына йәшәй ҙә ул. Ә киләсәктә? Шуға күрә, мөмкин тиклем күберәк асыҡ мәғлүмәт сығанаҡтарын булдырыу мөһим, тип уйлайым.

Мират РЫҪҠОЛОВ, эске эштәр ветераны, Мәләүез районы Мотай ауылы старостаһы: Бөтөп барған тораҡ пунктҡа юғары квалификациялы белгестәрҙе бер ниндәй аҡса йәки ташламалы кредит менән дә йәлеп итеп булмаясаҡ. Ошо льготалар менән файҙаланырға теләгәндәр ҙә ҙурыраҡ биләмәне һайлаясаҡ. Тыуым артһын, балалар күберәк тыуһын өсөн илдә, шул иҫәптән республикала милли проекттар бойомға ашырыла, әлбиттә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бәләкәй тораҡ пункттар яйлап бөтөүгә табан бара. Быны мин ауыл халҡының йәшәү рәүешенән сығып та әйтә алам.
Һуңғы биш-алты йылда ауыл халҡының малы ике-өс тапҡырға кәмене. Бындай күренеш эргә-тирәләге ауылдарҙа, күрше районда ла күҙәтелә. Уның сәбәбе шунда: иттең-һөттөң, ғөмүмән, ауыл хужалығы продукцияһының арзан булыуында. Бына байтаҡ йылдар инде уларға хаҡ артмай. Ҡалаға алып барып һатыр өсөн яғыулығы, техникаһы кәрәк. Бензинға иһә хаҡтар ай һайын, хатта айына ике тапҡыр артҡаны ла бар. Иҫке-моҫҡо машинаны тоҡандырып юлға сығайым тиһә, уныһын ремонтларға кәрәк. Запас частарҙың янына барыуы ла ҡурҡыныс хәҙер, ай һайын артмаһа ла, йыл һайын күтәрелә.
Фермерҙарға ниндәйҙер ташламалар, субсидиялар төрөндә дәүләт ярҙамы ҡаралған. Ә шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барғандарға бер ниндәй программа юҡ. Булһа ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, үҙ эшеңде асыуға бәйле булғандарына эләгеү бик еңел түгел, дөрөҫөрәге, уларҙы теләгән һәр кем ала алмай.
Мал һанын кәметеүгә шулай уҡ крәҫтиәнгә үҙ малын махсус урынға алып барып һуйыу бурысын йөкмәтеү ҙә булышлыҡ иткәндер. Өстән берен үк булмаһа ла, байтаҡ ҡына өлөш сығарырға кәрәк бит уның өсөн. Хәҙер бит бер ҡул менән бирәләр, икенсеһе менән алалар. Совет заманында шәхси хужалыҡта тотоу өсөн мал һаны сикле ине. Хәҙер йәнең күпме теләй, шулай аҫрай алаһың. Әммә һуйып һатыу өсөн үрҙә әйтеп үткән махсуслаштырылған цехҡа алып барыу ярайһы ғына сығым һәм мәшәҡәт талап ителә.
Бал ҡорттарына паспорт булдырыу хаҡында әйтәләр. Эйе, бөгөн күптәр умартасылыҡ эшенә яратҡан шөғөл булараҡ ҡына ҡарамай. Был - әлеге заманда ярайһы килем килтерә торған бизнес та. Умартасылыҡ продукцияһын һатыу өсөн ул бөтә сифат нормаларына һәм стандартына тура килергә тейеш. Әммә паспорт алыу тураһында тейешле мәғлүмәткә эйә булмағандар документ артынан йөрөргә яратмаған, белмәгән ауыл кешеһен биҙҙерәсәк кенә, тип уйлайым. Һөҙөмтәлә яҡын киләсәктә атай-олатайҙарыбыҙҙың был кәсебен дауам итеүселәр һаны кәмемәҫ тип кем әйтер?
Ауылда эшһеҙлек буламы ни, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Йәнәһе лә, баҡса тултырып картуф ултыртһаң да, һатып, аҡса эшләргә була. Булмай торһон әле. Был йәшелсәнең хаҡы юҡ бит хәҙер. Ауылда йәшәгәндәрҙең дә күптәре хәҙер картуфын, кәбеҫтәһен, һуғанын һатып алыуға һалышты. Быға тиклем беҙҙең ауыл халҡы сөгөлдөр үҫтереп тапшыра ине. Хәҙер шәкәр заводы эше туҡтағас, был килем алыу юлы ла ябылды. Һалым күләме артһа, фермерҙар ҙа бөтәсәк. Эш булмағас, йәштәр Стәрле, Өфө кеүек ҙур ҡалаларға китә. Ауылда хәҙер пенсионерҙарҙың ғына аҡсаһы бар. Ғаиләлә бер пенсионер булһа - улар йәшәй, икәү булһа - улар яҡшыраҡ йәшәй. Бәләкәй тораҡ пункттарҙағы йорттарҙың тәҙрәләрендәге уттар шулай яйлап һүнеп бөтмәҫ тимә.
Шуға күрә, ауылдар һаҡланһын өсөн унда эш урындары булдырыу мөһим. Ә быға колхоз-совхоздарҙы тергеҙеп кенә өлгәшергә була тип уйлайым. Ауыл хужалығы - ауыл иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән тармаҡ. Эш булһа, йәш ғаиләләр ҙә ауылда төпләнәсәк, йәш белгестәр ҙә бер ниндәй программаларға ҡарамай киләсәк. Һөҙөмтәлә мәктәптәр, балалар баҡсалары ла буш тормаясаҡ. Элекке һымаҡ, һәр йортта дүртәр-бишәр йәки унан да күберәк балалар, тулы класлы уҡыусылар менән мәктәптәр булмаҫ инде хәҙер. Улар һағынып иҫләр өсөн тарихта ғына ҡалды. Йүкәне майлау менән ул барыбер ҡайыш була алмаған кеүек, ауылдарҙы тергеҙеү, үҫтереүгә, демографияны күтәреүгә йүнәлтелгән бөтә программалар, милли проекттар бойомға ашҡан хәлдә лә яңы заман ауылдары икенсерәк булыр, моғайын... Әммә бәләкәй тораҡ пункттар ҙа йәшәргә тейеш, сөнки уларҙың әле лә йәшәү ҡеүәте бик ҙур.

Айнур ХИСАМЕТДИНОВ, физик культура уҡытыусыһы: Ауылды үҫтереүгә йүнәлтелгән бөтә программаларҙы ла хуплайым һәм улар бик ваҡытлы ҡабул ителә, тип уйлайым. Уларҙың ыңғай һөҙөмтәһе буласағына ышанам. Бер-ике йылда ғына түгел, әлбиттә, сөнки быларҙың береһе лә бер көндә генә башҡарыла торған эш түгел.
Физик культура уҡытыусыһы һәм көрәш буйынса тренер булараҡ, "Ауыл тренеры" программаһына ла ҙур өмөт бағлайым. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек тә бик ваҡытлы, сөнки ауылдарҙа спортҡа һәләтле үҫмерҙәр бик күп. Әммә белгес юҡлыҡтан уларҙың күбеһе ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнергә белмәй генә түгел, ә үҙенең һәләтен бойомға ашыра алмай аптырай. Һөҙөмтәлә ҡайһы берҙәренең ҡыйыш юлға баҫыуы ла ихтимал. Билдәле булыуынса, "Ауыл тренеры" программаһы ауылға ҡайтып, балалар менән эшләгән тренерҙарға торлаҡ һатып алыу, төҙөү йәки ер участкаһы алыу өсөн 600 мең һум тапшырыуҙы ҡарай. Әлбиттә, уның да үҙенең шарттары бар. Шуның береһе - тренер район хакимиәте менән килешеү төҙөй һәм биш йыл буйы үҙенең бурыстарын башҡарырға тейеш.
Ауыл биләмәләрен үҫтереүҙә квалификациялы кадрҙарҙы йәлеп итеүҙең әһәмиәте бик ҙур. Уларҙы, һис шикһеҙ, ылыҡтырырға кәрәк, сөнки медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар булмай тороп, ауылды, ундағы тормош сифатын күтәреү мөмкин түгел. Тормош булғас, барыһы ла була - ауырып та китәһең, тиҙ ярҙам да кәрәк булып ҡуя. Бына, мәҫәлән, былтыр ғаилә менән тыуған ауылыма ҡайтҡайныҡ. Ҡыҙыбыҙ ауырып китте, ә барырға ауылда фельдшер юҡ. Күрше Воскресенскийға алып барырға тура килде инде. Оло йортҡа нимә кәрәкһә, кесеһенә лә шул кәрәк, тиҙәр бит. Спорт залы ла, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла, мәктәп тә.
Мәктәп тигәндән... Билдәле булыуынса, оптималләштереү, ҡулайлаштырыу тип, бер нисә йыл элек ауыл мәктәптәре күпләп ябылды. Бына тигән эшләп торған урта дөйөм белем биреү учреждениелары төп йәки башланғыс мәктәптәргә әйләнде. Һөҙөмтәлә балалар иҫәбенә ҡарап, педагогтар һаны ла ҡыҫҡартылды. Билдәле инде, бер уҡытыусы бер нисә предмет уҡыта. Һөнәри уҡыу йортона ингәндә кәрәк булған биология, химия, физика кеүек фәндәрҙе кемдең сәғәте аҙ йәки кемгә етмәй - шуларға бирелде. Быны мин туранан-тура ауыл балаларын белемһеҙ, наҙан ҡалдырыу, тип уйламайым, әлбиттә. Быларҙың барыһы ла мәктәптәрҙе финанслау системаһына бәйле икәнен дә аңлайым. Әммә уны үҙгәртмәй тороп, был мәсьәлә ыңғай хәл ителмәйәсәк.

Таңһылыу ХӘМИҘУЛЛИНА, Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән программалар тейешенсә бойомға ашырылһа, улар, һис шикһеҙ, йәштәрҙе, йәш белгестәрҙе ауыл ерендә ҡалырға, эшләргә йәлеп итәсәк, тип уйлайым. Ғөмүмән, ауыл халҡы күптән ошондай дәүләт ярҙамына мохтаж һәм, әйтергә кәрәк, лайыҡ ине.
Хәҙерге заманда аҙ ғына танышлыҡ, "ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ" булмаһа, йәштәргә эшкә урынлашыуы ла, йәшәргә урын табыуы ла бик ҡыйын. Ауыл ерендә бигерәк тә. Элек кенә ул йәш белгестәргә ҡайҙа барһа ла һәр ерҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алалар ине. Улай ғына ла түгел - ныҡлап аяҡҡа баҫып киткәнсе, һине бар йәһәттән хәстәрләй торғайнылар.
Бына мин үҙем, мәҫәлән, 19 йәшемдә генә йүнәлтмә буйынса ауыл еренә эшкә килдем. Килеү менән йәшәргә дөйөм ятаҡтан бүлмә асҡысы, "подъемный" тип йөрөткән бер тапҡыр бирелә торған ярҙам аҡсаһы тотторҙолар. Кейәүгә сыҡҡас, иремдең эш урынынан өй бирҙеләр. Аҙыҡ-түлек менән дә ярҙам итә торғайнылар. Уныһынан да мөһимерәге - йәш белгесте мотлаҡ тәжрибәле, абруйлы хеҙмәткәр шефлыҡҡа ала һәм ул һинең бөтә эшмәкәрлегеңде контролдә тота, кәңәш бирә, өйрәтә. Бынан тыш, балалар баҡсаһына, туристик экскурсияларға, магазинда әйбер алыуға льготалар, уңайлыҡтар, шарттар ҡарала ине. Тораҡ пункттың йәмәғәт эшендә, мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға, клубта концерт ҡуйған өсөн дә аҡсалата булмаһа ла итләтә-игенләтә премия яҙа торғайнылар. Ҡыҫҡаһы, юғары квалификациялы белгестәрҙе ауылда ҡалдырыр өсөн барыһын да эшләйҙәр ине. Шуға ла һөнәргә эйә булғас, йәштәр үҙ районына ҡайтырға ашҡынып торҙо. Уйлап ҡараһаң, быларҙың барыһы ла ауыл йәшәһен, йәштәр, йәш ғаиләләр ҡалһын, сабыйҙар тыуһын, ауыл үҫһен өсөн эшләнгән бит.
Хәҙер бит йәш белгес теге йәки был ойошмаға, учреждениеға эшкә барһа, бар яҡлап та проблемаларҙы үҙенә генә хәл итергә тура килә. Иң беренсе, барлы-юҡлы аҡсаһына ҡуртымға фатир ала. Бөтә ата-әсәләрҙең дә балаһына торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге юҡ бит. Аҙаҡ аҙ ғына эш хаҡын фатир өсөн түләүҙән арттыра алмай, бер ни тиклем ыҙалана ла, дипломын күҙ күрмәгән ергә һалып ҡуя һәм икенсе эшкә күсә, йә бөтөнләй сит тарафтарға сығып китә.
Эйе, йәшерен-батырыны юҡ, ауылдар юғалыу хәүефе аҫтында бөгөн. Бигерәк тә башҡорттар йәшәгән бәләкәй тораҡ пункттар. Үҙебеҙҙең күрше ауыл миҫалында ла күрһәтә алам: Үрге Һаҙҙа ике ҡатлы мәктәп ябылды. Түбәнгеһендә медпункт эшләмәй. Ни өсөн? Сөнки йәштәр, йәш ғаиләләр, балалар юҡ. Күскәне күсеп китте. Ситкә китеп эшләй алмағанын пенсионер ата-әсәһе ҡарай.
Шуға күрә, ауыл тренеры, уҡытыусыһы, врачы кеүек дәүләт программаларын ҡабул итеү бик ваҡытлы тип уйлайым һәм улар мотлаҡ тиҙ арала эшләй башларға тейеш, сөнки һуңғараҡ ауылды ташлап киткән белгесте кире ҡайтарыу меңәрләгән тапҡырға ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Улар менән генә ауылға ҡайтарып булһа әгәр...

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.20 | Ҡаралған: 517

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru